«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАШКА УЙЫНЫ АША БАШҠОРТОСТАНДЫҢ КӨСӨН КҮРҺӘТӘБЕҘ
+  - 


2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының спорт төрөн үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар тураһында Указы булды. Унда йыл һайын "Шашка буйынса донъя кубогын" (донъялағы хәл-торош бер аҙ үҙгәрештәр индерә: кубок атамаһы турнир тип үҙгәртелә) үткәреү тураһында пункт та бар. Ошо Указды тормошҡа ашырып, 5-13 июндә баш ҡалала ШОС һәм БРИКС илдәренең 1-се Халыҡ-ара шашка турниры үтте. Унда 15 илдең - Рәсәй, Әзербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Бразилия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Монголия, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан спортсылары ҡатнашты. Башҡортостан данын титуллы спортсылар Тамара Танһыҡҡужина, Елена Мильшина, Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова һәм Муродулло Амриллаев яҡланы. Иң яҡшы уйынсылар исеме өсөн ун тапҡыр донъя чемпиондары булған Алексей Чижов һәм Александр Георгиев, ҡатын-ҡыҙҙар араһында әле донъя чемпионы Матрена Ноговицына, 2021 йылда Донъя кубогын яулаусылар Айгөл Иҙрисова һәм Александр Гетманский, Азия чемпионаттары еңеүселәре Ҡытайҙан Ли Женью һәм Жао Ханчин, Монголиянан Цогтбаатар Сухбат һәм Энхболд Хуслэн, Латин Америкаһының көслө шашкасыһы, Бразилия кешеһе Аллан Силва көрәште.
Ошо сара уңайынан республиканың билдәле шашкасылары, халыҡ-ара гроссмейстерҙар, Европа һәм донъя чемпиондары Айгөл ИҘРИСОВА һәм Айнур ШӘЙБӘКОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әңгәмәбеҙ башлыса шашка спорты, уға бигерәк тә балаларҙы йәлеп итеү тураһында бара.

Бала саҡта фантазияның осо-ҡырыйы булмай, тәүлек эсендә генә бер нисә һөнәр "алмаштырырға" мөмкин. Ә бына һеҙ ни өсөн профессиональ шашка спортын һайланығыҙ? Башҡа спорт төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу булманымы? Балалар бит бәләкәйҙән шуҡ, тиктормаҫ, бер урында ултырып сыҙай алмай. Ә шашка уйыны сыҙамлыҡ, түҙемлек, иғтибар талап итә.

Айгөл:
Бәләкәйҙән тыныс бала булдым: ҡағыҙ, ҡәләм-ручка тоттороп, бер урынға ултыртып ҡуйһалар, мин шунда үҙ эшем менән мәшғүл булып 3-4 сәғәт ултыра ала инем. Мөҡәддәс олатай (атайымдың атаһы) бик бәләкәй сағымдан уҡ шашка уйнарға өйрәтте. Һуңынан балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, унда тренер Алия Винер ҡыҙы килеп, беҙгә күнегеүҙәр тәҡдим итә, мәсьәләләр сисергә ҡуша ине. Шуға күрә Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатына уҡырға барып, ундағы шашка түңәрәге барлығын белгәс, алдымда, ниндәй спорт түңәрәгенә яҙылырға, тигән һорау торманы ла. Әлбиттә, бер үк ваҡытта башҡа түңәрәктәргә лә йөрөп ҡараным: бер аҙ каратэ менән шөғөлләндем, бер аҙ бассейнға йөрөнөм, әммә шашка уларҙың барыһын тормошомдан "ҡыҫырыҡлап" сығарҙы.
Шулай уҡ шашка түңәрәгенә йөрөй башлағанда Тамара Танһыҡҡужина беренсе тапҡыр донъя чемпионы булды. Ана шул ваҡыттан уҡ шашка минең өсөн күңел талабына әйләнде. Бәләкәй ҡыҙ өсөн күҙ алдында чемпион йөрөүе - үҙе бер мотивация. Уны өлгө итеп ҡуяһың, уға оҡшарға түгел, ә уҙып китергә тырышаһың. Һуңынан, үҫмер саҡта ололар менән ярыштарға йөрөй башлағас, унда үҫәһең, көс туплайһың, әммә тәжрибәле уйынсыларҙы ҡыуып етеп булмай. Шул ваҡытта сәм тыуып, тырыша, ярыша башлайһың. Уйынын ҡарап өйрәнәһең, нишләп уның улай уйнағанын анализлайһың.
Айнур: Миңә алты йәш булғанда әсәйем ҡусты алып ҡайтырға әҙерләнә ине һәм мине йәйгелеккә ауылға - олатай-өләсәйгә алып барып ҡуйҙылар. Бер кис олатайымдың ҡара-аҡ төймәләрҙе тегеләй-былай күсереп ултырғанын күреп ҡалдым да, "Әйҙә, уйнайыҡ...", тип маҙаһына тейә башланым. Ул: "Әйҙә, өйрәнәйек", - ти. Минең өйрәнәһе килмәй, уйнағы килә. Шулай ныҡышып, уйнай башланым. Олатай еңә, мин еңелгән һайын илайым. Ул ваҡытта кеҫә телефоны түгел, стационар телефондар ҙа һирәк кенә булды. Мин еңелеп, илап туйғас, кискеһен күршеләргә инеп, өйгә атайыма шылтыратып, килеп алырға ҡушам. Атайым ни булғанын аңламай, шулай ҙа килеп ала. Ҡалала бер-ике көн торам да, ҡабат ауылға барам. Кисен олатай менән тағы шашка уйнайбыҙ ҙа, еңелгәс, тағы ла атайға шылтыратам. Шулай ауыл менән ҡала араһында, уйнай-илай йәй үтеп китте. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгәс, беренсе синыфта дәрес теҙмәһендә 4 дәрес тора һәм 5-се итеп ҡәләм менән генә "шашка" тип яҙып ҡуйылғайны. Ул шул ваҡыттағы директор Гөлназ Әхмәҙиеваның индергән яңылығы булған. Был дәрескә йөрөү мотлаҡ түгел икәнен белмәй инек, шуға класс менән тороп ҡалабыҙ. Хәҙер генә мин шундай шарттарҙа ла ни өсөн шашка дәресенә теләп йөрөгәнемде аңлайым: олатайымды еңеү сәме уянған булған. Ә беренсе кластың ҡышҡы каникулында ауылға ҡайтҡас, олатайым менән уйнап, уны еңеп, илаттым.

Сатраш уйынын балаларҙың логикаһын, уйлау һәләтен үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай, тиҙәр. Ә бына шашканың бала үҫешенә ниндәй йоғонтоһо бар?

Айгөл:
Был ике уйын араһында бер ниндәй айырма күрмәйем. Шашка ла шахмат һымаҡ уҡ логик фекерләүҙе үҫтерә, тәртипкә, түҙемлелеккә, сабырлыҡҡа, иғтибарлылыҡҡа өйрәтә. Мәҫәлән, балалар күнекмә ваҡытында төрлө мәсьәләләр сисә, шундай уҡ комбинацияларҙы улар уйын ваҡытында көнәркәше алдына ҡуйырға тырыша. Шулай итеп, ниндәйҙер анализ эшләп, үҙе өсөн һығымталар яһай, уларҙы ҡулланырға өйрәнә.
Айнур: Шахматта әллә нисә фигура бар һәм иң элек фигураларҙың нисек йөрөгәнен өйрәнергә, хәтереңдә ҡалдырырға кәрәк. Ә шашкала бөтә фигуралар ҙа бер тигеҙ, шуға балаларға шашка уйнарға өйрәнеүе, процесҡа инеп китеүе еңелерәк. Әммә был тәү ҡарашҡа ғына шулай, ике уйындың да һәр ҡайһыһының үҙ ауырлығы, үҙ проблемалары етерлек.

2023 йыл - Педагог һәм остаз йылы. Шашка буйынса кемдәрҙе остазығыҙ тип әйтә алаһығыҙ?

Айгөл:
Минең өсөн иң тәүҙә остаз булып Айнур тора. Башта ул миңә нисек ярышҡа әҙерләнергә кәңәштәр, өҫтәмә материалдар бирә торғайны. Һуңынан инде тулыһынса күнекмә процесын күҙәтеп барҙы. Шуға күрә Айнур минең өсөн - тренер, остаз һәм өлгө булған оло ағай. Ысынлап та, беҙ ағай-һеңле кеүекбеҙ һәм бер тороштан икенсеһенә күсеү ҡайһы саҡта бик ауыр. Уҡыусы тренерҙың әйткәнен, ваҡыты-ваҡыты менән ҡуйған ҡаты талаптарын һүҙһеҙ үтәргә тейеш. Бала саҡтан бергә үҫкәс, мин ҡайһы берҙә ялҡауланып, ағайыма иркәләнеп китеп, эшләгем килмәй, тип әйтә, ҡарыша ла алам. Ғөмүмән, бер-нисә тренерҙа шөғөлләндем. Әле үҙем балаларға күнекмәләр үткәргәндә һәр береһенән өйрәнгән алымдарҙы сүпләп, һайлап алып ҡулланам.
Айнур: Остаз тигәндә, мин Юрий Чертокты әйтер инем: ул 1982 йылдан алып республикала шашка спорты үҫешенә нигеҙ һалған кеше. Мин унан бөтә ҡарарҙарҙы, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын, стратегик идеяларҙы үҙемә алырға тырышам. Идеялар тигәндә, мин процесты ойоштороуҙы күҙ уңында тотам. Ҡайһы берҙә хатта ике көслө уйынсы араһынан берәүҙе һайлап алырға кәрәк. Шуға күрә мин уны ошо ойоштороу, шашка спортын үҫтереү өлкәһендә остаз итеп күрәм, ә уйынға килгәндә - хәҙер үҙем остаз.

Башҡорттарҙа сәм тигән тойғо ныҡ көслө, әммә ул кемдәлер уяна, кемдәлер уянмай. Уҡыусыларҙа, балаларҙа ошо сәмде нисек уятырға?

Айгөл:
Балалар бәләкәй саҡтан уҡ ярышып үҫә. Әгәр күнекмәлә көслө бала берәү генә булһа, ул ялҡаулана башлай. Бер кимәлдәге уҡыусылар күберәк булған һайын сәм арта ғына, улар һәр бәйге һайын үҙ-ара ярыша һәм шулай үҫә. Айнур: Сәм көсө нығыраҡ, әммә бында педагогтың, тренерҙың роле бик ҙур. Бер баланы алғараҡ сығарып, лидер итеп дәртләндерергә теләйһең, ә ул һуңынан маһайып китеүе мөмкин. Шуға бында һәр яҡтан ҡарарға кәрәк. Мин 12-13 йәшкә тиклем Александр Мельниковта шөғөлләндем. Ул тренер күҙлегенән миндә үҙенә кәрәкле сифатты күреп, шуға йәбешеп ята ине. Әгәр шул ваҡытта саҡ ҡына арттырып ебәрһә, мин шашканан киткән булыр инем. Мәҫәлән, ул икенсе балалар менән уйнай. Уларҙан еңелергә лә мөмкин, әммә мине мотлаҡ еңә. Йәғни ул миндә шулай итеп сәм тыуҙырырға мөмкин икәнен белә ине, ә башҡаларға икенсе төрлө ҡарашта булды. Әгәр артыҡ сәмләндерергә тырышып, тик ул ғына еңһә, мине һындырып та ҡуйыу ихтималлығы бар ине. Ул ошо сикте бик яҡшы тоя торғайны.
Айгөл: Мельниковтың тәрбиә алымы ҡыҙыҡ була торғайны - еңелһәң, эстән генә үҙеңде әрләп ултыраһың бит инде, һуңынан тренер әрләй тип уйлайһың, ә ул һиңә бер нәмә лә әйтмәй. Әгәр еңһәң, киреһенсә, әрләй торғайны.
Айнур: Моғайын, ул ошо ысулды беренселәрҙән булып ҡулланғандыр. Беҙгә 10 йәш булғанда өлкәндәр менән уйнарға ултырта һәм беҙ күп тапҡырҙар еңелә инек. Мәҫәлән, Айгөл 8 йәшендә 16-18 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә уйнап, күберәк "оро" алды. Тормош та бит тик еңеүҙәрҙән генә тормай. Әммә үҫеш өсөн тренерҙың күҙаллауы ҙур роль уйнай. Беҙ бит металды ла бер формаға килтерер өсөн тәүҙә ҡыҙҙырабыҙ. Нығыраҡ ҡыҙҙырһаҡ, ул һына. Шуға оптималь температурала ғына тоторға кәрәк. Чемпиондар әҙерләгәндә лә шундай оптималь "температураны" тота белеү мөһим. Мин хәҙер уларҙың алымын үҙем ҡулланам.

Әле һеҙ республикала шашка спортын үҫтереү йүнәлешендә ҙур эштәр алып бараһығыҙ, белем усаҡтарында шашка дәресен индереү әүҙем бара. Балаларға, йәштәргә тәҡдим иткәндә был спорттың ниндәй үҙенсәлеге, файҙаһы тураһында һөйләйһегеҙ?

Айнур:
Ғәҙәттә, атай-әсәйҙәр "Баланы шашкаға йөрөтөргә теләйбеҙ, ҡасан, нисә йәштән бирергә?" тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Минеңсә, шашкаға алты йәштән бирергә кәрәк. Бала, бәлки, чемпион да булмаҫ, ә бына мәктәпкә барыр алдынан бер урында сыҙап ултырыу, иғтибар тупларға өйрәнеү кеүек сифаттарҙы ул ошо уйында үҙләштерә. Һәм был бик файҙалы, сөнки бөгөнгө тиҙ үҫешеүсән, мәғлүмәт менән саманан артыҡ ныҡ тулған тормошта иғтибар туплау мәсьәләһе бик киҫкен тора.
Айгөл: Эйе, балаларҙа иғтибар дефициты, гиперактивлыҡ проблемаһы булыуы тураһында фекерҙәр күп ишетелә. Һәм иң ҡыҙығы - был хаҡта балалар үҙҙәре лә белә, йәғни ата-әсәләр ошо фекерҙе балаларға һеңдергән. Мәҫәлән, күнекмәгә килгәндәр араһында бер бала бар һәм ул таҡтаға ғына ҡарап ултыра алмай. "Ниңә тик кенә ултырмайһың?" - тип һораһаң, миндә иғтибар дефициты, ти ҙә ҡуя. Беҙҙең шашка клубында теннис залы бар. Шуға беренсе тапҡыр килгән балалар 5 минут таҡта артында түҙеп ултырһа, һуңынан "Бар, уйнап кил", тип сығарып ебәрәсәктәр. Икенсе тапҡыр был ул таҡта артында 10 минут ултыра. Яйлап ҡына дәрес ваҡыты бөткәнсе тыныс ултырырға өйрәнәләр. Шулай уҡ шашка логик фекерләүҙе үҫтерә, хәтерҙе нығытырға ярҙам итә, дисциплинаға өйрәтә, ныҡышлыҡты үҫтерә.
Айнур: Тағы нимәгә иғтибар иттем: элек беҙ мәктәптә изложение яҙа торғайныҡ, йәғни уҡытыусы дәрестә тексты тулыһынса уҡый ҙа, уҡыусы хәтерендә ҡалғанды үҙ һүҙҙәре менән яҙырға тейеш. Хәҙер диктант яҙа беләләр, әммә барлыҡ мәктәптәрҙә лә изложение яҙыу буйынса тест үткәрһәк, проблема асыҡ күренер ине, сөнки уҡыусыларҙың иғтибар туплау һәләте юҡ. Был проблема Башҡортостанға ғына түгел, бөтөн донъяға хас. Хатта бына шашка буйынса гроссмейстерҙарҙы алғанда барыһы ла бер кимәлдә тигәндәй уйнай. Әммә кемдер ниндәйҙер мәлдә хаталана, йәғни секундтың ниндәйҙер өлөшөндә иғтибарын юғалта. Иғтибарың саҡ ҡына оҙағыраҡҡа етһә - һин еңәһең йәки тигеҙ иҫәпкә уйнайһың. Ғәҙәттә, гроссмейстерҙар ниндәйҙер яңы ҙур проблема һөҙөмтәһендә түгел, ваҡ ҡына нәмә арҡаһында еңелә, ошо ваҡ нәмә барлыҡ төҙөгән планыңды селпәрәмә килтерә.
Шуға күрә ата-әсәләр өсөн иң мөһиме - балала бер нәмәгә оҙаҡ иғтибар туплап ултырыу һәләтен тәрбиәләргә кәрәк.

Балаларҙың үҫеш, предметтарҙы үҙләштереү кимәле төрлөсә. Ә бына уларҙы: "Әгәр шашка уйнаһағыҙ, бөтөн фәндәрҙе лә үҙләштереү кимәле күтәреләсәк", - тип ылыҡтырырға буламы?

Айгөл:
Беҙ бәләкәй саҡта "Шашканы шәп уйнағас, математиканы ла шәп беләһеңдер", ти торғайнылар. Минеңсә, шашка уйнау ул бөтә фәндәр менән дә бәйле, сөнки дисциплиналы бала өйгә бирелгән эшен дә еренә еткереп, үҙаллы эшләйәсәк, уның эргәһендә атай-әсәй һәм репетиторҙың тороуы кәрәкмәй. Шуға күрә, дөйөм алғанда белем кимәле яҡшырасаҡ. Шашкасылар араһында яҡшы уҡыған балалар күп. Әммә балалар шашка уйнаған өсөн яҡшы уҡыймы, әллә яҡшы уҡыған өсөн яҡшы һөҙөмтә күрһәтәме икәнен аныҡ ҡына асыҡлау ҡатмарлы. Шуны ғына әйтә алам: беҙҙең Ишембайҙағы гимназияла шашка уйнаған уҡыусылар барыһы ла белем усағын алтын миҙалға тамамланы.
Айнур: Бында шундай бәйләнеште күҙәтә алабыҙ: балаға бәләкәйҙән яҡшы уҡыу программаһы һалынған икән, һуңынан ул иғтибарҙы туплау талап ителгән интеллектуаль спорт төрөн һайлай һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Нисек кенә булмаһын, унда бер урында оҙаҡ, иғтибарҙы туплап ултырыу, белем алыу теләге һәм һәләте бар. Ошоно һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Беҙҙә әле бер нисә бала шөғөлләнә. Мәҫәлән, Аделя Ғәзизова 7-се синыфты тамамланы, физика, математика фәндәре буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе. Яҡшы уҡый ҙа, шашкала ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

Шашка уйнаған балалар, ғәҙәттә, ярыштарға йөрөй һәм уларға күпмелер дәрестәр ҡалдырырға тура килә. Улар өсөн шәхси уҡыу планы ҡаралған. Тиҫтерҙәрегеҙҙән артта ҡалмаҫ өсөн һеҙ нисек уҡый инегеҙ?

Айгөл:
Ярыштарға китаптар, дәреслектәр күтәреп йөрөнөк. Яңы теманы үҙләштереү еңел бирелгәс, бер аҙна дәрес ҡалдырһаҡ та, һуңынан синыфташтарҙы тиҙ генә ҡыуып етә инек. Әлеге шашкасы мәктәп уҡыусылары ла, юғары уҡыу йортонда уҡыған студенттарыбыҙ ҙа шулай ти: бер аҙнаға ғына артта ҡалһаң, ҡурҡыныс түгел. Моғайын, был мәғлүмәтте һеңдерергә һәм үҙләштерергә кәрәк, тигән тәжрибә һөҙөмтәһелер.

Илдәге хәл-торош арҡаһында индерелгән санкциялар һеҙгә лә йоғонто яһанымы?

Айгөл:
Әлбиттә. Йыл буйы ярыштарға йөрөмәнек. Бары тик Рәсәй эсендә һәм Беларуста ярышта булдыҡ. Былтыр Европа чемпионатында ҡатнаша алмағанлыҡтан, быйыл донъя чемпионатында ҡатнашыуҙан мәхрүмбеҙ.
Бигерәк тә яңы шөғөлләнә генә башлаған балалар өсөн үкенесле. Уларҙың Рәсәй кимәлендә беренсе ярыштары үтте, әммә тажзәхмәт пандемияһы сәбәпле Европа чемпионатында ҡатнаша алманылар. Хәҙер санкциялар бәкәлгә һуға.
Элек беҙ Рәсәй беренселегенә һайлап алыу, Европа, донъя чемпионатына эләгер өсөн генә йөрөй торғайныҡ. Балаларға Рәсәй чемпионаты иң юғары кимәл булып тора һәм ошо кимәлдә туҡталып ҡалыу ҡыҙыҡ түгел. Балаларҙы бит сит илгә барып ҡайтыу, яңы дуҫтар табыу дәртләндерә.
Айнур: Эйе, был хәлдәр спорт торошонда ла кире һөҙөмтәләргә килтерә. Хәҙер Башҡортостан спортсылары бер ҡайҙа ла ярыштарға сыҡмай икән, бының һөҙөмтәһен беҙ бер нисә йылдан һуң асыҡ күрәсәкбеҙ. Сөнки ярыштарға йөрөмәгәс, балалар ҡыҙыҡһыныуын юғалта. Үҙемдән генә алып ҡарағанда ла, 2019 йылда Европа, донъя чемпионаттарына йөрөнөк, хәҙер тағы 5 йыл тынлыҡ.
Шул уҡ ваҡытта, донъяла өс шашка киты бар: Рәсәй, Нидерландтар һәм Ҡытай. Рәсәйҙә өс көслө мәктәп бар: Саха Республикаһы, Удмуртстан һәм Башҡортостан. Ошо өсәү араһында, әлбиттә, Башҡортостан - йөҙөк ҡашы булып тора, сөнки беҙ күрһәткән, яулаған һөҙөмтәләр башҡа бер төбәктә лә юҡ.

Әлеге көндә Башҡортостандың ниндәй мәктәптәрендә шашка кластары асыуға өлгәштегеҙ?

Айнур:
Бындай идея 2008 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне. Пекинда тәүҙә Олимпия, һуңынан Паралимпия уйындары, артабан Интеллектуаль уйындар үтте. Ошо Интеллектуаль уйындарҙы үткәреү хоҡуғын яулағас, улар башҡа ил йәки төбәккә түгел, ә тап Башҡортостан шашкасыларына мөрәжәғәт итте, сөнки программаға шашка уйыны ла ингән, ә ҡытайҙар уйнай белмәй. Һөҙөмтәлә ике арала килешеү төҙөлөп, хеҙмәттәшлеккә юл ярылды. Беҙҙең тренерҙар һаман да унда уҡыта.
2019 йылда иһә ул ваҡытта РФ Дәүләт Думаһы депутаты булған Сәлиә Мырҙабаева инициативаһы менән Урал аръяғы райондарында интеллектуаль спорт төрҙәрен, атап әйткәндә, шашканы үҫтереү проектын башланыҡ. Башта барып 6 районда 178 тренерҙы, дөрөҫөрәге, өҫтәмә белем биреү педагогтарын уҡыттыҡ. Уҡып сыҡҡандан һуң улар тренерлыҡ эшен башланы. Ул ваҡытта уҡ был башланғысты тотош республикаға таратыуҙы күҙаллағайныҡ.
Әле шашка клубы базаһында спорт мәктәбе эшләй, уның нигеҙендә райондарҙа 35 шашка төркөмө астыҡ. Йәғни беҙ тренерҙарҙы уҡытып, үҙебеҙгә ҡабул итеп, улар урындарҙа балаларҙы шашка уйнарға өйрәтә, ә беҙ уларға эш хаҡы түләйбеҙ. Әлеге ваҡытта ошо төркөмдәрҙә 353 бала шөғөлләнә.

Тренерҙар уҡыған, әммә тәжрибәле шашкасы түгелдәр, улар көслө шашкасылар тәрбиәләй аламы?

Айгөл:
Минеңсә, башланғыс этаптарҙа тренерҙың спорт мастеры, гроссмейстер түгел, яҡшы педагог булыуы мөһим, сөнки ул әҙер материалды балаларға матур итеп аңлатырға, уларҙы ҡыҙыҡһындырырға, мәсьәләләрҙе сисергә өйрәтергә тейеш. 1000 баланан шашка уйнаған 100 бала ҡалһа, шул 100 араһынан барыбер 1-10 көслө шашкасыны табасаҡбыҙ. "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы" тренерҙары 40 йыл дауамында булдырылған тәжрибә һөҙөмтәһендә уларҙан нисек чемпион эшләргә белә, быны эшләргә өйрәнгән.

Башҡортостан шашка клубының киләсәген нисек итеп күҙаллайһығыҙ?

Айгөл:
Мәктәптәрҙә 1-4-се кластарҙа, реалист күҙлегенән ҡараһаҡ, хатта 1-2-се синыфтарҙа уҡ шашка дәресен индереү кәрәк. Беҙ зоналар буйынса ярыштар үткәреп, Башҡортостан беренселеге еңеүселәрен асыҡлайбыҙ. Артабан улар Рәсәй беренселегендә ҡатнашырға тейеш, әммә беҙ унда бер йәки бер ярым кешене генә ебәрә алабыҙ. Шуның менән бюджет бөтә. Ә улар бит, бәхеткә күрә, Рәсәй беренселегендә лә еңеү яулай. Уларҙы артабан командировкаға, ярыштарға ебәрергә кәрәк. Ә беҙҙең быға аҡса юҡ. Шуға киләсәктә, исмаһам, һәр йәш категорияһынан барлыҡ өс еңеүсене лә Рәсәй беренселегенә һәм артабан ярыштарға ебәрерлек мөмкинлегебеҙ булһын ине, тибеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләһен яҡшыртыу - иң төп мәсьәлә булып тора.
Айнур: Шулай уҡ Өфөнөң Рәсәй картаһында интеллектуаль уйындарҙың ныҡ үҫешкән төбәге булыуы ныҡлы урын алһын һәм беҙҙә лә Интеллектуаль уйындар үтһен ине тигән хыял бар. Ҡытай быны үткәрә ала бит, ни өсөн беҙҙең хәлдән килмәй? Улар ошо хоҡуҡты хатта 5 йыл алдан ала. Шул рәүешле улар интеллектуаль эштәр менән шөғөлләнеүҙәрен раҫлайҙар. Интеллектуаль уйындар артында ҙур киләсәк ята, сөнки спорттың теләһә ниндәй башҡа төрө - ул сикле, йәғни кеше үҙенең мөмкинлегенән ары һикерә, шәберәк йүгерә, мәргәнерәк ата алмай. Бөрсә үҙенең ауырлығынан 50 тапҡырға артығыраҡ һикерһә, кешенең быға хәленән килмәй - физик мөмкинлектәрҙең сиге бар. Ә мейе? Беҙ уның сиге ҡайҙа икәнен һәм мөмкинлектәрен белмәйбеҙ. Әле Рәсәйҙә иң яҡшы шашкасылар Башҡортостанда икәнлеген раҫланыҡ һәм нығыттыҡ. Элегерәк Европа, донъя чемпионаттарына йөрөгәндә башҡорттоң кем икәнен дә белмәйҙәр ине. Хәҙер беләләр, сөнки уларҙы кемдер еңһә - ул мотлаҡ башҡорт, Башҡортостандан. Беҙ шашка уйыны аша Өфө, Башҡортостан, башҡорттар көслө икәнлеген күрһәттек, донъяла Башҡортостанды күҙ алдына килтергән 10 атама исемлегенә шашка уйынын да индереүгә өлгәштек.

Шулай итеп...
Булып үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең шашка буйынса 1-се Халыҡ-ара турнирында унда ҡатнашыусы илдәрҙең Шашка федерацияһы ассоциацияһын ойоштороу тураһында килешеү төҙөлдө һәм уның штаб-фатиры Өфөлә урынлашасаҡ тип билдәләнде. "Бындай Ассоциация булдырыу Рәсәй һәм Беларусь спортсыларына халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк бик аҡыллы ҡарар. Быға тиклем уларға был ярыштарға юл ябыҡ ине, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Башҡортостан өсөн штаб-фатирының Өфөлә урынлашыуы оло баһа. Башҡортостан шашка мәктәбе - донъяла иң көслөләрҙең береһе". Турнир һөҙөмтәләре буйынса әйткәндә ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ярышта ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Спорт министрлығынан. Шулай уҡ тағы бер яҡташыбыҙ Кристина Осипова бронза миҙал алды, ә Ижевск ҡалаһынан Маргарита Федорова икенсе урынға сыҡты. Ир-егеттәр араһында үткән турнирҙа Ижевск ҡалаһынан Алексей Чижов - беренсе, Өфөнән Александр Георгиев - икенсе, Евпаториянан Сергей Белошеев өсөнсө урын яуланы.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru