«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ТӨБӘГЕ ЙӘМЛЕ ТЫУҒАН ТӨЙӘКТЕҢ
+  - 

Өфөлә тыуып үҫкән кеше булараҡ, миңә республиканың төрлө төбәктәренә сәйәхәт итеү сит илгә барып ҡайтҡандай тәьҫораттар тыуҙыра. Башҡортостандың тәбиғәтенә һоҡланып, район һәм ҡалаларҙың ни тиклем бер-береһенән айырылып торғанын күреп, төрлө урындарҙа халыҡтың нисек йәшәүен ҡарап кире Өфөгә ҡайтыу үҙе бер ғүмер.

Күптән түгел Мәләүез ҡалаһы һәм районына юл төштө. Ырымбур трассаһы буйлап күп йөрөлһә лә, нәҡ Мәләүездең үҙенә боролоп ингән юҡ ине әле. Ыҡсым ғына, таҙа, заманса, төрлө магазиндары һәм күңел асыу урындары булған, баҙары гөрләп эшләп торған ҡала, тип күрҙем Мәләүезде. Водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә бер-береһенә ихтирамлы булыуы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡала уртаһындағы парктары тәрбиәле, ҡараулы, төҙөк. Башҡа күп ерҙәрҙән айырмалы рәүештә, Мәләүездең бөтә урамдарында ла юлдар яҡшы торошта. Һәр хәлдә, ҡала уртаһында, үҙәккә яҡын урынлашҡан шәхси йорттар урамдарында насар юлдарҙы осратманым. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Артем урамына ҡараған күп ҡатлы йорттары араһына инһәң, юлдар ҡот осмалы, соҡор-саҡырлы, машина менән түгел, хатта йәйәү ҙә үтеүе ауыр. Шуға күрә был йәһәттән Мәләүез ҡалаһы етәкселегенә, юл төҙөлөшө эшселәренә "Афарин!" тиергә генә ҡала.
Мәләүездән Томансы, Аптыраҡ, Һарыш яҡтарына барған юлдағы тәбиғәттең бик үҙенсәлекле булыуы күҙгә ташланды. Ағиҙел йылғаһы аша сыҡҡас та, алыҫта, ап-аҡ тау күренә. Урындағылар уның эргәһендә шулай уҡ өс күл барлығы тураһында ла әйттеләр. Артабан юл буйлап урынлашҡан убалар иғтибарҙы үҙҙәренә тартып тора. Белорет, Архангел һәм башҡа яҡтарҙағы бейек тауҙарҙа йөрөгән бар ине, ләкин убалар тураһында быға тиклем ишеткәнем булһа ла, тәү тапҡыр күреүем булды. Ошо юлдан йөрөгәндәр уларҙы ололап, тау, тиеп йөрөтә.
Шулай уҡ баҫыуҙарҙың тәрбиәле булыуы күңелгә һеңеп ҡалды. Баҡтиһәң, был яҡтағы баҫыуҙарҙы Урта Азия кешеһе килеп, әллә ҡуртымға, әллә һатып алып, төрлө йәшелсә үҫтерә икән, урындағылар уға ялланып эшләй. Баҫыуҙарҙың буш ятмауы, кемгәлер эш урынының булыуы яҡшы күренеш, әлбиттә, ләкин ни өсөн был эште үҙ милләттәштәребеҙ атҡарып сыҡманы икән, тигән һорау тыуа күңелдә.
Ауылдарҙы алып ҡарағанда, улар ҙур ғыналар, ләкин емерек өйҙәрҙең күп булыуы аптыратты. Мәҫәлән, Бельский ауылының бер урамында ғына буш торған, яртылаш емерелгән өйҙәр байтаҡ. Урындағы хакимиәт уларҙы "Бер-нисә йылдан хужалары килеп сығыуы бар", тип теймәй тота икән. Закон яғынан сығып ҡарағанда, әлбиттә, дөрөҫтөр, әммә әлеге мәлдә ул ауыл кешеләренең ошо емереклектәр араһында йәшәп ятыуын күреү ҡыҙғаныс күренеш. Әгәр ҙә емереп ташлап булмай икән, берәй төрлө рәтләп ҡуйырға мөмкиндер бит.
Был ауылдар араһында йөрөгән автобустарҙың теүәл ваҡытында ғына килеп китеүен күреү ҡыуандырҙы. Шулай уҡ мәсеттәрҙең төҙөк булыуы һәм уларҙан аҙан тауыштары ишетелеүе лә күңелгә май булып ятты.
Был яҡтарҙа ауыл халҡы еңел машинала түгел, ә квадроциклда ғына елдерә ауыл араһында. Ул "уйынсыҡ" осһоҙҙан түгел, тимәк, кеше эшләй, тырыша, аҡса таба һәм теләгәнен һатып ала. Был яҡтарҙа күпселек Мәләүез ҡалаһына йөрөп эшләй икән, шулай уҡ ир-егеттәр Себер тарафтарын тапай. Тағы ла иртә яҙҙан ҡош-ҡорт үҫтереүселәр күп ауылдарҙа, улар өсөн йорт алдарында махсус ҡулайламалар ҙа эшләгәндәр.
Мәләүез яҡтарына тәүге сәйәхәт күңелдә яҡшы тойғолар ҡалдырҙы. Был тарафтарға тағы ла килергә яҙыр, тип ышанам.

Зөлфәр ИШЕМҒОЛОВ.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 83

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru