«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИРҘӘН ДӘ... ТАБЫШ КИЛӘ
+  - 


Эскелек

Кеше организмында алкоголь зарарламаған бер генә ағза ла юҡ. Ләкин шуларҙың барыһына ҡарағанда ла ныҡ үҙгәрештәргә дусар булыусы - ул мейе. Эскән һәр бер рүмкә араҡы һәм көмөшкә, һыранан баш мейеһе ҡабығы тарҡала башлай. 1961 йылда Американың өс физигы махсус микроскоп аша кеше күҙе селтәрендәге ҡан тамырҙарын өйрәнә. Шул саҡ фән тарихында тәүге тапҡыр ҡан тамыры эсенә ҡарарға һәм унда ҡандың нисек ағыуын күрергә мөмкин була. Физиктар нимә күргән һуң? Улар ҡан тамыры стенкаһын һәм ҡандың аҡ, ҡыҙыл тәнсәләрен күрә. Башҡа бер ни ҙә юҡ, шулай булырға тейеш тә. Ләкин бер дүшәмбе көн микроскоп алдына сираттағы пациентты ултырталар ҙа, ҡараһалар ... Был кешенең ҡаны буйлап ойошҡан, уҡмашҡан эритроциттар йөрөп ята һәм улар бик күп, суҡланып бөткән меңәрләгән дана. Физиктар ҡурҡыуға ҡалған, ләкин кеше бер ни булмағандай ултыра. Икенсе, өсөнсө пациентты тикшерәләр - бер ни ҙә юҡ, ә бына дүртенсеһендә - тағы ла ойошҡан ҡан тәнсәләре. Һораша башлаһалар, был ике кешенең бынан алда алкоголь эскәндәре асыҡлана.
Шул саҡ ғалимдар тәжрибә яһап ҡарарға уйлай: ҡанында бер ниндәй үҙгәреш булмаған кешегә бер стакан һыра эсергә ҡушалар. Ун биш минуттан тағы ҡараһалар, уның да ҡанында баяғы шикелле тромбалар йүгерешә. Шулай итеп, алкоголдең ҡанды ойоштороу үҙенсәлеге иҫбатлана. Эре ҡан тамырҙарында ҡандың уҡмашыуы әллә ни хәүеф тыуҙырмаһа ла, мейелә хәлдәр бөтөнләй башҡаса тора: кеше мейеһе миллиардлаған нейрон-күҙәнәктәрҙән хасил булғанлыҡтан, һәр бер ана шундай күҙәнәктең үҙ микрокапиллярҙары бар. Улар шул тиклем нәҙек һәм тар, эритроциттар унан бер рәткә теҙелешеп кенә үтә ала. Ә бына алкоголь тәьҫирендә уҡмашҡан эритроцит унан үтә алмай һәм нескә генә ҡан тамыры тағы ла бер нисә минуттан һәләк була. Тимәк, эсерҙән алда уның нимәгә килтереүен күҙ алдынан үткәреү кәрәк. Әлбиттә, нейрондар миллиардлаған, тинек, ләкин хатта әҙләп кенә эскән хәлдә лә мейенең үле күҙәнәктәр "зыяраты" ҙурая, йәйелә бара. Һөҙөмтәлә нейрохирургтар ауырыуҙың баш мейеһе "ҡумтаһын" асҡанда "әҙләп кенә" эскән кешенең дә мейеһе сирышып-бөрөшөп бөткәнен күрә, ә мейе ҡабығының йөҙө иһә микроскопик йөйҙәр һәм яралар менән сыбарланып бөткән була. Ә инде ныҡлап эскән кешенең мейеһе ни тиклем тарҡалыуына түгел, ә шул хәлдә нисек итеп йәшәүен дауам итеүенә ғәжәпләнергә тура килгән табиптарға.
Нейрондар менән бергә алкоголь енси күҙәнәктәрҙе лә зарарлай. Эскән ваҡытта яралған һәм, ғөмүмән, эскесе ата-әсәнең балалары "иң яҡшы" тигәндә - һаулығы камил булмайынса, ә "иң насары" - зәғиф йә аҡылы етлекмәгән булып тыуалар. Алкоголь һәм уның ҡалдыҡтары организмда 20 көн буйы һаҡлана, шуға күрә алкоголик булмаған хәлдә лә "байрам уңайынан" бик һирәк эскән ата-әсәгә әлеге байрамдан һуң бер-ике аҙна үтһә лә, балаға уҙыу хәүефле һанала.

Тәмәке тартыу

Тағы бер бәләнең башы - тәмәке тартыу ғәҙәте. Ул үҙе үк организмға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә, ә инде шуның өҫтөнә алкоголь дә ҡулланыу икеләтә тиҙерәк емергес зарар килтерә. Уларҙың үлемесле зарары күп төрлө, был хаҡта ҡабатлап тороуҙан бер мәғәнә лә юҡ, ә бына аҙ билдәле эҙемтәләрҙең береһе - облитерация, йәғни ҡан тамырҙарының тығылыуы, бөтәшеүе хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китеү кәрәктер.
Ҡан тамырҙары шартлай һәм эшләүҙән туҡтай. Тәмәке төтөнө составындағы 200-ләп ағыулы матдә ҡанға эләгә һәм ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә. Ә бындай хәлдең эҙемтәһе - микроинсульт һәм микроинфаркт. Һуңғы сиктә ул аяк-ҡулдарҙа гангрена барлыҡҡа килтереүе бик ихтимал. Шул сәбәпле күптәрҙең аяҡ-ҡулдары ҡырҡып ташлана һәм улар инвалидҡа әйләнә. Инвалидтар бик күп, ләкин уларҙа бер кемдең дә эше юҡ. Ә бына ғүмере буйына тәмәке тартҡан берәү йөҙ йәшкә етә икән, ул бөтөн донъяға билдәлелек ала. Ни өсөн? Сөнки ундайҙар ни бары берәү-икәү генә - бына ни өсөн. Тимәк, ғүмер буйы тартып-эсеп тә йөҙ йәшкә етеп була тип уйлау - ул миллиондан бер осраҡҡа ғына тап килә. Зыянлы ғәҙәттәрегеҙ менән көрәшеүҙән файҙа юҡ. Әгәр һеҙ был көрәште туҡтатаһығыҙ икән, һеҙ иреклегә әйләнәһегеҙ. Яман ғәҙәттәрҙән ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: үҙеңде икенсе өлкәлә һынап ҡарау. Әгәр ошоға тиклем һеҙ араҡы менән тәмәке төтөнө системаһын аҫраған булһағыҙ, хәҙер иһә бынан арынып, алдығыҙға икенсе маҡсат - үҙегеҙҙең һаулыҡты нығытыу бурысы менән шөғөлләнеүгә күсегеҙ. Бөтөн уйҙарығыҙ, иғтибарығыҙ һәм ниәттәрегеҙ фәҡәт һаулыҡты нығытыуға, сәләмәт, шат кәйефле, дәртле булырға, элекке яман ғәҙәттәрегеҙҙән таҙарыныуға йүнәлтелгән булырға тейеш. Ихтыярығыҙҙы көсләмәгеҙ, ә талғын ғына сәләмәт йәшәү рәүешенә күсегеҙ.
Наркотик һәм алкоголгә бәйлелекте табиптар ғәҙәттә сир тип атарға ярата, сөнки улар был "сир"ҙе дауалауҙы бурыс итеп ҡуя, ә кешене һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыуҙы түгел. Айырманы һиҙәһегеҙме? Наркомания ла, алкоголизм да сир түгел, әгәр шулай булһа, эскелеккә битараф булмаған миллионлаған халыҡтың барыһын да дауаханаға һалырға тура килер ине бит! Яман ғәҙәттәрҙе ташлауы бер ҙә ауыр түгел. Ә бына һеҙ бала саҡтан килгән ғәҙәт - үле хайуандар итен ашауҙан тыйылып ҡарағыҙ. Был күпкә ҡыйыныраҡ.

Күҙлектәр хаҡында

Тағы ла бер аҙ билдәле факт. Күҙлек кейеүсе миллионлаған кеше күҙлектәрҙе ташлап, үҙенең күреү һәләтен терегеҙеү мөмкин икәнлеген белмәй. Медицина институттарында һаман булһа Герман Гельмгольцтың, күҙ мускулдарының хрусталикты ҡыҫыуы арҡаһында фокус аралығы боҙолғанлыҡтан, кеше насар күрә, тигән иҫкереп бөткән концепция буйынса уҡыталар. Икенсе төрлө әйткәндә, хрусталик идара ителеүсе линза тип ҡарала. Икенсе, хәҡиҡәткә яҡын фекер авторы Уильям Бейтс әйтеүенсә, мускулдар хрусталикты түгел, ә фотоаппараттағы шикелле тотош күҙҙе ҡыҫа, шунлыҡтан бөтөн күҙ алмаһының фокус аралығы үҙгәрә. Әгәр кеше даими рәүештә күҙлек кейеп йөрөһә, күҙ мускулдары көсһөҙләнә һәм күҙлек быялаһы улар өсөн эшләй башлаясаҡ. Был ғына ла түгел, ошо арҡала йылдан-йыл күреү һәләте юғала бара, ә был кешегә уның һайын көслөрәк линзаға рецепт яҙып биреүҙе дауам итәләр. Күреү һәләтен тергеҙеү өсөн мускулдарҙың ҡайһыһын махсус күнегеүҙәр ярҙамында көсөргәнештән арындырырға, ә икенселәрен күнектерергә кәрәк. Бындай күнегеүҙәрҙең бер ҡатмарлығы ла юҡ, һеҙ уларҙы интернеттың киң массалар өсөн ябыҡ "эзотерик" әҙәбиәтенән таныша алаһығыҙ. Интернеттан шулай уҡ профессор В.Г.Ждановтың лекциялары менән дә ҡыҙыҡһынырға кәңәш итер инем. Ул кешеләрҙе күҙлектәрҙән ҡотолорға өйрәтә. Шул арҡала профессор рәсми медицина әһелдәре тарафынан эҙәрлекләүҙәргә лә дусар ителде. Ә ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Сөнки бөгөн донъя буйынса күҙлектәр һатыуҙан ғына ла 50 млрд доллар табыш алына!.. Тағы бер аҙ билдәле аҡыл хаҡында. Бөгөн аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә киң ҡулланылған тәмләткес - натрий глютаматы күҙҙәр өсөн - ағыу, ул күҙ селтәрен тарҡата. Шуның өсөн составында ошо "тәмләткес" булған ризыҡты һатып алырҙан алда уйлағыҙ: был һеҙгә кәрәкме?

Вадим ЗЕЛАНДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru