«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЖУРНАЛИСТ - ҺӨНӘР ТҮГЕЛ, Ә ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ
+  - 


Гәзит уҡыусыларҙың күбеһе кеүек, мин дә элек ваҡытлы матбуғат эшен кнопкаға баҫыу менән конвейер буйлап гәзит-журнал теҙелеп китә икән, тип кенә күҙ алдына килтерә инем. Төптө яңылышҡанмын, тиһәм, бер аҙ алдаҡсы булып сығырмын, сөнки матбуғат эше, ысынлап та, конвейер кеүек. Тик ул теҙелеп киткән гәзит-журнал түгел, ә баҫма битендә донъя күргән мәҡәлә үткән юл.

Редакцияға килгәнгә тиклем егерме өс йыл ярым инженер-конструктор булып эшләнем. Проект һыҙырға ултырыу - унда эштең ҡап яртыһы һанала, сөнки уйлап табыу, йыйыныу үҙе ҙур көс, ваҡыт һәм, иң мөһиме, ҡыйыулыҡ талап итә. Гәзит эшендә лә шул уҡ хәл. Мәҡәлә яҙырға уйлаһаң, уны тәүҙә башынан аҙағына тиклем күҙалларға кәрәк була. Ҡағыҙ битенә төшөрөү - икенсе этап. Бынан һуң төп көс редакция хеҙмәткәрҙәре иңенә төшә. Хаттар бүлеге хәбәрсеһе материалды уҡый, теркәй һәм тейешле йүнәлеште алып барған бүлеккә тапшыра. Бында инде хатты ентекле итеп уҡыйҙар, эшкәртәләр, компьютерҙа йыялар, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир уҡый, йыйыу операторы табылған етешһеҙлектәрҙе төҙәтә, верстка операторы гәзит битенә һала. Быныһын инде баш мөхәррир менән корректор уҡый, төҙәтеп, типографияға оҙаталар. Был һанап киткән эштәр - конвейерҙың иң ҡыҫҡа варианты.
...2001 йылдың 21 ноябре иртән эш урыныма - "Минераль ашламалар" акционерҙар йәмғиәте проект-конструкторлыҡ бүлеге начальнигы бүлмәһенә инеүем менән мине район хакимиәте башлығы саҡыртыуын әйттеләр. Ҡабул итеү бүлмәһе халыҡ менән тулы ине, мине генә көткәндәй, бөтәһе лә эскә үтте. Район етәксеһе Әғләм Әлибаев районда асыласаҡ башҡортса гәзит хаҡында аңлатма бирҙе, ултыра торғас, миңә баш мөхәррир вазифаһын тәҡдим итеүҙәрен аңлап ҡалдым. Әғләм Әҙһәм улынан тыш, эште ойоштороу хаҡында бер кем дә һүҙ күтәрмәне. Бөтәһе лә ҡарар бар, тимәк, үтәргә генә кәрәк, тигән фекерҙән ары китмәне. Ғәҙәттәгесә, эш ошо ҡоро һүҙ һөйләү менән тамамланды.
26 декабрь ҡала Советы сессияһында башҡортса гәзит булдырыу мәсьәләһе яңынан күтәрелә. Икенсе көнөнә ауылға һыуыҡ тейҙереп ауырып ятҡан миңә машина ебәрелә. Хакимиәткә килһәм, хакимиәт башлығы урамға сығып бара. Етер, ауырып ятма, бар, ана гәзит сығар, тине. "Путь Октября" гәзитенең тәржемә бүлегенә юлландым. Бүлек мөдире Сәкинә Кинйәбаева бер башҡортса гәзиттең бер битен сығарып, әҙерләп тә ҡуйған икән. Миңә уҡырға бирҙе, уҡып сыҡҡас, ҡултамға ҡуйып, кире ҡайтарҙым. Редакцияла беренсе эшем шул булды.
Кискә тиклем гәзиттең башҡа биттәрен йыйҙыҡ. Икенсе көндә ярҙамға "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Юнир Кинйәбаевты саҡырҙым. Тәжрибәле журналист Юнир Сәмиғулла улы шунда уҡ гәзиткә девиз уйлап тапты. Ул шул тиклем уңышлы килеп сыҡты, мин эшләгәндә уны үҙгәртергә теләгән бер кем дә табылманы. 28 декабрь киске һигеҙенсе яртыла алты битле гәзит пленкаларын типографияға тапшырып, мин, Сәкинә һәм Юнир Кинйәбаевтар, яңы гәзит йыйҙыҡ, тип шатланыша-шатланыша ҡайтып киттек...
Шулай итеп, районда сығып килгән рус телендәге "Путь Октября" гәзитен башҡорсаға тәржемә итеп ултырыусы хеҙмәткәрҙәр яңы, үҙаллы "Көнгәк" гәзите редакцияһына эшкә күсерелә. Бер ниндәй алдан әҙерлекһеҙ, ҡыҫҡа ғына осорҙа, шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, гәзит сығара башлаған тәүге хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлеген мин батырлыҡҡа тиңләр инем. Беренсе айҙарҙа эш хаҡы ла алмай, тейешле йыһаз-техникаһыҙ, хатта ултырып эшләр өсөн ултырғыс та булмауы бөгөн насар төш кеүек кенә хәтерҙә.
Кемдер, эш башҡарғандар, имеш, тиер. Ситтән ҡарағанда, ваҡыт уҙыу менән бөтәһе лә баҙыҡлана бара, ләкин район халҡын әҙәпкә, әхлаҡҡа әйҙәгән баҫма булһын өсөн тырышлыҡ онотолорға тейеш түгел. Әсәм теле үҫһен, һаҡланһын, ул телдә һөйләшһендәр, шатланһындар, йырлаһындар, үҙ халҡының бай тарихын өйрәнһендәр, бының өсөн үҙ телебеҙҙә район гәзите сыҡһын тип көрәшкәндәрҙең ҡайһы берҙәре был шатлыҡты уртаҡлаша алмай вафат булып ҡалды, бик күп егет-ҡыҙҙарыбыҙ нәҡ башҡортса баҫма даулап, ысын мәғәнәһендә, "янды".
...Бер нисә йыл уҙғас, верстка бүлмәһенә инһәм, ҡыҙҙар кәйефһеҙ генә ултыра. Ни булыуын һорап ҡуйҙым. Улар, бер ағай шылтыратып, гәзит биттәрендәге хаталарға анализ яһай, ләкин ул хаҡлы түгел, тиҙәр. Тағы шылтыратһа, минең телефон номерын бирергә тәҡдим иттем. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, телефон шылтыраны.
- Мин редакцияға эләктемме?
- Эйе.
- Миңә баш мөхәррир кәрәк ине.
- Тыңлайым, ағай.
Ул оҙаҡ ҡына гәзиттәге "хаталар"ҙы һананы. Туҡтағас, пенсияға тиклем кем булып эшләүен һорап ҡуйҙым. Токарь булып эшләгән икән. Шул саҡ мин һорау бирәм:
- Валдың диаметры 20 миллиметр булғанда, втулканың рөхсәте (допуск) һәм ултыртыу (посадка) күпме була?
Трубканың теге осонда тынлыҡ. Бер аҙҙан:
- Ә мин ҡайҙа эләктем әле?
- "Көнгәк" гәзите редакцияһына. - Тағы тынлыҡ.
- Ә был кем әле?
- Баш мөхәррир.
- Ә баш мөхәррир уларҙы ҡайҙан белә? - тип һорап ҡуйҙы был.
- Әгәр токарь грамматика ҡағиҙәләрен һәйбәт белә икән, ниңә баш мөхәррир допуск-посадкаларҙы белмәҫкә тейеш? Үҙен-үҙе ихтирам иткән токарҙың станогы янында вал менән втулканың диаметры 0-дән 500 миллиметрға тиклем булғанда допуск-посадкалар таблицаһы элеүле тора. Мин дә үҙемде-үҙем ихтирам итәм, шуға күрә һәр саҡ өҫтәлемдә һүҙлектәр, ҡағиҙәләр китабы ята, - тип әйтеп тә бөтмәнем, трубканы ташланы был.
Гәзит эше телде, грамматиканы белеү менән генә сикләнмәй, бында тормошто, халҡыңдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм башҡа бихисап әйберҙәрҙе белеү ҙә мөһим. Һәйбәт журналист, кем әйтмешләй, янғын булырын ун минут алдан белеп барып көтөп торорға тейеш.

Сәйфулла ӘМИРОВ,
Мәләүез районы "Көнгәк" гәзитенең беренсе баш мөхәррире.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 94

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru