«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӘР-РӘХИМ" ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ ТӨҘӨЛӘСӘК!
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсете төҙөлөшө тергеҙелде. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов белдереүенсә, 2007 йылда төҙөлә башлаған дини ҡоролманың проект-смета документацияһына һуңынан бик күп үҙгәрештәр индерелә, ахырҙа, эш туҡтатылып ҡуйыла. Әлеге ваҡытта территория төҙөкләндерелә, майҙан кәртәләнә, барыһы ла стандарттарға тап килтерелә.

"Сит ил ҡорамалдарын ватан етештереүсеһенекенә алмаштырыуға бәйле техник мәсьәләләр бар. Бөгөн тағы ла проект-смета документацияһы үҙгәртелә, уға өҫтәмә рәүештә дәүләт экспертизаһы үткәреләсәк. Контракттың тулы хаҡы асыҡланғас, төҙөлөштө өҫтәмә финанслау мәсьәләһен ҡараясаҡбыҙ", - ти министр. Мәғлүм булыуынса, бюджеттан аҡса бүленмәйәсәк, ә меценаттар хәйриә ярҙамы күрһәтәсәк.
"Төҙөлөш тармағында беҙҙең лайыҡлы коллегаларыбыҙ бар, улар бизнеста ла уңышлы, илдең һәм республиканың патриоттары. Улар шәхсән финанс менән ярҙам итергә әҙер, шулай уҡ Башҡортостан халҡы араһында ла мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр күп. Төҙөлөштө мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға тырышасаҡбыҙ һәм "Әр-Рәхим" мәсете республика халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы ҡыуандырыр, тип өмөтләнәбеҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Ридаль Сәйетов. Йәмиғ мәсетенә иғтибар 13 мартта көслө ел һөҙөмтәһендә уның манараһының осо - үләме ҡолап төшкәс артты. Әле "Грант" инженер үҙәге яңы конструкция эшләгән. Ошо көндәрҙә уны төҙөлөш майҙанына алып килеп урынлаштырыу күҙаллана. Шулай уҡ башҡа үләмдәр ныҡлыҡҡа тикшерелгән һәм уларҙың ныҡ тороуы асыҡланған.
Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ - артабан һәр йома "Әр-Рәхим" мәсетендә аҙан яңғыраясаҡ. "Тимәк, арабыҙҙа ҡара көстәр аҙыраҡ буласаҡ. Аҙан - ул изге йола һәм йышыраҡ яңғырарға тейеш. Йома намаҙы төш мәлендә үтә, уны ишетеү күптәр өсөн рәхәт булыр, - ти Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин һәм тиҙ арала мәсеттең төҙөлөп бөтөрөнә ышаныс белдерә. - Күптәр минән, мәсет ҡасан төҙөлөп бөтөр, тип һорай. Ҡасан беҙ уға лайыҡлы булабыҙ - шунда төҙөлөш тамамланыр. Беҙҙең дөйөм бурыс - мәсет төҙөлөшөнә мөмкин тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индереү".
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яңы ғына мәсет территорияһында һаҡ та, ҡойма ла булмауы, төҙөлөш тә бармауын билдәләп, бөгөн бөтөнләй икенсе күренеш күҙәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. "Көстәрҙе берләштереп, Республика Башлығы ҡуйған бурысты үтәрбеҙ, тип ышанам. Өфө барлыҡ халыҡ ғорурланырлыҡ тағы ла бер матур объектҡа эйә буласаҡ", - ти ул.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 132

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru