«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Иртә тимер быуатындағы Көньяҡ Урал ҡәбиләләре - башҡорт халҡының иң боронғо ата-бабалары

XX быуаттың 50-се йылдарында уҡ Башҡортостандың тарихи әҙәбиәтендә бер нисә тикшеренеүсе тарафынан иртә тимер быуатында Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең башҡорт халҡы этногенезына нигеҙ биреүсе үҙәк (ядро) булараҡ формалашыуы хаҡындағы мәсьәлә ҡуйыла. Был мәсьәләнең инициаторҙары, башлыса, лингвистар була, шуға күрә тарихи күҙәтеүҙе тел аспектынан башлап ебәреү фарыз. Көньяҡ Уралдың иртә тимер эпохаһы һәм уға тиклемге дәүерҙәрҙәге ҡәбиләләре теле хаҡындағы мәсьәлә бик ҡатмарлы, һәм уны дала Евразияһы халыҡтарының ни рәүешле хасил булыуының дөйөм картинаһын иҫәпкә алмайынса хәл итеп булмаясаҡ.
Тәүҙә сак-дах-массагет-исседон ҡәбиләләре төркөмөнөң теле һәм уларҙың артабанғы яҙмышы буйынса ҙур булмаған историографик экскурс яһайыҡ. Тарихсылар араһынан ошо мәсьәлә буйынса тәүләп күренекле этнограф-археолог, "Башкиры" тигән фундаменталь хеҙмәт авторы С.И. Руденко үҙ фекерен белдерҙе. Ул иҫкә алынған ҡәбиләләр төркөмдәре һәм IX - XIV быуаттарҙа билдәле булған тарихи башҡорттар араһында туранан-тура генетик бәйләнеш бар, тип иҫәпләй. Бынан тыш, ул беҙҙең эра баштарында уҡ башҡорттар күбеһенсә күсмә малсылыҡ йоғонтоһонда формалашып өлгөргән көнкүрешле берҙәм халыҡ төркөмө булған, артабан Көньяҡ Уралда булып үткән тарихи катаклизмдарҙың башҡорттарҙың физик тибы үҫешенә лә, теленә лә, көнкүрешенә лә етди йоғонто яһамаған, тип раҫлай.
Ошо мәсьәлә буйынса С.И. Руденконың фекерен лингвистик материал нигеҙендә С.Е. Малов һәм Й.Ғ. Кейекбаев кеүек күренекле төркиәтселәр хуплап сыға. Тикшеренеүселәрҙең икеһе лә күҙгә бәрелеп торған бер факттан - хәҙерге башҡорт теленең башҡа төрки телдәренән ул телдәрҙә булмаған байтаҡ ҡына реликт күренештәрҙең һаҡланып ҡалыуы менән айырылып тороуынан сығып фекер йөрөтә. Ошоға бәйле, С.Е. Малов башҡорт теленең бик иртә (б.э. тиклем V быуаттан да һуңыраҡ түгел) уға нигеҙ булған төрки теленән айырылып сығып, төрки донъяһының көнбайыш ҡырыйында үҙаллы башҡорт-ҡыпсаҡ-мишәр төркөмөн хасил иткән, тип фараз итә. Территориаль яҡтан ул боронғо башҡорт ҡәбиләләрен, Көньяҡ Урал далаларын да индереп, Көнсығыш Европаның көньяғында урынлаштыра. Уның фекеренә ярашлы, б.э. тиклем VII - III быуаттарҙа Төньяҡ Ҡара диңгеҙе буйында йәшәгән скифтарҙың күсмә ҡәбиләләре төрки телендә һөйләшкән. Ошондай уҡ фекерҙәргә таянып, Й.Ғ. Кейекбаев боронғо башҡорт телендә һөйләшеүселәрҙең бынан 4000 - 3500 йылдар әүәлерәк төрки ҡәбиләләренең төп массаһынан айырылып китеүен билдәләй һәм уларҙы генетик яҡтан иртә тимер быуатының дах-массагет, исседон-иирк төркөмө ҡәбиләләре менән бәйләй. Айырым алғанда, ул ошо осорҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтың бер төркөмөнә ҡарата Геродоттың "таҙ башлы аргиппейҙар" ("плешивые аргиппеи") этнонимын ҡулланыуын һуңыраҡ осор башҡорттарының ырыу бүлемдәренең үҙатамаһы - "тазлар" этнонимының үҙгәртелеп бирелгән варианты, тип фараз итә. К.Ф. Смирнов археологик материалдар аша ошо ҡарашты ҡәтғи хуплап сыға. Көньяҡ Уралдың күсмә ҡәбиләләре тарихын һәм мәҙәниәтен күп йылдар дауамында өйрәнгән ғалим, тикшеренеүҙәрен дөйөмләштереп, башҡорт этносы формалашыуының иң боронғо этаптары дах-массагет ҡәбиләләренә барып тоташа, тигән һығымтаға килә. Күрһәтелгән авторҙарҙың Көнсығыш Европа (Урал-Волга буйы һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы далалары) ҡәбиләләренең төрки теллелеге хаҡындағы һығымталары бәғзе бер тарихсыларҙың һәм археологтарҙың хеҙмәттәрендә хупланды. Мәҫәлән, ошондай ғалимдарҙан А.Н. Бернштам һәм Ю.В. Зуев Ҡаҙағстан һәм Урта Азия ҡәбиләләренең төрки телле булыуҙарына инанған. Уларҙы хәҙер К.Т. Лайпанов һәм И.И. Мизиев ҡәтғи хуплап сыҡты.
Дөйөм алғанда, артабан С.И. Руденконың, С.Е. Маловтың, Й.Ғ. Кейекбаевтың һәм К.Ф. Смирновтың ошондай ҡараштары фәндә үҫтерелмәне; бер ни тиклем кимәлдә улар хатта ультраавтохтон ҡараш, тип нарыҡланып, башҡорт халҡының формалашыу ваҡытын нигеҙһеҙ боронғолаштыра, тип тәнҡитләнде. Әйтелгәнгә миҫал итеп СССР Фәндәр Академияһының Тарих бүлегенең академик-секретары С.Л. Тихвинскийҙың 1987 йылда бүлек бюроһында һөйләгән докладын атап үтергә була, ул күп кенә тарихи журналдарҙа баҫылып сыҡты. Унда докладсы Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан һәм башҡа республикаларҙың ғалимдарын Евразия далаларының күсмә ҡәбиләләре араһында (скифтар, сарматтар, сактар) Көнсығыш Европаның хәҙерге төрки телле халыҡтары эногенезының иртә этаптарында әүҙем роль уйнаған төрки телле ҡәбиләләр булыуы мөмкинлеге хаҡындағы фекерен тәнҡитләп сыҡты.
Сак-дах-массагет ҡәбиләләренең ниндәй телгә ҡарауы мәсьәләһе боронғо төрки этно-тел берлегенең барлыҡҡа килеү ваҡыты һәм формалашыу территорияһы, хәҙерге заман төрки телле халыҡтарҙың (башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, төрөктәр һ.б.) килеп сығышы менән менән бәйле ҡатмарлы ғилми проблемаға ҡағыла.
Ошо проблеманы ҡуйыуҙа һәм аңлатыуҙа ике концепция асыҡ билдәләнде, академик С. Л. Тихвинский уның береһенең рәсми вәкиле сифатында сығыш яһаны. Ошо концепцияға ярашлы, боронғо төрки этно-тел берлеге тәүҙә Үҙәк Азия (Монголия, Ҡытай) далаларында формалаша һәм тик III - IV быуаттарҙан аҙағыраҡ, Халыҡтарҙың бөйөк күсеше тип аталған эпоханан һуң, һундар - Үҙәк Азия далаларынан сығыусылар - Европаға ябырылған осорҙа бынан көнбайышҡа табан күсенә башлай. Әммә төрки халыҡтарының Европаға һәм Яҡын Көнсығышҡа (Төркиәгә, Әзербайжанға) әүҙем миграцияһын был концепция яҡлылар IX - XII быуаттарға ҡалдыра. Авторҙар, төрки халыҡтары тарихының иң боронғо этаптарын бары тик Үҙәк Азия менән бәйләгәнлектән, тарих фәнендә Себер, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Көнсығыш Европа территорияһында йәшәгән боронғо төрки телле ҡәбиләләрҙең монголоид антропологик типҡа ҡарарға тейешлеге хаҡындағы бер нәмә менән дә дәлилләнмәгән фекер нығына. Ошо схемаға тура килмәгән теләһә ниндәй фекер йәиһә фараз нигеҙһеҙ. тип баһалана.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 80

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru