«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘҘЫ ЙӘШӘТЕР ИМ-ӘМӘЛ
+  - 


Борон башҡорттарҙа ырыу берҙәмлеге билдәләренең береһе оран булған. Батырҙар, азамат ирҙәр ҡан ҡәрҙәштәрен, йорт-илде яуға, көрәшкә, донъяуи ҙур эшкә саҡырып оран һалған. Урал батыр, Һәүбән, Салауат, Әхмәтзәки... Ил ағаларының ялҡынлы һүҙҙәре, ҡайнар өндәмәләре йөрәктәрҙе ҡуҙғытҡан, халыҡты бер уй, ниәт менән беректереп, изге эшкә ҡуҙғатҡан. Бөгөн дә бөтә башҡорт халҡына оран ташлар хәлдәр, яр ҡысҡырып иғлан итер хәбәрҙәр бар. Уларҙың иң-иң мөһимдәренең береһе - өйләнеү, ғаилә ҡороу, нәҫел-нәсәпте ишәйтеү.

Ишләнеү, түлләнеү зарурлығы

Халҡыбыҙҙы тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн беҙгә ишле лә, берҙәм дә булыу зарур. Ишләнеү, берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү булыу әүәл-әүәлдән хуп күрелгән. "Быларҙың беренән-бере батыр улдары, беренән-бере матур ҡыҙҙары тыуып ҡына торған, ти. Балалары, балаларының балалары ишәйеп китеп, бара-бара бер ауыл булған, ти", - тип, әкиәт һөйләр ине бабайым. Әкиәт түгел, тормош хәҡиҡәте булған был. Борон халҡыбыҙ ишле булғанға күрә Урал буйына таралып ултыра алған бит. "Урал батыр" эпосында был хаҡта бик асыҡ һүрәтләнә. Йәнә "Урал батыр"ҙа беҙгә фәһем булырҙай шундай һүҙҙәр бар: "Әжәлдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр; түл йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр". Бөгөн Урал батыр нәҫелдәренә нәҫелде дауам итеү өсөн түл йәйеү, үрсеү бик мөһим. "Башҡорттарым, артайыҡ, күбәйәйек!" - тип алғыш әйтер, оран һалыр саҡ, халҡыбыҙҙың аҙайыуынан ҡотолорға юл эҙләр, бергә ултырып яй эҙләр мәл. Әүәл иһә килен төшөргәндә, бала, ишле нәҫел көҫәп, ошондай теләктәр теләнгән:

Түлле, түлле, түлле бул,
Бүҙәнәләй түлле бул.
Иренмәһәң игеҙ тап,
Йыбанмаһаң, йыл да тап!

Йәки:

Ҡотло аяғың менән,
Еңел тояғың менән!
Ҡушағалар ҡушылып,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ,
Алты ҡыҙлы булығыҙ,
Ете уллы булығыҙ!

Ҡояш тыумаһа, таң атмаһа, донъяны ҡараңғылыҡ баҫыр; ҡатын-ҡыҙ түлләмәһә, бала тыумаһа, нәҫел ҡорор, халыҡ бөтөр. Тыуым ғына халыҡты йәшәртә, йәшәтә. Шуға ла халыҡ: "Ул тыуғанға көн тыуған. Ул тыуҙы - илгә тыу тыуҙы. Ул - һөйөнөс, ҡыҙ - ҡыуаныс", - тигән. Сөнки ул-ҡыҙ тыуыу ата-инәнең генә түгел, бөтә йорт-илдең ҡыуанысы ла. Бишек кенә - киң донъяға ишек. Бишек йыры, бала тауышы ишетелмәү - халыҡтың, милләттең фажиғәһе һәм әжәле яҡынайыуға ишара. Шуға ла теләк әйткәндә һис тартынмай: "Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ", - тигәндәр...

Һәр ҡатындың бала бағыуы яҡшы

Тормош ҡануны шундай: кеше тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалмай; ҡысҡырып, яр һалып донъяға килһә, әхирәткә тауышһыҙ-тынһыҙ ғына китә. Тыуымдан үлеме күбәйгән милләт тә тын ғына ҡараңғы донъяға юллана. Башҡорт халҡы өсөн үткән егерменсе быуат үтә лә хәүефле булды. Төрлө бәлә-ҡаза, үләт, һәләкәт үңәстән алды. 1897 йылдан һуң йөҙ йыл эсендә төрки халыҡтарынан ҡырғыҙҙар, төркмәндәр - 10, әзербайжандар - 6, үзбәктәр - 4, татарҙар - З тапҡырға артһа, башҡорттар ни бары 1,1 тапҡырға ғына күбәйгән. Хәл-торошобоҙ һис кенә лә ҡыуандырмай. Һуңғы ҡырҡ-илле йыл эсендә тыуым өс тапҡыр кәмегән.
Йорт-илдә яу юҡта, именлек мәлендә тыуымдан үлем арта. Бынан арыныуҙың, тереклек итеүҙән туҡталмауҙың әмәле фәҡәт үрсеү генә. Мәгәр быны төшөнөргә теләмәйбеҙ. Хәҙер хатта башҡорттар күмәк йәшәгән төйәктәрҙә биш-алты, ете-һигеҙ балалы ғаиләләр бик һирәк. Сәскәһеҙ, емешһеҙ ағас кеүек балаһыҙ ғаиләләр тормоштоң ҡотон ебәрә. Инәйҙәребеҙҙең ике баланы бергә иҫәплә, бер баланы юҡҡа иҫәплә, тигән аманаты хәтерҙәрҙән юйылды. Ә бит инәйҙәребеҙ күлдәктәрен йүргәк итеп, арыш икмәге имеҙеп, ете, һигеҙ, туғыҙ бала баҡты, ир бала - йортҡа терәк, ҡыҙ бала - өйгә биҙәк икәнен тәбиғәттән бирелгән булмыштары менән тойоп ғүмер кисерҙе, бер-береһенә, алғы итәгеңде бала баҫһын, арт итәгеңде мал баҫһын, тип теләк теләне. Хәҙер килеп, ҡәрҙәштәребеҙ: "Бала - донъя зиннәте", - тигән ил һүҙен онотто. Ахырызаман еткәндәй, баланан биҙеп, бәғзеләрҙең нәҫеле ҡорой, йәшәү ҡото бөтә.
Әйтерһең, еребеҙҙә йәндәрҙе биҙҙереп, Иблис тигән яуыз зат йөрөй. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә ҡорорға, тупылдатып бала табырға, һөйөргә ашыҡмай. Утыҙға еткәнсе һәм утыҙҙан ашҡансы буйҙаҡ йөрөгәндәр, яңғыҙҙар, тол ҡалғандар бихисап. Ауылдарҙа кәләш йәрәшә алмай ҡаңғырған, ни эшләргә белмәй аптыраған егет-елән, ҡала-ҡасабаларҙа кейәү таба алмай зарыҡҡан ҡыҙ-ҡырҡын иҫәпһеҙ. Улар бала баҡмай, ир-ҡатын бәхете татымай олоғая, ғүмер заяға үткәнде аңлағанда бәпес күрергә һуң була. Кеше ҡаны уйнап торған саҡта үҙен донъяға мәңгегә килгәндәй хис итә. Мәгәр үткән ғүмер - иҫкән ел кеүек кенә. Ул үкенесле булмаһа икән.
Егет-ҡыҙҙарыбыҙға йәш, матур саҡта иштәрен табып ҡушылыу фарыз. Милләтебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн үҙ милләт кешеһе менән парлашыу айырыуса мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ҡатнаш никахтар күбәйҙе. Ҡалаларҙа кейәү-кәләш башҡорт милләтенән булған парҙар ғәйәт аҙ. Был халҡыбыҙ яҙмышына - афәт. Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, башҡа милләт кешеһенә кейәүгә сыҡҡан һылыуҙарыбыҙҙың һәм уларҙың ҡыҙҙарын йәрәш-кән ир-егеттәребеҙҙең балалары башҡорт булмай. Шуға ла башҡорт йәштәрен бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыу, димләү, ҡушыу йолаһын киң даирәгә йәйелдереү зарур.
Шул да ныҡ борсолдора: үҙе өсөн йәшәү, үҙ мәнфәғәтен бала бағыуҙан өҫтөн ҡуйыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының да тормош рәүешенә әйләнде. Күбеһе бер бала табыу менән генә сикләнә, байтағы икенсеһен теләмәй, бик аҙы ғына өсөнсөһөн тыуҙырырға баҙнат итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғәмәлдә утыҙ йәшкә тиклемге ҡатындар (80 процент самаһы) бала таба. Утыҙҙан уҙғандар заман башҡа - заң башҡаға һылтанып, бәпес хәстәрен ауыр күрә, йөклөләргә сәйерһенеп ҡарай. Йәнәһе, хәҙер ғәҙәт икенсе, күп бала ҡатын-ҡыҙға хуш түгел. Ғаиләһеҙ, балаһыҙ кеше - бәхетле кеше тигән уй-ҡараш иң яман уй, халыҡ өсөн үлемесле сир. Унға бар, уңғансы бар, тиеү беҙҙең башҡорт йолаһы түгел һәм уның эҙемтәләре лә хәсрәтле.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 91

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru