«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТ УҠЫТЫУСЫНЫҢ КҮБЕРӘК БУЛҒАНЫ ЯҠШЫ
+  - 


Черниковка - баш ҡаланың эшселәр районы булараҡ билдәле. 48-се Башҡорт лицейы - райондың милли-мәҙәни үҙәктәренең иң мөһиме булып һанала, сөнки ул ошо территорияла йәшәгән башҡорттарҙың балаларының әсә телендә белем алыу, уның мәҙәниәтен, тарихын әсә телендә өйрәнеү хоҡуғын тормошҡа ашыра. Киләһе 2023-2024 уҡыу йылында лицейҙың барлыҡҡа килеүенә теүәл сирек быуат була. Ошо ваҡыт эсендә белем усағы ниндәй уңыштарға өлгәшкән? Лицей директоры Оксана МӨХӘМӘТЙӘНОВА менән әңгәмәне шул һорауҙан башланыҡ.

- Лицей тарихында иң ҙур проект тип быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән "Заман" республика медиафорумын билдәләргә мөмкин. Быға тиклем ундай ҙур форматтағы сара булғанын уҡыу йортобоҙ иҫләмәйҙер ҙә. Шуға ла 2024 йылда медиафорумды тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреп, уны төбәк-ара форматта ойоштороу идеяһы менән янабыҙ. "Заман" үҙ эсенә оҫталыҡ дәрестәрен, семинарҙарҙың мобиль фото төшөрөү, блогер һөнәре, видеомонтаж нигеҙҙәре, журналистика, медиапроекттар һәм медиафинанс мәсьәләләре кеүек йүнәлештәрен берләштерә. Лицейҙа үҙенең операторы, монтажсыһы, фотографы булған "48-се кадр" тип аталған медиаүҙәк бар. Тап ошо балалар медиафорумын үткәрергә ярҙам итте, фотоға төшөрөп йөрөнөләр, интервьюлар алдылар, репортаж, сюжет эшләнеләр. Медиаүҙәк "Тамыр" телеканалы менән хеҙмәттәшлек итә, Рөстәм Рәфғәтдинов тигән егетебеҙ телеканалда ла, "Тамыр"ҙың төрлө концерттарында ла төп алып барыусы. Азалия Хөсәйенова ла сюжеттар төшөрөп, әлеге ваҡытта эшләп йөрөй. Ошондай һөҙөмтәләрҙе лицей уҡыусылары күреп йөрөй һәм үҙҙәренә өлгө итеп ала. Мәҫәлән, быйыл 11-се синыфта уҡып йөрөгән Диана Чуднина тигән ҡыҙыбыҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға барам, журналист булам, тип, үҙ алдына маҡсат ҡуйҙы.

Һеҙҙең лицей - баш ҡаланың сәнәғәт зонаһы булған Черниковка биҫтәһенең йәш быуынында телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләүсе үҙәк. Ошо йүнәлештә белем усағы эсендә ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?

- Беҙҙә бик күп түңәрәктәр эшләй, шуларҙың бер нисәһе тап башҡорт мәҙәниәтенә ҡағыла. Мәҫәлән, "Зәлифә" бейеү ансамбле, "Һорнай" ҡурайсылар ансамбле, фольклор түңәрәге бар. Балалар уларға бик теләп йөрөй. "Новатор" мәҙәниәт һарайы ҡарамағында эшләп килгән йәкшәмбе мәктәбе балаларҙың әҙәби телмәрен үҫтереү йәһәтенән ҙур эш алып бара. "Урал батыр" эпосын балаларға ятлатып, конкурстарға сығаралар. Быйыл ике уҡыусыбыҙ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ башҡорт телендәге "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһендә йыл һайын ҡатнашабыҙ һәм уңышлы сығыш яһайбыҙ.
Мәғлүм булыуынса, баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, нигеҙҙә зыялыларҙың балалары уҡыған 158-се, 20-се башҡорт гимназияларынан айырмалы, беҙҙә Черниковка заводтарында эшләгән ябай эшселәрҙең балалары белем ала. Ата-әсәләре көнө-төнө эштә, өйҙә балалары менән башҡортса бик һөйләшмәйҙәр. Шуға бындай балалар менән эшләү ҡыйыныраҡ, әлбиттә, әммә ата-әсәләр менән дә эш алып барыла. Ҡайһы бер балалар башҡортса бик матур һөйләшә, ҡайһы берҙәре тырыша һәм барыһының да башҡортса һөйләшергә, уҡырға, телмәрен камиллаштырырға теләге бар. Тағы беҙҙә "Осҡон" гәзите сығып тора һәм унда балалар үҙҙәренең мәҡәләләрен, шиғырҙарын баҫтыра.

Черниковка завод-предприятиеларында төрлө милләт вәкилдәре эшләй. Башҡорт лицейы тип аталһа ла, һеҙҙә башҡорт балалары ниндәй нисбәттә? Белем биреү, нигеҙҙә, ниндәй телдә алып барыла?

- Лицейҙа территориаль беркетеү булмаһа ла, төрлө милләт балалары белем ала, шулай ҙа балаларҙың дөйөм һанының яртыһын башҡорттар алып тора, шуға башҡорт мөхитенә төп иғтибар бирелә. Төрлө башҡорт милли байрамдарын һәм йолаларын үткәрәбеҙ, икенсе байрамдар беҙҙә юҡ. Ҡайһы бер сараларҙы башҡортса-русса алып барһаҡ, ҡайһы берҙәрен тик башҡорста ғына алып барабыҙ, сөнки уҡырға килгәндә үк барыһы ла башҡорт лицейына килгәнен белеп килә. Хатта ҡайһы бер икенсе милләт вәкилдәренең балалары мотлаҡ беҙҙең лицейҙы һайлай һәм быны башҡорт белем усаҡтарында тәртиптең яҡшыраҡ булыуы менән аңлаталар.

Башҡа милләт балалары уҡыған мәктәптә, ғәҙәттә, ата-әсәләре башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы сыға. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?

- Әллә эшселәр булғанғамы, ни өсөндөр, уныһын аңлата алмайым, әммә ата-әсәләр менән башҡа милли белем усаҡтарында булған проблема беҙҙә юҡ. Ата-әсәләр уҡыу барышына, бигерәк тә башҡорт телен уҡытыуға ҡыҫылып, шау-шыу тыуҙырмай. Башҡорт теле беренсе линия буйынса туған тел булараҡ уҡытыла. Лицейҙа уҡырға теләгән һәр кемде һәм уларҙың ата-әсәһен уҡытыу процесы менән таныштырабыҙ һәм башҡорт теле, рус теле, математика буйынса һынау тапшыртып ҡабул итәбеҙ.

Башҡа белем усаҡтарында булмаған ниндәй сараны үҙегеҙгә генә хас үҙенсәлек тип әйтә алаһығыҙ?

- Беҙ ҡыҙҙар өсөн "Матурҡай" тигән конкурс үткәрәбеҙ. Унда 1-11-се кластан берәр ҡыҙ ҡатнаша. Сара саф башҡортса үтә, быйыл икенсе тапҡыр ойошторҙоҡ. Былтыр ҡыҙҙар Альбина апай Исхакова эшләгән селтәрҙәрҙе кейеп, дефиле үткәрһә, быйыл селтәр, хәситә, маңлайса һ.б. башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрен үҙ ҡулдары менән эшләп, үҙҙәре күрһәтте. Шулай уҡ конкурс барышында милли аштарҙы әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә.

Ҡыҙҙар өсөн бөтөн мөмкинлектәр, шарттар күберәк тыуҙырыла, ә малайҙар һәм үҫмерҙәрҙе ир-егет итеп тәрбиәләү өсөн нимәләр эшләнә?

- Дөрөҫөн әйткәндә, малайҙар өсөн үҙенсәлекле проект индереп өлгөрмәнек, сөнки мин директор булып эш башлағанға әле ике генә йыл. Әммә беҙҙең лицейҙа шундай ыңғай бер мәл бар: ике йыл элек лицейҙа 2-3 ир-егет эшләй ине, әлеге ваҡытта улар 12 кеше. Минең фекеремсә, белем усаҡтарында ир-егеттәр күберәк булырға һәм малайҙар, егеттәр уларҙан өлгө алырға тейеш. Балалар ир-егеттәрҙе ярата, уларҙың дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөй. Хыялда малайҙар-егеттәр менән айырым эш алып барыу ниәте бар, әммә уның өсөн төплө, харизматик ир-егет кәрәк һәм ул тәжрибәле, абруйлы булырға тейеш.

Лицейҙа ир-егеттәр күбәйгәс, мәктәптәге малайҙарҙың, үҫмерҙәрҙең холҡо, үҙ-үҙен тотошо үҙгәрҙеме, юҡмы?

- Әлбиттә, улар үҙҙәрен икенсерәк тота башланы. Һәм, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәте үҙгәрә. Мәҫәлән, 1-се класс булһынмы, 11-се класс булһынмы - мин уларға һәр саҡ ир-егет итеп ҡарайым, шуға уҡыусы ҡыҙҙарға ла ултырғыстарҙы партанан күтәреп төшөрөргә рөхсәт итмәйем. Ҡыҙҙарға малайҙар-үҫмерҙәр ярҙам итә. Әле шуны һиҙәм, эш башлағанда коридорҙа үтеп барғанда ҡараштарын йәшереп, оялыңҡырап үтеп китһәләр, хәҙер малайҙар һәм үҫмерҙәр бөркөт һымаҡ ҡанаттарын киреп, егеттәр кеүек ғорур, күҙҙәренән осҡон сәсеп йөрөй. Был үҙгәреш күҙгә ташланып тора.

Ир-егеттә ирҙәр характерын тәрбиәләүҙә ҡатын-ҡыҙҙың да әһәмиәте ҙур, тимәк. Уларға бәләкәйҙән шундай ҡараш булырға тейеш.

- Әлбиттә. Шәхсән мин өс бала әсәһе, шуларҙың икеһе малай, икеһе лә хоккеист, бер ҡыҙ. Бәләкәй улыма биш йәш тә тулмаған, мин уға бәләкәй ир-егет итеп ҡарайым. Уның ишеккә көсө лә етмәҫкә мөмкин, әммә ул миңә ишек асып тотоп тора, атаһы өйҙә булмаһа, иң төп кеше булып ҡала. Үҙен иркен тота һәм мыжып, ныйылдап-мыйылдап йөрөмәй.

Белем биреүҙә күп нәмә уҡытыусынан тора, тип әйтә алаһығыҙмы?

- Әлбиттә, мәҫәлән, 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы һәм башҡалар ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Улар уҡытыусыларҙы һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Ә Черниковкаға килеүселәр бик әҙ, уларҙы һайлап алып та булмай. Ләкин шул ваҡытта ла күберәк уҡытыусы табырға һәм һайлап алырға тырышаһың. Мәҫәлән, беҙгә биология уҡытыусыһы "Мир фирмаһы" туҡталышынан Черниковкаға килеп уҡытып йөрөй, уға ныҡ алыҫ һәм ҡыйын. Ә үҙебеҙҙең эргәнән табыу - бик ауыр. Кузнецов Затонынан килеп эшләгән педагогтар булды. Улар йыл-йыл ярым ғына түҙә һәм икенсе урынға китә. Шуға белем усағының урынлашыуы ла ҙур роль уйнай. Был йәһәттән булған уҡытыусыларҙы заманса эшләргә, үҙаллы белем алырға, камиллашырға өйрәтергә кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 96

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru