«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРИСТАР АРТЫНАН СҮПТӘР ҠАЛА ӨЙӨЛӨП
+  - 

Гәзиттә даими баҫылып килгән "Баш ҡалам" рубрикаһын уҡып барам. Өфөгә ҡағылышлы бик күп күренештәр сағылдырыла унда. Ҡайһы берҙә уҡып сығам да, "Ысынлап та шулай шул, нисек күҙгә эленмәгән был хәл", тип аптырайым. Ошо рубриканы нигеҙ итеп алып, республикабыҙ тураһында күҙәтеү эшләргә булдым. Баш ҡалабыҙ менән бер рәттән, Башҡортостаныбыҙ хаҡында ла мәҡәләләр ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам.

Башҡортостан, миңә ҡалһа, иң хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Сит илдәрҙә лә күп булдым, күрше төбәктәрҙе лә әллә күпме урап сыҡтым, беҙҙәге матурлыҡҡа еткәне юҡ, иллә мәгәр. Әлбиттә, һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге, билдәле урындары күп һәм улар, һис шикһеҙ, һоҡланыу тыуҙыра. Шулай ҙа беҙҙең урман-ҡырҙар, ялан һәм болондар, тауҙар һәм йылғалар үҙҙәренә күрә айырым матурлыҡҡа эйә. Был хозурлыҡты күрергә теләүселәр ҙә күп, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа ғына туристик йүнәлештең нисек әүҙемләшеүен һәр кем күреп, белеп тора. Тауҙар эргәһендә лә, йылға-күлдәр буйлап та ял итеү урындары, кемпингтар һәм башҡа әллә күпме урындар төҙөлдө. Был, минеңсә, яҡшы күренеш, сөнки ул урындар хәҙер ҡараулы, таҙа. Ләкин минең ошоға ярашлы тәҡдимем дә бар. Ошондай ял итеү урындары тотоусыларҙан үҙҙәренән 5-10 саҡрым алыҫлыҡтағы ерҙәргә лә күҙ һалып тороуҙы һорағанда, нисек булыр икән? Башҡортостандың йәмле тәбиғәтендә эшмәкәрлек асып, уның файҙаһын күрә икән, үҙенең күңел талабы буйынса ла тирә-яғын таҙа тотоуы урынлы булыр ине. Йәйгә аяҡ баҫыр-баҫмаҫ тәбиғәткә меңәрләгән кеше ағылды, ҡырағай ял итеүселәрҙән һуң әллә күпме сүп-сар ятып ҡалды. Урман ҡараусылар, ауыл советтары ғына был хәлде контролдә тота алмай, уларға ярҙам кәрәк.
Водитель булараҡ, юлда күп йөрөгәс, төрлө хәлдәргә иғтибар ителә. Шулай һәр район, бер республикала булһаҡ та, юлдарын да төрлөсә ҡарай, тәбиғәткә лә ҡараш төрлөсә, ауылдарға күҙ һалғанда ла айырмалар бар. Шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙың да йылдар дауамында йә алға китеш күҙәтелә, йәки киреһенсә, үҫеш туҡтап, булғаны емерелә башлай. Район етәкселегенән, урындағы хакимиәт башлыҡтарынан күп нәмә тора, әлбиттә. Мәҫәлән, күпселек ерҙә зыяраттар юл ситендә урынлашҡан һәм уларҙың хәл-торошона шунда уҡ күҙ төшә һәм ауыл тураһында теге тәьҫоратты булдыра. Миҫал итеп Белорет районының Сермән - Баймаҡ юлында ятҡан ауылдарҙы алырға була. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә бөтә ерҙә тәртип: зыярат булһынмы, юл, автобус туҡталҡаларымы, юл ситтәреме, кәртә менән уратып алынған бесәнлектәр - һүҙ тейҙерерлек түгел. Ләкин был тарафтарҙа хәүефкә һалған мәлдәре лә етерлек. Шуларҙың береһе - юл буйлап иркен йөрөгән йылҡы көтөүе. Тау артынан тау булған, ҡатмарлы юлды ҡапыл ғына юлға килеп сығыусы аттар тағы ла ҡурҡынысыраҡ итә. Ә уларҙың күбеһенә төнөн яҡтыртып тороусы таҫма һалынмағанлығын иҫәпкә алғанда, был юл бөтөнләй ҡатмарлыға әйләнә. Водитель һәм уның пассажирҙары ғүмерен хәүефкә ҡуйған өсөн был аттар хужалары ниндәйҙер яуаплылыҡ тойорға тейештер, тип уйлайым. Әбйәлил районы яҡтарында ла шул уҡ хәл, әйткәндәй.
Бер ваҡыт республикала, тотош ил кимәлендәге кеүек үк, ауыл хужалығы бик ауыр хәлдә ине. Буш ятҡан баҫыуҙарҙы, емерелеп бөтөп барған элекке ферма биналарын, йәмһеҙ булып ятҡан йәйләү урындарын күреү күңелдә әйтеп бөткөһөҙ ауыр хистәр уятыр ине. Хәҙер иһә был өлкәлә хәлдәр бермә-бер яҡшырҙы. Баҫыуҙар сәселә, күпләп мал тотоусылар арта - бик тә яҡшы күренеш. Шулай уҡ умартасыларға ҡарата булған иғтибар ҙа ҡыуандыра. Мәҫәлән, республикала башҡорт бал ҡортон һатып алыуға, балдың сифатын тикшереү өсөн экспертиза үткәреүгә һәм башҡа ошондай эштәргә умартасыларға субсидия бүленеүен уҡып шатландым. Былтыр 7 мең тоннанан ашыу бал етештергән умартасыларға ҙур ярҙам буласаҡ был. Башҡортостан тураһында күп яҙырға була, шуға күрә минең башланғысымды республика халҡы һәм ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә күтәреп сығыр, тип ышанам. Үҙебеҙҙең республикала ҡыуандырған, күңелде ҡырған, уйландырған хәлдәр һәм мәлдәр тураһында "Киске Өфө" биттәрендә уртаҡлашайыҡ.

Нәғим САФИУЛЛИН,
Өфө районы Булгаково ҡасабаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru