«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫЙЫР МЕНӘН КАРТУФ АСЛЫҠТАН ҠОТҠАРҘЫ
+  - 


Хәшиә Әхмәдей ҡыҙы ҒИНИӘТОВА һуғыштың бөтөн ауырлығын бала көйө генә үҙ иңдәрендә кисергән кеше. Аталары Әхмәдей Ғайсин, колхоздың беренсе тракторисы, һуғышҡа киткәндә Хәшиә апайға - 7, өлкән апайы Асияға 10 йәш була. Уларҙан тыш, ғаиләлә тағы ла 2 бәләкәй бала була. Тағы 2 бала һуғыштан һуң тыуа. Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында тыуған, ошонда уҡ тормошҡа сығып, балалар үҫтергән, әле килене Таңсулпан менән улы Илшаттың ишле ғаиләһендә йәшәгән Хәшиә апайға һуғыш осоро хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәғәжәт иттек.

Хәшиә апай, бала саҡ һәм һуғыш - улар икеһе бер-береһенә ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр. Һеҙҙең бала сағығыҙ тап шундай ауыр йылдарға тура килгән, һеҙ уны ниндәй итеп хәтерләйһегеҙ?

- Тормошта, һис шикһеҙ, һәр кеше төрлө ҡаршылыҡтарға осрай, ауырлыҡтар күрә. Әммә һуғыштан ҡурҡынысыраҡ бер нәмә лә юҡ. Барыһы ла үтә, ауырлыҡтар онотола, бына бала көйө генә һуғыш ваҡытында күргәндәр хәтергә уйылып ҡалған. Бөгөн үҙем 90 йәшкә етеп барам, бала сағымды уйлаһам, гел әсәйемде йәлләп, илағым килә. Шул тиклем уңған, тырыш кеше булды ул. Сафия ине исеме, береһенән-береһе бәләкәй балалар менән ҡала атайым яуға киткәндә.
Һаулыҡтары булған ирҙәр, егеттәрҙе һуғышҡа алалар, ошоға тиклем колхоз баҫыуҙарын һөргән техника, тракторҙарҙы ла алып китеп бөтәләр. Ауылда - ҡарт-ҡоро ла, ҡатындар, малайҙар, уларға игенен дә үҫтерергә, башҡа бөтә ауыр эштәрҙе елкәләренә һалырға тура килә. Әсәйем дә бесәнен дә саба, кәбән дә һала, игенен дә ура. Аҙаҡтан да ҡартайғансы бесәнен дә эшләнеләр атайым менән. Салғыға шәп булды инде, ураҙа тотһалар ҙа, бесән сабырға бара торғайнылар. Донъяға күҙ-ҡолаҡ булыу ул мәлдә яңы унын тултырған Асия апайыма төшә. Һуғыш ғазаптарын үҙ елкәләребеҙҙә татығанбыҙ инде. Шуныһы бар - әсәйем беҙҙе асыҡтырманы, һаҡлап алып ҡала алды. Ике һыйыр тота алды, быҙаулаһа, бер быҙауҙы үҫтереп хөкүмәткә тапшырған булалар. Мин быларҙы бәләкәй булыуым арҡаһында аҙаҡтан әсәйемдең һөйләүҙәре буйынса беләм.

Ул заманда һыйырҙы һаҡлап ҡалыу ҙа ҙур батырлыҡ бит...

- Балаларҙы тере ҡалдырыуҙың берҙән-бер сараһы - һыйыр ағынан өҙмәү икәнен аңлағанға ла, һыйырын һаҡлап ҡалырға тырышҡандыр, тим. Колхозға бесән эшләп ҡайтҡандан һуң, үҙенә бесән эшләргә йөрөй. Олатайымдар әсәйемде ташламанылар, гел бергәләшеп эшләшеп йәшәнеләр. Атайымдың бер туған ҡустылары Әхмәр менән Мәғәҙ ярҙамлаша. Ул һыйырҙарҙың береһе яҙын быҙаулағас, юҡ була. Эҙләгәндәр, күрше ауылдарға ла барып ҡарағандар. Уныһына-быныһына йәүкәләгәндәр. Быҙау баҡыра, уға ҡушылып балалар ҙа илайбыҙ икән. Шулай бер айҙай ваҡыт уҙғас, бер ят кеше килгән. Һыйырығыҙҙы Билалдан эҙләгеҙ. Шул-шул кеше кәртәһендә бикләп көтә, тигән. Шуны әйтер өсөн, йәйәү 18 саҡрымды үтеп, ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе еткергән. Әсәйем Асия апайым менән һыйыр артынан киткән. Барып һәүкәшләгәс, һыйыр баҡырып ебәргән. Кешеләр алып килеп, һыйырҙы сығарғандар. Ул тотҡан да ауыл яғына йүгергән, әсәйемдәр артынан эйәрә лә алмай, төнөн ҡайтып ингәндәр. Һыйыр ҡайтып торған, ти. Асия апайым өлкәнерәк балалар менән башаҡ сүпләргә йөрөгән. Ул бахырҙарҙы объездчик булып баҫыуҙарҙы һаҡлаусы Басир апа һыбай сыбыртҡылап йөрөп баҫтырған, ҡасып өлгөрмәгәндәрҙең тоҡтарын тартып алып, бер ниһеҙ ҡайтарып ебәргән. Ашарға икмәк наҡыҫ, әсәйем йәшереп кеҫәһендә бойҙай алып ҡайтҡан була, шуны ҡыҙҙырып, ҡурмас итеп ашайбыҙ, ойотҡан эсәбеҙ. Күмәк балаларға ашау етешмәй ҙә киткәндер, шулай ҙа ҡайһы бер ғаиләләрҙә аслыҡтан ҡолаған кеүеккә барып етмәнек.
Олатайым беҙгә ер соҡор өсөн мәсәү эшләп бирҙе. Иртән торабыҙ ҙа, шуны тотоп, ҡуянтубыҡ соҡорға китәбеҙ. Мәсет уратып алынған ине, шуға ла ере тапалмағас, шунда күп итеп ҡуянтубыҡ үҫә. Хоҙайҙың бер мөғжизәһе инде, ас, арыҡ балалар йыраҡҡа үлән-тамыр йыйырға бара аламы, бында яҡын. Соҡоп алабыҙ ҙа, йылғаға төшөрөп, тап-таҙа итеп йыуабыҙ. Әсәй эштән ҡайтыуға әҙерләп ҡуябыҙ шулай. Улымдың малайҙары: "Өләсәй, һуғыш ваҡытында нимә ашанығыҙ?" - тип һорай. "Һарына ҡаҙып, йыуып, бутҡа бешерҙек, әттек, йыуа, ҡымыҙлыҡ йыйҙыҡ, башаҡ сүпләнек", - тиһәм: "Өләсәй, һеҙ ҡайһылай мәскәй булғанһығыҙ", - тип көләләр. Үҙем дә ҡушылып көләм, шулай булмаһаҡ, нисек йән аҫрамаҡ кәрәк. Беҙ күргәнде хәҙерге балалар күрмәһен. Хәҙер барыһы ла бар: ашайым тиһәң, ризыҡ бар, кейәм тиһәң, кейеме...
Ойотҡан ойотоп, шуны көйәнтәләп, Магнитогорскиға йәйәү алып барып һата ине әсәйем, үҙе лә тәүәккәл булған, ай-һай. Бер шулай беҙгә күлдәктәр алып ҡайтҡан, үҙе шул тиклем ҡыуанған, бахырым. Уны бер йыуғайныҡ, ап-аҡ булды ла ҡуйҙылар. Баҡтиһәң, простыняны синька менән буяп, шунан күлдәк тегеп һатҡандар икән. Алдағандар, тип, эй көйәләнгән булды әсәйем.
Бер шулай баҙарға китте лә, ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Тауға менеп ҡарайбыҙ, көтәбеҙ. Өсөнсө тәүлегенә төнөн генә ҡайтып инә. Беҙ тышта илашып ултырабыҙ икән. "Әсәйебеҙ үлгәндер инде", - тип уйлағанбыҙ. Шунда ул ойотҡанға алыштырып картуф алып ҡайта. Теге картуфты, балаларымдың бәхетенән уңып китһен, тип теләк теләп сәсәләр.

Элек картуф сәсмәгәндәр, ти ҙә ҡуялар. Картуфты һуғышҡа тиклем дә сәсә инегеҙме? Ерҙе нисек эшкәртеп сәстегеҙ, хәтерләмәйһегеҙме?

- Картуфты һуғышҡа тиклем дә үҫтергәндәр ул. Быныһын ерҙе ҡаҙып сәскәндәр. Ул ишелеп уңа. Шул тиклем эре булды, ҡурсаҡ һымаҡ итеп алып йөрөп уйнаттыҡ. Баҙ тулды, урындыҡ аҫтына ла һалдыҡ. Бында ла әсәйемдең шәплеге инде, ҡарамаһаң, картуф уңамы?
Ҡышҡыһын шул картуф арҡаһында аслыҡтың нимә икәнен әллә ни белмәнек. Сәлимә апай, мәрхүмә, "Әсғәтем аслыҡтан шешенеп китте, Сафия, картуфыңдан бер нисә бөртөк бир инде", - тип инде. Әсәйем биҙрә менән картуф, ҡорот биреп сығарҙы. Шулай күршеләребеҙ менән бүлешеп, ҡышты сыҡтыҡ. Нисектер орлоҡҡа ла ҡалды, тип хәтерләйем. Мәктәптә балаларға өйрә бешереп ашата инеләр, сеүәтәбеҙҙе тотоп барған була торғайныҡ. Унан да эскә йылы төшә торғайны. Былай күп кешеләр аслыҡтан ыҙалағандар, үлеүселәр ҙә булған. Бала саҡтан картуфҡа ихтирамым ҙур. Әле үҙем бөксәнләп йөрөй алмаһам да, балаларым картуф сәсә, яҡшылап ҡарайҙар. Унан тәмле ризыҡ юҡ. Беҙҙе картуф ҡотҡарып алып ҡалды ла инде. Бәхетебеҙгә, 1946 йылда атайым иҫән ҡайтты.

Шулай итеп...
Һуғыш тамамланыуға күпме һыуҙар аҡҡан, әммә йөрәктәрҙә ул һалған йәрәхәттәр бөгөн дә һыҡрай әле. Үҙенең һәм туғандарының ауыр, ас йылдарға тура килгән бала сағын, шул саҡта уларҙы йәшәтергә, һаҡлап алып ҡалырға бөтөн көсөн һалған әсәһен, һуғыштың аяуһыҙ ысынбарлығын күргән атаһын һөйләгәндә бөгөн үҙе лә әсәй, өләсәй булған Хәшиә апай тыныс ҡына ҡала алмай. "Йорт-илдәргә тыныслыҡ килеп, һәр бала үҙ атаһы, үҙ әсәһенең һөйөүендә бәхетле булып үҫһендәр", - тигән теләгемде намаҙ һайын ҡабатлайым", - ти ул. Сөнки бала саҡ менән һуғыштың бер уртаҡлығы ла юҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 170

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru