«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РИЗЫҠ ДАРЫУ БУЛҺЫН, ДАРЫУ РИЗЫҠ БУЛМАҺЫН!
+  - 


Ҡай саҡ үтә лә ябай күренгән һорауҙарға тәрән мәғәнәле яуаптар эҙләргә тура килә. Мәҫәлән, "Ашар өсөн йәшәйһеңме, әллә йәшәр өсөн ашайһыңмы?" һорауына. Балаларҙы белмәйем, ололар, әлбиттә, йәшәр өсөн ашайым, тип яуап бирер. Тағы... хәлеңде һораһалар, ашауға ҡарап, тип яуап бирергә ярамай, тиҙәр. Сөнки асыҡҡан ваҡытыңда ашарыңа булмаҫҡа мөмкин, йә, киреһенсә, ашарыңа булып та, ашай алмаҫҡа мөмкинһең... Ә бына был һорауға нисек яуап бирерһегеҙ: дөрөҫ туҡланаһығыҙмы? Иманым камил: был турала һеҙ артыҡ уйлана һалып бармайһығыҙҙыр. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: Сибай ҡалаһында йәшәүсе Фирғәт Ғиззәт улы ВаҺапов был һорауға яуапты күптән тапҡан. Ул ғына ла түгел, үҙ миҫалында дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡ өсөн бик тә файҙалы булыуын иҫбат иткән. Уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, бәлки, һеҙ ҙә уның кеүек хроник ауырыуҙарығыҙҙан ҡотолорһоғоҙ.

Дарыу дауалаймы?

40-50 йәшкә тиклем күптәр һаулығы тураһында уйламай, күҙгә күренмәгән ауырыуҙар аҫтыртын рәүештә организмын ҡаҡшатыуын тоймай. Ә бит үҙен һау тойғандарҙа ла тәүге башланғыстар шул ваҡытта уҡ морон төртә башлай. Кешеләр һаулыҡтары тураһында ҡайғырта башлағас та, ғәҙәттә, ауырыуҙарҙан ҡотолоу юлдарын белмәй. Беҙҙе бала саҡтан ауырыуҙарҙан тик дарыуҙар ҡулланып ҡына ҡотолоп була, тип өйрәттеләр - башҡа юлдар юҡ, йәнәһе. Шуға кешеләр, тыңлаусан көтөү кеүек, бер йүнәлеш буйынса барыуҙан туҡтамай - дөрөҫ юлмы ул, түгелме, уйлап та бирмәйбеҙ.
Әммә бөгөн интернет селтәрҙәре аша һаулыҡты дарыуҙарһыҙ ҙа нығытып булыуы тураһында материалдар йыш күренә башланы. Ул мәғлүмәттәргә ҡарағанда, дарыуҙар дауаламай, ауырыуҙың тышҡы симптомдарын ваҡытлыса еңеләйтә генә. Һыҙланыу кәмегәс, кеше үҙен һауыҡтым, тип уйлай, әммә, ысынында, ул ауырыуын яңынан ҡалҡып сығыуына тиклем төпкә батыра ғына. Һуңынан ауырыуҙар үҙҙәре тураһында яйлап иҫкәртә башлай.
Кешене тағы фармакологик "энәгә" ултырталар. Ниңә шулай тим: дарыуҙар наркотик кеүек, улар ҙа һыҙланыуҙы ваҡытлыса баҫа, ауырыу көсәйгән һайын доза арта бара. Шулай кешеләр яйлап-яйлап дарыуһыҙ йәшәй алмай башлай. Ҡайһы бер таблеткаларҙы кеше ғүмере буйы ҡулланырға тейеш булып сыға. Мәҫәлән, гипертониктарҙы шундай яҙмыш көтә. Әлбиттә, табиптар быны насарлыҡ уйлап эшләмәй: уларҙы ваҡытында шулай булырға тейеш, тип өйрәткәндәр. Был ҡотолғоһоҙ һымаҡ, әммә ундай хәлдән сығыу юлы бар: ауырыуҙың билдәләренән түгел, сәбәптәренән ҡотолорға кәрәк. Дөрөҫ туҡланмау - күп ауырыуҙарҙың төп сәбәбе булып тора!

Углеводтарҙан - майлы ризыҡтарға

Бала саҡтан бирле нимә ашағаныбыҙға иғтибар итмәйбеҙ. Баҡтиһәң, ашаған ризыҡтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре төрлө ауырыуҙарға дусар итә, 50-60 йәшкә һәр беребеҙ тигәндәй хроник ауырыуҙар "йоҡтора". Ни өсөн? Әгәр ҙә ул яҡшы туҡланһа, хроник ауырыуҙар ҡайҙан килә? Был турала уйланырға кәрәк. Әлеге көндә бер Рәсәйҙә генә түгел, Европа, Азия илдәрендә лә, кешелек дөрөҫ туҡланмай, тигән фекер нығына бара. Әлбиттә, төрлө йүнәлештәр бар: мәҫәлән, япон, азия диеталары. Беҙҙә яңы диета барлыҡҡа килде, ул түбән углеводлы юғары майлы (низкоуглеводистая высокожировая) диета тип атала. Был диетаны ҡулланғандар юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Беҙҙең традицион углеводлы туҡланыуыбыҙ дөрөҫ туҡланыуға бөтөнләй тура килмәй икән. Нәҡ углеводтар арҡаһында төрлө ауырыуҙар хасил була. Уларҙы ике төргә, тиҙ һәм яй эшкәртелеүсәндәргә айырып ҡарайҙар. Шәкәр, бал, емештәр тиҙ эшкәртелә, глюкоза формаһында ҡанға тарала һәм ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин бүлеп сығарырға мәжбүр була. Тиҙ эшкәртелеүсән углеводтарҙы саманан артыҡ ҡулланып, беҙ ашҡаҙан аҫты биҙен травмалайбыҙ, ҡандағы глюкоза кимәлен ныҡ күтәрәбеҙ.
Яй углеводтарға икмәк, макарондар, картуф, төрлө бутҡалар инә. Уларҙың бөтәһенән дә баш тартырға кәрәк. Ә уларҙың урынына нимә тәҡдим итергә була? Кешеләр углеводлы ашамлыҡтарға өйрәнгән, улар аңламай: нисек икмәктән, бутҡанан, тәмле-татлынан баш тартырға? Углеводтар урынына майлы ризыҡтар ҡуллана башлағанда организмыбыҙ дөрөҫ көйләнә. Үҫемлек майҙары, ҡаймаҡ, һөт майы, һимеҙ ит ашауҙың бер ҙә зыяны юҡ.
Табиптар углеводтар еңел эшкәртелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөтөн ғиллә бына ошонда. Еңел эшкәртелеү нимәне аңлата? Ул үт ҡыуығы ял итә тигәнде аңлата. Еңел эшкәртелгәс, үт күп кәрәкмәй, ашағаныбыҙ эшкәртелмәйенсә үтә төшә булып сыға. Шул рәүешле үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килә. Тимәк, углеводлы ризыҡтар төрлө ауырыуҙарға сәбәп булып тора. Етмәһә, ҡулланылмаған үт кире бауырға әйләнеп ҡайта, организмдағы матдәләр әйләнеше боҙола. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙарында холестерин төйөндәре барлыҡҡа килеп, гипертоник ауырыу башлана. Бынан нисек ҡотолорға? Углеводтар урынына майлы ризыҡтар ҡулланырға! Майҙар үт ҡыуығы менән эшкәртелеп, глюкозаға һәм кетон өлөшсәләренә әйләнә. Глюкоза еңел генә барлыҡҡа килмәй, үт ҡыуығы көсөргәнешле эшләргә мәжбүр була. Барлыҡҡа килгән глюкоза, углеводтар кеүек, кешегә көс-энергия бирә. Үт ҡыуығы көсөргәнешле эшләгәс, үт ҡуйырмай, организмдағы матдәләр әйләнеше яйға һалына. Эс ташыу, газдар йыйылыу, эс ҡатыу бөтә, организм сәғәт һымаҡ эшләй башлай. Майлы ризыҡтар ҡулланып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, беҙгә углеводтарҙан баш тартып, майлы ризыҡтарға күсергә кәрәк. Ит, балыҡ, йомортҡа, сәтләүектәр, йәшелсә - бөтәһе лә тик файҙаға ғына.

Дөрөҫ туҡланыу һәм хәрәкәт

Шәхсән үҙем өс йыл буйы ошо диетаны үҙаллы өйрәнеп ҡулланам. Рәсәйҙә был методикаға нигеҙ һалыусы - Шишонин Александр Юрьевич, мәскәүле, медицина фәндәре кандидаты. Ул биш меңдән ашыу кешене ошо ысулды ҡулланып дауалаған. Дауалаусы дөрөҫ туҡланыуҙың тәүге йылында уҡ ҙур һөҙөмтәләргә өлгәштем: бөтөн хроник ауырыуҙарымдан ҡотолдом. Элек услап ашаған дарыуҙарҙы бөтөнләй ҡулланмай башланым. Ауырлығым ун килограмға кәмене, еңеллек тойғоһо барлыҡҡа килде. Был методиканың бер ниндәй ауырлығы юҡ: дөрөҫ туҡланыу һәм күберәк хәрәкәт итеү. Кешеләргә аңлатып ҡарайым, улар аңлап ҡабул итәләр, әммә ғүмер буйы туҡланған ризыҡтарҙан баш тарта алмайҙар. Кемдәр күсә һуң? Упҡын ситенә етеп, юғалтырлыҡтары ҡалмағандар тиҙерәк ҡабул итә. Тик шундайҙар ғына ғәҙәти ризыҡтарҙан баш тартып, дауалаусы дөрөҫ туҡланыу ысулын ҡулланмағанда аяҡ һуҙырҙарын аңлайҙар. Шуға күрә 60-ты үтеп, 70-кә аяҡ баҫҡандарға иң тәүҙә мөрәжәғәт итәм һәм аңлау табам.
Йәштәр был проблемалар уларҙы урап үтер, тип уйлай, әммә уларға бөгөндән үк дөрөҫ туҡланыу тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Ябай миҫал: әгәр ҙә машина двигателенә ярамаған май ҡойһаҡ, ул онталасаҡ. Кеше организмы ла сағыштырмаса биологик механизм, уның ауыҙына нимә тура килә, шуны тыға башлаһаҡ, ул да эшлектән сығасаҡ. Беҙҙең бөтөн ауырыуҙарыбыҙҙың сәбәбе дарыуҙар юҡлығында, йә иһә дауалау етешмәүҙә түгел, төп сәбәп - дөрөҫ туҡланмауҙа! Әгәр ҙә ризығыбыҙ дарыу кеүек булһа, ауырыуҙар урап үтер, дауаханалар, аптекалар юлын тапамаҫбыҙ. Дарыуҙар бит органик матдәләр түгел, улар кеше организмына үтеп инергә тейеш тә түгел, сөнки улар эшкәртелмәйенсә тоҙҙар булып йыйылалар, һаулыҡҡа зыян килтерәләр. Беҙҙең методика химик препараттарҙы ҡулланыуҙы бөтөнләй күҙ уңында тотмай, тик дөрөҫ туҡланыуҙы ғына беренсе урынға ҡуя. Дөрөҫ туҡланыу һәм хәрәкәт - ауырыуҙарҙан ҡотҡарыусы берҙән-бер сара!

Йән аҙығы

Күптән түгел "Путь к долголетию" тип аталған китабым донъя күрҙе. Ул ике бүлектән тора: беренсеһе физик, икенсеһе психик һаулыҡҡа арналған. Физик яҡтан һау булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу ғына аҙ, психик яҡтан да һау булырға тейешбеҙ, сөнки уй-хистәребеҙ менән дөрөҫ идара итә белмәһәк, психик ауырыуҙарға дусар буласаҡбыҙ. Бындай хәлдәрҙән ҡотолор өсөн кешене дөрөҫ һүҙҙәр менән "туҡландырырға" кәрәк. Һүҙ дауалай, зәғиф итә, хатта үлтерә лә ала. Дөрөҫ һүҙҙәр генә терелтә, илһамландыра.
Тән һаулығы ла, йән тыныслығы ла берҙәй мөһим. Бының өсөн ни эшләргә кәрәк? Миҫал өсөн көнбайыш илдәрен алһаҡ, һәр ғаиләнең тиерлек шәхси психологы бар. Улар оҙаҡ йылдар дауамында кешеләрҙең күңел һаулығын ҡурсалай. Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа күрә, психологтар бик һирәк, психотерапевтарҙы ла аҙ әҙерләйҙәр. Ауырыуҙарҙы дауалағансы, уларҙы ул хәлгә төшөрмәү мөһимерәк икәнен һаман аңламайбыҙ. Баланы бит йүргәктә сағынан уҡ тәрбиәләй башларға, бала сағынан уҡ дөрөҫ ғәмәлдәр аша дәртләндерә белергә кәрәк. Батша Рәсәйе ваҡытында гимназияларҙа тәрбиә-әхлаҡ мәсьәләһенә иғтибар ҙур булған, власҡа коммунистар килгәс, мәктәп программаларынан әҙәплелеккә ҡағылышлы өлөшөн алып ташлағандар.

Үҙеңә хужа бул

Киске сәғәт алтынан һуң ашарға ярамай, тигән фекер нығынып бара. Был төптән хата фекер. Тормош - ул туҡталмаған процесс: иртәнсәк, төш, кис, төн һәм тағы ла иртә. Кеше организмы ла шулай көйләнгән: иртәнге, төшкө, киске аштарҙы ашайбыҙ. Кис менән иртә араһында 14 сәғәт ваҡыт бар. Был ҙур арауыҡта үт ҡыуығында үт бүленеп сығыу туҡтамай. Әгәр ул тәғәйен үҙ эшен башҡармаһа, ҡуйыра башлай, ҡатып, конкременттарға әйләнә. Шулай булмаһын өсөн һис юғы бер стакан кефир булһа ла эсергә кәрәк. Ашҡаҙан да эшләүҙән туҡтамай. Хатта уға төнөн уңайлы, төрлө физик, мәҫәлән, мускул хәрәкәттәре ҡамасауламай.
Мәҫәлән, минең иртәнсәк бөтөнләй ашағым килмәй, ә кискеһен бүре башын ашарҙай булам. Шуға күрә мин үҙ организмымды тыңлап эш итәм - бында бер ниндәй хилафлыҡ юҡ, күп нәмә кешенең проблемаға шәхсән мөнәсәбәтенә лә бәйле. Мәҫәлән, диабетым бар икән, асығыу зыянға. Шуға күрә көнөнә дүрт стакан ҡаймаҡ ашап ҡына бушанырға була. Һау кешеләргә аҙнаның уңайлы бер көнөндә 24, йә 36 сәғәт асығыу файҙалы. Асығыу организмды таҙарта. Асыҡҡанда аш һеңдереү системаһы ял итә. Аң тән менән идара итергә өйрәнһен өсөн был бик шәп күнекмә, ул ихтыяр көсөн уята, үҙеңә үҙең хужа булырға өйрәтә.

Милли ризыҡтар

Майлы, һимеҙ ризыҡтар менән туҡланыуҙан һис тә ҡурҡырға ярамай - бер ни ҙә булмай - һимеҙҙе ашап, кеше һимермәй. Майҙар глюкозаға тарҡала, май килеш ҡалмай. Беҙҙең милли башҡорт ризыҡтары күпселектә һимеҙ ашамлыҡтарҙан тора: ҡаҙы, тултырма, йылҡы итенең ҡабырғаһы, һөт-май, ҡаймаҡ һәм башҡаһы. Ата-бабаларыбыҙ бер ҙә һаулыҡтарына зарланмаған. Әгәр ҙә углеводтарҙан баш тартып, һимеҙ ризыҡтар менән туҡланһаҡ, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, йөҙйәшәрҙәргә әйләнербеҙ.

Үҙеңдекенә етмәй

Үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсә менән туҡланһаҡ, әлбиттә, күпкә файҙалыраҡ буласаҡ. Ергә тәртә ултыртһаң, арба үҫер, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит - тупрағыбыҙ шул тиклем уңдырышлы! Мәккәлә булғанда шуға иғтибар иттем: унда тупраҡ тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ - ҡом да таш ҡына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, банан ағастары үҫтерәләр, ҡалғанын ситтән ташыйҙар. Ә беҙҙә бит хөрриәт! Сәселмәй буш ятҡан ерҙәребеҙ күп. Магнитогорск ҡалаһынан ҡайтышлай ҡытайҙарҙың тәпкеләр менән картуф баҫыуын эшкәртеп йөрөгәнен күреп аптыраным. Ер аяғы, ер башы яҡтарҙан килеп йәшелсә үҫтергәнде, беҙҙекеләр булдыра алмаймы ни? Йәшелсә үҫтереп тә ун Башҡортостанды туйҙырғандай ҙур бизнес ойоштороп була. Урал аръяғында теплица хужалыҡтары бөтөнләй юҡ иҫәбендә. Әлбиттә, ул ҙур сығымдар талап итә, әммә хөкүмәт яғынан ярҙам булһа, ундай хужалыҡтар бәшмәк кеүек ҡалҡып сығыр ине.

Альтруист

Мине альтруист тиһәгеҙ ҙә була. Йәшәүемдең төп мәғәнәһе һәм маҡсаты - кешеләргә кәрәк һәм файҙалы булыу. Ярҙам итә алһам, шул тиклем ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Кешеләрҙе дөрөҫ туҡланырға өйрәтеүҙе миңә бер кем дә тыя алмай. Бар ихтыяр көсөгөҙҙө туплап, углеводтарҙан баш тартырға кәңәш итәм. Хәҙер ҡаланыҡылар ғына түгел, ауылдыҡылар ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә башланылар. Уйлаһаң, физик эшкә һәләтлеләр физик яҡтан да һау булырға тейештәр кеүек. Күрәһең, хәрәкәт бар, дөрөҫ туҡланыу юҡ.

Шулай итеп...
Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй, тиҙәр. Фирғәт Ғиззәт улының кәңәштәренән һауығыу өсөн иң тәүҙә ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәклеген аңланым. Һаулыҡ ҡәҙерлеме, ғәҙәтме?

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 103

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru