«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОШО КЕСКӘЙҘӘРҘЕҢ ИХЛАСЛЫҠТАРЫН ЯҠЛАЙЫҠ ҺӘМ ҺАҠЛАЙЫҠ!
+  - 


Йәшәйешебеҙҙең йәме, мәғәнәһе булған балаларыбыҙ хаҡында гәзит биттәрендә төрлө темаларға мәҡәләләр даими баҫылып тора: йәш быуындың тән-рух сәләмәтлеге, белеме, тәрбиәһе тураһында борсоулы ла, ҡыуаныслы ла мәҡәләләр бихисап. Был юлы 15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнө һәм 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көндәре билдәләнеүе айҡанлы, кескәйҙәрҙең үҙҙәренә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. Өфө ҡалаһының 308-се Башҡорт балалар баҡсаһының мәктәпкә барыр алдынан әҙерлек үтеп йөрөгән тәрбиәләнеүселәре Айлина Ҡарағолова, Эльвина Зәйҙуллина, Тимур Әмиров, Дениз Камакаева менән әңгәмәбеҙҙән ҡайһы бер яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

Балалар баҡсаһында һеҙгә оҡшаймы? Бында нимәгә өйрәндегеҙ?

Айлина:
Балалар баҡсаһында миңә бик оҡшай: ҡыҙҙар менән бергә уйнайбыҙ, апайыбыҙ төрлө уйындар өйрәтә, тәмле итеп ашайбыҙ, йоҡлайбыҙ. Тик мин йоҡларға яратмайым, ятып ҡына торам, күҙҙәрҙе лә йоммайым.
Тимур: Мин йырларға яратам. Балалар баҡсаһында йыр дәрестәрендә күмәкләп "Шайморатов генерал" йырын яратып йырлайбыҙ. Сөнки ул еңел генә һәм дәртле. Тағы ла бында төрлө бейеүҙәр өйрәтәләр, мин "Морячка"ны, "Смешарики"ҙы бейейем.
Эльвина: Эйе, башҡортса ла бейейбеҙ күмәкләп, ә сығарылыш кисәһендә әсәйҙәр һәм атайҙар менән бергә бейергә тейешбеҙ. Тағы робототехникаға өйрәтәләр бында, Тимур менән беҙ ҙә йөрөйбөҙ. Унда конструкторҙар, компьютерҙар, планшеттар менән машиналар, роботтар, вертолет, бесәй эшләгәнебеҙ бар. Компьютер ярҙамында тоҡандырһаң, үҙҙәре хәрәкәт итә торған итеп эшләргә өйрәтәләр.
Дениз: Балалар баҡсаһында черлидинг һәм инглиз теленә лә өйрәнәбеҙ. Тәүгеһендә һикерәбеҙ, шпагат, дуға эшләйбеҙ, тәгәрләйбеҙ төрлөсә. Ә инглиз теле дәресендә төрлө һүҙҙәр өйрәнәбеҙ.

Мәктәпкә барғығыҙ киләме, әллә балалар баҡсаһында ҡалып торор инегеҙме?

Айлина:
Әлбиттә, бөтәбеҙҙең дә мәктәпкә барғыһы килә! Ҙурайып, уҡып йөрөгөбөҙ килә. Мәктәптә рәхәт кенә, унда бөтә нәмәгә өйрәтәләр. Хатта нисек походҡа йөрөргә лә өйрәтәсәктәр, минең берәй ергә барғы килә, балыҡтар эргәһенәме шунда.
Эльвина: Мин һәм Тимур бара торған 136-сы лицейҙа бик матур. Унда башҡортса һөйләшеп йөрөйәсәкбеҙ. Әле әҙерлек үтеп бөттөм һәм тиҙерәк шунда уҡый башларға теләйем. Китаптар уҡыуы бик ҡыҙыҡ, әле мин "Әлифба" тигәнде уҡый башланым.
Тимур: Әҙерлек үткәндә пластилиндан һындар эшләргә, һүрәт төшөрөргә, төрлө ҡул эштәре эшләргә өйрәттеләр. Парта артында ла ултырып ҡараныҡ.

Балалар, ә нимә ул ғаилә?

Айлина:
Ул - атай, әсәй, ағай, апай, һеңле һәм ҡусты.
Эльвина: Беҙҙең ғаиләлә атай, әсәй, бесәй һәм ауылда өләсәй-олатай һәм әтәс бар.

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Был байрамда нимә эшләйһегеҙ? Балаларҙы нимәнән яҡларға кәрәк, нисек уйлайһығыҙ?

Эльвина:
Байрам көндәрендә беҙ тәмле итеп ашайбыҙ, йылға буйына төшәбеҙ, берәй сараға барабыҙ. Йәшелсә һәм емештәр ашарға яратам, тәмлекәстәрҙе бик күп ашамайым - тештәр һыҙлаясаҡ. Ә балаларҙы ҡыҙыл һәм һары төҫ янһа, юл аша сығырға ярамай, тип яҡлайҙар. Быны белергә тейешбеҙ.
Тимур: Балаларҙы бурҙан, бандиттарҙан яҡларға кәрәк.
Айлина: Микробтарҙы юйып та яҡлайҙар балаларҙы. Ҡулдарҙы гел йыуып йөрөргә кәрәк. Ә байрамға Ҡашҡаҙан күленә барырға яратабыҙ, унда атайым фонтан эшләй, ҡом, туңдырма, татлы мамыҡ бар...

Һеҙ бәхетлеме? Ҡасан үҙегеҙҙе бәхетле итеп тояһығыҙ?

Айлина:
Матур ғына булып, витаминлы нәмәләр ашап, китаптар уҡыған саҡта, өләсәйем почтанан "Аҡбуҙат" журналы алып ҡайтҡанда бәхетле мин.
Дениз: Беҙҙең ғаиләлә тыуған көн булһа, йәки мине тыуған көнгә саҡырһалар, байрамдар булғанда бәхетлемен. Яңы берәй нәмә һатып алһалар ҙа мин бәхетле.
Эльвина: Әсәй иртәлеккә килеп, ҡарап ултырғанда, һәм ғаиләбеҙҙә тыуған көндәр булған саҡта үҙемде бәхетле тоям.
Тимур: Мин дә тыуған көнөмә яңы бүләк һатып алһалар, тағы аттракцион, парк, батутҡа барһаҡ та бәхетле булам.

Ниндәй уйынсыҡтар һәм уйындар оҡшай һеҙгә? Компьютерҙа ла уйнайһығыҙҙыр?

Айлина:
Мин йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар яратам. "Майнкрафт" уйнайым, тағы ла йәнһүрәттәге тылсымлы пониҙар менән булған уйынды күсереп алдым. Төрлө йәшелсәләр үҫтерә торғанды ла уйнайым. "Майнкрафт"та ҡурҡыныс зомбиҙар бар, ундай уйындарҙы кискеһен уйнамайбыҙ. Сөнки һаташып ятабыҙ, шуға ҡояшта ғына уйнарға ярай.
Эльвина: Балалар баҡсаһында баҫтырыш, балыҡ тотоу тигән уйындарҙы яратам.
Дениз: Миңә пазлдар оҡшай, планшетта ла бер уйын уйнайым, тик исеме хәтеремдә түгел.
Тимур: Мин малай булғас, иң нығы машиналар менән уйнарға яратам. Тағы ла яратҡан уйынсыҡ этем бар. Телефонда "Браул старс" тигәнде уйнайым, унда бер үҙең дә, иптәшең менән дә уйнарға була. Бер ҙә ҡурҡыныс түгел.

Мәктәпкә барһағыҙ, уйындар уйнамайһығыҙ инде, ивет?

Тимур:
Тәнәфестәрҙә уйнарбыҙ ул.
Эльвина: Телефон һатып алып бирһәләр, мәктәптә лә уйнарға булыр ине ул. Әле мин атайымдың, йә әсәйемдең телефонын ғына ҡайһы саҡта алып торам. Ә уҡытыусыны аңламаһаң, телефонға фотоға бөтәһен дә яҙҙырып алып, өйҙә уйларға була.
Айлина: Эйе, мин дә бер йәнһүрәттә күргәйнем: кеше китапты ошолай алға күтәреп тотоп ултыра ла, был яғына телефонын йәшереп һалып ҡуя. Тик улай эшләргә яраймы икән, белмәйем...

Ә нимә ул намыҫлылыҡ?

Тимур:
Әйткәнһең икән, шуны эшләү. Эльвина: Дөрөҫтө әйтеү. Мәҫәлән, әсәйем ашарға бешергән арала мин шым ғына кәнфит алып китһәм, аҙаҡ ул һораһа, "Мин алдым", тип дөрөҫөн әйтәм. Дениз: Дәрестә кемдең кемдән күсергәнен әйтеү ҙә намыҫ түгелме икән?

Ә ауылда һеҙгә нимә оҡшай?

Тимур:
Бер үҙең генә урамда йөрөү, велосипедта йә самокатта елдереү, һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуыу. Һыйыр кискеһен ҡайтһа, өләсәй уны кәртәгә индереп һауа, ә мин һөт эсергә яратам. Ауылда тағы ла дуҫ малайҙар бик күп. Бесәй, эт, себештәр ҙә бар.
Айлина: Мин Байназар ауылына ҡайтам. Өләсәйем тәмле итеп бәлештәр, билмән бешерә, ә олатайым беҙгә төрлө уйынсыҡтар, бәүелсәк эшләп бирә. Мин үҙем салат ҡына эшләй алам. Ул саҡта өләсәй гел эргәмдә тора, сөнки бысаҡ менән эшләргә кәрәк бит. Ауылда ат, һыйыр, әтәс бар, себештәр һәм ҡаҙ бәпкәләре әле сыҡмаған.

Ҙур үҫкәс кем булырға теләйһегеҙ?

Дениз:
Мин янғын һүндереүсе булғым килә. Ул ауыр эш, әлбиттә. Уларҙың кешеләрҙе ҡотҡарыуын белеп, бәләкәйҙән хыялланам.
Айлина: Ә мин парикмахер буласаҡмын. Өләсәйемдең сәсен төрлөсә матур итеп йыйғаным бар, сәс үрергә, ҡырҡырға яратам. Бөтә ҡурсаҡтарымдың сәстәрен ҡырҡып бөттөм.
Тимур: Мин үҫкәс футболсы булам, сөнки бик яҡшы уйнайым. Хатта футбол түңәрәгенә йөрөгән ағайымды, үҙем унда шөғөлләнмәһәм дә, еңәм.
Эльвина: Мин ғаиләмде дауалау өсөн табип булғым килә. Тағы ла мәктәптә директор ҙа булыр инем.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Эскерһеҙ, алсаҡ һәм аҡыллы, үҙебеҙҙең башҡорт мөхитендә үҫкән балалар былар. Улар менән һөйләшкән арала хәрефтәрҙе лә яҡшы таныуҙары, инглизсә һүҙҙәрҙе лә күптән отоп алып бөтөүҙәре, математикала ла көслө булыуҙары асыҡ сағылды. Әңгәмәбеҙ күберәк башҡортса барҙы, русса бик һирәк кенә һупалап ебәрҙеләр. Шулай ҙа уларҙың һис тартынып тормай тәү күргән кеше менән алсаҡ һөйләшеүе, фекерҙәрен еткерә алыуы һоҡландырҙы. Ғаиләлә төп иғтибар балаларыбыҙҙағы нәҡ ошо ихласыҡты яҡлауға бүленергә тейештер ҙә, бәлки.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 115

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru