«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Археология материалдары Көньяҡ Урал ҡәүемдәренең сәйәси һәм мәҙәни тормошо үҫешенең темпы һәм характеры Кангюй мәнфәғәттәренең төньяҡ сиктәрендәге әүҙемлеге менән бәйле булыуын күрһәтә. Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында йәшәгән Боронғо Ҡытай тарихсылары яҙмаларында Кангюйҙың Янь иленән яһаҡ рәүешендә ҡиммәтле мех тиреләр сығарыуы хаҡында иҫкә алына. Улар "Кангюй Давандән (хәҙерге Коканд) төньяҡ-көнбайышҡа табан 2000 ли тиерлек алыҫлыҡта ята", ә "Кангюйҙан төньяҡ-көнбайышҡа 2000 ли йыраҡлығында Яньцай дәүләте урынлашҡан, уның 100 меңләп ғәскәре бар һәм ул йәшәйешендә Кангюйға оҡшаш. Ул бөйөк күл буйына йәнәш ята, уның ярҙары тәпәш. Был төньяҡ диңгеҙе", - тип яҙа. Хәҙерге заман комментаторҙарының берҙәм уртаҡ фекеренә ярашлы, Боронғо Ҡытай тарихсылары иҫкә алған төньяҡ диңгеҙе - Каспий диңгеҙе һәм, шулай булғас, Яньцай иле биләмәләренә Төньяҡ Каспий буйындағы сак-усунь-гун ерҙәре ингән. Яньцай иленән һәм Кангюйҙан төньяҡтараҡ "Янь биләмәләре (иле. - Н. М., Ә.С.); ...Кангюйға буйһоноп йәшәй, уға сысҡан затынан булған йәнлек тиреләре менән яһаҡ түләй". Кангюйҙан төньяҡтараҡ йәнлек тиреһенә бай булған бер генә урынды - Көньяҡ Уралды атап була. Бындағы халыҡтың буйһондоролған булыуын иҫәпкә алып, ошо замандағы Көньяҡ Уралды ҙур һәм киңдәрҙән булған Кангюй дәүләтенең төньяҡ сиге итеп ҡарау өсөн ерлек бар.
Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында Янь биләмәһе (ере) иҫкә алынған икенсе вариант бар. Мәҫәлән, ошо сығанаҡтарҙы өйрәнеүсе компетентлы тикшеренеүселәрҙең береһе Ю.А. Зуев (Ҡаҙағстан) белдергәнсә, сун ғалимы Пей Сунчжи үҙенең "Өс батшалыҡты тасуирлау, 220-264 й.й." тигән китабында ошолай яҙа: "Тағы ла Лю дәүләте бар, Янь дәүләте бар һәм тағы ла Яньцай дәүләте бар, икенсе төрлө Алань тип йөрөтөлә. Улар барыһы ла Канцзюй менән бер үк йола тота". Ҡытай авторы әҫәренә һылтанып, Ю.А. Зуев "Һуң Хань тарихы, 25-220 й.й." исемле хеҙмәттә беҙҙе ҡыҙыҡһындырған тема буйынса ошондай мәғлүмәт булыуы хаҡында яҙа: "Янь дәүләте Яньцайҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан, ул Канцзюйға буйһона. Бынан кеш тиреләре килтерелә". Ошо сығанаҡтарға аңлатма биреп, Ю.А. Зуев Яньцай дәүләтенең Арал һәм Каспий диңгеҙҙәре арауығындағы ерҙәрҙә урынлашыуын һәм Янь дәүләтенең Көньяҡ Урал территорияһын биләүен тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Әйткәндәй, япон тикшеренеүсеһе Сиратори шундай уҡ ҡарашта булып, бер махсус хеҙмәтен ошо темаға арнаған. Ю.А. Зуевтың китабындағы әлегә тиклем билдәле булмаған сығанаҡтар беҙҙең эра сиктәрендәге Көньяҡ Урал ҡәбиләләре торошона һәм ижтимағи-сәйәси тарихына өр-яңы ҡараш булдырыу мөмкинлеген бирә, атап әйткәндә: был мәсьәләне ҡуйғанда һәм тикшергәндә урындағы ҡәбиләләрҙең үҙ дәүләти ойошмалары булыуы, уларҙың Ҡаҙағстан һәм Урта Азия халыҡтары менән иҡтисади-сауҙа һәм мәҙәни-сәйәси бәйләнештәргә әүҙем ылыҡтырылыуы фактын иҫәпкә алыу фарыз.

Усундәр

Ҡытай сығанаҡтарында усунь (уйсун) ҡәүемдәренең дәүләте хаҡында тәүләп б.э. тиклем III-II быуаттар сигендә иҫкә алына. Был дәүләт Ете йылға - Жетысу территорияһында, Алакүл күленән Кангюй иле сигендәге Талас йылғаһына тиклемге арауыҡты биләй. Усундәрҙең көнсығыш сиктәре, күрәһең, Көнбайыш Монголия һәм Ҡытай ерҙәренә тиклем барып еткән. Усундәр хаҡында ҡытай сығанаҡтарында ошондай мәғлүмәт бар: "Усундә аттар күп. Уларҙың иң бай кешеләренең дүрт-биш мең аты бар".
Күршеләре, бигерәк тә хунну (гундар) һәм кангюйҙар, батыр һәм һуғышсан усунь халҡы менән иҫәпләшеп йәшәргә мәжбүр була. Чигучэнь ҡалаһы Усунь дәүләтенең башҡалаһы була, ул "ҡыҙыл үҙән ҡалаһы" тигәнде белдерә. Усундәр һәм гундар араһында хәрби конфликттар даими булып тора, әммә уларҙың кангюйлылар менән дә бәрелешкән мәлдәре була.
Ҡытай һәм Усунь дәүләте араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла. Бер-береһенә ҡарата булған йоғонтоларын көсәйтеү өсөн Усунь бөйөк түрәләрен һәм уларҙың улдарын Ҡытай принцессаларына өйләндереү йолаһы үтәлә. Мәҫәлән, 90 йәшенә етеп килгән Усунь хакимы Куньбиның Синьзюнь исемле принцессаға өйләнеүе хаҡында Ҡытай хикәйәте бар. Ҡарт хакимдың йәш кәләше тыуған яҡтарын һағына, ул һағышына түҙә алмай, йырлап булһа ла күңелен асырға тырыша. Уның йыры хәҙерге заманға тиклем килеп еткән һәм Ҡытай поэзияһының сағыу өлгөһө итеп иҫәпләнә:
"Кейәүгә бирҙеләр, бик алыҫ был ер,
Усунь хакимы миңә булды йәр.
Оҡшаш ҡыуышҡа йәшәгән өйөм,
Кейеҙ тирмәмдә һағыштан көйәм.
Ашаған ашым - һөт менән ит кенә.
Көйәм ныҡ итеп, яна йөрәгем.
Аҡҡоштай осоп ҡайтаһы ине."
Әйтергә кәрәк, усундәрҙең байтағы беҙҙең эра сиктәрендә, III - IV быуаттарға тиклем, Үҙәк Азия күскенселәренең (гундарҙың) миграцияһына йәлеп ителә; уларҙың ниндәйҙер бер өлөшөнөң Көньяҡ Уралда тороп ҡалыуы хаҡында фараз итеп була. Сөн гидронимының шул уҡ усунь атамаһының бер варианты итеп ҡарау мөмкинлеге хаҡында һүҙ йөрөтөп була. Усундәрҙең йә иһә уларҙың вариҫтарының Көньяҡ Уралда ҡалдырған эҙҙәре Ауырғазы районынындағы Уҡсунны (Уҡсунлы) атамаһында ла сағылыш тапҡан кеүек: ошо атаманың "сунны" тамырының "усунь" һүҙенә ауаздашлығы беленеп тора. Был миҫалдарҙы топонимика белгестәре профессиональ кимәлдә анализлай алыр ине, әммә беҙгә, археологтарға, ошо рәүешле усундәрҙең Көньяҡ Уралдағы эҙҙәрен күҙаллау нигеҙле булып тойола. Табын башҡорттарының, шулай уҡ ҡаҙаҡ табындарының легендар бабаһының Уйсын исеме ошо этнонимдың бер варианты рәүешендә ҡабул итеп була (был турала XIII бүлектә ентекләберәк яҙылды). Ҡаҙаҡ ғалимдары фекеренсә, "уйсын" атамаһы "усунь" этнонимынынан килеп сыҡҡан.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru