«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЯРАТҠАН ҠАЛА
+  - 


ҺОРАУ: Өфөләге үҙгәрештәргә ниндәй баһа бирерһегеҙ? Ғөмүмән, үҙгәрәме баш ҡалабыҙ?

Илдус ӘХМӘТЙӘНОВ:
Беҙҙең Өфө үҙгәрә, был шикһеҙ. Ләкин ул ҡабаланмай, яйлап ҡына үҙгәрә. Баш ҡалала ниндәйҙер ҙур үҙгәреш булһын өсөн Өфөлә күләмле сара үтергә тейеш. Мәҫәлән, ШОС һәм БРИКС саммиттары өсөн әҙерлек барышында Өфө иҫ киткес үҙгәрҙе. Һәм бына баш ҡаланың 450 йыллығына ҡарата ла байтаҡ эштәр башҡарыла. Шуға күрә Өфөнөң тиҙ үҙгәреүен көтөргә ярамай, минеңсә - бында барыһы ла һәлмәк кенә, әммә юғары кимәлдә үҙгәрә. Ошо үҙенсәлегебеҙ менән дә беҙ, өфөләр, бәлки, күптәрҙән айырылабыҙҙыр әле. Һәр эштә лә тиҙлек түгел, ә сифат тәүге урында тора икәнлеген онотмайынса ғына үҙгәрештәр кисереп йәшәп ятабыҙ.

Сәлих АСЫЛБАЕВ, Бөрө районы: Иң тәүҙә күҙгә, әлбиттә, баш ҡалаға килеп ингән урын ташлана. Мин, мәҫәлән, Затон биҫтәһе яғынан Өфөгә киләм һәм һуңғы ваҡытта был яҡта булған үҙгәрештәр тик ҡыуандыра ғына. Ағиҙел йылғаһы аша асылған яңы күпер, уға тиклемге юлдарҙың төҙөкләндерелеүе күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер, тием. Балалар менән ҡалаға килгәндә уларҙы мотлаҡ "Урмансылар паркы"ндағы зоопаркка алып барам. Ғөмүмән, был паркта йөрөү бик оҡшай. Һуңғы йылдарҙа ундағы үҙгәрештәрҙе тик ыңғай яҡтан ғына баһаларға мөмкин: актив уйындар өсөн төрлө майҙансыҡтар булдырыу, ҙур ғына балалар майҙансығын эшләү, ял итеү өсөн махсус ялан бүлеү - барыһы ла халыҡ өсөн эшләнгән.

Дилбәр ҮҘӘНБАЕВА: Хәҙер бына 30 йылдан ашыу яратҡан Өфөмдә йәшәйем. Уның һәр үҙгәрешен күҙәтеп, ҡалаға ҡағылышлы яңылыҡтар менән танышып барам. Ҡала көнләп үҫә. Киңлеккә лә, оҙонлоҡҡа ла, бейеклеккә лә, тип әйтәйем. Әле булһа ҡайҙандыр ер табып, өйҙәр һалалар, иҫкеләре һүтелеп, улар урынына яңылары барлыҡҡа килә, быға тиклем киноларҙа ғына күргән бейек йорттар үҫеп сыға. Төҙөлөш бара икән, тимәк, ҡала йәшәй. Ҡыуаныслы хәл. Һис шикһеҙ, Өфөнө заман талаптарынан ҡалышмайынса үҫешкән мегаполис, тип ауыҙ тултырып әйтергә була.
Өфөнөң ландшафты ни тиклем үҙенсәлекле! Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенән тирә-яҡҡа ниндәй матур күренеш асыла! Ҡарап туйғыһыҙ. Айына бер булһа ла ошо майҙанда рәхәтләнеп йөрөп, ял итеп ҡайтыу күңелдәрҙе күтәреп, йәшәүгә дәрт өҫтәп ебәрә. Әгәр ҙә ниндәй ҙә булһа башҡорт телендәге сараға тура килһәк, икеләтә ҡыуаныс, сөнки милләттәштәрҙе күпләп күреп, үҙ телебеҙҙә йыр-моң ишетеп кинәнәбеҙ.
Һәр ҙур ҡалаға хас булғанса, Өфө лә үҙенең күркәм сифаттарына һәм матурлығына эйә, шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәре лә бар. Шулай ҙа ул минең иң яратҡан ҡалам.

Сәкинә ҒӘҘЕЛШИНА: Өфөлә тыуып үҫһәм дә, яҙмыш елдәре алыҫ Үзбәкстан яҡтарына илтте һәм мин унда теүәл 40 йыл ғүмер иттем. Хәҙер баш ҡалала йәшәгәнемә 5 йыл да булып килә, ниһайәт, күңелем үҙ урынына ултырып, тормошом теүәлләнеп ҡалды. Өфөгә ҡайтып китеп йөрөгәндә әле уның йыл һайын үҙгәреп тороуына иҫем китә ине, хәҙер үҙем даими йәшәй башлағас был үҙгәрештең ни тиклем тиҙ темптар менән барыуын күреп торам. Әле бына күптән түгел генә Һупайлы биҫтәһенә юл төштө. Тауҙан төшөп барышлай күҙәтәм - биҫтә үҙе бер ҙур ҡала кеүек икән дә ул, осо-ҡырыйы ла күренмәгән һымаҡ. Улыма: "Бында кешеләр ҙә икенсе һымаҡ", - тиһәм, ҡысҡырып көлдө лә: "Әсәй, барыһы ла шул өфөләр инде", - тип яуап бирҙе. Бәлки, шулайҙыр, ләкин бында әллә ниңә тормош һәлмәгерәк аҡҡандай тойолдо, кешеләре лә ашыҡмаған кеүек, хатта магазиндарында ла яйлап ҡына һатыу итеп торалар. Урамдары төҙөк, йорттары бер иш кенә күбеһе. Һәм, иң мөһиме, йорттарҙың тышына ҙур итеп адрестар яҙып ҡуйылған. Өфөнөң үҙәгендә, Октябрь проспектында, ғөмүмән, баш ҡаланың күп урамдарында кәрәкле адресты тапмай йөрөгән саҡтар күп. Бигерәк тә минең кеүек күҙҙәре яҡшы күрмәгәндәргә ауыр - йә ул адрестар бәләкәй генә итеп яҙылған, йә бөтөнләй юҡ...

Артур ФАЗЛЕТДИНОВ: Мин Өфөлә тыуҙым һәм ошонда йәшәйем. Эшем буйынса күп илдәргә командировкаларға йөрөйөм, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йыш ҡына ял итәм һәм һәр сәфәрҙән үҙемдең тыуған ҡаламды һағынып ҡайтам. Баш ҡала көндән көн ҙурая, халыҡ та арта. Төҙөлөш ныҡ әүҙем бара, ҡалҡып сыҡҡан яңы йорттарҙың, сауҙа үҙәктәренең, ҡунаҡханаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, ул йорттарҙан уртаса йәшәгән Өфө кешеһенең фатир алырға хәленән килмәй, сөнки хаҡтары яҡын барырлыҡ түгел. Шуға күрә социаль торлаҡ төҙөү мәсьәләһен бер нисек хәл иткәндә, әллә күпме кеше үҙенең йортонда йәшәү мөмкинлеге алыр ине. Өфөлә студент булыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Урта махсус уҡыу йорттары ла бихисап, төрлө йүнәлеш буйынса юғары белем алырға теләүселәргә лә юлдар асыҡ, ятаҡтар ҙа етерлек. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсалары етешмәй, мәктәптәрҙә икешәр смена уҡыйҙар. Ошо мәсьәләләр яҡын киләсәктә ыңғай хәл ителеренә өмөт бар.
Өфө матур, заманса стилдәге йорттар менән бер рәттән, үткән һәм унан алдағы быуаттарҙа төҙөлгән биналарҙы ла күрергә була. Тарих менән бөгөнгө йәнәшә атлауы менән дә күңелемә яҡын баш ҡалабыҙ.

Миңзәлә АБДУЛЛИНА, Силәбе ҡалаһы: Һәр кемгә үҙенең тыуып үҫкән ауылы, ҡалаһы яҡын һәм ҡәҙерле. Минең күңелем түрендә иһә һәр ваҡыт республикабыҙҙың баш ҡалаһы - Өфө. Үҙем күптән ситтә йәшәһәм дә, Өфөмә йылына бер нисә ҡайтып әйләнәм. Һәм килгән һайын Өфөнө башҡа ҡалалар менән сағыштырам да уның барыбер ҙә матурыраҡ, күркәмерәк һәм йәшеллеккә мул булыуын билдәләйем. Һуңғы килеүемдә ҡала урамдарында ҙур, яңы, заманса автобустарҙың күп булыуына иғтибар иттем. Элекке ПАЗ автобустары, күпселек осраҡта, тыштан да, эстән дә бысраҡ булыуы менән иҫтә уйылып ҡалған. Уларҙың бер-береһен уҙырға тырышып, салондағы пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә ҡул һелтәп, Өфө урамдары буйлап елдереүе үткәндә ҡалып бара һәм был, шәхсән минең өсөн, шатлыҡлы ваҡиға.
Ҡала күҙгә күренеп ҙурая. Һәм йорттар ҙа бейегерәк була бара. Беҙҙең бала саҡ, йәшлек йылдары уҙған ыҡсым ихаталар, ағас йорттар юғала бара. Әлбиттә, быны күреү күңелгә ҡыйын, ләкин тормош дауам итә, эргә-тирәлә барыһы ла үҙгәрә, яңыра, алмаштырыла. Шуға күрә дүрт ғаилә һыйҙырышлы ике ҡатлы ағас йорт урынына йөҙәрләгән ғаиләне фатирлы итәсәк бейек йорттарҙың ҡалҡып сығыуы замана талабы. Шулай ҙа был изге ғәмәл Өфөнө бар йәмғиәткә йәшел ҡала булараҡ билдәле иткән ағастарҙы ҡырмаһа икән. Бер йортто күтәреү өсөн, бәлки, ярты йыл да етәлер, ләкин бер ағас үҫеп буй етһен өсөн әллә күпме йылдар кәрәк. Бөгөнгө хаҡында ғына уйлап, киләсәккә ҡул һелтәмәһәләр ине, тип теләге килә. Балаларға фатир ҡалдырып та, улар таҙа, саф һауаға сарсап йәшәһә, был аҙымдан ни файҙа. Ә йәшел урман - йәшел ҡалҡан.
Өфөм - матур хәтирәләр ҡалаһы, бала сағым һәм йәшлегем үткән ғәмһеҙ осором. Ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһә лә, баш ҡалам минең өсөн элекке кеүек үк яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡалаға ҡағылышлы һәр яңылыҡ һәм үҙгәреш тик яҡшылыҡ алып килһен.


"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru