«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘСӘКБЕҘ!
+  - 


Бала бар йортта сер булмаҫ, ти. Бына ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, баш ҡалабыҙҙың күркәм байрамы алдынан халыҡтың иң кескәй һәм дөрөҫтө генә һөйләр өлөшө булған балалар - баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә йөрөгән тәрбиәләнеүселәре Әмир Заманов, Мәрйәм Хәмид, Рөстәм Сәғитов һәм ошо балалар баҡсаһын тамамлап, 123-сө лицейҙа 1-се класта уҡыған Элина Теләүбаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Уларҙың яуаптарын һеҙгә лә ишеттерәбеҙ.

Балалар, һөйләшеүҙе бик мөһим һәм ғәҙәти һорауҙан башлап китәйек әле: һеҙгә балалар баҡсаһы оҡшаймы, бында нимәләргә өйрәтәләр?

Әмир:
Балалар баҡсаһында миңә Роберт, Асҡар һәм Сабир исемле дуҫтарым менән бергә уйнау оҡшай. Беҙ урамға сығабыҙ, матур яҙырға өйрәнәбеҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, уйнайбыҙ. Балалар баҡсаһында өйрәнгәндәрҙән диванда сальто эшләү, йога, "Оҫта ҡулдар" тигән түңәрәктәргә йөрөйөм. "Оҫта ҡулдар"ҙа беҙ әсәйҙәргә бүләккә төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнәбеҙ. Тағы ла һүрәт төшөрөү, робот техникаһы буйынса ла түңәрәктәр бар.
Элина: Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта бында миңә дуҫтар менән бергә ваҡыт үткәреүе, йога, шахмат, һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә йөрөү, тәрбиәселәр оҡшай торғайны. Улар яҙырға, һөйләшергә, уҡырға өйрәттеләр. Хәҙер ҙә шуға әсәйемә эйәреп, уның ошондағы эшенә килергә, бында ваҡыт үткәрергә яратам. Тик дәрестәрҙән буш ваҡыт һирәк була.
Рөстәм: Балалар баҡсаһын мин дә бик яратам ул, тик йоҡларға ғына яратмайым. Яңыраҡ беҙҙең сығарылыш кисәһе үткәрелде, шуға хәҙер балалар баҡсаһында уйынсыҡтарыбыҙ юҡ. Пазлдар йыйыуы бик оҡшай торғайны. Шахмат түңәрәген бик яратам, һүрәт төшөрөүгә, робот техникаһы, йогаға ла йөрөйөм. Робот техникаһын өйрәнгәндә пазлдарҙан төрлө роботтар, машиналар төҙөйбөҙ.
Мәрйәм: Ә мин күңелле төштәр күреп йоҡлайым. Бында гимнастикаға йөрөйөм, унда тәгәрмәс эшләйем, шпагатҡа ултырам. Баяғы Әмир әйткән түңәрәктәрҙе лә беләм, пластилиндан төрлө фигуралар эшләргә өйрәндем.

Арағыҙҙа берегеҙ мәктәптә уҡый, башҡалар быйыл беренсе класҡа барасаҡ. Балалар баҡсаһында саҡ ҡына оҙағыраҡ ҡалып торорға теләмәйһегеҙме?

Әмир:
Юҡ, мин бында тиҙерәк эштәрҙе бөтөрөп, өлкән булғым килә. Мәктәпкә барһаң, өлкән булаһың.
Рөстәм: Беҙгә тағы дүрт аҙна ғына йөрөргә ҡалды, унан һуң ял иткәс, мәктәпкә барабыҙ. Унда машина йөрөтөргә лә өйрәтәләр, мин шуны көтәм.
Мәрйәм: Бөтәбеҙҙең дә тиҙерәк мәктәпкә барғыһы килә. Унда уҡытыусыларыбыҙ яҡшы булыуын, гел "бишле"ләр алырға теләйем. Хатта аҙаҡ йоҡлағым да килмәй, мәктәпкә генә барырға ине.
Элина: Мөмкин булһа, балалар баҡсаһына киренән йөрөй башлар инем. Сөнки мәктәптә оҙаҡ ултырып уҡырға, аҙаҡ дәрестәр әҙерләргә кәрәк. Ә балалар баҡсаһында рәхәт, йоҡо ла туя.

Күптән түгел Балалар көнө булды бит әле. Һеҙ был байрамда ниҙәр эшләнегеҙ?

Элина:
Әсәйем бүләк бирҙе һәм мин көнө буйы уйнаным.
Әмир: Туңдырма ашаным, һағыҙ сәйнәнем.
Мәрйәм: Беҙ Димдәге паркка барҙыҡ. Ул элегерәк матур түгел ине, ә хәҙер уны төҙөкләндерҙеләр һәм ул яҡшырып китте. Ул паркта бөтә нәмә ағастан. Арҡан, батут, самокат һәм велосипедтарҙа йөрөй торған урын, бәүелсәк бар.
Рөстәм: Эйе, унда "үрмәксе ауы"на менеп була. Мин паркта самокат менән сальто эшләргә өйрәнә башланым.
Элина: Был парк миңә лә оҡшай ул. Самокатта йөрөргә, бәүелсәктә бәүелергә, йүгереп уйнарға, асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрөргә яратам.

Әйткәндәй, ә Өфө ҡалаһында һеҙгә нимә оҡшай, нимә оҡшамай?

Рөстәм:
Магазиндар, уйын бүлмәләре, тауҙар оҡшай миңә.
Әмир: Миңә лә шулар оҡшай, тағы ла уйынсыҡтар һәм тәмлекәстәр магазинын өҫтәп әйтергә була. Ә бына йәшенләп күп итеп ямғыр яуыуы оҡшамай. Бер саҡ ямғыр аҫтында һыуланып ҡайттым.
Мәрйәм: Эйе, бер ямғыр бөтөп, икенсеһе башланып тик тороуы миңә лә оҡшамай. Тағы ла ҡайҙалыр һуңлап ҡалыуыбыҙ оҡшамай. Ә Салауат Юлаев һәйкәле, шунда йөрөү, тыуған көндәр өсөн уйын бүлмәләре оҡшай.
Элина: Салауат Юлаев һәм Шайморатов генерал һәйкәлдәренә, "Ете ҡыҙ" фонтанына барырға яратам. Өфөлә миңә оҡшамаған урын юҡ та ул.

Йәйҙе Өфөлә үткәрәһегеҙме?

Мәрйәм:
Тиҙҙән мин Межгорье ҡалаһына өләсәй, олатай һәм ике туған бәләкәй ҡустыларыма ҡайтам. Унда мин сәскәләремә, емеш-еләккә һыу ҡоям.
Элина: Ә мин Ҡуян ауылына өләсәйем һәм олатайым, инәйемдәргә ҡайтам. Ауылда ла, ҡалала ла йәйгеһен рәхәт инде ул. Ауылда өләсәйҙәргә ярҙам итәм, дуҫтарым һәм туғандарым менән күмәкләп йыйылышып, урамда уйнайбыҙ, һыу инәбеҙ һәм ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.
Рөстәм: Мин нәнәй менән ҡартатайға Үрнәк ауылына ҡайтам. Ауылда һыйырҙарҙы көтөүҙән ҡаршылайым, утын ташыйым. Баҡсала емеш-еләк бешһә, шуны йыйырға ярҙам итәм. Ә ҡалала булғанда йорт эргәһендәге майҙансыҡта футбол уйнарға сығам.
Әмир: Мин дә өләсәй-олатайға ҡайтам һәм гел ярҙам итәм: мунса яғырға утын ташышам, картуф утайым, һыйырҙарҙы ла баҡсалағы уңышты тапап бөтмәһендәр тип ҡыуып йөрөтәм. Өләсәйем еләк йыя ла, беҙ ашайбыҙ, ҡалғанынан ул туңдырма яһай.

Үҙегеҙҙе ҡасан бәхетле итеп тояһығыҙ?

Әмир:
Мин Еңеү көнөндә бәхетле.
Рөстәм: Балалар баҡсаһындағы ярыштарҙа еңгән саҡта бәхетлемен.
Мәрйәм: Еңеү көнөндә, байрам булғанда һәм миңә бүләк бирһәләр шатмын.
Элина: Өйҙә һәм донъяла тыныслыҡ булғанда, һуғыш булмағанда - мин бәхетле.

Ә батыр ниндәй була?

Рөстәм:
Салауат Юлаев кеүек, ул һаҡлаусы. Батыр бер нәмәнән дә ҡурҡмай, хәрбиҙәр кеүек беҙҙе яҡлай.
Мәрйәм: Батыр көслө була, ҡалабыҙҙы һаҡлай. Ул бөтәһенән дә яҡшыраҡ һәм һәйбәт кеше.

Яҡшы малай һәм ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?

Рөстәм:
Яҡшы малай әсәһенә ярҙам итә, тыңлаулы, алма йыйыша, яҡшы уҡый, бөтә әйткәндәрҙе үтәй. Ҡартатай арыһа, уға ла ярҙам итә.
Әмир: Көс йыйырға, нимәлер эшләргә һәм буш ятмаҫҡа тейеш яҡшы малай. Мәҫәлән, һүрәт төшөрһөн. Картуф ултыртырға, ҡурай еләге йыйырға, иҙән йыуырға һәм саң һөртөргә лә ярҙам итә ул. Әсәй арыһа, уға һәр саҡ ярҙам итергә тейешбеҙ. Ә яҡшы ҡыҙҙарҙың сәстәрен әсәйҙәре матур итеп үреп ҡуя, улар үҙҙәре лә, күҙҙәре лә матур булырға тейеш.
Мәрйәм: Яҡшы малайҙар көслө була, улар әсәйҙе һәм ҡыҙҙарҙы яҡлай, тыңлашалар, көн һайын тештәрен йыуалар. Ә ҡыҙҙар һәйбәт булырға, матур кейенергә, әсәйгә һауыт-һаба йыуырға, ашарға бешерергә ярҙам итергә, ул ауырығанда дарыуҙар алып килеп бирергә тейеш.
Элина: "Бишле" билдәләре алырға, үсекләшмәҫкә, сәстән тартмаҫҡа тейеш яҡшы малайҙар. Ә яҡшы ҡыҙ атай-әсәйҙе тыңлай, һауыт-һаба, иҙән йыуа, сүпте сығара, таҙалыҡ ярата.

Нимә эшләргә ярай һәм ярамай, нисек уйлайһығыҙ?

Рөстәм:
Йәнлектәрҙе үлтерергә, бесәй менән этте туҡмарға ярамай. Әсәй, атай, олатай һәм өләсәйҙе яратырға, хөрмәт итергә кәрәк.
Әмир: Ҡурҡыныс киноларҙы, йәнһүрәттәрҙе ҡарарға, уйындар уйнарға ярамай.
Элина: Тәбиғәтте яратырға кәрәк, ә ололар менән телләшергә, башҡалар менән һуғышырға ярамай.
Мәрйәм: Урманда сүп-сар ҡалдырырға, ағас ҡырҡырға ярамай, ул матур булып үҫергә тейеш. Әсәйгә ауыр һүҙ әйтмәҫкә кәрәк.
Әмир: Урманда бер үҙең алыҫҡа йүгереп китергә лә ярамай, атыу әсәй "Минең улым ҡайҙа икән?" тип илаясаҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Баш ҡала балалары менән бына ошондай матур һөйләшеүҙәрҙән һуң киләсәгебеҙ өсөн борсолоуҙар урынһыҙ булыуына инанаһың. Сөнки атай-әсәйҙәре һәм милли мәғариф учреждениеларындағы рухлы, аңлы, алдынғы ҡарашлы хеҙмәткәрҙәр ярҙамында улар оло тормош юлын яҙлыҡмайынса үтер дөрөҫ йүнәлеш алып үҫә. Быны бер тауыштан "Беҙ башҡортса һөйләшеп йөрөйәсәкбеҙ!" тип яуаплауҙарында ла тойорға мөмкин. Һоҡланғандан һоҡ тейеп ҡуймаһын Өфө һәм Башҡортостандың киләсәген төҙөйәсәк кескәйҙәргә!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 140

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru