«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ, ТӘРБИӘСЕ-ОСТАЗДЫҢ СТАТУСЫН АҢЛАУ-ТАНЫУ ЙЫЛЫ БУЛҺЫН!
+  - 


Тормош күп яҡлы һәм ул даими үҙгәреп тора. Һәр йылыбыҙ, мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа исем аҫтында үтә. Быйылғы Педагог һәм остаз тип нарыҡланған йыл иһә йәмғиәтебеҙҙең уҡытыусы һөнәре статусын, уның айырым дәрәжәгә эйә булыуын таныуы ул. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаттары - филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Тимерйән улы КҮЗБӘКОВ һәм филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнзил Бүләк улы САНЪЯРОВ менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тик бер генә Указ ҡабул итеп, йылды уҡытыусы менән остаздарға бағышлап ҡына был йүнәлештәге, был өлкәләге проблемаларҙы хәл итеп булырмы икән?

Ф. Күзбәков:
РФ Президенты В.В. Путин Указына ярашлы, 2023 йылды Педагог һәм остаз йылы тип иғлан итеү ҡарарын тормош талабы, заман талабы тип ҡабул итергә кәрәк. Сөнки болғауыр 90-сы йылдар солғанышында донъяла алдынғы иҫәпләнгән, ысынында ла алдынғы булған совет мәғариф системаһы яңы стандарттар флагы аҫтында емертелде. Алмашҡа Көнбайыштың рациональ иҫәп-хисапҡа ҡоролған системаһы индерелде. Ижади фекерләү урынына тест һорауҙарына уйһыҙ-ниһеҙ, ныҡлап, нигеҙле белмәйенсә, тоҫмаллап ҡына, уйын урынына күреп, теге йәки был һанға төрткөләп кенә сығыу китте. Нисек тә булһа Берҙәм дәүләт имтиханын йырып үтергә тигән генә маҡсат өҫтөнлөк алды.
Ә ошоға тиклем белем биреүҙән айырылғыһыҙ булған тәрбиә мәсьәләләре тотошлай тиерлек онотолдо, дөрөҫөрәге, үҙ ағышына ҡуйылды һәм энтузиастар, йөрәге ҡушыуы буйынса ғына эшләгәндәр ҡарамағында ҡалды. Бөгөн, ҡыуанысҡа күрә, иң юғары етәкселек кимәлендә тәрбиә эшенең ни тиклем мөһим булыуын аңлау бара. Юҡһа, рациональ белемгә эйә булһаң, бөтә мәсьәләләр ҙә еңел хәл ителәсәк, тигән ҡараш Хөкүмәт кимәлендәге сәйәсәткә әйләнгәйне бит. Эйе, был өлкәләге проблемаларҙы хәл итеү өсөн ныҡышмалы, дауамлы эш кәрәк. Уҡытыусының был һөнәргә яуаплы ҡарауы ла, халыҡтың уны тейешенсә күтәрмәләй белеүе лә бик мөһим. Эш хаҡы ла, әлбиттә, йөҙгә оят килтерерлек булмаһын! Указда уҡытыусының, тәрбиәсе-остаздың махсус статусын, юғары дәрәжәгә эйә булыуын аңлау-таныу йылы булһын, тигән ҡараш үткәрелә. Был ысынында ла бик кәрәкле йүнәлеш. Бит элек-электән халыҡ уҡытыусыны ныҡ юғары баһалаған. Балаһын мәҙрәсәгә илткәндә тикмәгә генә: "Ите һиңә, һөйәге миңә", - тип һүҙ уйнатмаған: ғәзиз балаһын, белемле булһын тип, ышанып тапшырған.
Ф. Санъяров: Был Указ алданыраҡ ҡабул ителһә лә һәйбәт булыр ине. Әммә беҙ алдараҡ икенсе маҡсат ҡуйғайныҡ, һәм шул арҡала Болон системаһына инеп киттек. Ә беҙ бит уға әҙер түгел инек. Ул, ғөмүмән, беҙҙең менталитетҡа, Рәсәй менталитетына бөтөнләй тап килмәгән әйбер ине. Магистратураға конкурс нигеҙендә инәләр. Беҙгә был фән менән шөғөлләнер өсөн кәрәк, тип аңлаталар ине. Ә ҡалғандар, магистратураға инмәгәндәр, өс-дүрт курс белем нигеҙендә генә тормош диңгеҙенә инеп китергә тейештәр. Бакалавр белеме етәксе булырға мөмкинлек бирмәй. Тимәк, киләсәге булмаған системаға ҡоролған белем алыу ине был, ләкин бөтә донъя шуның менән йәшәй. Беҙ ҙә шалтырауыҡлы һүҙҙәргә ышандыҡ. Ә бит заманында был системаға иң атаҡлы ғалимдарыбыҙ ҡаршы сыҡты. Мәҫәлән, МДУ ректоры, академик Виктор Садовничий ризалашманы, мин уның яҙғандары менән танышып барҙым. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә лә: "Беҙгә хәҙерге системаны совет системаһындағы мәғариф менән берләштереү кәрәк", - тип асыҡ итеп әйтелде. Ә бит инглиздәр биш-алты йыл элек үк беҙҙең совет мәғариф системаһына күскән булған.
Фәнил Тимерйән улы, һеҙ ризамы-юҡмы, мин тағы ла бер алама күренеште күҙәтәм. 90-сы йылдарҙан һәм ошо быуат башынан: "Беҙ потребителдәр әҙерләйбеҙ",- тигән һүҙҙәр йыш ишетелде. Әҙергә - хәҙер. Алма беш - ауыҙға төш. Ир-егет, әйтәйек, ҡырҡ йәшенә еткән, һаман өйләнмәй. Утыҙға еткән ҡатын-ҡыҙ һаман күңел асып йөрөй. Бына ошо мөнәсәбәттән ҡотолорға кәрәк. Юғиһә, дәүләтебеҙ именлеге, халҡыбыҙҙың киләсәге ауыр хәлгә ҡуйыласаҡ. Бөтөн нәмә хеҙмәт күрһәтеүгә генә әйләнә бара. Беҙ хәҙер профессор ҙа, доцент та, уҡытыусы ла түгел, ашханалағы ашнаҡсы һымаҡ, хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Ә мәғариф уҡытыусы етәкселегендә студенттың - белем алыусының маҡсатлы берҙәм эшләүенә ҡоролған булырға тейеш.

Был тәрбиә системаһының ниндәйҙер кимәлдә ҡаҡшауының һөҙөмтәһе түгелме? Ниндәй мөнәсәбәттәр һеҙҙе борсоуға һала?

Ф. Күзбәков:
Тормошҡа, кешеләргә ҡарата бары тик ҡоро рационализмға, меркантиль мәнфәғәттәргә нигеҙләнгән мөнәсәбәттәр ныҡ тамыр йәйеп ебәрҙе. Ни өсөн? Сөнки кеше тәрбиә, үҙтәрбиә аша ғына ысын мәғәнәһендәге шәхес булып формалаша. Был өҙлөкһөҙ, көндөкөн-көнгә башҡарыла торған эш. Ул һис ҡасан да үҙағышына ҡуйылырға тейеш түгел. Туҡһанынысы йылдарҙа студенттарыма: "Һеҙ бында биш йыл уҡыйһығыҙ, уның тәүге йылында уҡығанығыҙҙы йыл буйы ҡабатламаһағыҙ, онотолоп юҡҡа сығасаҡ. Әгәр ҙә үҙ аллы эшләмәһәгеҙ, үҙ аллы ғилемегеҙҙе арттырыуҙы дауам итмәһәгеҙ, биш йыл эсендә алған белемегеҙ ҙә юҡҡа сыға, тигән һүҙ", - тип әйтә торғайным. Тимәк, белем алыу маҡсатлы, өҙлөкһөҙ алып барылырға тейеш. Ә ҡәҙимге әҙәм балаһы нисек? Балыҡ - тәрәнде, кеше еңелде ярата! Һәйбәтме был? Яҡшымы? Яҡшы булһа, ҡайһы яғы менән яҡшы? Әллә насармы? Ә нимәһе менән насар?
Әмир Әминевтың һуңғы сыҡҡан повесында төп герой - яҙыусы студенттарға белем бирергә, йәштәр менән эшләп алырға килә. Университет журнал сығара. Тик унда баҫылыр өсөн түләргә кәрәк. Ул аптырай, нисек инде автор мәҡәләһен үҙ иҫәбенә сығара? Киреһенсә, һеҙ миңә түләргә тейешһегеҙ, ти ул.
Ф. Санъяров: Әмир Әминев - тормошто иң ныҡ өйрәнгән әҙиптәребеҙҙең береһе. Күтәргән проблеманың бөтөн сәбәптәрен, нигеҙен асмайынса, әҫәр туҡымаһына индермәй. Вуз уҡытыусыһына бәйле повесына килгәндә, бөтәһен дә беҙҙән һорап, белешеп яҙған һымаҡ. Мәҫәлән, минән һораһа, тап ул яҙғанса яуап бирер инем. Ни өсөн тигәндә, минең быуындан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай алмай ҡалған фән кандидаттары бар, сөнки улар докторлыҡҡа тотонған саҡта ғына бөтәһе лә түләүлегә әйләнде. Һәм ғалимдарҙың кәрәкмәгәнен икенсе Президентыбыҙ ап-асыҡ итеп әйтте: уҡытыусыға аҡса етмәһә, бизнесҡа китегеҙ. Нимәгә беҙгә ул тиклем ғалимдар, производствола эшләһендәр, тигән фекер яңғыраны. Һәм ғалимдарҙың мәҡәләләре түләүле була башланы. Ун биш диссертация баҫтырырға кәрәк, минең менән тел, әҙәбиәт кафедраһында эшләгән ҡайһы берәүҙәрҙең диссертация яҡлай алмай ҡалыуын шунан күрәм. Һис кенә лә һәлкәүлектән түгел. Шул яҡтан ҡарағанда, тормош тәжрибәһе һәм ысынбарлыҡтың художестволы ысынбарлыҡҡа әйләнеүе ошо әҫәр нигеҙендә бик асыҡ күренә.

Уҡытыусы менән тәрбиәсе тигән төшөнсәләр бер-береһенә бәйләнгәнме? Әгәр ҙә шулай икән, һеҙ уны нисегерәк аңлатыр инегеҙ?

Ф. Санъяров:
Уҡытыусы, беренсе сиратта, үҙе тәрбиәсе. Ул һәр көн ыҫпай итеп кейенеп, үҙен сәхнәгә сыҡҡан актер итеп тоймаһа, балала матурлыҡҡа ынтылышты ҡайҙан тыуҙырһын! Уҡытыусының үҙ-үҙен тотошо ғына түгел, һәр бер һүҙе тәрбиәләй баланы. Уҡытыусы туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш. Бөгөнгө ваҡытлы матбуғатты көн дә уҡып, яңы сыҡҡан әҫәрҙәр менән танышып бармаһа, заман менән бергә атламаһа, ул заман балаһын тәрбиәләй ҙә алмай. Был минең фекерем түгел: әгәр ҙә уҡытыусы уҡыуҙан туҡтай икән, ул уҡытыусы булыуҙан да туҡтай.
Ф. Күзбәков: Ата-әсәнең үҙенең ата-әсә булып тәрбиәләнеүе мөһим. Әйтәйек, ул башҡортса һөйләшһә лә, башҡорт теленең нимәгә кәрәклеген белмәй. "Балам юғары уҡыу йортона инһә, шул еткән, өҫтәмә башҡорт теле уға нимәгә кәрәк", тип уйлай. Телдең башҡорт ҡына итеп түгел, ғөмүмән, кеше итеп формалаштырыуҙағы әһәмиәтен ул белмәй. Аллаға шөкөр, минең ейәндәр башҡортса һөйләшә. Шуға ҡыуанам. Мин ситуациянан нисек сыҡтым, бигерәк тә ейәндәр бәләкәй саҡта эргәлә йәшәттем. Мифтахетдинға ла бит халыҡ тарафынан "Аҡмулла" тигән исем ғәҙеллек, хаҡлыҡ, аҡлыҡ илсеһе булған өсөн бирелгән. Тиккә генә ул киң билдәле "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк" тигән шиғыры менән йәнәш тап тәрбиә мәсьәләләре менән бәйле "Нәсихәттәр"ҙе тәҡрарламаған, күрәһең. Совет осорондағы мәғариф системаһында белем алыу менән тәрбиә биреү йәнәш барҙы. 20-се йылдарҙан шулай барлыҡҡа килгәйне. Уҡытыусылар тәрбиәсе булараҡ, мәктәптә генә эшләмәй, улар ата-әсәләр менән дә эшләй.

Һеҙҙең тормоштағы остаздарығыҙ?

Ф. Күзбәков:
Тәүге уҡытыусыларың мәңгелеккә иҫтә, йөрәк түрендә ҡала, мәктәптекеләр бигерәк тә. Минең, мәҫәлән, хәреф танытҡан Фәһимә апай Абдрахманованы онотаһым юҡ. Юғары синыфтарҙа Рим Хәйретдин улы Әпсәләмов әҙәбиәт донъяһына һөйөү уятты. Университеттарҙағы уҡытыусыларым… Әхмәт Мөхәммәтвәли улы Сөләймәнов менән аҙаҡ коллегалар булараҡ аралашырға насип булды. Юғары мәҙәниәтле, тәрән ғилемле, уғата итәғәтле булыуы, үҙен тотошо менән генә лә миңә өлгө ине ул.
Бер кем дә айырым утрауҙа Робинзон Крузо һымаҡ йөрөмәй. Уның кеше булараҡ формалашыуы ана шул бәйләнеш арҡаһында барлыҡҡа килә. Ғаиләлә башланған аралашыу артабан йәмғиәттә дауам итә. Нимәлер эшләй алағанһың икән, ул һинең генә һәләтеңә бәйле түгел, тотош һинең менән аралашҡан кешеләрҙең дә хеҙмәте.
Ф. Санъяров: Әхмәт ағай Сөләймәновты телгә алдығыҙ. Миңә уның менән бик оҙаҡ йылдар аралашырға, фольклор буйынса уҡырға насип булды. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр, йәки республикала үткән башҡа конкурстарҙа гел ҡатнашып йөрөнөк. Әхмәт ағай үҙенә һалынған миссияны аңлағандыр. Китер алдынан балаларына һәм халҡына үҙенең васыятын яҙҙырып ҡалдырған. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә шулай бит, мәңгелеккә эмиграцияға китер алдынан, башҡорт халҡына хат яҙа. Миссияны аңлау нишләтә!
Һәр ваҡытта ла мин алынған тәрбиәнең, белемдең, минең үҙемдән дә бигерәк, остаздарыма бәйле икәнен тойоп йөрөйөм. Ябай ғына миҫал, минең бик яҡын ағайым, әсәйемдең бер туған ҡустыһы Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров танылған педагог һәм ғалим, ғүмер буйы ауылда йәшәне, илле йыл мәктәп директоры булды. Өфөлә генә йәшәйһе остаз, тип уйлайым мин уның тураһында. Беҙҙең халҡыбыҙҙа ер тойғоһо ла көслө бит. Шул ер тойғоһон еңеп, ул баш ҡалаға эшкә килмәне, әммә бик юғары рухлы кеше булды.
Беҙ бәхетле быуын - остаздарыбыҙ бөтәһе лә затлы булды. Дуҫым, етәксем Марат Вәли улы Зәйнуллинды ғүмер буйы хәтерләйәсәкмен. Яҡташым Тимерғәле Килмөхәмәтов күҙ алдынан китмәй. Ауылдашым, яҡташым Роберт Байымов, Стәрлетамаҡтан Тикеев, Ишбаевтар филологтарға остаз булдылар.
Ф. Күзбәков: Кешелек донъяһы алдағы быуындан һәр ваҡыт өйрәнә. Үҙенән алда килгән быуын башлаған эштәрҙе артабан дауам итә алғанда ғына ул камиллаша бара. Ньютон: "Мин гиганттарҙың яурынына баҫып торғанға ғына башҡаларҙан алыҫыраҡ күрәм", - тиер булған. Был афоризм цивилизацияның, прогрестың эҙмә-эҙлекле булыуын, техник, фәнни асыштарҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә тороуын бик теүәл, образлы асып һала. Совет осоронда завод-фабрикаларҙа тәжрибәле оҫтаға йәш кешене беркетеп ҡуйыу традицияһы бар ине. Уңышлы файҙаланылған, киң таралған, яҡшы һөҙөмтәләр биргән алым булды ул. Йәштәр менән эшләүселәр үҙ-ара тәжрибә лә уртаҡлаша торғайны. Уларҙы ваҡытлы матбуғат та иғтибарһыҙ ҡалдырманы, радио-телевидение ла ситләтеп үтмәне. Үҙенә күрә "Өйрәнсек мәктәбе" формалашты, йәшәп килде тиергә мөмкин. Бына шулай производствола, ауыл хужалығында, башҡа шундай тармаҡтарҙа билдәле тәжрибә тупланған, әммә онотола төштө, буғай. Ҡул менән эшләрҙәй, күрһәтеп башҡарырҙай осраҡтарҙа кешене өйрәтеү еңелерәк һымаҡ. Ә бына ижади эшмәкәрлектә: мәғарифта, сәнғәттә, әҙәбиәттә был йүнәлештә ниҙәр эшләп була? Назар Нәжми: "Яҙыусыны бер ниндәй институт та әҙерләй алмай!.." тигәйне. Был фекергә күпмелер төҙәтмә индереп әйтеү кәрәктер: эйе, әҙипте бер генә лә юғары уҡыу йорто ла етештерә алмай, әммә, һәләтең булһа, уны үҫтерергә ярҙам итә, донъяға ҡарашыңды киңәйтә, белемеңде камиллаштыра…

Шулай булғас, бөгөнгө һөйләшеүҙә "Ниндәй һуң беҙҙең заманыбыҙ?" тигән һорауҙы бирмәһәк, яҙыҡ булыр.

Ф. Күзбәков:
Бер һүҙ менән генә уны ҡылыҡһырлауы мөмкин түгелдер. Интернет, мәғлүмәти йәмғиәт формалашҡан, мәғлүмәт технологиялары киң ҡолас алған заманда йәшәйбеҙ. Белем алырға, һәләтеңде үҫтерергә мөмкинлектәр киң. Ә тормош, әҙәм балаһына ҡуйылған талаптар бик йылдам үҙгәрә. Ваҡиғаларҙа ҡатнашыу түгел, улар хаҡында хәбәрҙар булыу ғына ла еңелдән түгел. Миңә ҡалһа, бөгөнгө йәштәр мәғлүмәт, мөмкинлектәр аҙ булғандан түгел, ә уларҙың күплегенән юғалып ҡала кеүек. Парадокс. Йәш кешене ҡыҙыҡтырыр нәмәләр күп. Уларҙың ҡайһыһы уға кәрәгерәк? Айырыуса бөгөн нимәгә күберәк иғтибар итергә? Тәбиғәтең менән талантлы булып та бик алыҫ китә алмауың бар. Заманың менән бер ҡатарҙан атлайым тиһәң, һин был киң мөмкинлектәрҙән дөрөҫ файҙалана белергә тейешһең. Ә был еңелдән түгел. Бына тап ошо мәлдә бай тормош тәжрибәһе булған, дәүеренән артта ҡалмаған остазың булһа икән!.. Был осраҡта һин - бәхетле… Һуғыштан һуңғы осорҙа башлап яҙыусыларҙы олораҡтарға, танылған яҙыусыларға беркетеп ҡуйыу традицияһы бар ине. Мостай Кәримгә Әсхәл Әхмәт-Хужаның тәғәйенләнеүен ишетә беләм. Мин, әлбиттә, тап ошондай башланғыстарҙы тергеҙәйек, тигән саҡырыу ташлауҙан алыҫмын, әммә ижади лабораториялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, әҙәбиәт-сәнғәт әһелдәренең генә түгел, башҡа һөнәр эйәләренең дә йәнле аралашыуҙары кеүек формалар ыңғай һөҙөмтәләр биреренә шикләнмәйем.
Ф. Санъяров: Фәнил Тимерйән улы һөйләгәндәр барыһы ла "рухи институт" тигәнгә тап килә. Ә ул ғүмер буйына булған. Башҡортта, айырыуса. Беҙҙең халыҡ тәрбиә институтына шул тиклем яуаплы ҡараған. Беҙҙең йөҙәрләгән эпосыбыҙ бер ҙә юҡтан ғына тыумаған да, юҡтан ғына һаҡланып килмәгән. Юғиһә, үткән бер нисә мең йыл эсендә юғалған булыр ине. Тәүге эпосты ижад иткән атаҡлы ата-бабаларыбыҙ уны кемгә ҡалдырыу институтын да булдырған бит. Мираҫ быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Бөгөн атаҡлы фольклорға эйә халыҡтың балалары икәнбеҙ, шул тәрбиә институтының ни тиклем юғары булғанын раҫлай. Сәсәнлек институты ла шул тиклем көслө булған. Исемле сәсәндәр янында һәр саҡ йәш быуын йөрөгән. Әгәр ҙә кешелә тәбиғәттән бирелгән һәләт бар икән, ул быны ғүмер буйы уртаҡлашҡан, балаһына өйрәткән. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, тигән афоризм кимәлендәге бик матур мәҡәл шуны күрһәтә. Нәфис әҙәбиәт кимәлендә лә бик күп миҫалдар килтерергә була.
Бөгөн иһә теге йәки был яҙыусының ижадын өлгө итеп алыу мәсьәләһенә килгәндә, заманында бер дуҫ шағирым: "Бер кемдең дә шиғырын уҡымайым, кәрәкмәй, сөнки һин теләһәң дә, теләмәһең дә уларҙы ҡабатлаясаҡһың", - тигәйне. Был оло хата! Беренсенән, башҡаларҙы уҡып, һин рухи кимәлеңде күтәрәһең. Икенсенән, кешеләр нисек фекерләй, ниндәй поэтик образдар таба, ниндәй ысул менән уҡыусыға еткерә, шуларҙы өйрәнәһең.
Башҡаларҙы уҡырға кәрәк! Бөгөн үҙен ижадсы тип танырға теләгән йәштәр Рәми Ғариповтың, Рауил Бикбаевтың көндәлектәрен, шиғриәтен яҡшы белергә тейеш, сөнки улар һинең күҙҙәреңде аса. Философик планда үҫеш кәрәк икән, Мостай Кәримдең көндәлектәрен уҡырға кәрәк. Унда шул уҡ поэзия, ижади лаборатория философик ҡағыҙға төрөп бирелә.
Ф. Күзбәков: Мин бүтәндәрҙе уҡымайым, ул үҙенең артынан эйәртеп алып китә, тиеү, үҙеңдең көсөңә ышанмауҙан килә, тип уйлайым. Был бер. Икенсенән, уның яғынан ҡыланыу ҙа бар. Сөнки был кеше лә мәктәптә белем алған, тәүге аҙымдарын шунда яһаған. Һәм ул дөйөм әҙәби солғанышта йәшәй. Әҙәби мөхит бар.

Башҡортта кемдәрҙе "остаз" тип йөрөтәләр?

Ф. Күзбәков:
"Остаз" тигән һүҙ, минең ҡарамаҡҡа, әҙәбиәттә күпмелер дәрәжәлә электән осраштырһа ла, һөйләш теленә һуңыраҡ осорҙа, күп булһа, ике-өс тиҫтә йыл әүәле килеп инде. Ауылда хөрмәткә лайыҡ, кәңәш һорарҙай, ил ағаһы, ил инәһе булырҙай шәхестәр "аҡһаҡал, ағинәй" булды. Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарында бындай ир-уҙамандарҙы "апа" тип дәрәжәләү ҙә билдәле.

Борондан килгән "Абыҙ" тигән һүҙ ҙә бар бит әле....

Ф. Күзбәков:
"Абыҙ" уҡымышлы тигәнде аңлата.
Ф.Саньяров: "Апа" халҡыбыҙҙың, башҡорт теленең боронғолоғоноң бер күренеше. "Апа," "бала" һүҙҙәре һиндтың санскрит әҙәби теленә барып тоташа. Ләкин беҙ уны бөгөн диалект тип иҫәпләйбеҙ. Әбйәлил районында Кәрим апа, Хәким апа, тип һөйләйҙәр. Илештән алып, Борайға тиклем дә ул ҡулланыла. Телебеҙҙә боронғо һүҙҙәр бик күп, әллә ниндәй боронғо күренештәр ята. Был байлыҡты туҡтауһыҙ ишеттереп торорға ғына кәрәк.
Ф. Күзбәков: Уҡытыусыға элек-электән, ололоҡлап, "мөғәллим, хәлфә" тиерҙәр ине. Белем-ғилемле, тәрбиәле, тәҡүәлеләргә дини вазифаға эйә булмаһа ла "хәҙрәт" тип өндәшеү ғәҙәте булған. Беҙҙең заманда ла шулай өндәшеү бар ине. XIX быуатта Өфөлә мөғәллимлек иткән, яҙыусы, публицист булараҡ та билдәле Василий Зефиров, мәҫәлән, "Ырымбур губернаһы ведомостары" газетаһы менән даими бәйләнеш тота. Киң билдәле "Йәнтүрә хикәйәһе" әҫәрен ул тап ошо баҫмала баҫтыра. Хикәйә геройҙары: башҡорт старшинаһы ла, Йәнтүрә лә авторға "хәҙрәт" тип өндәшә. Был уларҙың уға ҡарата булған ихтирам, хөрмәт билдәһе… Лев Толстойға "хәҙрәт" тип өндәшмәһәләр ҙә, ололоҡлап ҡабул итеү булған. "Мои башкиры меня узнали", тип яҙа бит үҙенең хаттарында.

"Мои башкиры", тип өндәшеүе генә ни тора!

Ф. Күзбәков:
"Башҡорттан Геродот еҫе килә", тип бик образлы әйтә ул. Ни өсөн? Сөнки башҡорт тарихы бик тәрәнгә китә. Башҡортостан периферияла һымаҡ булһа ла, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди кеүек шәхестәрҙе бирә алған. Сөнки беҙ әле генә әйткән сәсәнлек традициялары халыҡ ижадына һалынған тәрбиәүи саралар аша еткерелгән. Вәлиди ауыл мәҙрәсәһен бөткән, артабан үҙаллы эшләп йөрөй. Аҙаҡ, заманы ҡушҡас, сәйәсәткә бирелеп, иң юғары дворян балалары, Ленин менән фекер алышырлыҡ, уны тәнҡитләрлек кимәлгә етә. Ул ғына түгел, аҙаҡ Европа илдәренә сығып киткәс, уларҙа аҡыл эйәләре менән осрашып-һөйләшеп йөрөрлөк дәрәжәлә була. Был феноменаль күренеш. Уның нигеҙендә шул башҡорт мөхите ята - борондан килгән тәрбиә биреү мәктәбе.
Ф. Санъяров: Был үҙе ҙур тема. Мин әле шулай тип кенә әйтер инем, беҙ бик бәхетле быуын, беҙҙең арттан килгән быуын да бәхетле булыр, тип уйлайым. Әле халҡыбыҙға һынау өсөн төшөрөлгән мәлдәр бар. Шул һынауҙы беҙгә аҡыл һәм берҙәмлек менән, бер-береңде аңлау һәм ярҙам итеү менән үтергә кәрәк. Бөгөнгө булған халыҡ-ара мөнәсәбәттәге ҡатмарлыҡтан тиҙерәк сыҡһаҡ ине, тип теләйем, һеҙ ҙә шулай уйлайһығыҙҙыр. Бына шул мәсьәләлә, Фәнил Тимерйән улы, беҙгә үткәнгә әйләнеп ҡарарға кәрәк. Ысынлап та, остазлыҡ, абыҙлыҡ - ул халҡыбыҙҙа борондан килә. Салауат, Аҡмулла, Өмөтбаев, Ғафури, Бабичтарҙың ижады ғына ни тора! Суфый шағирҙарҙың ижадынан да донъя хаҡында күпме мәғлүмәт алырға була. Шәмсетдин Зәкиҙең, Аҡмулланың тәрбиәләү педагогикаһын өйрәнеп кенә беҙ әллә ниндәй фекерҙәр тыуҙыра алабыҙ. Аҡмулла: "Шәмсетдин Зәки булмаһа, мин шағир булмаҫ инем", - тип әйтә. Мин бөгөн уҡыусыларға йыш ҡабатлайым: Ҡарғалы, Балыҡлыкүл, Стәрлебаш, Иҫке Ҡыйышҡылағы мәҙрәсәләребеҙ күпме уҡымышлылар биргән. "Ғәлиә" мәҙрәсәһе 1905 йылда асылып, 1917 йылда ябыла, ләкин ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул ниндәй аҡыл эйәләрен үҫтергән! Донъя кимәлендә дипломат булып, Йеменгә барған Кәрим Хәкимов үҙе генә ни тора. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Исмаил Гаспрановты күрер өсөн генә махсус рәүештә Симферополдән Баҡсаһарайға килә. Фәнил Тимерйән улы "Башҡортостан периферияла һымаҡ булһа ла", тип ысҡындырҙы. Мәскәү шулай иҫәпләгәндер, ләкин Башҡортостан бер ҡасан да периферия булмаған. Беҙ бит Евразияның уртаһында, йөрәгендә. Беҙҙең аша Ебәк юлы, Һиндостанға тиклем сауҙа юлы үткән. Егерме ике ҡалабыҙ булыуы нимә тураһында һөйләй! Шуларҙы уйлаһаң, ысынлап та, беҙ бәхетле халыҡ.

Бөгөн мәғлүмәт күп, технология заманы бындай мөмкинлек бирә. Ләкин уның кәрәк-кәрәкмәгәнлеген, файҙалымы-түгелме икәнен бала ғына түгел, оло кеше лә белеп бөтмәй...

Ф. Санъяров:
Мәктәптә хәҙер "кибербезопасность" тигән дәрес инә. Ул дөрөҫ тә. Сөнки хәҙер мәғлүмәт бик күп, шуға балаға тейешлеһен, мөһимен һәм кәрәклеһен генә биреү зарур. Уҡытып йөрөгәс, быны үҙем яҡшы беләм. Уҡыусыларға һорау бирәм, береһе лә яуап бирмәй. "Хәҙер тыкалкалырығыҙҙы, йәғни телефонды, алығыҙ әле", тием. Шунан ҡарап, кәрәк мәғлүмәтте табып, ҡул күтәреп, яуап бирә башлайҙар. Ә баштарында был мәғлүмәт юҡ. Уларҙа фекерләү, ижади фекерләү юҡҡа сыҡты. Бына һүҙ башында әйткән потребителдең һөҙөмтәһе шулай сағыла. Үҙҙәрендә таяныр база һалынмаған. "Киске Өфө" ҙур проблема күтәргән. Айырыуса, Педагог һәм остаз йылы иғлан ителгәндә, ошо проблеманы гәзит биттәренә сығарып, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Беҙ ошо йылды файҙаланып яңынан-яңы уҡытыу системаһы парадигмаһы тыуҙырырға, шуға этәреш бирергә тейешбеҙ. Уны мәғариф академиялары, мәғарифты үҫтереү институттары ишетергә тейеш. Шул йүнәлеште башлаһаҡ, йәш быуынды һаҡлап ҡына ҡалыу түгел, уны рухи яҡтан бай итеп тәрбиәләй алыр инек.
Ф. Күзбәков: Башҡорт остаздары етерлек, шуларҙы күрергә, күрһәтә белергә һәм йәштәргә аңлата белергә кәрәк.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 82

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru