«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИМТИХАНДАР, ИМТИХАНДАР...
+  - 


Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларын көткән имтихандарҙың үҙенсәлеге тураһында һөйләне. "2023 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыуҙың ойоштороу-технологик тәьминәте һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса республика тарафынан ҡабул ителгән барлыҡ сараларҙы һәм санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тотоп, имтихандарҙы штаттағы режимда уҙғарыу ҡарала, бының өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған", - тип билдәләне министр.

БДИ-2023

Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро 26 майҙан башлана. Ул география, әҙәбиәт һәм химия буйынса һынауҙар менән асыла. Тәүге мотлаҡ тапшырыла торған предмет - рус теле буйынса уҡыусылар 29 майҙа һынау тотасаҡ. БДИ-ның икенсе мотлаҡ предметынан, нигеҙ һәм профилле математиканан имтихан 1 июндә үтә. Рус теленән имтихан 3,5 сәғәт, профиль математиканан - 3 сәғәт 55 минут, нигеҙ математиканан - 3 сәғәт дауамында барасаҡ. Тарих һәм физика буйынса имтихандар 5 июндә, йәмғиәтте өйрәнеү - 8 июнь, биология һәм сит телдәрҙең яҙма өлөшө буйынса - 13 июнь көнө уҙғарыла. Ғәҙәттәгесә, информатика һәм ИКТ, шулай уҡ сит телдәрҙең "Һөйләү" өлөшө буйынса һынауҙарға икешәр көн бирелә. БДИ-ның сит телдәрҙән "Һөйләү" өлөшө 16 һәм 17 июндә, информатика һәм ИКТ - 19 һәм 20 июндә үтә. Былтырғы кеүек үк, ун беренсе синыф уҡыусыларына ҡулдарына аттестат алыу өсөн 2 мотлаҡ предмет буйынса имтихан тапшырыу ҙа етә.
БДИ тапшырыусылар араһында иң популяр предметтар профиль математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Шулай уҡ информатика һәм ИКТ, биология, физика, химия һәм тарих күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Айбулат Хажин әйтеүенсә, быйыл республикала урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт имтихандарында (11-се кластар) 16183 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Шулар араһында быйыл уҡыуҙы тамамлаусылар - 15020, алдағы йылдарҙа уҡып бөткәндәр - 1017, колледж студенттары - 132 һәм 10 унынсы класс уҡыусыһы, 20 үткән йылдарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тамамлап бөтмәгән, 1 сит ил гражданы. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан Башҡортостанға күсеп килгән өс 11-се класс уҡыусыһы һәм ете 9-сы класс уҡыусыһы өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы теләк буйынса аралаш аттестация формаһында уҙғарыласаҡ. 2023 йылда барлығы 157 БДИ ҡабул итеү урыны әҙерләнгән.

ТДИ-2023

9-сы класты тамамлаусылар 24 майҙан уҡ Төп дәүләт имтихандары тапшыра башлаясаҡ. Имтихандар ғәҙәттәгесә уҙғарыла, йәғни уҡыусыларға аттестат алыу өсөн 4 имтихан тапшырыу кәрәк: рус теле, математика һәм үҙе һайлаған ике предмет буйынса. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырырға теләгән 42411 уҡыусы теркәлеү үткән, шулар араһынан Төп дәүләт имтиханын 39226 уҡыусы бирәсәк, ә ҡалғандар дәүләт сығарылыш имтиханы һынауҙарын үтә. Төп дәүләт имтиханында йәмғиәтте өйрәнеүҙе уҡыусыларҙың 47 проценты, информатиканы - 42, географияны - 32, биологияны - 19, физиканы - 11, химияны - 9,9, тарихты 2,7 проценты һайлаған. 9-сы кластар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу маҡсатында барлығы 391 имтихан ҡабул итеү урыны әҙерләнгән.

БДИ-2023 яңылыҡтары

Буласаҡ имтихан кампанияһының яңылығы - имтихандар тапшырыу пункттарына дискыларҙа тикшереү-үлсәү материалдарын тапшырыуҙан баш тартыу. Быйылдан башлап барлыҡ имтихан материалдары имтихан тапшырыу урындарына Тест буйынса һынау федераль үҙәгенән һаҡланған бәйләнеш каналдары буйынса имтихан көнөндә ебәреләсәк. "Был мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренә эләгеүҙән һаҡлаясаҡ", - тип билдәләне Айбулат Хажин. Ул шулай уҡ имтихандар барышын контролдә тотоу өсөн республикала 100 урынлыҡ өс ситуация үҙәге эше ойошторолоуы, 300-ҙән ашыу йәмәғәт онлайн-күҙәтеүсеһе уҡытылыуы, 1500 мең тирәһе кеше аккредитация үтеүен телгә алды.

Имтихандарға үҙең менән нимә алырға ярай һәм ярамай

БДИ тапшырғанда үҙең менән мотлаҡ алырға кәрәк әйберҙәр исемлегенә ҡара төҫлө ҡараламалы ручка һәм паспорт ҡына инә. Шулай уҡ ярлыҡһыҙ шешәләге һыу, тәғәмләп алырға ризыҡ - мәҫәлән, шоколад алырға мөмкин. Һаулыҡҡа кәрәкле дарыуҙарҙы үҙең менән алыу ҙа рөхсәт ителә. География, химия, физика буйынса имтихан тапшырғанда калькулятор, математика, география һәм физикаға - линейка индерергә була. Дәүләт имтихандарына уҡыусыларға үҙе менән ниндәй ҙә булһа ҡағыҙға яҙылған иҫкәрмәләр, смартфондар, фото-, аудио- һәм видеоаппаратура, флешка, белешмәләр һәм китаптар, шулай уҡ программалап булған калькуляторҙар алыу тыйыла. Шулай уҡ БДИ тапшырған осорҙа урындан урынға күсеп ултырыу, башҡа ҡатнашыусылар менән аралашыу рөхсәт ителмәй.

БДИ һөҙөмтәләрен ҡайҙан белергә?

Башҡортостанда Мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк үҙәге тарафынан федераль системаға оҡшатып эшләнгән ГИА-11 һөҙөмтәләре менән танышыу мәғлүмәти сервисы бар. Сервистың ҡулланыусылары үҙенең имтихан эштәре өлгөләрен БДИ тапшырған йылда ғына түгел, унан һуң тағы 4 йыл дауамында асып ҡарай ала. Бынан тыш, ГИА-11 сервисы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы-11 һөҙөмтәләре менән риза булмаған осраҡта шәхси кабинет аша электрон форматта апелляция йүнәлтеү мөмкинлеген дә бирә. Апелляцияларҙы ҡарау һәм республика конфликт комиссияһы ағзалары эшмәкәрлеге БДИ ҡатнашыусылары менән дистанцион бәйләнеш булдырып уҙғарыла.

Сығарылыш кисәләре ҡасан үтә?

Сығарылыш уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырауҙар быйыл 22 йәки 23 май көндәрендә яңғыраясаҡ. Туғыҙынсы класс уҡыусыларына аттестаттар тапшырыу тантанаһы 23 июнгә, ун беренсе синыфтарға - 24 июнгә тәғәйенләнгән.

Бюджет урындар

2023 йылда төбәк вуздары абитуриенттарына 13541 бюджет урын бүленгән. Тимәк, республиканың 11-се класс уҡыусыларының 90 проценты бюджет урынға дәғүә итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары өҫтәлмә квоталарҙы иҫәпләмәгәндә 13465 абитуриент ҡабул итте.

100 балл йыйыусыларға түләүҙәр

Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 2021 йылдан Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйыуға өлгәшкән һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ҡатнашыусыһы булған республика вуздарына уҡырға ингәндәргә 150 мең һум күләмендә премия түләнә. 2022 йылда бындай түләүҙәрҙе 25 сығарылыш уҡыусыһы алған. БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл алған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла 50 мең һум күләмендә премия түләнә. 2022 йылда бындай өҫтәлмә аҡсаны 65 уҡытыусы алған.
Сығарылыш уҡыусыларының дәүләт аттестацияларына ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар буйынса ҡыҙыу линия: +7 (347) 218-03-81 һәм 218-03-28 (эш ваҡыты - иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем).


"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 106

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru