«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 8
+  - 


Шул салғыны күтәреп, тәүге тапҡыр бесәнгә китеп барғанымды күрһәгеҙ ине! Әйтерһең, минең яурында салғы түгел - флаг. Һәм оло байрамда иң алғы сафта атлайым. Барам-барам да, түҙмәйенсә, юл эргәһендәге үләнде сабып ҡарайым.
- Юҡҡа ҡыялма, танһығың ҡаныр әле, - ти әсәйем.
Сабынлыҡҡа етеп, ҡырҡым башына барып баҫҡас, әсәйем салғымды тағы бер тикшереп сыҡты: ҡыбырламаймы, һапҡа тотҡа минең кәүҙә өсөн дөрөҫ ултыртылғанмы, салғы һоноҡ түгелме? Быларҙы әсәйем бик белдекле ҡиәфәт менән эшләй.
- Быйыл яйлап ҡына өйрәнерһең, икенсе йыл ныҡлап саба башларһың, улым, - ти әсәйем.
Кит инде, шулай бесән бөткәнсе өйрәнсек кенә булып йөрөмәм дә инде. Ул тиклем нимәһе бар бесән сабыуҙың? Йәноҙаҡ бабай ана, донъяла иң яратҡан эшем - бесән сабыу, ти. Ҡыйын эш булһа, яратыр инеме ни ул? Әсәйем салғыны миңә тоттора, уйҙарымды белгән кеүек, һаман үҙ хәбәрен һөйләй.
- Бесән сапҡанда көс тә, таһыл да кәрәк. Беләкте һуҙа торған эш ул.
Эй, ошо әсәйемде, хәбәрҙе ҡыҙыҡ ҡына итеп һөйләй ҙә ҡуя. Бесән сапҡан һайын беләге һуҙылһа, кешеләрҙең ҡулы ергә һөйрәлеп йөрөр ине.
Әсәйем эргәбеҙҙәге ҡайын урманын яңғыратып, ялан өҫтөнә ниндәйҙер моң таратып минең, апайымдың, аҙаҡтан үҙенең салғыһын яныны ла:
- Хоҙайға тапшырайыҡ, - тип саба башланы. Оҙон һәм тығыҙ булып үҫкән үлән араһынан уның салғыһы ғәжәп еңел йөрөй, "ғырш-ғырш" иткән күңелле тауыш ҡына ишетелеп ҡала.
- Салғыңды үтә ҡыҫып тотма, усың күберсер... һелтәгәндә салғыңды ныҡ күтәрмә, алымыңдың арт яғы тигеҙ киҫелмәҫ... Өйрәнгәнсе тарыраҡ алдырып сап, хәлеңде тиҙ бөтөрөрһөң... - Әсәйем үҙе саба, үҙе туҡтауһыҙ мине өйрәтә.
Апайым былтыр уҡ сабырға йөрөштөргәйне инде. Әсәйем артынса салғыһын килешле генә һелтәп төшөп тә китте. Бакуй башы эшләгәс, артына әйләнеп ҡарап, көлә бит әле.
- Һин, Кинйәбай, артыҡ ҡыҙып китеп, минең үксәне ҡыя сабып ҡуйма, - ти.
Өндәшмәнем. Иргәләшеп тораһы килмәй ине. Бына мин тәүге тапҡыр ҡырҡым башына сығып баҫтым, тәүге тапҡыр сабынлыҡта салғы һелтәнем һәм... бер нисә услам үлән ергә ауыу менән салғымдың осо тупраҡҡа ҡаҙалды. Уны һурып алып, яңынан һелтәгәйнем, үләндәр тигеҙ үк киҫелде. Тик икенсе ҡабатында салғы тағы киреләнде - үләндәрҙе ялпаштыра йығып, өҫтән кәйелеп үтте. Асыуланып сабып алып китмәксе иткәйнем, салғым ниндәйҙер дүмҫәгә барып бәрелде. Ни булды һуң әле? Ниңә һелтәгән һайын бер нәмәһе табылып тора? Хәшейә апайҙың алымында ана дүмҫә-фөлән дә юҡ, ыңғай сабып китеп тик бара.
Мин ҡыяла-ҡыяла бер-ике аҙым да китә алманым, әсәйем, ҡырҡым осона сығып, бакуйын кире ҡайтарып, минең янға әйләнеп килде. Салғыһын яурынына күтәргән көйө аҙыраҡ ҡарап торғас:
- Туҡта әле, улым, - тип салғымды алды. - Салғыңдың йөҙө бына шулай үргәрәк ҡарап йөрөһөн. Һелтәгәндә өйрөлтөп килтереп бына шулай һелтә...
Әсәйем шулай һөйләнә-һөйләнә минең салғы менән саба. Салғы ҡаҙалмай ҙа, дүмҫәгә лә бәрелмәй, үләндәр төптән генә тигеҙ киҫелеп, ҡыйылып ятып ҡала.
Көн буйы әллә нисәмә тапҡыр ана шулай туҡтап-туҡтап өйрәтте мине әсәйем. Һуңға табан апаруҡ һелтәй башлағайным да, хәл бөтөбөрәк китте. Бил дә, беләк менән ҡулбаштар ҙа ауырта, усым бер нисә урындан ҡабарып сыҡты. Мин әйләнәм дә ҡояшҡа ҡарайым, әйләнәм дә ҡояшҡа ҡарайым. Ә ул төшлөктән ауышып бер аҙ барған да туҡтаған, шул урынынан һис ҡуҙғалмай. Салғыны ташлап, бер аҙ ятып торһам да, әсәйем өндәшмәҫ ине. Ғәр, сәм тигән нәмә бар бит. Битем буйлап аҡҡан тиремде еңем менән һөртәм дә тағы сабырға тотонам.
Шулай ҙа әсәйем хәлемде һиҙҙе.
- Оҙаҡламай ҡайтыр саҡ та етә. Арығанһыңдыр, туҡта инде, улым, - тине. - Иртәгә лә көн бар.
Иртәгә лә, иртәнән һуң да көндәр шундай уҡ оҙон булырмы икән? Ҡасан бөтөр ундай көндәр? Әле бит бесәндең башы ғына...
Иртәгеһенә йоҡонан торһам, билем шул тиклем ныҡ ҡатҡан, бөгөлһәм, шарт итеп һыныр ҙа ҡуйыр төҫлө. Ләкин тормайынса әмәл юҡ ине. Сабында ҡалдырып ҡайтҡан салғым көтә бит мине. Әсәйемә задание итеп һалынған бесәнде кем сабыр? Үҙебеҙҙең һыйырҙың ашарына кем әҙерләр?
Был көндө тәүге һелтәүҙә үк салғымдың осо ергә ҡаҙалманы, ыңғай уҡ сабып алып киттем. Әсәйем:
- Һәй, минең улым, ана бит, өйрәнеп тә алды, - тип ҡеүәтләп тә ебәрә мине.
Тик бына усымдың ҡабарған урындары ауыртып йәнемде ҡыя. Төш етә башлағас, әсәйем:
- Бесән сабырға өйрәнгәндә иң ауыры - икенсе көн. Үҙемдең дә баштан үткән, беләм. Бар, ҡаршылағы анау ҡыразға сыҡ та төшкө сәйгә еләк йый, аҙыраҡ ял да итерһең, - тип миңә икенсе йомош ҡушты. Ул мине киске һыуһында ла иртәрәк туҡтатты. Әллә шуға инде, был көн кисәгеһенән ҡыҫҡараҡ тойолдо миңә.
Өсөнсө көнөнә иһә, кискә табан ныҡ ҡына арыһам да, әсәйем менән апайым ыңғайына эшләнем. Бил дә, беләктәр ҙә әллә ни ауыртмай. Йәноҙаҡ бабайҙан тапатыу өсөн, ҡайтҡанда салғымды күтәреп алдым. Ул яурынымда йөк булып ятмай, күңелемә ниндәйҙер рәхәтлек бирә. Күрһендәр әйҙә минең бесән сабып ҡайтып килгәнемде. Беҙ кемдән кәм! Әсәйем дә бит ана:
- Өс салғы - өс салғы инде. Кеше ыңғайына эшләп еткерербеҙ әле бесәнде, - ти.
Ысынлап та, сабыу менән йыйыуҙы ыратып алып барҙыҡ беҙ. Ләкин эш кәбән ҡойоуға килеп терәлгәс, әсәйем аптырабыраҡ ҡалды. Сөнки бесән ваҡытында һәр аяҙ көн иҫәпле. Һәр кем үҙ эшен ыратып ҡалырға тырыша. Әсәйем ике-өс кешегә барып, кәбән ҡойоп биреүҙәрен һорағайны ла, тыңламағандар. Их, тип эстән һыҙам мин, атайым ана Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам итәм тип ятып үлде. Ниңә кеше шулай изгелекһеҙ була икән?..
Иртәнсәк әсәйем байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙы ла, апайым менән миңә ҡарап, кәңәш иткән ҡиәфәттә әйтте:
- Күкрәк һәнәге менән ос һәнәген күтәреп алып барайыҡмы? Сабын тирәһендә кәбән ҡойған берәй кешенән ат алып, күбә тарттырһаҡ, үҙем маташтырып ҡарайыммы икән әллә, тим.
- Нимәне, әсәй? - тип һорай апайым, уның тел төбөн аңламайынса.
- Кәбәнде әйтәм инде. Нисек ҡойғандарын күргән бар. Берәй ун биш-егерме күбәне, моғайын, өйөп ҡуйырмын әле. Көндәр боҙолоп китһә, күбәләр яуында ултырып ҡалыр.
Мин кәбән һәнәктәрен өй башынан төшөргәс, әсәйем ос һәнәген, тәүге тапҡыр күргәндәй, ҡулына алып, уның һәлмәклеген, оҙонлоғон самалап торҙо, ауыр көрһөндө лә:
- Алып барып ҡарайыҡ әле, - тине.
Ат табып, күбәләрҙе тарттырыу әллә ни оҙаҡ булманы. Әсәйем күбәне эйеп ебәреп тора, мин елдереп йөрөп тарттырам. Аҙаҡтан урмандан, күбә арҡанына тағып һөйрәтеп, өс тағанлыҡ алып килдек. Әсәйем, уларҙы һөйәп, таған ҡорҙо, нығыраҡ торһон, тайышмаһын өсөн, баштарын нәҙек муйыл сыбыҡ менән кәбән үҙәгендә ҡалдырыласаҡ ҡайынға ҡуша уратты. Шунан, артабан ни эшләргә белмәгәндәй, ситкәрәк барып ултырып, һүҙһеҙ ҡалды. Мин өйкөм муйыл ағастарына һөйәп ҡуйылған ос һәнәгенә, унан уйға сумып ултырған әсәйемә ҡарайым. Әйтерһең, ошо мәлдә һәнәктәр менән әсәйем араһында һүҙһеҙ алыш бара һәм кәбәндең ҡойолоу-ҡойолмауы кемдең еңеп сығыуына бәйле ине. Бына әсәйем ипләп кенә урынынан күтәрелде, әле генә үҙе һөйәгән тағанға күҙ һалды.
- Хәшейә, һин, ҡыҙым, кәбән башында торорһоң. Кинйәбай туҙышҡан бесәнде йыйыр, - тип күбә һәнәгенә тотондо әсәйем.
Ошо көндө әсәйемдең кәбән һалғанын ғүмеремдә онотмам. Тәүҙә күбә һәнәге менән еңел үк ырғытты ул бесәнде. Оҙаҡламай таған тирәһе түңәрәкләнеп, кәбән төбө рәүешенә инде.
- Һәй, кеше эшләмәгән эшме, шулай әкренләп ҡойоп бөтөрбөҙ әле, - ти әсәйем, үҙен-үҙе йыуатҡан кеүек.
Кәбән бейегәйә башлағас, күбә һәнәген ҡуйып, күкрәк һәнәген алды ул. Оҙон һәнәк менән бесән сәнсеп алыуы ҡыйыныраҡтыр, әлбиттә. Шулай ҙа әсәйем төҫ бирмәй, хәле бөткәндә аҙ ғына ултырып ял итә лә, айран эсеп тамаҡ ебеткәс, тағы һәнәгенә тотона. Бына кәбән яртыһынан уҙып китте. Хәҙер уны тарайтып, ослай башларға кәрәк. Әсәйем күкрәк һәнәген ситкә ҡуйып, ос һәнәге һөйәүле торған ергә барҙы ла, алырға баҙнат итмәгәндәй, уға ҡарап туҡтап ҡалды. Ә ос һәнәге, атайымдан ҡалған, Йәноҙаҡ бабай маҡтаған һәнәк, шул тиклем матур, - күккә уҡталған уҡ шикелле тора. Әсәйем уны алды ла кәбән төбөнә ҡарай атланы. Әллә әсәйем сибегерәк кәүҙәле булғанға инде, ос һәнәге уның ҡулында уғата оҙон күренә. Нисек бесән күтәрер икән ул шуның менән?
"Теге саҡта атайым Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам иткәндәге кеүек, берәйһе килеп сыҡһа инде", - тип тирә-яҡҡа ҡарайым мин. Тик әйләнә тирәлә ир затынан бер әҙәм юҡ.
Хәүефләнеүем һис тә юҡтан түгел ине. Әсәйем күбәнән бесәнде еңелсә генә сәнсһә лә, ос һәнәгенең һабын ергә ҡаҙап, уны ҡалҡыта алмай аҙаплана. Миңә һәнәк һабының төбөнә, таймаһын өсөн, баҫып торорға ҡуша. Ос һәнәген ҡайһы саҡта икәүләп "тыңлата" алмайбыҙ. Әсәйем ҡалҡыта башланымы, һәнәктең төбө, минең өҫтөнә баҫып тороуыма ла ҡарамай, ер ҡыртышын йыртып, бер яҡҡа тайып сыға ла китә һәм әсәйем бесәнде ергә кире төшөрөргә мәжбүр була. Саҡ ҡына хәл йыйғас, әсәйем һәнәген яңынан бесәнгә ҡаҙай... Ныҡыша торғас, һәнәк турайтып баҫтырыла. Уның йәптәрендә бер ҡосаҡтай бесән ялпылдай. Хәҙер ана шуны күтәреп кәбән башына ырғытырға кәрәк. Әсәйем, ысын кәбәнселәр кеүек, устарын алмаш-тилмәш төкөрөкләп ала, шунан һаптың осонан тотоп, һәнәкте күтәрә. Үҙенән әллә нисәмә тапҡырға оҙон һәнәкте күтәреп кәбәнгә яҡынлаған саҡта ул сайҡалып-сайҡалып китә. Бына хәҙер уның биле һығылып төшөр, һөрлөгөп йығылыр йә күкрәге шартлар төҫлө. Юҡ, бирешмәй әсәйем, асырғанып-сытыйып кәбән төбөнә барып етә лә барлыҡ көсөнә бесәнде юғары сөйә. Шунан артына сигенә биреп, бесәндең үҙ урынына ятыу-ятмауын тикшерә, Хәшейә апайға, үҙеңәрәк тарт йә ситкәрәк төшөр, шул килеш тапа, тип күрһәтмәләр бирә.
Нисек итһәк тә иттек, ҡояш байыуға бер кәбән ҡойолдо. Әсәйем ситкәрәк китеп, уны өйөрөлтөп ҡарап сыҡты. Мин уның арыған йөҙөндә ҡәнәғәтләнеү, ғорурлыҡ билдәләре сағылыуын күрҙем.
Тик кәбән һалыу әсәйемдең кәрен ныҡ алған, күрәһең. Ул, ҡайтҡас, бер сынаяҡ ҡына сәй эсте лә хәлһеҙләнеп йығылды. Их, ҡасан ҙурайып, әсәйемде был ыҙаларҙан ҡотҡарырмын икән?

* * *

Бынан аҙаҡ тағы бер йәй әсәйем үҙе ҡойҙо әле кәбәнде. Быйыл иһә миңә ун дүрт йәш тулды. Унан хәҙер кәбән ҡойҙормаҫҡа иҫәп тотоп йөрөйөм. Атайымдың ос һәнәген үҙ ҡулыма алырға кәрәк.
Быйыл бесән эшләү тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ. Йәшең етте, тип апайыма ла задание һалдылар. Әсәйем менән икәүһе алты тонна бесән әҙерләп тапшырырға тейеш. Уртасараҡ дүрт кәбән тигән һүҙ бит ул. Өҫтәүенә, быйыл сабынлыҡтар үҫмәгән. - Артелгә бесәнде Оҫҡонло туғайында эшләйһегеҙ, - тип, ҡапҡа төбөнә һыбай килеп туҡтап, һуҡыр Шәһит сабынлыҡтың ҡайҙа икәнен дә әйтте. - Ҡайҙа сабыр урын табырһығыҙ, үҙегеҙгә бесәнде шунда еткерегеҙ. Оҫҡонлонан бер һәнәк бесән дә бирмәйбеҙ, - ти бит әле.

(Дауамы. Башы 15-20-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru