«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҪӘРҘӘРЕМДЕ ИҢ ТӘҮҘӘ БАЛАЛАРЫМ УҠЫЙ
+  - 


Яҙыусы, драматург, 60-ҡа яҡын пьеса, 5 роман, 15 повесть, 80-дән ашыу хикәйәләре ингән 26 китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Наил Ғәйетбаев 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Заман һулышын яҡшы тойған драматургтың төрлө жанрҙағы сәхнә әҫәрҙәре Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, хатта сит ил театрҙары сәхнәләрендә лә ҡат-ҡат ҡуйыла. Оло юбилейын ул "Бабич" һәм "Йән" исемле яңы романдары менән ҡаршы алды. Юбилей йылы булһа ла, бер йылда ике китап сығырыу - бик һирәктәр генә татыр бәхет. Романдарҙың яҙылыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, беҙ яҙыусыға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Романдар тетрәндерҙе, уҡығандан һуң байтаҡ шаңҡып йөрөлдө. Ябай уҡыусыларҙың ғына түгел, Бабичты өйрәнеүселәрҙең дә әҫәрҙә һүрәтләнгән Бабич образына ҡағылышлы һорауҙары булыр әле, моғайын. Шағир тураһында ике пьеса яҙғандан һуң уның шәхесе менән роман яҙырлыҡ кимәлдә ҡыҙыҡһыныуығыҙҙың сере нимәлә?

- Сере - яп-ябай. Сибай театры Бабич хаҡында пьеса һорағанға тотондом ул темаға. Бабич тураһында монографик хеҙмәттәр бар, фильм төшөрөлдө, шуларҙан да уҙып ниндәй һүҙ әйтә алам, тип тәүҙәрәк баҙап ҡалдым. Архивтарҙа документтар өйрәнә башлағайным, аҡтарылмаған сиҙәмгә юлыҡҡанымды, әҙәбиәттә Бабич образының бөтөнләй яҡтыртылмағанлығын аңланым. Материалдар шул тиклем күп, уларҙы өйрәнеүем йылдарға һуҙылды. Тәүҙә шағир һәм дәүләт эшмәкәре Бабич тураһында "Башҡортомдоң күҙ йәше" тигән драма, унда Бабичтың юмор оҫтаһы булыуы һыймай ҡалғас, "Бабич - атҡаҙанған әртис" тигән комедия яҙҙым. Уларҙың икеһен дә Сибай театры сәхнәгә сығарҙы. Йыйған материалдарым был пьесаларҙан да артып ҡалды. Үҙемдең Бабичты телеэкрандарға сыҡҡан Бабич менән дә, уның тураһындағы публицистик материалдарҙағы Бабич менән дә сағыштырып ҡараным да, Бабичты яңыса яҡтыртырға булдым. Ул киң даирәле, көслө шәхес булған. Шағир ҙа, сәхнәгә бер сығыуы менән генә ҡыҙҙарҙы үҙенә ғашиҡ иттергән йәш егет тә, бер ҡараһаң - бабайға, бер ҡараһаң - әбейгә йә балаға әйләнә алған әртис тә, ҡаҙаҡ аҡындары менән әйтештә еңеүсе сәсән дә, оҫта ойоштороусы ла, ниндәй ҡатмарлы заманда сәйәси ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған көрәшсе лә. Романда шундай Бабичты яҡтыртырға тырыштым. Романдың ҡулъяҙма вариантын мин Бабич йәшәгән йылдарҙы, шул йылдарҙағы милли хәрәкәтте тәрәндән өйрәнгән Марат Ҡолшәрипов, Азат Ярмуллин, Рәиф Әмиров кеүек тарихсыларға уҡыттым, уларҙың Бабич образына ҡарата һорауҙары булманы. Бабич тураһында яҙырға ла яҙырға әле!

"Йән" романына килгәндә, йән темаһын һеҙ бынан байтаҡ йылдар элек үк, "Ҡапҡан" повесында күтәреп сығаһығыҙ, әммә ул повеста, кеше үлгәс, уның йәненең икенсе тәнгә күсеүен уйҙырма, фантастика итеп бирәһегеҙ, ә был романда шул уҡ теманы реаль ваҡиғаларға нигеҙләп һүрәтләйһегеҙ. Романда һүрәтләнгән ғәжәйеп ваҡиғаларҙың реаль тормошта булыу мөмкинлегенә, кеше үлгәндән һуң йәндең икенсе тәндә ҡабаттан донъяға килеүенә ышанаһығыҙмы, ышанһағыҙ, ошо тойғо шәхсән үҙегеҙҙә ниндәй кисерештәр уятты?

- Мәскәүҙә уҡып йөрөгән йылдарҙа ҡулыма Америка ғалимы Рэймонд Моудиҙың "Үлемдән һуңғы тормош" тигән китабы килеп эләкте. Ул клиник үлем кисергәндәрҙең терелгәнгә тиклем биш-ун минут ваҡыт арауығында нимә күргәндәрен өйрәнгән. Китапты уҡып, хайран ҡалып, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй йөрөнөм. Эзотерика, психология менән ҡыҙыҡһына башланым. Шул кисерештәрем нигеҙендә "Хазина" тигән пьеса яҙҙым, унда төп героиня клиник үлем кисерә. Бына ошо пьесаны сәхнәләштерергә әҙерләнгән ваҡытта әртистәр араһында, ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тигән һымағыраҡ бәхәс китте һәм төп ролгә тәғәйенләнгән актриса үҙенең дә үлеп терелгәнлеген һөйләне. Бәхәстең осона сыға алмай туҡтап ҡуйҙыҡ, пьеса сәхнәгә сығарылмай ҡалды.
Йән тураһында роман яҙыу уйы шул ваҡытта тоҡанды миндә. Һөйләшә торғас, һораша торғас, йән менән бәйле байтаҡ тарих тупланды, баҡһаң, беҙҙең арала ла клиник үлем кисергән кешеләр байтаҡ икән. Романды реаль ваҡиғалар хаҡындағы әҫәр тип әйтерлек нигеҙ бар. Ишеткәндәрем мажаралы сюжетҡа ҡоролоп, психологик детектив рәүешендә яҙылды. Уны мауыҡтырғыс, уҡымлы итергә тырыштым. Кеше йәне үлемһеҙ. Беҙ үлгәс, йәнебеҙ был донъяға башҡа тәндә ҡабат ярала. Мин быға ышанам. Был турала Ҡөрьәндә лә яҙылған. Әл-Бәҡара сүрәһенең 28-се аятында ошондай юлдар бар: "Нисек Аллаға ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ. Ул һеҙҙе терелтте. Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, йәнә терелтер..." Мин был аятты романға эпиграф итеп алдым. Элек йән тураһында төптән уйланырға форсат булманы, бәлки, ваҡыты етмәгән булғандыр. Хәҙер ошо хаҡта йыш уйланам. Тик беҙ үлгәндән һуң ниндәй тәнгә, ниндәй һынға күсһә лә, был донъяға ғазапланыр өсөн килмәһен ине йәнебеҙ.

Ошо тиклем мауыҡтырғыс әҫәрҙәрегеҙҙе үҙ балаларығыҙ уҡыймы?

- Уҡыйҙар, әлбиттә. Китаптарымды уҡып үҫтеләр. Улар бәләкәй ваҡытта, өйҙә яҙышып ултырғанда, яҙып бөткән бер битемде уларға бирәм: "Мин уҡыйым, мин уҡыйым!" - тип сиратлап ҡысҡырып уҡый торғайнылар. Әле лә уҡыйҙар, әҫәрҙәрем буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашалар. Ҡыҙҙарым бигерәк тә. Малайҙарым ғына, ситтә йәшәгәнгәме, башҡортса һөйләшһәләр ҙә, әҙәби телде аңлауы ауыр, тип әйтеп һалдылар. Аралашыуын тик башҡортса аралашабыҙ. Балалар баҡсаһында русса ғына һөйләшеп ҡайтҡандан һуң, өйҙә рус телендә һөйләшергә маташһалар, мин уларға һәр ваҡыт: "Мин русса белмәйем", - тип яуаплай инем. Әсәһе русса әйтеп ысҡындырһа, бәләкәй малай: "Әсәй, ниңә русса һөйләшәһең, атай русса белмәй бит", - тип иҫкәрмәләр яһай торғайны. Уларға: "Үҙ балаларығыҙ менән башҡортса һөйләшегеҙ", - тип әйтеп ҡуйғанмын. Әлегә ике генә ейәнсәрем бар, улар ҙа башҡортса таҙа һөйләшәләр.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 134

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru