«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШЛАМАЛАР ШУНДАЙ
+  - 


Махсус хәрби операцияла (МХО) ҡатнашҡан Башҡортостан хәрбиҙәре күп кенә ташлама һәм пособиеға хоҡуҡлы. Уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дә ярҙам саралары ҡаралған. "Егеттәр мөһим эш атҡара, улар илгә ныҡ ярҙам итә. Ә беҙ яугирҙарыбыҙ яҡлаулы һәм үҙҙәренә ҡуйылған бурысты үтәүҙә ныҡлы әҙерлекле булһындар өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ", - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам итеү маҡсатында 4 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән. Аҡсанан тыш, яугирҙар һөнәри һәм өҫтәмә белем алыу буйынса социаль сертификаттарға иҫәп тота ала. Улар бушлай белем алыу сертификаттары.
2023 йылдың мартынан Башҡортостанда яңы һөнәр үҙләштерергә, йәки өҫтәмә белем алырға теләгән МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн сертификат биреү программаһы киңәйтелде. Хәҙер яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары ла Хөкүмәт иҫәбенә өҫтәмә белем алырға хоҡуҡлы. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сертификат хаҡы 50 мең һум тора. Уларҙы һөнәрҙе камиллаштырыу, профессиональ белемде ҡайтанан нығытыу буйынса өҫтәмә белем биреү ойошмаларында ҡулланырға була. Киске, көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге бар. Үҙең айырым белем алаһыңмы, йәки төркөм менән уҡыйһыңмы, быны ла шулай уҡ һайларға була.
Республика мәшғүллек Үҙәге мәғлүмәте буйынса, МХО-ның алты ҡатнашыусыһы ошондай сертификат алған. Уҡыу программаһын һәр кем үҙе һайлай, йәмғеһе 6 мең тирәһе вариант тәҡдим ителә. Был яугирҙар экологик хәүефһеҙлек белгесе, күтәргес- манипулятор машинисы, ҡарауылсы, "В" категориялы йөрөтмәнгә уҡырға ҡарар иткәндәр. Бер кеше эшҡыуарлыҡ-планлаштырыуҙы һайлаған.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә килгәндә, бындай мөмкинлек менән дүрт ҡатын файҙаланған. Улар сәләмәтләндереү массажы, смета һәм хаҡ эше, сәстараш, интернет аша алып-һатыу белгесе йүнәлештәрен һайлағандар. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы 2023 йылда 700 белем алыу сертификаты бирергә йыйына, уларҙың 200-е - МХО-ла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн, 500-ө - артабан да эшләргә теләгән, әлеге мәлдә мәшғүллек үҙәгендә торған граждандар, ауырлы ҡатындар һәм хаҡлы ялдағылар өсөн.
Юғары уҡыу йорттарында уҡырға теләгәндәргә квота бар. Быйылдан башлап, илебеҙҙең бөтөн университеттарының ҡабул итеү кампанияһында 10 процент махсус квота буласаҡ. Ул МХО-ла ҡатнашҡандарҙың балаларына бюджет аҡсаһына бакалавриат һәм һөнәрмән программаһы буйынса уҡырға мөмкинлек бирә. Президент Владимир Путин был туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары айырым махсус квота менән вузға инә ала, йәғни ҡайһы бер осраҡта БДИ-ны бирмәйенсә лә. Был төркөмгә ата-әсәләре МХО-ла үлгән, йәки яраланғандарҙың балалары инә. Льгота Рәсәй Геройҙарына һәм өс Батырлыҡ ордены кавалерҙарына, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә саҡта зәғифләнгән хәрби хәрәкәт ветерандарына ла ҡағыла.
МХО-ла ҡатнашҡандар ОСАГО полисы өсөн өлөшләтә аҡсаларын кире ҡайтара алалар.
Махсус операцияла ҡатнашыусылар ОСАГО менән килешеүҙе кисектергеһеҙ өҙә һәм полистың ҡалған хаҡын кире ҡайтарта ала. Был ярҙамды Рәсәй Банкы тәҡдим итә. Бындай хоҡуҡ менән мобилизацияланғандар ҙа, МХО-ға үҙ иректәре менән киткәндәр ҙә, һөнәри хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә файҙалана ала.
Шуны ла белергә кәрәк, ОСАГО менән килешеүҙе кисектергеһеҙ өҙгән саҡта, полис хаҡы өлөшләтә генә ҡайтарыла. Шуныһы ла бар, үҙенең хеҙмәте өсөн страховкалаусы ошо сумманан 23 процент тотоп ҡаласаҡ.
Быйыл Рәсәй Банкы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең иҫәптәре менән эшләгән коммерция банктарына яңы тәҡдим менән сыҡты. Айырып әйткәндә, банк махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫәптәре менән бәйле алып барылған операцияларҙың комиссияһын кәметергә, йәки унан бөтөнләй баш тартырға ҡуша.
Бынан тыш, банктарға МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бер банктан икенсе банкҡа нисек бушлай йәки әҙ комиссия менән аҡса күсереүҙе ентекләп аңлатырға ҡушыла.
Транспорт һалымы буйынса льготалар оҙайтыла. МХО-ла ҡатнашыуылар, уларҙың ғаиләләре 2022 йылға транспорт һалымын түләүҙән азат ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йыл өсөн һалым түләү 2023 йылдың 1 декабренә тиклем дауам итә. Льгота бер генә транспорт сараһы өсөн бирелә, ул мотоцикл, еңел йәки йөк машинаһы һ.б. булырға мөмкин.
Үҙ иректәре менән киткәндәргә льготалар. Үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнашыусы 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум аҡса түләй. Уны алыр өсөн ғариза яҙыу талап ителмәй.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау буйынса республикала бөгөнгө көндә 30-ҙан артыҡ сара ҡаралған. Әле иң күп ҡулланылғаны - балаларҙы сиратһыҙ балалар баҡсаһына урынлаштырыу, мәктәпкәсә учреждениеға бушлай йөрөтөү.
РБ финанс министры - премьер-министр урынбаҫары Лира Иғтисамова әйтеүенсә, әлеге мәлдә 3 мең бала балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 5-11 кластарҙан 2,4 мең уҡыусы һәм колледждарҙан 500 студент бушлай туҡлана. Бынан тыш, 2 мең бала түңәрәктәргә бушлай йөрөй, 300 бала һәм махсус операцияла ҡатнашыусылар санаторий-курорттарҙа дауаланған, 7,5 меңдән ашыу кеше медицина ярҙамы алған, 10-дан ашыу кеше коммуналь хеҙмәттең айырым төрө буйынса түләүҙән азат ителгән. 3,6 мең уҡыусы һәм студент йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй.
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда "Ватанды һаҡлаусылар" МХО-ла ҡатнашыусыларҙы Дәүләт яҡлау фондының филиалы асылды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың МХО-ла ҡатнашыусыларҙы Дәүләт яҡлау фондын ойоштороу тураһындағы ҡарары 3 апрелдә баҫылып сыҡты.


"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru