«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫЯРҘЫ ҮҘЕМСӘ ҮҪТЕРӘМ
+  - 

Ҡыяр үҫтереүҙең ниндәй ауырлығы бар инде ул, тиерһегеҙ. Шулай ҙа ҡыяр - йылы яратыусы йәшелсә. Көндөҙ 20-24, төнөн 16-18 градус йылыла ҡыяр яҡшы үҫә, һауа температураһы +12-нән саҡ ҡына түбәнәйә икән, сәскәләрен ҡоя, тупраҡтан файҙалы матдәләр алыуҙы туҡтата, +5 градуста иһә һәләк була. Уны иртә яҙҙан теплицала, парниктарҙа үҫтерәләр, асыҡ һауаға иһә ҡырауҙар ҡурҡынысы бөткәс кенә сәсергә була. Беҙҙең республикала был май аҙаҡтары - июнь баштарына тура килә. Гәзит уҡыусыларға минең тәжрибәм дә, бәлки, ҡыҙыҡлы булыр.

Мин ныҡ ялҡау баҡсасы, теплицам да юҡ. Ҡыярҙы асыҡ һауаға ғына сәсәм. Бының өсөн башта тиҙәкте, компосты өйөп, өҫтөнә тупраҡ һалып, бейек итеп түтәл яһап ҡараным. Махсус рәүештә бәләкәй генә теплица ла яһап сәстем, ҡыярҙарҙы вертикаль буйынса тартылған бауҙарға үрмәләтеп тә үҫтереп ҡараным. Былар барыһы ла өлкән кеше өсөн ҡатмарлы, шуға ла эште ябайлаштырып, элеккесә сәсеүгә күстем. Ҡыярҙы ябай ғына түтәлдә үҫтерәм.
Беҙҙең төбәктең климатын иҫәпкә алып, белгестәр уңыш булһын өсөн бер нисә сортты сәсергә кәңәш итәләр, береһе уңмаһа, икенсеһе уңыр, тигән маҡсаттан сығып эшләнә был. Асыҡ грунт өсөн партенокарпик гибридтар ҙа, шулай уҡ бал ҡорто ярҙамында һеркәләнгән сорттар ҙа бара. Тәүгеләре ышаныслыраҡ, сөнки улар өҫтәмә һеркәләндереүһеҙ ҙә уңыш бирә. Шулай ҙа бал ҡорттары ярҙамында һеркәләнгән ҡыярҙар тәмлерәк, улар тоҙлау өсөн дә ҡулайлыраҡ. Урал климаты өсөн иң билдәле сорттар түбәндәгеләр: "Муромский 36", "Изящный", "Алтайский ранний 166", "Конкурент", "Водолей", "Неженский". Уларҙы тоҙларға ла була.
Шулай ҙа мин күптән 2 сортты ғына сәсәм. "Апрельский F1" менән "Зозуля F1", улар икеһе лә гибрид сорт, уңышты яҡшы бирә. Яҙын ҡыяр сәсә торған урынды көҙҙән әҙерләйем. Томат, һуған, кәбеҫтә үҫкән урын ҡулайлы. Ҡарбуз, ҡабаҡ кеүек культураларҙан һуң ул урынға ҡыяр сәсергә ярамай. 1 м киңлегендә, 5 м оҙонлоғондағы түтәлгә 1 биҙрә янған тиреҫ, 1-2 биҙрә компост, 5 биҙрәгә тиклем ҡом һалам. Ҡом тупраҡты еңеләйтә, ҡыяр тап шундай ерҙе ярата ла инде. Түтәлде көҙ ҡаҙмайбыҙ, шул килеш ҡалдырабыҙ. Майҙың башында ҡаҙабыҙ. Был түтәлдең бер яғына редис, салат түтәле урынлаша, икенсе яғына иртә өлгөрә торған картуф сәсәм. Июнь - июль башында был ике түтәл дә бушай, тимәк, ҡыярға йәйелеп үҫеү өсөн урын буласаҡ.
Майҙың 15-20-ләрендә ҡыяр орлоҡтарын сәсәм. Уны алдан шыттырмайым да, һыуҙа ла тотмайым. Бер-береһенән 10-20 см аралыҡ ҡалдырам. Ҡояшта йылынған һыуҙы һибәм. Металл дуғалар ҡуйып, түтәлде һыуыҡтан һаҡлап тороусы материал менән тарттырып ҡуям. Ҡыяр сәселгән буйҙың ике яғынан 1,5 - 2 м ҡалдырып, кукуруз сәсәм. Ул ҡыярҙы елдәрҙән, ҡояштан һаҡлап тора, яҡшы микроклимат булдыра. Ҡыяр уға үрмәләп тә үҫәсәк.
2-3 япраҡ сыҡҡас, ҡыуаҡтар араһында 50-60 см ҡалырлыҡ итеп һирәкләтәм. Йышыраҡ булмаһын, ҡыяр йәй былай ҙа ныҡ итеп үҫеп китә. Июндең 20-ләренә тиклем төнгөлөккә ябам. Көндөҙ япманы алып торам.
Ике тапҡыр ашлайым. Май аҙағында-июнь башында ҡыярҙың 2-3 япрағы барлыҡҡа килгәс һәм июль башында. Матур итеп ямғыр яуып үткәндән һуң ашлаһағыҙ, бигерәк яҡшы. Ямғыр юҡ икән, һыу һибеп, 2 сәғәт үткәндән һуң ашлағыҙ. Ашлама өсөн 10-12 л биҙрәгә 1:10, 1:15 нисбәтендә тауыҡ тиҙәген һыу менән болғарға һәм шунда уҡ ҡойорға, шул саҡта азот юғалмай. Бер түтәлгә 1 биҙрә ашлама.
Һыуҙы йыш ҡоябыҙ, ул йылы булһын, башта утаһағыҙ, аҙаҡтан сүп үләндәренә иғтибар итмәһәгеҙ ҙә була. Бер түтәлдән яҡынса 8 биҙрә ҡыяр алып була, бер биҙрәгә 7-8 кг ҡыяр һыйһа, иң әҙендә лә 50 кг уңыш була. Мәлендә туйғансы ашарға ла, тоҙларға ла етә.

Әлфирә ҒҮМӘРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 96

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru