«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘҒА МӘДХИӘ
+  - 

Совет осоронда ауылдың һәр йортонда тиерлек күпләп ҡаҙ көттөләр. Колхоздар гөрләп торҙо, ырҙында иген тау булып өйөлөп ятты. Эшкә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға биҙрәләп, итек ҡуңыстарына, кеҫәләренә тултырып, ем алып ҡайтып, йорт ҡош-ҡорттарын һыйлар ине. Хәҙер инде тынып ҡалған буш ырҙын янынан үткәндә эс боша, күңелде шом баҫа. Йылға буйында элек мыжғып торған ҡаҙ-өйрәктәр ҙә һирәк осрай.

Беҙгә бала саҡтан зоология дәрестәрендә ҡош-ҡорт, хайуандар нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән инстинкт, йәғни аҡыл-зиһенгә бәйләнмәгән, тәбиғәткә яраҡлаштырып һалынған программа буйынса йәшәй, тип уҡыттылар. Шулай ғынамы икән? Ҡаҙ көткән һәр кеше уларҙың бик аҡыллы, аралашыусан, таҙалыҡты яратҡан һөйкөмлө ҡош икәнен белә. Ҡаҙҙың хәтере һәйбәт, үҙ хужаһын таный, ихтирам итә. Улар ҙа беҙҙең кеүек тәбиғәт балалары. Эмоцияларын күрһәтә - асыулана, ҡурҡа, аптырай беләләр. Ҡаҙҙар бик ҡайғыртыусан ата-әсә: бәпкәләрен яраталар, ҡурсалайҙар, һаҡлайҙар. Инә ҡаҙ яңы тыуған бәпкәләрен эйәртеп, ояһынан сыҡҡас, түҙемлек менән көтөп йөрөгән ата ҡаҙҙың, ҡысҡырып йүгереп килеп, муйындарын дуғаландырып, ҡанаттарын йәйеп ебәреп, инәһе-бәпкәләре тирәләй тыпылдап түңәрәтеп бейегәнен күргәнегеҙ барҙыр.
Ә йомортҡалары серетке булып, бәпкәһеҙ мәхрүм ҡалған ҡаҙҙар бик моңһоу, күңелһеҙ, ҡыҙғаныс күренәләр. Ситтән генә башҡа ҡаҙҙарҙың бәпкәләрен күҙәтәләр. Ата-инәһе үлән сүпләп, саҡ ҡына иғтибарын юғалтҡан арала, әкрен генә барып, ситкәрәк киткән бәпкәне әүрәтеп, үҙ арттарынан эйәртеп, урлап алып китеүҙәре лә бар. Ата-инәһе был хәлде ваҡытында күреп ҡалһа, ата ҡаҙ ҡысҡырып, бурға ташланып, бәпкәһен кире ҡайтарып ала. Үткән йыл баҙарҙа, ҡаҙ бәпкәләре һатыусыларҙың машинаһы янына килеп, ике ҡаҙҙың ҡысҡырып бәпкә даулап йөрөгәндәрен күрергә тура килде. Ҡаҙҙарҙы ҡыуып ебәрәләр, улары кире әйләнеп килә.
Ҡаҙ яңғыҙлыҡты ауыр кисерә. Ә инде тоғролоҡҡа килгәндә, был ҡош кешегә үрнәк булырлыҡ. Ошо турала ҡыҙыҡлы һәм ғибрәтле бер хәлде яҙып үтмәксемен. Ун биш йылдар элек Остап һәм Машка ҡушаматлы татыу пар ҡаҙҙар көттөм. Яҙ көнө, тамағына берәр нәмә тығылдымы, инә ҡаҙ ашай алмай, ятып үлде. Остап ҡар иреп бөткәнсе шым ғына ояһы янында ятты. Ҡар ирегәс, үлән сүпләргә урамға, йылға буйына сыға башланы. Минең күршеләрҙең дә пар ҡаҙҙары бар ине. Шул яҙҙа тағы бер инә ҡаҙ һатып алып ҡайттылар. Ата ҡаҙҙары яңы инәһен яратманы, суҡып, урамға ҡыуып сығарҙы. Үгәйһетелгән инә ҡаҙ ҡапҡа алдында яңғыҙы ултырыр ине. Минең яңғыҙ ҡалған Остап башта күрше ҡаҙға иғтибар бирмәне. Аҙағыраҡ, иртән урамға сыҡҡас, ҡаңғылдашып, бер-береһен сәләмләй, унан бергә йылғаға йөрөй башланылар. Ҡаҡылдап, туҡтауһыҙ нимәлер һөйләшәләр. Кис Иҙел буйынан ҡайтҡас, Остап башта дамаһын ҡапҡаһы төбөнә тиклем оҙатып ҡуя, унан ҡайтып, ҡысҡырып, ҡапҡа астыра.
Көҙ ҙә етте. Ғәҙәттәгесә, ҡараңғы төшөүгә, тышта ҡаҙ ҡысҡырған тауыш ишетелә. Сығып ҡапҡа асам. Ҡаҙыбыҙ инергә ашыҡмай, ҡапҡа артына һонолоп ҡарап, кемделер саҡыра. Мин сығып, ҡапҡа артын ҡарайым. Унда, оялғандай башын ситкә бороп, күрше инә ҡаҙ йәшеренеп тора. Ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып, ситкәрәк китеп күҙәтеп торам. Мин юғалғас, ҡаҙҙар башта ҡапҡа тышынан муйындарын һоноп, кеше юҡмы, тигәндәй, ишек алдын байҡап сыҡтылар, унан эскә уҙып, алдан әҙерләп ҡуйған емде ашай башланылар. Икенсе көнөнә күстәнәс тотоп, күршеләргә инеп, хәлде аңлатып бирҙем. "Үҙҙәре килешеп ҡушылғас, айырып тормайыҡ инде", - тип, миңә ҡаҙҙарын һатырға булдылар. Киләһе йылына улар күп бәпкә сығарып, ҡарап үҫтерҙеләр. Шул көҙҙә ишек алдында ҡунған ҡаҙҙарға төндә көҙән һөжүм итә. Ата ҡаҙ ояһын һаҡлап, йыртҡыс менән алышып һәләк булды.
Уҙған йыл Иҫке Собханғол ауылында, Ағиҙелдең аръяҡ яр сите буйлап туңмай ҡалған ерендә, иптәштәренән айырылып, көньяҡҡа осоп китә алмай ҡалған мөхәббәт символы - яңғыҙ аҡҡош бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Ошо яңғыҙ аҡҡош яҙмышын уртаҡлашып, уға иптәшкә ябай йорт ҡаҙының барып ҡушылыуы барыһын да ҡыуандырҙы. Ҡаҙ яҙ еткәнсе аҡҡоштан айырылманы. Сумып, бергә ылымыҡ ашайҙар, боҙға сығып ултырып, ҡауырһындарын таҙарталар. Яҙ сыҡҡансы бөтә Бөрйән халҡы ҡоштарҙың яҙмышы өсөн янып йәшәне. Уларҙың бергә иҫән-һау яҙ сығыуы барыбыҙ өсөн дә оло ҡыуаныс булды.

Заһир ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Бөрйән районы.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru