«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 9
+  - 


Шашты хәҙер Шәһит. Етенсене бөткәне бирле гел еңел-елпе эштә. Хәҙер ана завхоз булып алды. Артелдең бөтә малына хужа, кешенән бесәнде лә ул ҡабул итә. Урам буйында ла атынан төшмәй һыбай ғына йөрөй. Ат етешмәгәнлектән, бүтәндәр утын-бесәнде һөйрәп ташығанда, шул да булдымы һын? Олоно - оло, кесене - кесе тип тороу юҡ, екерә лә бойора. Әсәйем уға:
- Бер сабындан икенсеһенә йүгергәнсе, үҙебеҙгә лә шул тирәнән сапһаҡ, уңайлыраҡ булыр ине лә, - тигәйне, һыңар күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп, екерергә тотондо.
- Башҡортса әйткәнде аңламайһыңмы әллә?! - тип ебәрә. - Үҙегеҙгә унан бер һәнәк бесән бирмәйбеҙ. Иң тәүҙә бесәнде артелгә эшләп тапшырығыҙ, унан - үҙегеҙгә.
Их, ҡыланыуы. Ул шулай ҡысҡырмаһа ла, беләбеҙ бит инде: иң тәүге бесән артелгә. Һәм беҙ өс көн буйы Оҫҡонлоға бесән сабырға йөрөнөк. Бесән сабыу хәҙер минең өсөн эш тә түгел: иң алдан йөрөп сабам, минең артса апайым, унан әсәйем төшә. Әсәйем ҡайһы саҡта туҡтай ҙа апайым менән миңә һоҡланып ҡарап тора. Ләкин Оҫҡонло яланындағы бесәнде бер ыңғай ғына киптереп, йыйып алып булманы, яуынлап ебәрҙе. Шуға күрә икенсе бер урында, алаңҡырт ағаслыҡта, үҙебеҙ өсөн бесән саба башланыҡ. Бында үлән йоҡаҡ булһа ла, бик таҙа - ҡыйғаҡ үлән генә, мал яратып ашар әле.
Көндәр аяҙытып ебәрҙе. Бакуй йоҡа булғас ни, үҙебеҙгә тип сапҡан бесән Оҫҡонлоларынан алда кипте. Шуны йыйып йөрөгәндә генә әйттем мин әсәйемә быйыл кәбәнде үҙем ҡойорға ниәтләүемде. Көндөҙгөлөккә сәй эсеп ултыра инек. Был һүҙемде ишетеп, әсәйем эсәр сәйен эсмәй туҡтаны, миңә аптыраған һымаҡ ҡараны.
- Әлләсе, улым, кәбән һалыу уйын эш түгел...
- Беләм, әсәй.
- Беләһеңдер ҙә... Быуының ҡатмаҫ борон ҡыялмаһаң да ярар. Йә имгәнеп-нитеп ҡуйырһың.
- Ә үҙең имгәнеп ҡуйһаң? - тип апайым да һүҙгә ҡушылды. - Ике йыл буйы этләндең бит инде.
Әсәйем һаман ыңғайларға теләмәй.
- Ике йыл түҙгәс, тағы берәй йыл сыҙармын әле, - ти.
Уның үҙһүҙләнеүе йәнемде көйҙөрә.
- Шунан? Минән ҡартайғансы кәбән ҡойҙормаҫ инеңме әллә?
Әсәйем көлөп ебәрә, арҡамдан һөймәксе булып ынтыла, мин ситкә тайшанам.
- Һин ҡартайғансы әле, у-лыым!.. Ярар, ярар, улай бик дәрт иткәс, самалап ҡарарһың.
Баш күккә тейә яҙҙы минең. Әйтерһең, тел менән түгел, ҡул менән ҡойоп ҡуйғанмын кәбәнде. Ошо дәрт, ошо ынтылыш мине иртәгеһенә сабынға йүгертеп алып килде. Хәҙер үҙемдең малай-шалай түгел икәнде күрһәтке килеүҙәнме, әсәйем менән апайым, ауыр булыр, тиһәләр ҙә, кәбән һәнәктәрен бер үҙем күтәреп алдым. Күбә тарттырғас, әсәйем менән икәүләп таған һөйәнек. Тик хәҙер төп эште мин башҡарам, әсәйем кәңәш-төңәше менән ярҙам итеп йөрөй. "Тағаныңдың төбөн таймаҫлыҡ итеп ҡуй, кәбәнең ҡыйшаймаҫ", "Анау оҙонораҡ тағанды аҫ яҡтан һөйәһәң, арыуыраҡ булмаҫмы?" "Ҡабаланма, тәүге эште уйлап ҡына эшләү яҡшы", тип һүҙ-хәбәрен табып тора.
Бына таған әҙер. Хәшейә апайым төпкә һуҡтырылған күбә башына менеп баҫты. Мин, һалҡын ҡанлы күренергә тырышып, күбәгә ипләп кенә һәнәгемде ҡаҙаным. Ә йөрәк дөп-дөп тибә, тәнем буйынса ниндәйҙер зымбырҙау үтә. Уйынмы ни, ғүмеремдә тәүге тапҡыр кәбән ҡойорға тотонам бит! Кәбән ҡойоу - егет ҡорона инеү ул, тип юҡҡа әйтә тиһеңме ни Йәноҙаҡ бабай. Бына әле кәбән ҡоя башлауымды ҡарап торһон ине әле... Туҡта инде, башлауы башлау ҙа, нисек итеп ослап ҡуйылыр бит. Кәбәнем аҙаҡтан ауып ятмаҫмы? Ул саҡта ер тишегенә ин дә кит...
- Бесәнде ауыр күтәрмә, самалабыраҡ сәнс, - ти әсәйем. Минең иһә сәпсеңләп, еңел-елпеләп тораһы килмәй, көс еткән тиклем күберәк сәнсеп ырғытырға тырышам. Атайым ауылда бер кәбәнсе булған бит минең, уның исеменә тап төшөрөргә ярамай.
Кәбән күтәрелгән һайын, миңә дәрт өҫтәлә, кәбәнде тиҙерәк ҡойоп бөтөп, уны ситтәнерәк ҡарап торғо килә.
- Улым, кәбәнеңдең уртаһын нығыт, эргәһе ишелеп төшмәһен, - тип кәңәштәрен һаман биреп йөрөй әсәйем. - Хәшейә, һин анау ялпылдап торған бесәнде аяғың аҫтына тартып һалып тапа әле...
Күкрәк һәнәгенә тотонғас, эш әкренәйә төштө. Оҙон һаплы һәнәк менән бесәнде сәнсеп алып күтәреүе ҡыйыныраҡ икән шул. Биттән, бөтә тәндән шыбырҙап тир аға. Бесән саңы менән ҡатнаш тир төшөп, күҙҙе әсеттерә. Хәл дә мөшкөлләнә бара, ахырыһы, ырғытҡан бесәнем мин һалырға теләгән урынға ятмай, йә кире шыуып төшә. Арығанымды һиҙҙермәҫ өсөн, кәбәндең төҙлөгөн ҡараған кеше булып, ситкәрәк - күләгәгә барып баҫам да, аҙ ғына тын алам. Әле бит ос һәнәге менән кәбәнде ослайһы бар, ниңә йомшарам әле, тип, сәмләнеп, тағы эшкә тотонам.
Күкрәк һәнәге менән буй етмәй башлағас, ҡайында һөйәүле торған ос һәнәген алырға киттем. Нисәмә йылғы хыялымды - ошо һәнәк менән кәбән һалыу уйын бына хәҙер эшкә ашырасаҡмын. Их, атайым үҙе күрһен ине һәнәге менән кәбән ҡойғанымды!..
Эсемдә ҡайнаған уйҙарҙы һиҙҙермәҫ өсөн, аҙ ғына ла тик тормайынса, һәнәгемде күбәгә ҡаҙаным. Бына һәнәкте тубыҡ менән беләккә һалмауырлап һалып, һаптың осон киҫкен хәрәкәт менән ергә ҡаҙарға самалайым. Ә ул ысҡына ла тупраҡты юғары сөйә. Бесән вағы йыйып йөрөгән әсәйем дә, эшенән туҡтап, миңә ҡарап тора ине. Улы ос һәнәге менән тәү тапҡыр алған бесәнен күтәреп ырғыта алырмы-юҡмы - шуны белгеһе киләлер инде. Ахырҙа ул түҙмәне, мин һәнәк һабын ҡаҙарға маташҡан ергә йүнәлде. Билдәле инде, ул кәбән ҡойған саҡта, мин уның һәнәк төбөнә баҫып тора торғайным бит, хәҙер ул миңә ярҙам итмәксе. Юҡ инде, был тәүге һәнәкте мин кеше ярҙамынан тыш күтәрергә тейешмен. Тағы ла нығыраҡ сәмләнә төшөп, ос һәнәгенең һабын ҡапыл ергә сәнсәм һәм, бесәнде күтәрә биргәс, һапты нығыраҡ ҡаҙайым да, уны турайтып ҡуям. Бесәнде кәбән башына ырғытыу өсөн, һаптың төбөнән тотоп һәнәкте күтәргәйнем, ҡапыл тәнтерәкләп, тигеҙлекте юғалттым, алға атлау урынына артҡа сигендем. Ос һәнәге мине үҙ ыңғайына елтерәтеп алып китеп бара. Ҡайһылыр арала әсәйем күҙемә салынды: ул туҡтап ҡалған, ҡулын күкрәгенә ҡуйған, ҡарашы миңә төбәлгән. Әйтерһең, мин ҡот осҡос упҡын алдында. Шуны аша һикереп сыға аламмы-юҡмы?..
Туҡта, ниңә был һәнәк ыңғайына артҡа сигенәм әле? Шул тиклем ҡыйынлыҡ менән күтәргән нәмәне ҡабат ергә төшөрөргәме? Әсәйем, әйттем бит, быуының ҡатып етмәгән шул әле, тиһә...
Көсәнеп, һапты нығыраҡ ҡыҫам, беләкте ҡатынҡылатып, һәнәкте саҡ ҡына юғарыраҡ күтәрә төшәм дә, елләнеп, алға атлайым һәм бесәнде ялп иттереп кәбән башына ырғытам. Булды!.. Апаруҡ сәнсеп алынған бесән Хәшейә апайымдың өҫтөнә үк барып төштө.
- Ниңә енләнәһең? Ипләберәк ырғытырға булмаймы ни?! - тип ҡысҡыра ул бесән аҫтынан борһаланып сығыр-сыҡмаҫтан.
Миңә рәхәт, көләһе лә, урман яңғыратып ҡысҡырып ебәрәһе лә килә.
- Бына бит, ҡайһылай матур ырғыттың. Һин - мин түгел шул. Ир ҡаны һиндә, атайың ҡаны, - әсәйем шулай һөйләнеп, тағы үҙ эшенә тотондо. Уның сырайы, күҙ ҡараштары нисектер яҡтырып киткән һымаҡ ине был мәлдә.
Мин һәлмәк атлап тағы күбә эргәһенә ыңғайланым. Хәҙер үҙ-үҙемә ышаныс артып киткәйне минең. Шуғалыр инде, был юлы баяғы кеүек оҙаҡ этләнеп тә тормай, бесәнде йәлп иттереп күтәреп алдым.
Төш етеүгә, кәбән ҡойолоп бөткәйне инде. Мин уны ысын кәбәнселәрсә өйөрөлтөп йөрөп һуҡҡылап шымарттым, төбөн күбә һәнәге менән төрткөләп сыҡтым.. Хәшейә апайымды арҡандан буйлатып башынан төшөргәс, ситтәнерәк йөрөп кәбәнемде ҡарайым. Шөйлә арыу килеп сыҡҡайны ул: төптән нәҙегерәк, урта тирәһендә күкрәкләнеп китә, осланыуы ла матур ғына, аҙыраҡ ҡар ятһа ятыр, әммә һыу үтерлек түгел.
- Ҡарасы, әсәй, бөтөнләй кәбәнгә оҡшатҡан дабаһа был Кинйәбай! - тип сәрелдәй апайым. Әсәйем баҫалҡы ғына яуап бирә.
- Оҡшатмай әллә. Бынамын тигәнсе. Егет кеше лә инде ул.
Ана бит, әсәйем мине тәү тапҡыр, егет, тип атаны. Былай булғас, кәбән ҡойоу уның ҡулынан төштө. Атайымдан ҡалған һәнәк менән кәбәндең икенсеһен дә өсөнсөһөн дә... ҡоясаҡмын.
Бына шундай яҡты кәйеф менән төшкөлөккә ашарға ултырғайныҡ, ситтәгерәк арба юлынан үтеп барған һыбайлы беҙгә табан боролдо.
- Шәһит түгелме һуң? - Әсәйем борсолоп һораны.
- Булһа ни, килһен әйҙә.
- Ниңә артель бесәнен йыйырға барманығыҙ, тип бәйләнерме икән инде.
- Уның ни эше бар? Бәйләнеп ҡараһын!
- Улай һөйләшмә, улым, уның һүҙе - һүҙ...
Уңарсы һуҡыр Шәһит, эргәбеҙгә етеп, атын туҡтатты. Өҫтән аҫҡа ҡарап, һыңар күҙен бәзерәйтте.
- Бармаҡ үҙегеҙгә кәкере!.. Оҫҡонлола бесәнегеҙ ҡурап кипкән, ә һеҙ - бында!
Йомшаҡ күңелле әсәйем ошолай асыулы һөйләшкән кеше алдында ҡаушабыраҡ ҡала ине. Әле лә ни тип яуап ҡайтарырға белмәй тик тора.
- Юҡты һөйләйһең, Шәһит. Ундағы бакуй ҡалын, әйләндерһәң дә, бөгөн кипмәй ул, - тип яуапты мин бирҙем.
- Ә һин телеңде тый, ҡустым! Хәҙер үк Оҫҡонлоға китегеҙ! Юғиһә!..
- Ни эшләтерһең? - Мин тороп баҫтым. Һөмһөҙ ҡыланған Шәһит алдында һис тә йомшарып төшкә килмәй ине.
- Уныһын үҙем беләм! - Шәһиттең һыңар күҙе алан-йолан килә. - Артелдеке тип кәбәнегеҙгә бирка тыҡтым киттем!
- Ҡабаланма! Уны мин һинән бирка тыҡтырыу өсөн ҡойманым!
Шәһит ауыҙын йәйеп, самосад тартыуҙан һарғайып бөткән тешен ыржайтып мыҫҡыллы йылмайҙы.
- Шулаймы ни! Ха-ха-ха!.. Берәү кәбән ҡойған, имеш. Һы!..
Шәһит атынан төштө лә бер нәҙек ағас ҡырҡып алды. Уны юнып, көрән ҡәләм менән ниҙер яҙғас:
- Был кәбәнегеҙҙе тонна ярымға һуғам. Ул ошо минуттан артелдеке, - тип, әле эшләгән биркаһын тотоп, кәбәнгә табан атланы.
Әсәйем тик ошо саҡта ғына телгә килде.
- Абау, ниңә улай ҡыланаһың ул, Шәһит? Артелгә тигән сабынды сабып бөткәнбеҙ бит, йыйып бирербеҙ.
- Уныһын да бирерһегеҙ, быныһын да...
Шәһиттең уғата мәйелһеҙ ҡыланыуы бөтә сабырлығымды юйҙы. Һөйәүле торған ос һәнәген йүгереп барып алдым да юлына арҡыры төштөм.
- Яҡын юлама кәбәнгә!
Һуҡыр Шәһит һөмһөҙләнеп инеп килә.
- Кит юлдан!
- Китмәйем!
Әсәйем ни эшләргә белмәй, албырғап туҡтап ҡалды.
Шәһит һәнәкте ситкә этеп ебәргәйне, мин яңынан уға юлды кәртәләнем.
- Әле һин шулаймы! - тип Шәһит һәнәккә килеп йәбеште. Китте тартыш. Көслө ине Шәһит, мине дөрөп алып бара. Әсәйем менән Хәшейә әллә нимәһенә аңшайып тик тора. Улар ярҙам итһә, бирешмәҫ инем. Бына һуҡыр Шәһит ос һәнәген ҡулымдан тартып алды, яңынан барып йәбешкәйнем, мине йыҡҡансы этеп ебәрҙе лә һәнәкте юғары күтәрҙе. Һындыра һуғырға уйлай түгелме һуң ос һәнәген? Атайымдан ҡомартҡы булып ҡалған, бөгөн генә үҙем тәү башлап кәбән ҡойған һәнәктә ни үсе бар икән?..
Оҙаҡ икеләнеп, ниндәйҙер аҡыл уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Шәһит һәнәк менән ҡайын олонона киҙәнгән ыңғайы шунда ырғылдым. Әсәйемдең асырғанып ҡысҡырғаны, Шәһиттең салшайған йөҙө генә күҙгә салынып ҡалды. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем.
...Шәһиттең кәбәнгә бирка тығыу ҡайғыһы ла киткән, атын менгән дә сапҡан. Ә мин, иҫемә килгәс, ҡасандыр ошо уҡ Шәһит арҡаһында һынған ҡулымды муйынға аҫып, ҡайтып киттем. Шәһит ҡайын олонона ҡуша һындыра һуғырға киҙәнгән һәнәк миңә эләккән. Беләк һынған, ә ос һәнәге имен ҡалған. Ҡулым үҙәккә үтеп һыҙлаһа ла, шуға күрә тешемде ҡыҫып түҙәм. Тән яраһы уңалыр әле. Ә атайҙан ҡалған ҡомартҡыны юғалтһаң, уны ҡабат табып буламы ни?

(Аҙағы. Башы 15-22-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 81

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru