«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒЫ ЛА БАР, ҠАРАҺЫ ЛА...
+  - 

"Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?" тип бынан тиҫтәләрсә йылдар элек танылған композитор Сара Садиҡова менән шағир Нәби Дәүли йыр ижад иткәндә, моғайын, уларҙы баш ҡаланың ҡояшлы иртәләре, кешеләренең яғымлылығы, йылмайыуы арбағандыр, ҡорос атында баш ҡала ҡунаҡтарын ҡаршылап-оҙатып тороусы дуҫлыҡ, именлек, тоғролоҡ символы Салауат Юлай улының ғәйрәтле һыны әсир иткәндер, тип ышанабыҙ. Баш ҡалабыҙ гимнына әүерелгән легендар "Өфө йүкәләре" авторҙарын да бит йәшлек йылдарын хәтерләтеп тороусы аллея һәм йәшеллеккә күмелгән урамдары илһамландырған.

Эйе, әле лә күркәм, матурлана, яңыра баш ҡалабыҙ, юғарыға ла, киңлеккә лә үҫә, төҙөкләндерелә. Иҫке йорттар урынына яңылары ҡалҡып сыға. Элек беҙ һоҡланған Өфө йүкәләре лә йәштәре менән алыштырыла. Тере йәшеллек тә мәңгелек түгел бит, ағастар ҙа ҡартая, серей. Һөҙөмтәлә йығылып, кешеләргә зыян килтерергә мөмкин. Ундайҙары хаҡында һүҙ ҙә юҡ: ҡырҡырға, ләкин һәр бер ҡырҡылған ағас урынына яңыһын ултыртырға! Тик асылда эш нисек торалыр; ниндәйҙер иҫәп алып барылалырмы был юҫыҡта - уныһы беҙгә ҡараңғы, сөнки, биология фәндәре докторы Алексей Кулагин билдәләүенсә, "...бөгөн ултыртыу материалдары менән проблема: совет осоронан ҡалған ағас үҫентеләре үрсетеүсе питомниктарҙы ябып бөттөләр..."
Ә бит йәшелләндереү эше бөгөн ҡалабыҙға һыу һәм һауа кеүек кәрәк. Элекке төтөнө борлап торған завод-фабрикалар бүлеп сығарған зыянды бөгөн ҡала автотранспорты дауам итә, хатта артығы менән. Мәҫәлән, ошо йылдың 18 майы киске сәғәт етелә һауа атмосфераһының рөхсәт ителгән кимәлдән күпкә артығыраҡ күләмдә зарарлы химик матдәләр менән бысраныуы теркәлгән: хлорлы водород кислотаһының тупланышы 1,4 тапҡырға артығыраҡ булған һәм ҡала өҫтөндә смог рәүешендә тупланған туҙан болото ла шул уҡ кимәлде тәшкил иткән. Ә инде унан алдараҡ үткәрелгән мониторинг буйынса баш ҡалабыҙ һауаһы өс тапҡыр көкөрт водороды, биш тапҡыр хлорлы водород кислотаһы, углерод оксиды, азот, этолбензол менән бысратылған.
Ҡала халҡының һаулығы өсөн бындай хәүефле мәғлүмәттәр беҙгә күптән инде яңылыҡ түгел, беҙ уны һауа һулаған, һыу эскән кеүек "тәбиғи" ҡабул итәбеҙ, күнеккәнбеҙ. Ә бит ҡала экологияһы мәсьәләһе торлаҡ һәм эш хаҡы кимәле, ғүмер оҙайлығы, халыҡтың тығыҙлығы, енәйәттәр һаны кеүек күрһәткестәр менән бергә йәшәү өсөн иң яҡшы һәм уңайлы ҡалалар рейтингын төҙөүҙә төп факторҙар булып иҫәпләнә. РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының былтыр үткәргән тикшеренеүҙәре буйынса Өфө йәшәү өсөн иң уңайлы тип табылған 25 ҡала иҫәбенә лә эләгә алманы... Халыҡтың тығыҙлығы тигән күрһәткестең дә "тығыҙ" булыуы ҡала тормошонда ыңғай роль уйнамай, әлбиттә.
Башҡортостанға Урта Азия һәм Кавказ төбәктәренән күпләп эшкә, шулай уҡ даими рәүештә йәшәргә килеүселәр арта барған һайын, урындағы халыҡтың республиканы һәм уның баш ҡалаһы Өфөнө ташлап, ситкә яҡшы тормош эҙләп китеүселәр һаны ла арта бара. Шуларҙың күбеһе әллә ни алыҫҡа ла түгел, ни бары Татарстанға һәм уның баш ҡалаһы Ҡаҙанға юлланған. Уртаса алғанда, 1500 кешенең 900-ө, шулай итеп, күрше республикаға күскән, тип яҙа иҡтисадсы Рөстәм Шәйәхмәтов. Әлеге иҫке йырҙың һүҙен-көйөн үҙгәртмәй генә "Ҡаҙан ҡалаһы ни өсөн матур?" тип йырлай башлаһалар, бер ҙә аптырарға түгел икән, сөнки Ҡаҙан ҙур, таҙа, уңайлы ҡала; уртаса эш хаҡы ла Өфөләгенә ҡарағанда юғарыраҡ, эш табыуы ла проблема түгел, тиҙәр.

Ә беҙгә ситтән күсеп килгәндәр ни ти һуң?

Андрей:
"Мине иң тетрәндергәне - "Ҡунаҡһарай" туҡталышындағы пассажир транспорты тығылышы булды. Автобустар өсөн туҡталҡа майҙаны ла, Ленин урамы ла тар ғына, автобус водителдәре бер-беренә юл бирмәй, туҡтауһыҙ сигналға баҫалар, юл ҡағиҙәләрен боҙалар, һүгенәләр... Ике йыл инде хәҙер Өфөлә йәшәүемә, ләкин транспорт өлкәһендә, яңы, ҙур автобустар йөрөй башлауға ҡарамаҫтан, тәртип яғы үҙгәрмәне, автобустарҙы оҙаҡ көтөргә кәрәк..."

Альбина: "Өфөлә бик йыш һауа сафлығы боҙола, бындай хәл, ғәҙәттә, йома кис йә ял көндәре көсәйә..."
Ә Рафаил исемле егет шулай ти: "Миңә Өфөлә ғаилә менән ял көндәрен үткәрергә парк һәм скверҙарҙың күп булыуы оҡшай. Айырыуса беҙ Ағиҙел ярына сығырға яратабыҙ..." Ошолай баһа биреүселәр барыбер күберәк беҙҙең баш ҡалала. Ә, халыҡ әйтмешләй, ул ҡәҙәре генә етешһеҙлек хан ҡыҙында ла була. Ысынында, Өфөбөҙ беҙҙең өсөн иң гүзәл, иң уңайлы ҡала. Шулай булмаһа, бөгөн урам тултырып йөрөр инеме ни русса аҙ-маҙ һупалаған, эшкә тип, уҡырға тип ситтән күсеп килеүселәр...

Мәҙинә ФӘЙЗИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 75

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru