«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ РУХИ КОРОЛЕНӘ АРНАЛДЫ
+  - 


Май урталарында Өфөлә башҡорт халҡының арҙаҡлы дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының тәссауыф мәҙәниәте" тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Уның эшендә Исламды, динде, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, филологтар, философтар, журналистар, яҙыусылар, дин һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, алыҫ сит илдәрҙән дә вәкилдәр ҡатнашты.

Башҡортостанда Зәйнулла Рәсүлев тормошона етди иғтибар 2000 йылдарҙан һуң башлана. 2008 йылда беренсе фәнни-ғәмәли конференция ойошторола, һуңынан Учалы ҡалаһында асылған мәсеткә уның исеме бирелә. Быйылғы конференция юғары кимәлдә һәм алтынсы тапҡыр үткәрелә. Сарала сығыш яһаусылар бөгөнгө болғанышлы заманда Зәйнулла Рәсүлевтың һәм суфыйсылыҡтың әһәмиәтен билдәләп кенә ҡалманы, ә уның эшмәкәрлегенең иғтибарҙан ситтә ҡалған яғына ла баҫым яһаны.
Ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһаған Өфө фән һәм технологиялар университетының фән эше буйынса проректоры Светлана Мостафина ректор исеменән тәбрикләү һүҙендә ил Президенты Владимир Путиндың традицион Исламдың Рәсәй мәҙәни кодының мөһим өлөшө булып тороуын даими һыҙыҡ өҫтөнә алыуын билдәләне. "Зәйнулла Рәсүлев - тап традицион Исламдың бөйөк вәкиле. Уның халыҡ мәғарифы идеалдарына ысын күңелдән хеҙмәт итеүе, йәмғиәт үҫешенә мөмкин тиклем өлөш индерергә тырышыуы, эҙмә-эҙлекле гражданлыҡ позицияһы тыуған илдең һәр патриотын илһамландырырға һәләтле, - тине үҙенең сығышында Светлана Анатольевна. - Дин белгестәре, ғалим, педагогтар Зәйнулла Рәсүлев һәм уның улы мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтың мираҫы - университет алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙең ышаныслы нигеҙе. Рәсүлевтарҙың эшмәкәрлеге Рәсәй мосолмандарының ғына түгел, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Төркиә, Ғәрәп Әмирлектәре илдәре мосолмандарына ла йоғонто яһай. Рәсүлевтарға булған ихтирам күп ҡырлы донъя шарттарында уңышлы диалог, динде файҙаланып, йәмғиәтте тарҡатырға тырышҡан деструктив ағымдарға ҡаршы тороу нигеҙе булып тора".
Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин бөйөк имам, педагог һәм мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың бай тормош тәжрибәһе бик күп мосолмандарға өлгө булып тороуын белдерҙе.
"Рухи үҫештең юғары дәрәжәһенә өлгәшкән дин әһеле булараҡ, ул төбәктең төрки халыҡтары араһында меңәрләгән уҡыусы тәрбиәләне, бөтә донъя менән бәйләнеш булдырҙы. Күрәҙәлек һәм дауалау һәләтенә эйә булып, меңдәрсә мохтаждарға рухи ярҙам йәһәтенән өмөт тыуҙырҙы.
Мәғариф системаһында ла ул алтын урталыҡты тотто һәм мәҙрәсәләрҙә донъяуи фәндәр уҡытыуҙы хупланы, икенсе яҡтан, рухи белем биргәндә бары тик донъяуи фәндәрҙе генә ҡалдырып, дини белем усаҡтарынан Ислам һәм шәриғәт, әхлаҡ һәм рухиәт нигеҙҙәрен ҡыҫырыҡлап сығарыуға ҡаршы булды. Уның вариҫтары дәүләт, конфессиялар өсөн ауыр ваҡыттарҙа ла, хатта атеизм йылдарында ла Ислам традицияларын һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Улар бер ваҡытта ла динде дәүләткә ҡаршы ҡуйманы. Киреһенсә, Ватанға, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ярҙам итте. Бөгөн дә рухи остаздар -имамдар Украиналағы махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың рухын күтәрә, улар Аллаһ тураһында хәтергә төшөрә. Аллаһ телдә генә түгел, ул йөрәктә булырға тейеш. Беҙ Зәйнулла Рәсүлевты иҫкә алғанда, тәү сиратта, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алабыҙ. Аллаһы Тәғәләне иҫкә алғанда көс, энергия һәм ҡеүәт арта. Һеҙ ғәмәлдәрҙе Аллаһы Тәғәлә хаҡына башҡарһағыҙ, уны яратһағыҙ, ул да һеҙгә ярҙам итә. Тыуған ил - был ер һәм бөтөн донъя, тәбиғәт уның ижады. Аллаһы Тәғәләне яратыу, тимәк, уның ижадын яратыу ул".
Философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина, Зәйнулла Рәсүлевтың философияһын илһөйәрлек, гражданлыҡ, бөгөнгө һәм киләсәк, барлыҡ мосолмандарҙың бөйөклөгө һәм үлемһеҙлеген алға һөрөүсе позицияһы менән билдәләп, уның "үҙ халҡының рухи короле" тип лайыҡлы билдәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Заманының йоғонтоло йәмәғәт һәм дини эшмәкәре булараҡ, ул барлыҡ көсөн, белемен традицион иманды, халыҡтың социаль һәм рухи именлеген һаҡлауға йүнәлтеп, Зәйнулла Рәсүлев үҙ исемен быуаттарға үлемһеҙ итте. Уның рухи мираҫы, уйҙары бөгөн дә, глобалләшеү шарттарында, үҙенең рухи тамырҙарын, көсөн, иманын, өмөтөн, һөйөүен эҙләгән заман кешеһе тарафынан ыңғай ҡабул ителә, сөнки ул беҙҙең тамырыбыҙ, бөгөн ныҡ кәрәк булған традицион ҡиммәттәр сығанағы", - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов ил кимәлендә Башҡортостандың мосолман өммәтен үҫтереүҙә айырым роль уйнауын, уның Рәсәй Исламы өсөн тарихи үҙәк булып тороуына, хәҙерге Рәсәй йәмғиәтенең рухи тормошона һәм әхлаҡи нигеҙҙәренә Зәйнулла Рәсүлев кеүек дини лидерҙарҙың ныҡлы нигеҙ һалыуына баҫым яһаны.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин һәр халыҡ өсөн мәҙәни код булып һүҙ тороуын билдәләп: "Беҙ - мосолмандар, әммә сағыштырмаса донъяуи тормош алып барабыҙ. Телебеҙҙе белергә тейешбеҙ - әммә уны юғалтабыҙ. Бөгөн кем беҙ: донъяуи кешеләрме, әллә мосолмандармы, телде белергә тейешбеҙме, әллә Исламға нигеҙләнергәме? Был һорауҙар барыһы ла тамырҙарыбыҙҙы юғалтҡанлыҡтан тыуа. Ә уларҙы беҙ глобаль үҙгәрештәр осоронда юғалтабыҙ. Бөгөн, бәлки, динде өйрәнмәгән өсөн тарихты уҡымайбыҙҙыр. Мәҙәни кодыбыҙҙы юғалтабыҙ, уҡыу, белем алыу, меценатлыҡ, йомартлыҡ, изге эштәр ҡылыу һәм Исламдың биш ҡағиҙәһен үтәү артҡы планға күсә бара. Тап Зәйнулла Рәсүлев кеүек исемдәрҙе тергеҙеп, беҙ тарихи хәтеребеҙҙе, халҡыбыҙҙың данын кире ҡайтара аласаҡбыҙ", - тине.
Тарих фәндәре докторы, профессор Айһылыу Юнысова башҡорт суфыйҙарының үҙ белемен, һәләтен, көсөн Көньяҡ Урал, Башҡортостан сиктәренән үтеп, башҡа ергә лә тарата алыуына туҡталды. Уларҙың мөриттәре Рәсәй империяһының, һуңынан СССР-ҙың, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәй. Быны Дағстанда 2016 йылда асылған мәсеткә Зәйнулла Рәсүлев исеме бирелеүе лә раҫлай. Шулай уҡ Дағстандың Тарки ауылында 30 йыл ошонда Төньяҡ Кавказ мосолмандарына дини белем биргән шәйех Баязит Хәйруллин исемендәге мәсет асылыуы ла башҡорттар өсөн ҙур мәртәбә. Әммә алға китеп шуны ла билдәләргә кәрәк: бинаның атамаһына Баязит Хәйруллин "ҡазанлы" тип яҙыу ғына бер аҙ эсте бошора - хәҙер беҙҙең рухи остаздарыбыҙға ла ҡул һоналар...
Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты Рәсәй Ислам университетының өлкән уҡытыусыһы, теология докторы Рөстәм Азаматов Зәйнулла Рәсүлевтың йәмәғәт һәм Ислам хоҡуғы өлкәһендәге эшмәкәрлеге менән таныштырып, уның был эшмәкәрлегенең суфыйсылыҡ һәм остазлыҡ эшмәкәрлеге күләгәһендә ҡалыуын, был өлкәлә тикшеренеүҙәр алып барыу кәрәклеген билдәләне.
"Шөкөр, Зәйнулла Рәсүлев һәм башҡа бөйөк дин әһелдәре Башҡортостанына кире ҡайтты", - тигән фекер яңғыраны конференцияла. Шуға ла халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен тарих туҙаны ла күммәй, ваҡыты еткәс, улар барыбер ҡабаттан ҡалҡып сыға һәм, башҡа ерҙә тамырланмай, барыбер үҙенең тамырҙарына кире әйләнеп ҡайта.
Үҙенең сығышында шәйех Салауат Килдин: "Беҙ Нәҡшбәндиә тәриҡәте кешеләре. Тәриҡәт - ул имандың, Исламдың үҙе. Тәриҡәттең нигеҙе - ихласлыҡта. Кемдең йөрәге асыҡ - ул тәриҡәт кешеһе. Халҡыбыҙҙың Аллаһы Тәғәлә биргән иң ҙур бүләге - ул ихласлыҡ. Шуның өсөн тәриҡәттә булыу халҡыбыҙҙың тәбиғәтендә ул.
З. Рәсүлевҡа тиклем дә әүлиәләр, шәйехтәр күп булған. Улар беҙҙең уҡытыусылар, беҙҙең тәрбиәселәр, шул уҡ ваҡытта улар Аллаһы Тәғәләнең юғары кимәлдәге заттары. Улар аша Аллаһы Тәғәләнең, бәйғәмбәребеҙҙең нуры, бәрәкәте килә, беҙҙең йәшәү мөмкинлектәре улар аша бирелә. Шуны аңлау өсөн тәриҡәтте аңларға тейешбеҙ. Тәриҡәт аша кешенең йөрәге асыла, йөрәге таҙара һәм дә Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеше нурлана. Кеше Аллаһы Тәғәләнең бәйләнеше аша йәшәй башлай. Беҙ башҡортто аҫаба халыҡ, тибеҙ ҙә, уны ер-һыуға хужа булыуға ғына ҡайтарып ҡалдырабыҙ. Ул аҫабалыҡтың бер күренеше генә. Аҫабалыҡтың төп мәғәнәһе - ул Аллаһы Тәғәлә менән ихлас, ҡеүәтле, нурлы, даими бәйләнеш. Аҫабалыҡ -ул Аллаһы Тәғәлә алдында ошо матур ер-һыу өсөн яуаплы һәм дә рәхмәтле булыу. Шуның өсөн ата-бабаларҙың күпселеге Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булып, уның алдында яуаплы булып, ер-һыу өсөн йәндәрен аямай шаһит булып киткән", - тине. Был күренештең сере тарих фәндәре докторы Булат Аҙнабаевтың сығышын тыңлағандан һуң асылғандай булды: "Башҡорттар, күрше булып йәшәгән башҡа халыҡтарҙан айырмалы, вертикаль власть иерархияһын булдырмаған, ә улар барлыҡ ырыуҙарҙы берләштергән горизонталь власть менән йәшәгән һәм халыҡ ҡарары тормошҡа ашырылған сәйәси субъект булған. Бындай сәйәси структура монгол империяһы дәүерендә лә, 16-18-се быуаттар осоронда ла асыҡ күренә. Башҡорттарҙы вертикаль власть түгел, ә тап ошо сакраль горизонталь проект берләштерә. Шуға күрә башҡорттар өсөн ер, ландшафт халыҡты берләштереүсе мөһим элемент булып тора. Быны замана тикшеренеүҙәре лә раҫлай. Социологтар яһаған һығымтаға ярашлы, башҡорттар өсөн территорияға бәйлелек, рустар, татарҙар менән сағыштырғанда мөһим берҙәйлек (идентификация) факты булып тора. Рустар, татарҙар өсөн ниндәйҙер территорияға ҡарау 4-5-се урында тора. Башҡорттар бер-береһе менән осрашҡанда әле лә иң элек ҡайҙан булыуын һораша, йәғни борон замандарҙағы кеүек, әле лә бер этнос булһа ла, тыуған урын, тыуған ер төп роль уйнай.
Исламдың Башҡортостанға суфыйсылыҡ формаһында килеүе лә быуаттар буйына формалашҡан территориаль бәйлелек идеяһы Ислам-суфыйсылыҡ үҙәктәре булдырыу, изгеләрҙең ҡәберен зыярат ҡылыу менән ауаздаш, шуға ла дин башҡорттар тарафынан еңел ҡабул ителгән".
Фекер ағышын бер аҙ ғына үҙгәртеп, бөйөк физик Альберт Эйнштейнға мөрәжәғәт итеү зыян булмаҫ. "Донъяла бөтөн нәмә энергия булып тора. Барлыҡ нәмә нигеҙендә энергия ята. Әгәр һеҙ үҙегеҙ өсөн булдырырға теләгән ысынбарлыҡ энергияһы йышлығына көйләнһәгеҙ, тап шуны алырһығыҙ", - ти ул. Йәғни башҡорттар элек-электән ырыу еренә бәйле булып, ошо ерҙең энергияһы менән йәшәгән һәм әле лә шул энергияны ҡулланыуҙы дауам итә. Бында башҡорт халҡының бер мәҡәлен килтереү урынлы булыр, моғайын: үлән үҫкән ерендә үҫә.
Ни өсөн Башҡортостанда әүлиәләр күп булған һәм ни өсөн башҡорттар өсөн ер, йәғни территориаль бәйлелек төшөнсәһе ҙур әһәмиәткә эйә? Элек быны ер көсө, ер ҡеүәте тиерҙәр ине, әлеге ваҡытта уны эгрегор тип атарға мөмкин. Уның асылын төрлөсә аңлаталар, кемдер "уяу" тиһә, икенсе вариантында "йәнде һаҡлаусы фәрештә", тиҙәр, өсөнсөләр иһә "көтөү" тип баһалай. Нисек кенә булмаһын, был төшөнсәләрҙең барыһы ла аҫабалыҡ рухы менән йәшәгән халыҡтар өсөн хас сифаттар: улар һәр саҡ уяу, йәнен имләүсе энергияны тап үҙенең еренән ала, һәм был осраҡта "көтөү" - ул ырыу булып уҡмашып йәшәү. Һәм бында ни өсөн Башҡортостанда әүлиәләрҙең күп булыуы ла асыҡлана: психолог, магик традициялар тарихсыһы һәм биоэнергет Татьяна Верба аңлатыуынса, эгрегор - физик донъянан юғарыраҡ йышлыҡта булған донъяла торған кешеләрҙең энергияһы тупланмаһы, ул беҙҙең донъя менән матди объекттарҙың энергетик ҡыры аша тәьҫир итә. Энергия тупланып, нимәгәлер йоғонто яһаһын өсөн бер үк төрлө уйлаған кешеләр төркөмө кәрәк. Улар ни тиклем күберәк, шул тиклем күберәк энергия туплана һәм ырыу, ғаилә, коллектив һ.б. эгрегоры барлыҡҡа килә. Ырыу эгрегоры тигәндән, ул тап ошо территориаль бәйлелек менән аңлатыла һәм икенсе эгрегорҙан килгән йәки ошо ерҙән икенсе урынға күсенгән кеше унда тыныслыҡ тапмауы мөмкин.
Башҡорттарҙың ни өсөн ергә бәйлелеге һәм үҙҙәрен һаман да аҫаба тип тойоуы аңлашылалыр: улар борон-борондан ошонда йәшәгән һәм ошонда үҙенең эгрегорын булдырған, үҙенең ошо ерендә рухи көс ала, көс туплай һәм шуға ла һаман да ер-һыуын йән-тәне менән яҡларға, һаҡларға әҙер. Эйе, Совет йылдарында баҫылып тороп, бер төрлө уйлы кешеләр бергә тупланыу менән ул ҡабаттан "терелә", онотолған исемдәр, улай ғына ла түгел, уларҙың рухы менән бергә бәрәкәте лә ҡайта. Ошо урында Салауат Килдиндың тағы бер фекеренә туҡталып китмәү мөмкин түгел: "Бөгөн Зәйнулла ишандың юғары рухи кимәле, тәриҡәт сере Дағстанға киткән, тиҙәр. Уның Нәҡшбәндиә тәриҡәте бер ҡайҙа ла китмәгән, иң төп вазифа һәм тәриҡәт улына - Ғабдрахман Рәсүлевҡа, Мөжәүир хәҙрәткә һәм Бәҙретдин ишанға бирелә. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнгә тиклем улар аша беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, бөтә Көньяҡ Уралда тәриҡәтебеҙ иҫән һәм көсәйә, ҡеүәтләнә. Үҙебеҙҙең әүлиәләрҙең исемен күҙҙән төшөрөү - ул гонаһ. Шул гонаһта булмайыҡ. Документтар бар, уларҙы ҡарап, халыҡҡа дөрөҫ хәбәр еткерергә кәрәк.
Ни өсөн был турала белдерәм, сөнки ошо юғары әүлиәләребеҙ аша әле булһа беҙгә - халҡыбыҙға, еребеҙгә бәрәкәт килә. Аллаһы Тәғәлә әйткән: "Һеҙ уларҙы үлгән тимәгеҙ, улар тере, тик һеҙ уларҙы тоймайһығыҙ". Беҙ бына ошо тәриҡәттә булып, халҡыбыҙ ихласлыҡта булып, иманда булып, Аллаһы Тәғәлә биргән бәрәкәтте, Аллаһы Тәғәлә биргән нурҙы, Аллаһы Тәғәлә биргән һөйөүҙе алып, халҡыбыҙ ихлас булып, иманлы-ғүмерле, илебеҙгә, еребеҙгә хужа булып, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булып йәшәргә насип итһен".

Шулай итеп...
Башҡорттарҙан барлыҡ ыңғай күренештәрҙе үҙҙәренеке итергә теләп яҫҡыныусылар һәр заманда ла булып торған. Әммә һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡланыуынса, Ғабдрахман Рәсүлев атаһының - Нәҡшбәндиә ордены рухи остазы Зәйнулла Рәсүлевтың тулы хоҡуҡлы вариҫы булыуы дәлилдәр менән раҫлана. Был тәриҡәт шәйехтәре һәм уларҙың вариҫтары беҙҙең быуат башына тиклем үҙ эшмәкәрлектәрен алып бара һәм шуға ла тәриҡәт традициялары Башҡортостанда бөгөн дә дауам итә. Ул ғына ла түгел: "Тәссауыф мәҙәниәте сик-араларҙы, хатта сик араларын танымай. Зәйнулла ишандың хәлифәләре фани донъянан китһә лә, уларҙың бәрәкәте әле булһа беҙҙең менән, һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙа", - тигәйне сара модераторы, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов. Үлән үҫкән ерендә, үҙ мөхитендә, тыуған ере энергияһында ғына үҫә. Һәм үҙебеҙҙең шундай бөйөк шәхестәребеҙҙе ҡайҙалыр ситтәргә биреп ҡуйырға түгел, киреһенсә, уларҙы һаҡларға, уларҙы күтәрергә, уларҙың ошо ерлектә генә тыуған ҡеүәтен, бәрәкәтен арттырырға кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru