«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАНЫ ЙӘЙГЕЛЕККӘ КЕМГӘ ЕБӘРЕРГӘ
+  - 


Ҡыҙыҡ, әммә беҙҙең йәмғиәттә балаһын каникулға ебәрер ере булған кешеләр иң бәхетлеһе иҫәпләнә. Анығырағы - ебәрер кешеһе булған. Һәм бында, тәү сиратта, олатайҙар менән өләсәйҙәр күҙ уңында тотола. Хатта был берҙән-бер вариант тигәндә лә була. Баланың ата-әсәһенән оҙайлы айырылып тороуы дөрөҫмө? Ошолай оҙайлы айырылышып тороу кем өсөн кәрәгерәк - бала өсөнмө, әллә атай һәм әсәй өсөнмө? Ошолар тураһында психолог Гөлнара МОСТАФИНА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Мәктәптәрҙә уҡыу йылы аҙағына яҡынлашып килә, тиҙҙән йәйге каникулдар етәсәк. Әсәй һәм психолог булараҡ, баланы ауылға ҡайтарып тороуға нисек ҡарайһығыҙ?

- Бер ваҡиға иҫкә төшә. Оло ғына бер апай менән һөйләшәбеҙ. "Йәй етә, каникулда ни эшләргә уйлайһығыҙ?" - ти. Уның балаларҙы һорауы аңлашылып тора бит инде. "Уҡыуҙың тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөйҙәр, ауылға, өләсәйгә китәбеҙ", - тейем. "Ыста! - тип аптырап китте апай кеше. - Әсәйеңде йонсотоп, нимә тип балаларыңды унда алып барып ташлайһың?"
Өләсәләренең әле йәш булыуын, ейәнсәрҙәрен һағынып көтөп тороуын, балаларҙың да "өләсәйгә барабыҙ" тип атлығып тороуын, ике үҫмер һеңлемдең уларға күҙ-ҡолаҡ икәнен, үҙебеҙҙең дә бесән ваҡытында унда барырыбыҙҙы һөйләп-һөйләп тә, бер нисек тә аңлата алманым. Ул үҙенең фекерендә ҡалды, мин - үҙемдекендә. Хәҙер уйлайым, әгәр балаларымдың өләсәһе ошо апай булһа, моғайын, йәй буйына түгел, бер аҙнаға ла ҡалдырмаҫ инем. Уның һалҡынлығын тойоп, балаларҙың да ҡалғыһы килмәҫ ине...
Йәйге каникулдарға, ысынлап та, аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Күп атай-әсәйҙәр борсола башлағандыр ҙа инде. Ни тиһәң дә, йылдың иң матур, иң көтөп алынған миҙгеле оҙон, ә отпуск бер ай ғына. Баланы ҡала йортоноң дүрт стенаһына бикләп ултыртып ҡуйып булмай бит. Күптәр өйрәнелгән ғәҙәт буйынса ауылды, өләсәһе менән олатаһын күҙ алдына килтерәлер. Эйе лә баһа! Көнө буйы саф һауала уйнау, тәбиғәткә яҡын булыу, тәмле тәбиғи ризыҡ менән туҡланыу, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, бесәй-эт менән булыу... Ауылға ебәргеһе килеп тә, икеләнеп ҡалғандар ҙа барҙыр.
Ысынлап та, баланы йәйгелеккә ауылға ебәрергәме, юҡмы? Әлбиттә, ебәрергә! Тик, башта әйтеп үтеүемсә, өләсәй бәләкәстәр менән ваҡыт уҙғарырға, уларҙы ҡарарға, тәрбиәләргә әҙер булһа ғына. Шулай уҡ, әлбиттә, баланың теләген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Сөнки ул өйрәнелгән мөхиттән, дуҫтарынан, ата-әсәһенән айырылып, оло кеше янында йәшәргә атлығып тормаҫҡа ла мөмкин. Шуға ла был мәсьәлә атай-әсәйҙең генә теләгенән тормай, ике яҡты ла тыңлау мөһим.

Йәйҙе ауылда үткәреүҙең ыңғай яҡтары ниндәй?

- Улар бик күп. Тәү сиратта, бала ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ. Ейәндәре тураһында хәстәрлек күреүҙе өләсәй бурысы һанаясаҡ, иңендә яуаплылыҡ тоясаҡ, шуға ла бәләкәстең тамағы туҡ, йылы кейенгән, һәр аҙымы контроль аҫтында буласаҡ. Бала үҙенең тиҫтерҙәре, ата-әсәһе, уҡытыусылар менән генә түгел, төрлө йәштәге кешеләр менән дә аралаша белергә тейеш. Ә өләсәй менән олатайҙың тормош тәжрибәһе бик ҙур, шуға ла үҙҙәре янында өйөрөлгән ейән-ейәнсәрҙәренә бирәһе кәңәштәре лә, өйрәтәһе шөғөлдәре лә күп уларҙың. Атай-әсәйҙән айырылып тороу баланы үҙаллылыҡҡа ла өйрәтәсәк. Күптәргә ошолай атай менән әсәйҙән айырым йәшәп тороу оҡшай ҙа. Торғас, урыныңды йыйыштырып ҡуйыу, өҫ-башыңды ҡарап йөрөү, олатай-өләсәйгә ярҙам итеү һ.б. - балаларға үҙҙәрен өлкән итеп хис итергә мөмкинлек бирә. Балалар - һеҙҙән, һеҙ уларҙан бер аҙ ял итеп алыу ҙа файҙаға ғына. Бер-береңде һағыныу, ҡәҙерләргә өйрәнеү хистәре айырылып торғанда барлыҡҡа килә.

Кире яҡтарына күҙ һалғанда?

- Күп ваҡытта өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәрен артыҡ иркәләтеп ташлай. Ваҡытында үҙ балаларына биреп еткермәгән һөйөүҙе, иғтибарҙы хәҙер өләшергә теләй улар. Теләгәненсә йоҡларға рөхсәт итеү, тәмле-татлынан өҙмәү, "һайт" тигәненә "тайт" тип тороу, әлбиттә, яҡшы, әммә бының кире яҡтары ла бар бит әле. Шулай уҡ үҙҙәре лә аңламайынса бала алдында атаһы менән әсәһенең абруйына хилафлыҡ килтерергә мөмкин. Әйтәйек, һәр ғаиләнең үҙ ҡағиҙәләре бар: сәғәт 10-дан да ҡалмай йоҡларға ятырға, көнөнә нисәлер сәғәт китап уҡып, шөғөлләнеп алырға, чипсы кеүек зарарлы аҙыҡтарҙы ашамаҫҡа. Бәләкәстәр бик оҫта манипуляторҙар. Ул йәһәт кенә өләсәһенең ышанысын яулап аласаҡ һәм үҙенсә эшләтәсәк. Тиҙҙән өләсәй кеше лә уныңса уйлай башлай. Ысынлап та, 12-лә йоҡларға ятһа, ни булған? Йәйгеһен бала ял итергә тейеш, уҡыуҙар башланғас та дәрестәр менән баш ҡатырырға өлгөрөр әле! Чипсыны ни, бөтәһе лә ашай инде. Унда-һанда алғандан ни булыр тиһең һ.б.
Ауылдарҙа хәҙер балалар әҙ, шуға ла бәләкәс кешегә күңелһеҙ булырға мөмкин. Өлкәндәрҙең, эш мәшәҡәттәренән арынып, улар ыңғайына уйнап ултырырға ваҡыттары ла юҡ.

Бала нисә йәштән бындай оҙайлы айырылышыуға әҙер?

- Алты йәштән һуң баланы ҡайҙалыр айырым ебәрергә кәңәш итә психологтар. Әгәр өләсәй менән олатай йәш икән, күберәген өйҙә торһалар, бала ыңғайына йөрөргә ваҡыттары бар икән, әлбиттә, бөтөн каникулға ҡалдыра алаһығыҙ. Шулай ҙа, әгәр әсәй-атайығыҙ оло йәштә булһа, баланы йәй буйына уларҙың елкәһенә һалып ҡуйыу бик үк дөрөҫ түгел. Ни өсөн тигәндә, бала ҡарау ул үҙе бер эш, ҙур яуаплылыҡ, йөкләмә. Ауылда донъя мәшәҡәттәре лә етерлек бит әле. Был осраҡта иң оҙағы бер айға ҡалдырыу һәйбәтерәк. Ул ваҡыт эсендә бала үҙе лә әсә-атаһын, дуҫтарын, тыуған өйөн һағынып өлгөрә, өләсәй менән олатай ҙа ейәндәрен яратып танһығы ҡана.
Ауылға ебәрер булһағыҙ, әлбиттә, бала үҙенең эштәрен аныҡ белергә тейеш: өләсәй менән олатайға йорт эштәрендә, әйтәйек, һауыт-һаба йыуырға, өй йыйыштырырға, ҡош-ҡорт ҡарашырға, мал-тыуар алып ҡайтышырға ярҙам итергә, уларҙы тыңларға, ҡаршы һүҙ көрәштермәҫкә, ял итергә ҡамасауламаҫҡа һ.б.
Өләсәй һәм олатай менән дә баланың ашауы, көн режимы тураһында һөйләшеп-фекерләшеү ҡамасауламай. Әйтәйек, баланың ниндәйҙер аҙыҡҡа аллергияһы булырға мөмкин. Ул саҡта ниндәй дарыуҙар бирергә улар алдан белеп торһа яҡшы.

Шулай итеп...
Баланың йәйҙе ауылда үткәреүенән бер зыян да юҡ, бында тик бер шартты онотмаҫҡа кәрәк - өләсәй менән олатай быға ысынлап та шат булырға тейеш. Был ҡарар баланың һәм өләсәй менән олатайҙың йәшен, йәш һәм оло кешенең теләген, һаулығын, хәлен иҫәпкә алып, шәхсән хәл ителһен. Сөнки балағыҙҙы ла, атайығыҙ менән әсәйегеҙҙе лә үҙегеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙ. Матур миҙгел барыһының да хәтерендә йылы тойғолар менән иҫкә төшөрөрлөк булһын һәм, әлбиттә, киләһе йәйҙә тағы ла ҡабатларға кәрәк тигән теләктәрҙе уятһын.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 122

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru