«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Дала зонаһы күскенселәре. Юэчжи

Ерләгәндә табут ҡуллана башлау осраҡтары, бар урындарҙа ла баш һөйәген деформациялау йолаһының таралыуы аныҡ теркәлгән, был бындағы мәҙәниәттең яңы элементтарын хасил итә. Уларҙың үтеп инеү юлдары беленеп тора: ошо төбәктә гун-усунь ҡәбиләләре менән бер территорияла оҙаҡ ваҡыт дауамында аралашып йәшәү ҡатнаш никахтар өсөн шарттар булдыра.
Һөйләш телендә лә сифатлы үҙгәрештәр бара (Үҙәк Азияның төрки элементтары көсәйә). Күршеләренең төрки һүҙҙәрен үҙләштереү ҡағиҙәгә ярашлы ла, маҡтаулы ла булып иҫәпләнә башлай: урындағы ҡәбиләләр араһында һун-усундәр хакимлыҡ итеүселәр хәлендә була.
Шулай итеп, беҙҙең эра сиктәре эпохаһы һәм уның тәүге быуаттары Көньяҡ Уралдың һун һәм усундәрҙең сәйәси берләшмәләре составына инеүе менән билдәләнә, һәм бында иң мөһимдәр иҫәбендә Кангюй дәүләтен атарға була. Мәҙәниәттәренең яҡын булыуы, шулай уҡ яҙма сығанаҡтарҙа Кангюйға яһаҡ түләү факты ошо дәүерҙәге Көньяҡ Уралдың был үтә ҙур дәүләт составында булыуына дәлил.
Үрҙә яҙылғандар менән бәйләп, Ҡытай авторҙарының Кангюйҙың дәүләт төҙөлөшө хаҡындағы бер мәғлүмәте уҡыусыбыҙ иғтибарын йәлеп итерлек булыр, тип әйтергә кәрәк. Был сығанаҡта Кангюйҙа 5 кесе кенәз булып, уларҙың барыһының да үҙәк идарасы - Кангюй хакимына буйһоноуы хаҡында һүҙ бара. Кангюй өсөн Көньяҡ Уралдың иҡтисади яҡтан мөһим төбәк булыуын иҫәпкә алһаҡ, биш провинция кенәздәренең береһенең тап ошонда йәшәүе хаҡында фараз итеп була. Был ошо ныҡ үҫешкән һәм көслө дәүләткә хас булған төп ижтимағи институттарҙың (халыҡ ҡатламдарының) Көньяҡ Урал ҡәбиләләре йәмғиәтендә лә хасил булыуына дәлил.
Юл ыңғайы күптән түгел "Российская археология" журналы биттәрендә башланған бер дискуссия буйынса үҙ фекеребеҙҙе белдереү урынлы булыр, тип иҫәпләйбеҙ. Быға С. Г. Боталовтың һәм С. Ю. Гуцаловтың "Гунно-сарматы Урало-казахстанских степей" тип аталған китабының баҫылып сығыуы сәбәп булды. Авторҙар ошо китапта Көньяҡ Урал төбәгенең беҙҙең эраның беренсе быуаттарына ҡараған археологик ҡомартҡылары материалдары составына ентекле анализ биреү һәм яҙма сығанаҡтар мәғлүмәттәре нигеҙендә Урал-Волга буйы территорияһында ошо дәүерҙә гундарҙың - Үҙәк Азия далаларынан сыҡҡан ҡәүемдең - өҫтөнлөк иткән этносәйәси көс булыуы хаҡында һығымта яһай. Әле аталған китаптың контексында Урал-Волга буйы күскенселәре ҡомартҡыларын гун-сармат тарихи-мәҙәни комплексы ҡомартҡылары, тип атау маҡсатҡа ярашлы тигән идея төҫмөрләнә. Дискуссия инициаторҙары XX быуат башынан бирле үҙгәрмәйенсә ҡалған "һуң сарматтар" ("поздние сарматы"), йә иһә сармат мәҙәниәте төшөнсәләрен үҙгәртмәй ҡалдырыуҙы талап итә. Беҙ Көньяҡ Уралдың иртә күскенселәре тарихына өҫтәрәк яһаған экскурс боронғо дәүер эпохаһын өйрәнеүсе бер генә авторҙың да әле ҡаралған территорияла б.э. тиклем IV-II быуаттарҙа сарматтарҙы ла, уларҙың б.э. тиклем VII-V быуаттарҙа йәшәгән яҡын ата-бабалары булған савроматтарҙы ла иҫкә алмауын күрһәтә; уларҙың төйәге итеп Азов буйы далалары атала. Савромат, сармат төшөнсәләре һәм ошо исемдәге археологик мәҙәниәттәр Көньяҡ Уралға ошоғаса йыйылған ҙур күләмле материалдарҙы беренсел тикшереү һәм системалаштырыу этабында механик рәүештә күсерелә, ә уларҙың ваҡыты һәм этник яҡтан кемдәрҙеке булыуы ошо теманы өйрәнеүсе корифейҙарыбыҙ М. И. Ростовцев, К. Ф. Смирнов, М. Г. Мошкова хеҙмәттәренә таянып билдәдәләнә. Әммә Көньяҡ Уралдың иртә күскенселәре мәҙәниәте үҙенсәлекле, ул гун-сак-дах-массагет, һуңынан гун-кангюй ҡәбиләләренең әүҙем йоғонтоһо шарттарында үҫеш ала. Шуныһы ҡыҙыҡлы, К.Ф. Смирнов ошо теманы йомғаҡлаусы һуңғы хеҙмәттәренең береһендә иртә тимер быуаты осорондағы Көньяҡ Уралда яҙма сығанаҡтар аша билдәле булған ҡәбиләләр араһында савроматтарҙы ла, сарматтарҙы ла иҫкә алмай. Ошо проблеманы асыҡлаусы барса материалдар нигеҙендә бөтөн донъяға билдәле булған Филиппов ҡурғандарын сарматтарҙыҡы, ә уларҙан ҡаҙып алынған уникаль табыштар коллекцияһын сармат хазинаһы йә иһә "сармат алтыны" тип атау факты ниндәйҙер аңлашмаусанлыҡ булып ҡабул ителә. 2008 йылдың апрелендә Ырымбур ҡалаһында булып уҙған Халыҡ-ара фәнни конференцияла ҡатнашыусылар Көньяҡ Уралдың күскенсе ҡәбиләләрен савромат, сармат (савромат мәҙәниәте, сармат мәҙәниәте) төшөнсәләре менән бәйләү өсөн дәлилдәр булмауын бер тауыштан танырға мәжбүр булды. Ошо конференцияла артабан Урал буйының Филипповка һәм Прохоровка тибындағы ҡомартҡыларын прохоровка мәҙәниәте, тип атау хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

18-се һүрәт. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында Көньяҡ Урал күскенселәре ҡурғандары материалдары: 1,2 - гун тибындағы бронза ҡаҙандар; 3 - ҡойоп яһалған Ҡытай көҙгөһө; 4 - балсыҡ һауыт

19-сы һүрәт. II - III быуаттарҙағы Темәс ҡурғаны материалдары: 1,2 - уҡ башаҡтары; 3,4, 10 - фибулалар; 5-6 - балдаҡтар; 7 - балсыҡ кәсә; 9,11 - һырғалар.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru