«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 5
+  - 


Артель эшенә һаман кеше етешмәгәс, быйыл әсәйемә өс тонна бесән эшләп бирергә задание һалдылар. Ул тиклем бесәнде нисек эшләмәк кәрәк, тип әсәйем тәүҙә бик борсолғайны, шунан, илгә килгән ауырлыҡты иң менән күтәрергә тура килә инде, тип Йәноҙаҡ бабайҙан бер бәләкәйерәк салғы һаплатып, тапатып алып ҡайтты.
- Ҡыҙым, быйыл һиңә әкренләп бесән сабып өйрәнергә тура килер инде, - тине апайыма. - Хәл ҡәҙәрлем ярҙам итерһең. Йыйышырға быйыл Кинйәбайыбыҙ ҙа ныҡлап йөрөр. Кеше ыңғайына ҡыштырҙарбыҙ әле шунда.
Тик миңә бесән сапҡан мәлдә лә өйҙә ятырға тура килмәне.
Әсәйем менән апайым тәү башлап бесәнгә китергә йыйынып йөрөгән көндө беҙгә һуҡыр Шәһит әллә ниндәй ят ҡешене эйәртеп килеп инде. Күпер аҫтында булған хәлдән һуң Шәһиткә бик үк ҡатнашып бармай инем мин. Атаһын ауыл Советына председатель итеп ҡуйғандан бирле танауын күтәреп йөрөгәнгәме, хәҙер бигерәк яратмайым. Әле лә ана, өй эсенә әллә кемдәй күҙ йүгертеп сыҡты ла, миңә әйләнеп тә ҡарамай, әсәйемә һүҙ ҡушты:
- Хәтирә апай, бынау ағайҙар ос һәнәге эҙләй. Һеҙҙең һәнәгегеҙ барыбер тик торалыр тип атайым ебәргәйне. Улар ялан яғынан бесән эшләргә килгән. Бойҙай оно биреп һатып алабыҙ, тиҙәр.
Сикәһен һаҡал баҫҡан, етек сәсле кеше, берсә әсәйемә, берсә Шәһиткә ҡарап:
- Үҙегеҙгә кәрәкмәгәс, һатһағыҙ арыу булыр ине, - тип һүҙгә ҡушылды. - Хаҡына тормаҫ инек. Сиңкә кеүек бойҙай оно бирәбеҙ.
Әсәйем был көтөлмәгән тәҡдимдән тәүҙә аптырабыраҡ ҡалғайны шикелле. Шунан, эшенән туҡтап, урындыҡ ҡаҙнаһына терәлде лә, эйәген усына терәп, ауыҙын бөрөштөрҙө. Белеп бөткәнмен, ул уйланған саҡтарында гел шулай итә.
- Әлләсе, кәрәкмәгәс, тип... Аталары үлде шул... Хәҙер өй ҡыйығында тора ана... - тип һүҙҙәрен өҙә-йолҡа һөйләнде. - Кеше алып торғолай.
- Һат һин уны, ҡәрендәш. Ярты бот бойҙай оно бирәм, - ят кеше үҙ хаҡын әйтеп, ныҡлап һатыулаша башланы.
Ошонан аҙаҡ ҡына мин аңыма килгәндәй булдым. Хатта тертләп киткәндәй иттем. Әсәйем ос һәнәген һатып ебәрһә, уның менән ошо һаҡалтай, йәмһеҙ кеше кәбән ҡойоп йөрөрмө икән? Ос һәнәге тормағас, өй башы ла бушап, етемһерәп ҡалыр инде. Ә мин, ҙурайғас, шул һәнәк менән атайым кеүек үк матур итеп кәбән ҡойорға хыялланған булам тағы... Ни әйтер икән тип, әсәйемдең ауыҙына ҡарап ҡатҡанмын. Ул өҙә генә һөйләшергә ҡабаланмай. Йә, килешәйек, тигән һымаҡ миңә ҡарағас, әйтте: - Ҡомартҡы һымаҡ итеп тота инем дә... Улым да үҫеп килә.
Эсемә йылы инеп ҡалды. Үҙем дә һиҙмәҫтән:
- Үҙебеҙгә кәрәгер, әсәй, - тип әйтеп һалдым. Ошонан аҙаҡ ҡына Шәһит миңә боролоп ҡараны, һыңар күҙе менән мыҫҡыллы йылмайғандай итте.
- Һиңәме? Һин кәбән ҡойғанса әле, сыҡмаған ағас үҫеп, һәнәк алырлыҡ булыр.
Уның был һүҙҙәре мине оторо ярһытып ебәрҙе, өйҙә ят кеше барын да онотоп:
- Ә һинең ни ҡыҫылышың бар? Ана, үҙегеҙҙекен һатығыҙ! - тип ярһыным да киттем.
- Беҙҙеке атайымдың үҙенә кәрәк, - Шәһит һаман телен бирмәй.
- Ҡуйығыҙ әле, балалар,- ти әсәйем асыуланмай ғына, - ололар һөйләшкәндә тик кенә тороғоҙ. - Шунан ят кеше яғына боролдо. - Он да кәрәк инде ул.
- Знамы кәрәк, - уның һүҙен ят кеше эләктереп алды. - Хәҙер ана баҙарҙа он хаҡы тағы ла күтәрелде.
Аҙаҡҡы ике ауыҙ һүҙ әсәйемдең икеләнеүен бөтөнләй бөтөрөр, бына хәҙер, ярар, алығыҙ инде әтеү, тип әйтер һымаҡ тойолдо. Атайымдың ос һәнәген әллә кемдәр ҡулына биреп ебәрерме? Миңә шул һәнәк менән, исмаһам, бер кәбән дә ҡойорға тура килмәҫме икән ни? Ни әйтергә лә белмәйем. Тәнемде әллә ниндәй көсөргәнеш ҡалтырата, күҙемә йәш төйөлә. Башымды күтәреп, әсәйемә ҡарағайным, күҙҙәребеҙ осрашты. Әсәйем ниҙер әйтергә йыйынған еренән тыйылды, эйәген тағы усына терәне. Шул саҡ ишектә Йәноҙаҡ бабай күренде.
- Әле иҫәнме, Хәтирә килен. - Шунан ят кешегә өндәште. - Бәй, ҡорҙаш, һин бындамы ни?
- Бына килгәйнем дә... Ҡәрендәштә ос һәнәге бар икән, шуны һатмаҫмы тигәйнем.
- Ә-әәә... - Йәноҙаҡ бабай һаҡалын һыпырҙы, әсәйемә һораулы ҡараны.- Үҙең, килен, ни тинең һуң?
- Әллә... бер ни тип тә әйтмәнем әле. Он бирәбеҙ тиҙәр ҙә...
- Он да кәрәк инде, - Йәноҙаҡ бабай әсәйемә, унан миңә һынаулы ҡараш ташлай.
- Һәнәк кәрәкмәйме ни? Атайымдың һәнәге... - Шулай тинем дә аҫҡа төбәлдем, күҙгә тағы йәш төйөлә башланы.
- Күрәһеңме, ҡорҙаш, - быныһы Йәноҙаҡ бабай тауышы, - егет булаһы кешенең атай ҡомартҡыһын биргеһе килмәй. - Мин башымды ҡалҡытып, Йәноҙаҡ бабайға өмөт менән ҡарайым. Ул иһә: - Хәтирә килен, һатыулашып торма инде ос һәнәгеңде, улыңа кәрәк булыр, - тине, бүтәнсә һүҙ оҙайтмаҫлыҡ итеп, киҫә генә. Үҙ һүҙен нығытырға теләгәндәй, өҫтәне: - Ҡомартҡыны һатып алып булмай уны.
- Әб-бә... Беҙ ни эшләрбеҙ икән һуң? - тип етек сәсле елкәһен тырнаны Шәһит менән килгән ят кеше.
Йәноҙаҡ бабайымды ҡосаҡлап алырҙай булдым мин ошо мәлдә. Атайымдың ос һәнәген сит-ят ҡулдарҙан тәки ҡотҡарҙы бит.
- Атайым, һатырҙар, тигәйне, - быныһы - ишек төбөндә торған Шәһит һүҙ ҡыҫтыра. Йәнәһе, атаһы сельсоветта ултырғас, уның һүҙе һүҙ булырға тейеш.
Йәноҙаҡ бабай уға аптыраған һымаҡ ҡараны. Әллә быға тиклем күрмәгән иңде.
- Туҡта әле, һинең атайыңдың ул һәнәктә ниндәй ҡыҫылышы бар?
Соландан Шәһиттең: "Уныһын үҙенән һора",- тип һөйләнгәне ишетелде. Йәноҙаҡ бабай башын сайҡаны ла ят ағайға табан шыуыбыраҡ ултырҙы.
- Һин, Нажар, борсолма. Һәнәкте табырбыҙ уны, үҙем табышып бирермен, - тип ғәҙәтенсә һәр һүҙен үлсәп кенә һөйләргә тотондо ул. - Бына әле лә һеҙгә ярҙам хәстәрләп ингәйнем бында. Күбә тарттырғанда ат башында йөрөргә малай кәрәк, ти инең бит. Берәүһенә ана минең малайҙы алырһың, икенсеһенә бына Хәтирә килендең улы бар. Килен, ишетәһеңме, Кинйәбайыңды ҡоҙалап ултырам даһаң. Берәй аҙнаға ана беҙҙең Әхәт менән бына быларға күбә тарттырырға барһын. Буштан-буш түгел, ашатҡандан тыш, көнөнә бер карауай икмәк бирәбеҙ, тиҙәр.
- Әлләсе, үҙе нимә тиер икән. Кинйәбай, бараһыңмы?
Әсәйемдең һорауы ос һәнәге тураһында булған һүҙҙән аҙаҡҡы болоҡһоуымды ҡапыл баҫты. Үҙем хаҡында һүҙ барғанда ниңә иҫһеҙ кеше һымаҡ ултырам әле мин? Һис ни уйлап тормаҫтан:
- Барам, - тип ризалыҡ биреп тә ҡуйҙым.
- Әйҙә, ҡорҙаш, һиңә һәнәк табайыҡ инде, - тип Йәноҙаҡ бабай урынынан торҙо. Шунан әсәйемә ҡарап өҫтәне. - Килен, һин борсолма. Былар - минең таныштар, бик һәйбәт кешеләр.
- Ярар-ярар, ҡайнаға, әйтеүеңә рәхмәт, барыр, - тип әсәйем дә урынынан ҡуҙғалды. Ул миңә ваҡ-төйәк әҙерләргә тотондо. Йөн башалтай, апайым кейеп иҫкерткән, бер һыңарының табаны ҡуба биреп торған ботинка, таҙа күлдәк алып бирҙе. - Барып төшкәс тә кеше күҙенә ҡарап ултырмаҫһың, - тип күкәй бешерергә ултыртты. Үҙе, мине бик оҙон юлға оҙатҡандай, аҡылын өйрәтеп өйрәтә.- Улар унда ҡыуышлап яталыр инде. Аҫтығыҙға бесәнде күберәк түшәгеҙ, йылыраҡ булыр. Төндә бишмәтеңде кейеп ят, Уҡлытау һыртында таң һыуығы һәләк ныҡ төшә торған. Яланаяҡ йөрөмә, йыланға-фәлән баҫып ҡуйырһың. Көнлөккә икмәк бирәбеҙ, тип әйтәләр, ти бит. Кәрәк таштың ауыры юҡ, бына бынау ыҡсымыраҡ тоҡто ал, икмәкте шуға һалып апҡайтырһың. Ипләп кенә йөрө инде, атыңдан ҡолап төшөп, имгәнеп ҡуйма...
Уның әйткәндәрен ихлас ҡына тыңлай инем, аҙаҡҡы һүҙҙәре һарыуыма тейҙе.
- Һәй, ат менгәнем юҡмы ни! - тинем артыҡ иҫем китмәй генә.
- Улай тимә, улым. Юҡтан ғына була ул, һыбай йөрөп өйрәнеп бөткән кеше лә осоп ҡала... Һәр эштең үҙ яйы бар.
Әсәйемдең был киҫәтеүе мине барыбер өркөтмәне. Сөнки туйғансы ат менеп йөрөү минең күптәнге хыялым ине. Икенсенән, Әхәткә менгәшеп булһа ла, Йәноҙаҡ бабайҙың атын тышарға, эсерергә йөрөгән бар бит инде. Ул ҡәҙәрем бер ни күрмәгән кешеме ни мин?!
Әсәйем менән апайым, салғыларын күтәреп, бесән сабырға, ә мин, ваҡ-төйәк һалынған тоғомдо алып, Йәноҙаҡ бабайҙарға - Әхәт эргәһенә киттем. Был минең, хәтеремдә ҡалыуынса, тәү тапҡыр әсәйемдән башҡа юлға сығыуым, улай ғына ла түгел, кәсеп итергә китеүем ине.
Барһам, ҡапҡа төптәрендә Йәноҙаҡ бабай әлеге Нажар тигән кеше менән һөйләшеп тора, икеһенең дә йөҙөндә борсолоу күренгән һымаҡ.
- Кәбәнде ос һәнәкһеҙ ваҡ-ваҡ итеп тә ҡойор инек. Ҡышын һеҙҙең яҡта ҡар ҙур була бит, көрт баҫып бөтөр. Унан, алырға килгәс, бесәнеңде эҙләп тә таба алмаҫһың, - ти Нажар, һаҡал төгө баҫҡан эйәген шытырҙатып тызый-тызый.
- Бесән ваҡыты булғас, һәнәк һәр кемдең үҙенә кәрәк шул. Ә-б-бәә, ни эшләп ҡарарға икән? - Йәноҙаҡ бабайҙың да танышына һәнәк табып бирә алмағаны өсөн эсе боша, ахырыһы. Ул миңә һораулы ҡарашын төбәй. Ошо мәлдә уға бик ярҙам иткем, уны был ауыр хәлдән ҡотҡарғым килеп китте. Башыма бер уй төшөүе булды, әйтеп һалыуым булды:
- Йәноҙаҡ бабай, беҙҙең һәнәкте биреп торайыҡ. Үҙем кире алып ҡайтырмын.
Бабайымдың сырайы яҡтырҙы, еңел һулап ҡуйҙы.
- Шулайтмай булмаҫ, улым. Кешеләр алыҫтан килгән бит. Уларға беҙ ярҙам итмәһәк, ҡайҙа барһындар? - Ул теге кешегә ҡарай боролдо. - Нажар ҡорҙаш, һиңә ышандырып ҡына бирәм. Ул бына был балаға атаһынан ҡомартҡы булып ҡалған.
Һындырып фәлән ҡуйма, ипләп тотон. Һай, ул һәнәк! Һәнәк түгел ул - атып ебәрер уҡ ҡына.
Нажар бабай ҙа бик ҡыуанды.
- Малайҙарыңды ла, һәнәгеңде лә, ат егеп, үҙем кире килтерермен, һис тә хафаланма. Ҡайҙа, улым, һәнәгеңде килтер ҙә китәйек, - тип ҡабалана уҡ башланы ул.
Өй башынан төшөрөп, һәнәкте килтереп тотторғайным, Нажар бабай уны күтәреп, кәбән башына бесән ырғытҡан кеүек хәрәкәттәр яһап ҡараны, ҡәнәғәтләнеү һәм һоҡланыуын белгертеп, башын сайҡап ҡуйҙы.
Күп тә үтмәне, беҙ Уҡлытауға ҡарай юлға сыҡтыҡ. Ялан яғынан килгән бесәнселәр Уҡлытау һыртындағы иркен сабынлыҡтың бер яҡ ситтәге ҡултығына урынлашҡандар икән. Аҫтан туҙ ябып, уның өҫтөн ҡалын итеп бесән менән ҡаплап, ҙур ғына ике ҡыуыш эшләгәндәр. Береһендә - ирҙәр, икенсеһендә - ҡатын-ҡыҙҙар. Биш-алты аҙым ерҙә генә, өйкөм талдар ҡуйынында, ҡаран ағып ята. Ҡыуыштар артында ҡуйы урман башлана. Ундағы ҡайын, уҫаҡ ағастары, ҡышын ҡалын ҡар баҫып, һынып, имгәнеп бөткән. Һирәкләп күренгән имәндәр генә, тәбиғәт ҡырыҫлығына бирешмәйенсә, ирәйешеп, күкрәк киреп ултыра. Яландың үҙен иһә бесән күбәләре сыбарлаған. Танауға әскелтем бесән еҫе килеп бәрелә лә бөтә тәнгә рәхәт итеп тарала. Беҙ барып төшкәндә, ҡыуыштар алдына аҫылған ҙур ҡаҙан тирәһендә йөрөгән ике ҡатындан башҡа кеше күренмәй ине.
- Ҡарағыҙ әле, - тип уларға өндәште Нажар бабай, - ҡапҡыларға берәй нәмәгеҙ бармы? Булһа, йәһәт кенә тамаҡ туйҙырайыҡ та күбә тарттырырға тотонабыҙ. - Беҙҙең яҡҡа эйәк атып йылмайҙы. - Бына ниндәй егеттәр алып ҡайттым!
Апайҙар беҙҙең алға бер нисә киҫәк һалҡын ит, көрөшкәләргә сәй яһап ҡуйҙы. Мин иһә әсәйем бешереп һалған йомортҡаларҙы ни эшләтергә белмәй баш ватам. Бынауындай ит барҙа бер үҙем тамаҡ айырып, уларҙан башҡа ашап ултырып булмай ҙа инде. Ахырҙа төргәгемде теге апайҙарҙың береһенә алып барып бирҙем.
- Бына күстәнәс, - тигән булам бит әле. Апай миңә мут ҡына ҡараш ташланы ла:
- Был егетең, Нажар ағай, эште күстәнәстән башланы, хәйерлегә булһын, - тип йылмайҙы.
Әллә нимәһенә оялдым уның ошо һүҙҙәренә, битемде ялҡын ялмап алғандай булды. Шул йомортҡаларҙы ниңә алып барып биреп йөрөргә миңә? Ятһын ине тоҡ төбөндә.

(Дауамы. Башы 15-18-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru