«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СҮП УТАУ, ҺЫУ ҠОЙОУ
+  - 

Июнь айында баҡса эштәренең иң ҡыҙған мәле. Үҙегеҙҙең йәшәгән төбәккә хас һауа торошона ҡарап, үҫентеләрҙе асыҡ һауаға сығарыу ваҡытын билдәләргә кәрәк. Халыҡта гөлйемеш сәскә атһа, башҡа ҡырауҙар булмай, тигән фараз-күҙәтеү ҙә йәшәй. Гөлйемеш сәскә атһа, йәй килә, емештәре ҡыҙарһа, көҙ етә.

Ағастарҙы тәрбиәләү

Июндә барлыҡ олонло ағастар емешкә төймәләнә. Тимәк, уларға һыу һәм файҙалы матдәләр кәрәк. Һәр баҡсасы һыуҙы үҙенсә һибә, шулай ҙа һирәк, әммә мул итеп ҡойоу иң дөрөҫө буласаҡ. Көн һайын, әммә ерҙең өҫкө ҡатламын ғына дымлап сығырлыҡ итеп һыу ҡойһағыҙ, тамыр системаһы тәрәнгә китмәй, өҫтә генә ята. Ҡоролоҡ осоронда бындай ағастар ныҡ зыян күрә. Ҡышын да тамырҙар өшөүе ихтимал. Шуға ла һуңғы ваҡытта популяр булып киткән тамсылап һыу һибеүҙе күпселек баҡсасылар хупламай.
Ағастарҙы йәй уртаһына тиклем азотлы ашламалар менән туҡландырырға мөмкин. Тиҙәкте, шулай уҡ тауыҡ тиҙәген һыуға болғатып һибеү тупраҡты азот менән байытасаҡ. Азофоска (нитроаммофоска) кеүек составында азот, фосфор, калий булған ашламалар ҙа ярай. Шулай уҡ макро ғына түгел, микроэлементтар булған комплекслы ашламалар ҡулай. Ошо мәлдә киләһе уңышҡа нигеҙ һалына, ағастарҙа киләһе йыл сәскә атасаҡ сәскә бөрөләре формалаша. Шуның өсөн дә ашламалар һәм дым бик мөһим. Тик азотлы ашламаны күп ҡулланмағыҙ, был ағастарҙың көсөн икенсе юҫыҡҡа йүнәлтәсәк, ул күп итеп япраҡ ярасаҡ, үҫентеләр ебәрәсәк. Артыҡ үҫентеләр күп икән, шулай уҡ көҙҙө көтмәйенсә уларҙы ҡырҡығыҙ, ул шулай уҡ ағастың көсөн ала.
Июндә ағастарҙы зарарлы бөжәктәр баҫып алыуы ихтимал. Шуға ла көн һайын ағастарҙы ҡарайбыҙ, шул саҡта уларға үрсеп китергә мөмкинлек бирмәҫкә мөмкин.

Йәшелсәләрҙе тәрбиәләү

Был ваҡытта йәшелсә баҡсаһында ла эш күп. Нығынып килгән үҫентеләрҙе сүп үләндәренән таҙартыу мәле етте. Бер утап алһағыҙ, аҙаҡ еңелерәк буласаҡ. Шулай уҡ көн һайын һыу һипкәнсе, аҙнаһына 2 тапҡыр, әммә һеңдергәнсе һыу ҡойоу яҡшы. Ағастар кеүек уларҙың тамыры ла өҫтә генә ятасаҡ һәм матур уңышҡа өлгәшеү ауыр буласаҡ.

Сәскәләр

Ирис, пиондар сәскә атып туҡтағас та, уларҙы ашлама менән туҡландырырға кәрәк. Ә раузалар әле саҡ сәскәгә бөрөләнгән, улар матур, сағыу итеп сәскә атһын өсөн минераль комплекс менән туҡландырығыҙ. Ләләләр сәскә атып бөттө, тик уларҙы ҡаҙып алырға ашыҡмағыҙ. Орлоҡҡа төймәләнеп ултырғандарын өҙөп ташлағыҙ. Ләлә һабаҡтары һарғайып бөткәс кенә һуғандарын ҡаҙып алырға була. Уларҙы көҙгә тиклем елләп торған урында, 22-23 градус йылылыҡта һаҡлайбыҙ. Ҡаҙып алмаһағыҙ, ләлә ныҡ тәрәнгә китә, киләһе йылы уны таба алмауығыҙ ҙа итхимал. Икенсенән, ул вағая, матурлығы кәмей.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru