«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘҘЫ ЙӘШӘТЕР ИМ-ӘМӘЛ
+  - 


Борон башҡорттарҙа ырыу берҙәмлеге билдәләренең береһе оран булған. Батырҙар, азамат ирҙәр ҡан ҡәрҙәштәрен, йорт-илде яуға, көрәшкә, донъяуи ҙур эшкә саҡырып оран һалған. Урал батыр, Һәүбән, Салауат, Әхмәтзәки... Ил ағаларының ялҡынлы һүҙҙәре, ҡайнар өндәмәләре йөрәктәрҙе ҡуҙғытҡан, халыҡты бер уй, ниәт менән беректереп, изге эшкә ҡуҙғатҡан. Бөгөн дә бөтә башҡорт халҡына оран ташлар хәлдәр, яр ҡысҡырып иғлан итер хәбәрҙәр бар. Уларҙың иң-иң мөһимдәренең береһе - өйләнеү, ғаилә ҡороу, нәҫел-нәсәпте ишәйтеү.

Ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү мөһимлеге

XX быуат аҙағындағы, XXI быуат башындағы йәшәйештәге үҙгәреш, ижтимағи тормош мөхәббәткә, өйләнеүгә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртте. Әхлаҡ-әҙәпте әҙәпһеҙлек ҡыҫырыҡланы, уйнашлыҡ, кәнизәлек, кәнтәйлек, төрлө венерик ауырыуҙар ныҡ таралды. Бәғзеләр йоғошло сирҙән, бәғзеләр аборттан түлһеҙлеккә дусар. Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй. Йәп-йәш ҡыҙҙарҙың эсеүе, үлән тартыуы, енси бәйһеҙлеге көсәйҙе. Аҙыу-туҙыу, аң-тоң белмәй теләһә кем менән түшәккә тәгәрәү эҙһеҙ ҡалмай. Яман ҡылыҡ, өҫтәүенә яман экологик хәл, ыулы эсәр һыу һаулыҡты ала. Ауырыу ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта. Ауырға ҡалған ауырыу ҡатындарҙан ауырыу, зәғиф һәм хатта үле балалар тыуа. Был әҙәмдән бала тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ, тигәндәй, тыуып бер йәшкә лә етмәгәндәр бар. Һандарҙы һанауы ҡурҡыныс, һуңғы егерме йылда никахтан тыш донъяға килгәндәр өс тапҡырға артҡан.
"Аргументы и факты" яҙыуынса: "Рәсәйҙә тағы ла бәйһеҙерәк рәүештә ғаилә ҡиммәттәренә һөжүм бара. Үтә лә сәйер ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә. Хөкүмәт бер ҡулы менән ғаиләне тергеҙеү, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау маҡсатынан милли проектты ғәмәлгә ашырырға ынтыла, ә дәүләт телевидениеһы эскелекте, кәйеф-сафаны, типтереүҙе, ыҙғыш-тартышты, енси бәйһеҙлекте күрһәтә. Ҡайһылыр "йондоҙ"ҙоң айырылыуы, йәки сираттағы өйләнеүе, олигарх-казановаларҙың, модалы кумир-фигуристарҙың ғиш-ғишрәт мажаралары көнүҙәк яңылыҡ итеп танытыла. Ғөмүмән, күберәк аҙған-туҙғандар, боҙоҡлоҡ ҡылғандар беҙҙең заман геройы кимәленә күтәрелә..."
Рәсәй империяһында революцияға тиклем ғаилә бәйләнештәре дәүләт тарафынан яҡланған. Дин, йолалар, ҡанундар менән. Айрылышыусылар һаны теркәлгән никахтарҙың ни бары 0,4 процентын ғына тәшкил иткән. Хәҙерге Рәсәйҙә һәр икенсе никах айырылышыу һәм ғаиләнең тарҡалыуы менән тамамлана. Йәштәрҙә ғаилә ҡиммәттәренә, әхлаҡ-әҙәпкә еңел ҡараш формалаша. Һорашылғандарҙың 50 проценты самаһы ир, ҡатын хыянаты мөмкин тип һанай, 73 проценты фәхишәлеккә йомшаҡ мөғәмәләлә. Тағы ла күберәктәр эскелеккә күҙ йома. Инде шул характерлы күренеш: халыҡтың иң яҡшы тәьмин ителгән ҡатламы араһында урта хәллеләр менән сағыштырғанда айырылышыусылар, икенсе, өсөнсө, дүртенсе тапҡыр никахҡа инеүселәр һиҙелерлек күп. Сереп байының, танылдың - ҡатын алмаштыр, тигән принцип нормаға инеп бара...
Әүәл милли үҙенсәлектәрҙе һанға һуҡмау башҡорт ғаиләһе ҡоролошон, тотороҡлолоғоноң төп ҡағиҙәләрен, ынйы-гәүһәрҙәргә тиң йолаларын юҡҡа сығарҙы. Рухи һәм әхлаҡи тотанаҡһыҙлыҡ никах боҙоуҙарҙы, айырылышыуҙарҙы күбәйтте. Яңғыҙ ҡалған ҡатындар, әлбиттә, бала табырға атлығып тормай. Ир менән ҡатындың бер йән, бер тән булмауы, ҡатын кешенең ир ҡәҙерен белмәүе, утлы киҫәүгә әйләнеүе лә, ирҙәрҙең эскегә һалышыуы ла бергә йәшәүҙән биҙҙерә. Яҡшы ҡатын - йән аҙығы, донъя тотҡаһы икәнде һис кенә хәтерҙән сығарырға ярамай. Халыҡтың именлеге - тотороҡло, ныҡлы һәм әҙәпле ғаиләләрҙә. Әҙәп, әхлаҡ ҡанундары буйынса йәшәгән йәмғиәт кенә ҡотло һәм ҡөҙрәтле.

Булмышыбыҙҙы һаҡлау саралары һәм бурыстары

Хәҙер тыуым кәмеүҙе баҙар мөнәсәбәттәре, иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар, халыҡтың матди, финанс хәленең мөшкөлләнеүе менән дә бәйләйҙәр. Ләкин булдыҡлы, йүнсел йәштәргә ғаилә ҡороуға был ғына кәртә була алмай. Донъя һәр саҡ ҡораманан йыйыла. Халыҡ әйтмешләй, өйләнеү - үҙе үк донъяң көйләнеү. Ике яҡшы өйләнешһә - уңыш була, бер яҡшы, бер яман өйләнешһә - дөрөҫ була, ике яман өйләнешhә - көн-төн hуғыш була. Беҙ халыҡ аҡылына, тәрбиәһенә таянып, йәштәребеҙҙе күҙле-башлы, һәр башҡорт ғаиләһен бәхетле итә, тарҡалыуҙан һаҡлап ҡала алабыҙ. Урындағы матбуғат, телевидение аша татыу ғаилә тормошон күрһәткән, ҡала, район, ауыл хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, башҡорт ҡоролтайҙары йәштәр, йәрһеҙҙәр өсөн осрашыуҙар, кисәләр үткәргән, бындай сараларға төрлө ойошмаларҙы йәлеп иткән яҡтарҙа никахлашыусылар һаны арта. Атай-инәй әүҙем булған, балаларын нәҫел шәжәрәһе, абруйы, ҡаҙаныштары менән таныштырған, үҙ милләтеңдең фиҙаҡәр улы, ҡыҙы булырға өндәгән ғаиләләрҙә башҡорт рухы һүнмәй, тормош юлдашын табыу ҙа хәл иткеһеҙ мәсьәлә булып тормай.
Нәҫелебеҙҙең, халҡыбыҙҙың булмышын һаҡлау, дауамлығын тәьмин итеү, шул маҡсатта ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең һанын арттырыу - бурыстарыбыҙҙың да бурысы. Золом-йәбер аҫтында йәшәү, зәхмәт шауҡымы йылдарында ҡан ҡәрҙәштәребеҙ милли үҙаңынан, ғорурлығынан яҙыу сигенә етте, маңҡортҡа ла әйләнде. Тарихын, рухи ҡиммәттәрен, телен белмәгән һәм белергә лә теләмәгән, залимдар ихтыяры тәьҫирендә кемлеген онотҡан, бәғзеләре үҙ халҡына ҡәһәр ҡылған быуын ҡалҡты. Был яһилдарҙың иң ҙур яһиллығы - милләт сырхауы ине. Шул сырхауҙан беҙ әле лә арына алмайбыҙ.
Байтаҡ ҡәрҙәштәребеҙ тамырынан өҙөлөп, ел ыңғайына тәгәрләгән ҡамғаҡ рәүешендә. Улар үҙ илендә мөрхәт-ҡәнәғәтлек, рәхәтлек таба алмай, күрше өлкәләргә, Себер тарафтарына тәгәрләне, Башҡортостанда башҡорттар йылдан-йыл кәмене, һуңғы егерме йылда 120 мең самаһы башҡорт бәхет эҙләп ситкә киткән. Республикабыҙҙың башҡорттар күпләп йәшәгән көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә иғтибар етмәү сәбәпле, тормош-көнкүреш шарттары түбән булды. Сәнәғәт нығыраҡ үҫешкән Силәбе, Свердловск, Пермь өлкәләрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүе анһатыраҡ, эш хаҡы юғарыраҡ, йәшәү ҙә еңелерәк ине.
Ауыл хужалығы бөлгәс, ауылда йәшәүе тағы ла ауырлашты: эш тә, эш хаҡы ла юҡ, фәҡәт - фәҡирлек. Ҡәрҙәштәребеҙ бер-береһенең мал-мөлкәтен урлау сигенә етте. Эскелек, аҙғынлыҡ көсәйҙе. Ауылда өйҙәре булған йәштәр ғаиләләре менән ҙур эш хаҡы эҙләп, Себер ҡалаларына һәм ҡасабаларына сығып китте, шунда төпләнде. Аҡса мул, тормош етеш булғас, ҡайтҡылары ла килмәй. Тик шуныһы аяныс: балалары урыҫлаша, үҙ асылынан айырыла. Башҡортостаныбыҙҙың башҡорт ауылдарында иһә балалар, мәктәптәрҙә уҡыусылар аҙайҙы. Балалар булмаһа, башҡорт мәғарифының киләсәге лә булмаясаҡ.
Беҙҙең заманда Башҡортостанда байтаҡ мәктәптәрҙең базаһы яңырҙы, белем һәм тәрбиә биреү шарттары яҡшырҙы. Ләкин йөрәкте өшөткән күренештәр ҙә күҙаллана. Ауылдарҙа балалар һаны аҙайып, бихисап мәктәп ябылды. Ә мәктәп бөткәс, ауыл бөтә. Барҙы юҡ итеү, әлбиттә, бик еңел (быға аҡыл кәрәкмәй), булмағанды булдырыу ҡыйын. Мәктәбе ябылғас, эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар, балаларын йәшәгән урында уҡытырға мөрхәт ҡылмаған кешеләр был ауылдан китергә мәжбүр, һөҙөмтә аяныс - әлеге лә баяғы шул башҡорт ауылы тарала, тарҡала.
Быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай. Ауыл мәктәптәрен ябылыу хәленә еткергән, лидер була алмаған хакимиәт башлыҡтарының үҙҙәренең кабинет ишектәрен ябыу хәйерле. Хакимиәт башлыҡтарына мәктәптәрҙе бөтөрөү түгел, ә ауылдарҙа йәштәрҙе ҡалдырыу, уларҙы эш менән тәьмин итеү, кәсеп-шөғөлдәр булдырыу, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу сараларын күрергә кәрәк.
Башҡорттарҙың башҡа милләттәр тарафынан йотолоуын, кәмеүен туҡтатыу, демографик хәлде һауыҡтырыу, тыуымды арттырыу, башҡорт ауылдарының тарҡалыуына юл ҡуймау дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә. Башҡорттар йәнтөйәгенән, бар булмышы, рухы, моңо менән бәйләнгән еренән айырылмаһын, шунда түл йәйһен өсөн, әйтәйек, Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш райондарында предприятиелар асыу, эш менән тәьмин итеү, яҡшы эш хаҡы түләү үтә лә мөһим. Себерҙә ҙур эш хаҡы түләгән кеүек, Башҡортостанда ла түләп була бит! Был башҡорт ғаиләләренең матди хәлен, көнкүрешен яҡшыртырға, тыуымды ла арттырырға булышлыҡ итәсәк. Ғаиләнең абруйын, өйләнеүҙең, күп бала табыуҙың шөһрәтен күтәреүҙең дәүләт саралары даирәһен киңәйтеү, әйтәйек, әсәлек һәм балалыҡ культын тергеҙеү, мәктәп йәшендәгеләрен түләүһеҙ ашатыу, кейендереү, йәки был мәнфәғәттә пособиелар биреү, талиптарҙың стипендияларын арттырыу зарур.
Демографик хәлде һауыҡтырыу, генофондты һаҡлау, миграция күренешен көйләү күп яҡлы, киң даирәле, үтә лә мөһим вә әһәмиәтле, дәүләттең һәм йәмғиәттең һәр саҡ күҙ уңында торорға тейешле мәсьәлә... Рәсәй кимәлендә яңы тыуған балаға аҡса бүленеү демографик хәлде һауыҡтырыуға бер аҙ шифаһы тейерҙәй им-әмәл булды. Демографик хәлде һауыҡтырыу, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ ойошоп йәшәгән урындарҙа кәсеп-шөғөлдәр булдырыу, ситкә киткән туғандарыбыҙҙы Башҡортостанға кире ҡайтарыу, тарихи илендә туплау буйынса ең һыҙғанып ғәмәли эште дауам итеү кәрәк.
Бөтә социологик һәм психологик тикшеренеүҙәр өйләнеүҙең, бала табыуҙың ғүмерҙе оҙайтыуын раҫлай. Яратышып ҡауышҡандар, йәндән артыҡ йән һөйгәндәр менән йәшәгәндәр, һис шикһеҙ, бәхетле. Әлбиттә, оҙон ғүмер кисергән буйҙаҡтар ҙа юҡ түгел. Мәгәр өйләнмәй йөрөгәндәрҙе, бала һөймәй ғүмерен зая үткәргәндәрҙе халыҡ хуп күрмәй, сөнки ундайҙарҙың тамыры ҡорой. Баланың ата-инәгә, ил-йортҡа алтын бағана, нәҫелдең дауамы, киләсәге булыуы бәхәсһеҙ.

* * *

Башлы-күҙле итеү, туй үткәреү - ата-инәйҙең, ҡан ҡәрҙәштәрҙең, йәғни ғаиләнең һәм йәмғиәттең иң мөһим хәстәрлектәренең һәм бурыстарының береһе, халыҡтың көнитмешенең һәм мәҙәниәтенең иң сағыу күренеше. Халыҡ аҡылынса, өйләнеү - көйләнеү! Ысын күңелдән һөйөшөп донъя көтөү, түлләнеү, бала бағыу, ғаилә татыулығы һәм ныҡлығы - бәхет, ҡот-ырыҫ! Ғаилә ҡороу һәм нәҫелде дауам итеү - халыҡтың үлемһеҙлек сығанағы һәм ғүмерҙең, йәшәүҙең мәғәнәһе лә шунда... Кешелек донъяһының һәр мәлендә лә мөхәббәт, ғаилә темаһы көнүҙәк булып тора. Тормош, йәшәйеш, халыҡтың, йорт-илдең киләсәге ғаилә ҡотона, нәҫел-нәсәпте ишәйтеүгә бәйле. Был хаҡта борон-борондан әйтелгән, халыҡ ижадында аманат ҡылынған аҡыллы фекерҙәр халыҡты йәшәтер им-әмәл һымаҡ ҡабул ителә. Тупланған аҡыл, тәжрибә һөҙөмтәһендә башҡорт ғаиләһенең быуындан-быуынға бирелгән, хатта гендарға уйылған йолалары, үҙгәрмәй торған, даими үтәлгән ғәҙәттәре, милләткә хас һыҙаттары барлыҡҡа килгән: рухи ҡиммәттәрҙе белеү, әҙәп һаҡлау, иманлы булыу, ир менән ҡатын бөтөнлөгөнә өлгәшеү, күп бала табыу, нәҫел ишәйтеү...
Был мираҫтың хәҙер ҙә танып белеүҙә рухи, тәрбиәүи ҡөҙрәте ҙур. Шуға ла хәҙерге быуын ҡанбабаларҙың рухи асылдарына баға, боронғо йолаларға, ҡиммәттәргә урап ҡайта, уларҙы тергеҙеү хәстәрлеген күрә.
Башҡорт халыҡ ижадында, рухи мираҫта парлы булыу, бала бағыу, тереклек итеү, донъя көтөү буйынса һүрәтләнгән, әйтелгән күренештәр, мәғлүмәттәр "Урал батыр" эпосындағы йәншишмә, тере һыу һымаҡ. Әйтәйек, ата-бабалар нәҫелде ете быуынға тиклем тикшергәндән һуң ғына улын, ҡыҙын ишле иткән. Туған менән туған өйләнешеүенә юл ҡуймаған, яҡшынан яҡшы, аҡыллынан аҡыллы, батырҙан батыр, күркәмдән күркәм тыуыу, сәләмәт нәҫел ҡалдырыу хәстәрен дә күргән. Шуға ла аҫыл йолаларҙы, ғәҙәттәрҙе, аҡыллы фекерҙәрҙе, халыҡ педагогикаһы сараларын халыҡ ижады әҫәрҙәре аша йәштәргә һеңдереү зарур. Улар бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, аңлайышлы. Ошо хеҙмәттә тупланған ғаилә ҡороуға бәйле сығанаҡтар мәктәпттәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшендә, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу зарур.
Беҙҙең уйыбыҙса, илдә килеп тыуған демографик проблеманы хәл итеү, йәшәйеште һауыҡтырыу, йәшәртеү, йәнләндереү өсөн ғаилә культын тергеҙеү сараларын күреү үтә лә мөһим. Халыҡ ижадында, рухи мираҫта сағылған өйләнеү, ғаилә тормошо тәжрибәһен өйрәтеү балаларҙың, йәштәрҙең әхлаҡи үҫешенә, ҡанбабалар асылы һиҫкәндереп, сәмдәрен уятыуына, ата һүҙен тотҡан зат-азамат булып өлгөрөүенә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ғаилә ҡороуға, уның именлегенә бәйле халыҡ аҡылын, һабағын тағы ла тәрәнерәк, киңерәк өйрәнеү, матбуғат саралары аша һәр кемгә еткереү зарур. Был беҙҙең заманда айырыуса мөһим.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Аҙағы. Башы 18-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru