«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫ КЕШЕ БУЛЫП ОҘАҠ УЙНАП БУЛМАЙ
+  - 


Күренекле әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы ҒАРИПОВАның үҙ ижади мөхите, иңгә-иң терәшеп йәшәр, шатлыҡ бүлешер, ҡайғы уртаҡлашыр, яра ялашыр дуҫтары, бер һүҙ менән әйткәндә, рухи ауылдаштары бар. Был әңгәмәбеҙ Таңсулпан ауылы тураһында барыр.

Таңсулпан апай, беҙ, ауылдарҙа тыуып үҫеп, Өфөләргә килеп төпләнеүселәр һәр ваҡыт үҙебеҙҙең аралашыу мөхитен, рухи ауылыбыҙҙы ойоштороп йәшәйбеҙ. Таңсулпан ауылы нисек барлыҡҡа килде, уның тәүге кешеләре кемдәр булды?

- Оҙаҡ ваҡыт Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында йәшәп, Өфөгә күсеп килгәс, башта үҙемде юғалып ҡалған һымаҡ хис иттем. Оҙаҡ торалмам, кире районға ҡайтып китермен, тигән дә уйым булды. Ул саҡтағы Мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитов миңә Йәштәр бульвары урамындағы ятаҡтан бүлмә бирҙе. Рәхмәт уға! Ул ятаҡта Хәйҙәр менән өйләнешкәс тә йәшәп алғайныҡ. Шул бүлмәлә өлкән улыбыҙ Айтуған тыуҙы, әсәйем йәшәргә килде. Шуға күрә, бер яҡтан элекке мөхиткә ҡайтҡан һымаҡ та булдым.
Рухи ауылымдың тәүге кешеләрен табыуым дөйөм кухнянан башланды. Был йәһәттән ятаҡ тормошо күберәк ауылды хәтерләтә. Хәҙер ауыл был йәһәттән ныҡ үҙгәреш кисерә. Элек сәйеңде лә яңғыҙ ултырып эсмәй инең. Берәү иртәнге сәйеңә инһә, икенсеһе төшкөлөккә, өсөнсөһө кискә инә. Бәләкәйерәк ваҡытта хәтерләйем, инәйҙәр кешегә ингәндә яулыҡтарын яҙып ябынып, яулыҡ остарына ғына сәй төрөп алырҙар ине. Ризыҡ наҡыҫлығы ла бар ине ул саҡта. Килгән кеше саҡырылып түгел, былай ғына килә лә инә. Был осраҡта иң тәүҙә самауыр яңырта һалаһың. Килеп инеүсе: "Әйҙә, хәҙер минең сәйҙе һалайыҡ", - тип яулыҡ осона төйөлгән сәйен һалып ебәрә инде.

Тимәк, Өфөгә килгәс тә ятаҡта йәшәү һеҙгә ауыл тормошонан әллә ни айырылмаған булып сыға, шулаймы?

- Тап шулай. Сибайҙа Яҙыусылар ойошмаһында эшләгәндә офисыбыҙ тәҙрәһенән Рәйес Түләктең йәшәгән йорто күренеп тора ине. Был ятаҡта инде уның бүлмәһе күршемдә генә. Хәнә Минһажева йәш саҡта академтеатрҙа артистка ине, "Айгөл иле"ндә Айгөлдө уйнап йөрөгән ҡыҙ ине. Уның менән дә кухняла осраштыҡ. Тора-бара ашымды кемделер күҙ уңымда тотоп бешерә башланым. Мәрйәм апай Бураҡаеваның бүлмәһе лә яҡын булды. Уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеп тулһа, ҡайһы ваҡыт миңә инеп йоҡлай торғайны. Мин дә уларға инеп сәй эсәм. Хор капеллаһы директоры, Әбйәлил башҡорто Мәрйәм дә күршемдә генә йәшәй. Шулай, нисектер, үҙенән-үҙе ауыл булып ойошоп йәшәй башланыҡ. Ишектәрҙе, ауылдағы һымаҡ, туҡылдатып тороу юҡ, кемгә теләйбеҙ, барабыҙ ҙа инәбеҙ. Кемдең нимә бешергәнен һәр ҡайһыбыҙ белеп торҙо.
Рухи ауылым шул рәүешле бер рухтағы кешеләрҙең берҙәмлегенән хасил булды. Бер аҙҙан беҙгә Гөлназ Ҡотоева килеп ҡушылды. Уны мин Сибайҙағы яҙыусылар ойошмаһына үҙемдең урыныма ҡалдырып киткәйнем. Бер аҙҙан ҡиәмәтлек ҡыҙым Гөлгөнә килде ятаҡҡа. Учалыла бергә эшләгән Гөлдәр Моратова менән аралаша башланыҡ, уларға башҡорт теле уҡытыусыһы, Мәсетле ҡыҙы Гөлсирә Ғәбсадирова килеп ҡушылды, унан - офтальмолог Фәниә Нафиҡова, "Алтын тирмә" телетапшырыуы редакторы Хәбирә Хәмиҙуллина һ.б. Ысынлап та, матур, бик сағыу ауыл барлыҡҡа килде. Дөйөм ҡала мунсаһына аҙна һайын бергәләп йөрөй башланыҡ.

Ауыл тормошоноң мәшәҡәттәре күп осраҡта ижад итергә лә ҡамасаулай. Белеүебеҙсә, һеҙҙең продуктив эшләүегеҙ тап шул осорға тура килә.

- Бик күңелле йәшәнек. Мин "Ватандаш" журналында эшләнем, шул уҡ ваҡытта яҙырға ла өлгөрҙөм. Хәҙер аптырайым, ҡайһы ваҡытта "Бөйрәкәй"ҙе яҙғанмындыр. Ятаҡ - ул шундай урын, бер һүҙ ҙә әйтергә өлгөрмәйһең, ул ауылдағы һымаҡ шундуҡ таралып өлгөрә.

Тағы ла шундай парадоксаль күренеш бар: шарттар булмаған һайын яҡшыраҡ, күберәк яҙыла...

-"Таңсулпан апай, һин "Бөйрәкәй"ҙе нисек яҙҙың икән, һинең яҙыу өҫтәлең дә юҡ ине бит", - тип аптыраны бер саҡ Гөлназ Ҡотоева. Өҫтәлем булыр ине лә ул, өҫтәлде ҡуйыр урыным булманы. Бында килгәс тә иң тәүҙә журнал өҫтәле алдым, ул әле лә йоҡо бүлмәмдә ултыра. Мин өйрәнгән шул өҫтәлемдә яҙа алам - өйрәнгәнмен. Байтаҡ драмаларым, балалар өсөн әҫәрҙәрем, "Илекәй" повесы ла шунда яҙылды.
Ятаҡта бер генә бүлмә булһа ла, ул шартлы рәүештә бер нисә "бүлмәгә" бүленгән. Диван ултырған яҡ йоҡо бүлмәһе, ашай торған өҫтәл яғы кухня тип атала. Беҙ кемдеңдер бүлмәһенә барып инһәк, уның йоҡо бүлмәһенә үтмәйбеҙ һәм был беҙҙең өсөн яҙылмаған ҡанун ине. Ятаҡта йәшәгәндә Салауат Юлаев премияһы алдым, шатлыҡ уртаҡлашырға мәжлес үткәрҙем. Унда ятаҡта комендант булып эшләүсе яҡташым Бибисара Азаматова ла ҡатнашты.

Рәйес Түләк менән дә һеҙ унда ныҡ аралашып йәшәнегеҙ?

- Мин Рәйестең бүлмәһенә инеп сәй эсергә ярата инем, ул да миңә сәй эсергә килә ине. Рәйестең бүлмәһенән ниндәйҙер бөхтәлек, ыҫпайлыҡ аңҡып торҙо. Уның бүлмәһендә сәй эсһәң, йәмшәйгән аураларың төҙәйеп, ҡотайып сығып кителә торғайны.

Таңсулпан ауылы ятаҡтан фатирға күсеп килгәс, ниндәйерәк үҙгәрештәр кисерҙе? Ятаҡтан кемдәр бында эйәреп килде, кемдәр менән араларығыҙ өҙөлмәнеме, яңы ауылдаштарығыҙ барлыҡҡа килдеме?

- Бында күсеп килеү бик ауыр булды, сөнки, беренсенән, әйткәнемсә, ятаҡ тормошо ауыл тормошона яҡын ине һәм мин унда 9 йыл йәшәп ташлағайным. Икенсенән, бында килгәс, урындағы микрорайонға өйрәнеп китеү ауырыраҡ булды. Тегендә янда ғына "Башҡортостан"сауҙа үҙәге, ауылдан килтереп ҡаймаҡ, эремсек һаталар. Ишек төбөндә сәләм биреп тороусы эскеселәргә лә өйрәнеп бөткәйнек. Улар араһында шағирҙар ҙа, йырсылар ҙа бар ине.
Рухи ауылымды тулыландырыу маҡсатында был микрорайонда йәшәүселәрҙе ашҡа ала башланым. Ауылыма Зөһрә Ҡотлогилдина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Ринат Камал өҫтәлде, һин, Әхмәр, Фәйрүзә килен менән килеп ҡушылдығыҙ. Әбйәлилдән Гөлнур Факиева, Сибайҙан Роза Хамматова, Баймаҡтан Луиза Дәүләтшина, Зилә Мортазина минең ауылым аҫабалары.
Бында килгәс, ятаҡтағы ауылым ҙурайҙы. Ятаҡта бәләкәй генә бүлмәмә лә ҡунаҡ йыя торғайным, бында килгәс, мөмкинлектәрем киңәйҙе. Алһыу Бәхтиева ла ятаҡта бүлмә аша ғына йәшәгәйне, әле бер йортта, бер "ауылда" йәшәйбеҙ. Алһыу яҡташым булғас, уның менән үҙебеҙ генә аңлашҡан лаҡаптарыбыҙ, тел-лөғәтебеҙ бар. Уйынлы-ысынлы һөйләшһәк тә, бер-беребеҙҙе ныҡ аңлайбыҙ.

Һеҙҙең ҡорға инеп, ауылығыҙ кешеһе булып китә алмаусылар бармы?

- Ундайҙар ҙа бар. Улар араһында студент саҡтан аралашып йәшәүсе таныштарым да бар. Бәлки, улар минең ауылым кешеһе булырға теләмәүселәрҙер. Күрәһең, беҙҙең биреләребеҙ килешә алмағандыр.

Тағы ла бер әйтем бар, уны атайым мәрхүм әйтә торғайны: "Ауылы берҙең ҡәүеме бер". Йәғни бер ауыл кешеләре бер ҡәүем, бер халыҡ булырға тейешле. Был мәсьәлә нисек тора?

- Минең ауылда икенсе ҡәүем кешеһе юҡ. Икенсе милләт кешеләре менән аралашам, тик улар минең ауыл кешеләре түгел. Улар менән аралашып, татыу йәшәһәм дә, улар менән табындаш, арҡадаш була алмайым шул инде, сөнки минең ауылдаштар - рухташтар.
Минең баҡсам да бар. Баҡса ла үҙенә күрә ҡыҙыҡ ҡына ауыл бит ул.

Таңсулпан ауылының йәйләүе тиегеҙ...

- Эйе, баҡсамда ла тәүҙән үк милләттәштәремде табып алдым. Вил тигән ағай ҡатыны Сәүиә менән шундуҡ саҡырышырға тотондоҡ. Кистәрен бер-беребеҙгә килеп йырлашып та ултырабыҙ. Стәрлебаш ауылының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Илһам тигән егет булды, уның менән дә ныҡ аралаштыҡ. Кисә генә шул хаҡта уйланым: нишләптер, ат кешнәшеп таныша тигәндәй, башҡорттар тиҙ генә бер-береһен табышып, рухи ауыл барлыҡҡа килтерә һалалар. Эргәмдә генә башҡа милләт кешеһе йәшәй, ишеген дә асҡаным юҡ. Үрҙә әйткәнемсә, беҙҙең мөнәсәбәттәр насар түгел, тик улар менән бер ауыл булып ойоша алмайбыҙ. Осрашҡан һайын сәләм бирешәбеҙ, тик сәйҙәр эсешә алмайбыҙ. Тап шуның өсөн дә "Ауылы берҙең ҡәүеме бер" тигәндәрҙер. Башҡорт кешеһе ауылдан ҡалаға килеп, үҙенең рухи мөхитен, йәғни ауылын ҡормайынса йәшәй алмай, ә башҡалар йәшәй. Беҙ хис менән йәшәгән халыҡ. Милләтебеҙҙең йөрәге ауылда тибә. Беҙҙең тәүҙә күңел аралаша, аҡыл түгел.

Ауылығыҙҙан күсеп китеүеләр бармы?

- Бар, әлбиттә. Ауылыма килгәндәрҙең барыһы ла ваҡыт һынауын үтә алмай. Минең ауылымдың девизы: "Ябайлыҡта - бөйөклөк!" Әгәр ҙә шул сифатты тота алмаһалар, битлек кейеп килһәләр, ундайҙар үҙҙәренән үҙҙәре күсеп китергә мәжбүр.

Осраҡлы кешеләр килеп инеүе бармы һеҙҙең ауылға?

- Ундайҙар булһа ла, оҙаҡ тотҡарланмайҙар. Сөнки минең ауылға килеүселәр ихласлыҡҡа ла имтихан тота. Фальш, яһалмалыҡ үҙен тиҙ һиҙҙерә. Яҡшы кеше булып оҙаҡ уйнап булмай. Ул ауылда етмешенсе йылдарҙа тапҡан кешеләрем дә бар. Уларҙың кем булыуы, ҡайҙа эшләүе бөтөнләй мөһим түгел. Учалынан килгән апһындарым да бар әле унда.

Унда сама менән нисә кеше йәшәй?

- Бер ҙә генә һанағаным юҡ. Улар өйөмә ишек шаҡымайынса, рөхсәт һорамайынса килеп инә алған кешеләр. Хатта ҡайһы бер туғандарының да ул ауылда булмауы бар. Мин Өфөлә туғандарым юҡ тип әйтмәйем, әммә рухиәт ауылым кешеләре бөтөнләй башҡалар. Сөнки күптәр был ауылда оҙаҡ тора алманы.

Хәҙер аралашыуҙың мөмкинлектәре киңәйҙе бит инде. Таңсулпан ауылы кешеләрен бергә туплап, ватсаптамы, башҡа урындамы үҙегеҙҙең чатығыҙҙы асырға уйламайһығыҙмы?

- Ваҡытты күп ала бит. Тик шуны ғына ҡарап ултырырға тура киләсәк. Икенсенән, минең ауылдан бүленеп сыҡҡан Яңауылдар ҙа байтаҡ ҡына. Һәр ауылдың янында үҙенең Яңауылы була. Ул ауылдарҙа мин уҡытҡан студенттар йәшәй. Әле бына кафеға саҡырҙылар. Былтыр Учалы районының Ахун ял йортона ҡунаҡҡа алғайнылар. Улар Өфөлә йәшәүсе студенттарым.

Учалы, Сибай ҡалаларында йәшәгәндә лә ундай ауылдарығыҙ булғандыр...

- Ауылһыҙ булмай. Әлеге ауылымдың ҙур өлөшө Учалыла, Сибайҙа, Баймаҡта ҡалды. Әсәйем мәҙрәсәлә уҡып, ғәрәпсә, фарсыса белгән диндар кеше булды. Ул, Ҡөрьәнде ете тапҡыр сыҡҡан кеше булараҡ, совет уҡытыусыһы булһа ла, дини конституция буйынса йәшәгән. Ул: "Тегендә барғас "Күршең менән татыу йәшәнеңме?" тип һорарҙар", - ти ине. Минең күршеләрем менән насар мөғәмәлә иткән, талашҡан саҡтарым булманы. Ауыл клубында 60 йәшемде үткәргәндә ике яҡтан ике күршебеҙ килде. Береһенең ҡан баҫымы юғары, икенсеһе саҡ атлай. Береһе ике бүләк килтергән. Ниңә улай итеүе хаҡында әйткәйнем, ул: "Һинең 70 йәшеңдә булмайым, шуға бурыслы булып ҡалмайым", - ти был. Ауылдан сығып китеүемә 50 йыл үтеп китһә лә, улар атлай алмаҫ ерҙән атлап, бүләктәрен тотоп килеп еткән. Бына күршелек хаҡы. Икенсенән, уларҙың улайтып клубҡа йөрөр саҡтары ла түгел. Тимәк, улар мине һаман үҙҙәренең күршеһе итеп тоя. Хатта ки ауылда өйөбөҙ ҙә ҡалмаһа ла, нигеҙ генә һерәйеп торһа ла.

Булат ағай Рафиҡовтың "Өйһөҙ ҡалған тауыштар"ы һымаҡ инде?

- Эйе, улар мине һаман күрше тип һанай. Кеше ғүмер буйы имтихан тота, сәғәт һайын, минут һайын. Беҙ, асылда, кеше булырға имтихан тотоп йәшәйбеҙ. Бының өсөн рухи ауылдар ҙур терәк булып хеҙмәт итә. Тимәк, минең атай-әсәй, кеше булараҡ, имтиханды яҡшы тапшырған. Күршеләремдең миңә шундай ихтирамы ата-әсәйемә ҡарата булған ихтирамы ла.

Ауылда тыуып үҫеп, ҡалаларға килеп төпләнгән башҡорттарҙың үҙ рухи ауылдарын барлыҡҡа килтереп йәшәүенең сәбәп-маҡсаттары нимәлә икән? Мин үҙемсә шулай уйлайым: барыбер ҙә беҙҙең көсөбөҙ берҙәмлектә һәм туғанлыҡта, шулай түгелме? Беҙ бит осраған бер кеше менән һаулыҡ һорашып өйрәнгәнбеҙ, ә ҡалала көн һайын урамда яңы кешеләр осрай һәм беҙҙә ятһыныу хисе көндән-көн көсәйә бара...

- Эйе, беҙҙең ауылға нигеҙ һалып, бер ауыл кешеләре булып китеүселәр улар бөтәһе лә бер тамырҙан, бер заттан булғандар. Беҙҙең шәжәрә буйынса Күсей ауылы халҡы бер-береһенә туған. Икенсенән, йән тартмаһа ла, ҡан тарта. Бына беҙҙең урамда йәшәүселәр барыһы ла ете быуын эсендәге туғандар. Аҫҡы урамда иһә ситтән килеүселәр бер-ике генә ғаилә. Бер-берең тураһында хәстәрлек күреп йәшәү элек-электән туғанлыҡ ептәрен нығытҡан. Кеше аралашмаһа, һыуына башлай. Усаҡтағы утты һаҡларға ынтылабыҙҙыр ҡалаларҙа үҙ рухи ауылдарыбыҙҙы барлыҡҡа килтереп.

Ҡайҙа йәшәһәк тә шулайбыҙ, сөнки ҡалаға килгәндә тотош ауылыбыҙҙы үҙебеҙ менән күсереп алып килә алмайбыҙ бит инде?

- Эйе, сөнки ауылһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Ахырызаман китабында шулай әйтелгән: заман ахыры етеп барғанда кеше үҙенең ҡан ҡәрҙәше менән түгел, рухи ҡәрҙәше менән ҡатнашыр, тиелгән.
Үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында мин юлдарҙа күп йөрөнөм. Өлкән улым ул ваҡытта Питерҙа уҡый ине. Аҙыҡ-түлектең наҡыҫ сағы, хатта картуфҡа тиклем күтәреп алып китә торғайным. Ул заманда бөтөн кеше юлда булды, Үзбәкстандан китәләр, Ҡаҙағстандан китәләр. Юлда тыңлаусы кеше булһа, бер ваҡытта ла һөйләмәҫ серҙәрен дә һөйләп китәләр. Шул тыңлаусы кеше, ахыры, мин булдым. Бер рус кешеһе юлда китеп бара, үҙенең ҡайҙа китеп барғанын да белмәй. Хәҙер Ҡаҙағстанда йәшәү мөмкин түгел, ти. Үҙе шунда тыуып үҫкән. Ә ата-олаталарының тыуып үҫкән ерен белмәй.

Ҡунаҡ булыуҙан тыш, Таңсулпан ауылының ниндәй йолалары бар?

- Һәр ваҡыт ҡунаҡ булышып ҡына йәшәп булмай инде ул. Йолаларға килгәндә, кешене аңларға, нисек бар шулай ҡабул итеп, мохтаж булһа, ярҙам итергә тырышыу. Әсәйем дә кешенең битенән алырға ярамай ти ине. Ҡайһы берәүҙәр "Мин тура һүҙлемен, ҡарап тормайым, йөҙөнә бәреп әйтәм", тип кешенең йөҙөн йырта. Әсәйем был ҡылыҡты инҡар итте. Кешенең йөҙөн йыртыуҙы ул күңел рәнйетеүгә тиңләне. Шуға күрә минең рухи ауылымда йөҙ йырта торған кешеләр килеп инһә лә, унда оҙаҡҡа ҡала алмай. Таңсулпан ауылының конституцияһында шулай яҙылған.

Тәрбиә эше был ауылда нисек ҡуйылған?

- Мин йәш саҡта янымда гел оло ҡатындар йөрөнө. Хәйҙәр бер мәл миңә: "Һинең хатта йүнле әхирәттәрең дә юҡ бит", - тигәйне. Һанап киткәйнем: "Улар әбейҙәр бит", - ти. Уның ҡарауы, хәҙер эргәмдә йәштәр. Шуға күрә уларға һәр ваҡыт яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарыбыҙҙы әйтә барам. Килешмәгән яҡтары булһа, матур ғына итеп әйтеү сараһын да табам. Мәҡәлдәрҙе лә файҙаланам. Ауылым кешеләре бөтәһе лә яҡшы кейенергә тейештәр. Сөнки беҙ республиканы барлыҡҡа килтергән төп халыҡ. Үҙебеҙҙе бөтөн яҡтан да үрнәк итеп күрһәтергә тейешбеҙ, бурыслыбыҙ.

Һеҙҙең ауылға урамдамы, башҡа урындамы осраҡлы рәүештә танышып килеп инеүселәр бармы?

- Ундайҙар күп, шуларҙың береһе Ғәбсадирова Гөлсирә. Алһыу Бәхтиева менән ятаҡтан уҡ бер ауылдабыҙ тигәйнем. Унан һуң, Алһыуҙың тормошонда күп нәмәләр үҙгәрҙе, тик ул үҙе үҙгәрмәне. Нисек бар, шулай, шаян, позитив, ҡунаҡсыл булып ҡалды. Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының иң гүзәл сифаттарын Алһыу үҙендә туплаған һымаҡ. Өләсәһенән, ата-әсәһенән алған ҡиммәттәрен Алһыу үҙендә һаҡлап йәшәй. Зөһрә Ҡотлогилдина менән бер үк ваҡытта уҡыныҡ, ул минән бер генә курс түбән уҡыны. Ул мандолинола уйнап, матур йырлай ине, матур шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа ине. Әммә бер йортта йәшәй башлағансы уның матур кешелек сифаттарын белмәгәнмен икән. Күрше булып йәшәп, уның һәм тормош иптәше Нияз мәрхүмдең бик гүзәл кешелек сифаттарын үҙемә астым.

Таңсулпан ауылында ҡалыр өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле шарттар ниндәй улар?

- Беренсенән, һин бында ябай булып ҡалырға тейешһең. Эсең-тышың бер булыуы мотлаҡ, йәғни күлдәгең менән ике ҡат. Ҡасандыр, йәш саҡта, бер бөйөктөң әйткәндәре мине уйға һалғайны: "Әгәр ҙә ҙур бер ҡалала рөхсәт-фәлән һорамай, тәүлектең теләһә ни ваҡытында барып инеү мөмкин булған бер генә йорт, бер генә ишек булһа ла, ул ҡала һинең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле була". Әгәр ҙә мин йәшәгән өй, мин көн дә асып инә торған ишек кем өсөндөр ана шундай икән, үрҙә әйткәнемсә, "Кеше" тигән бөйөк исемгә һынауҙы уңышлы үттем тигән һүҙ. Һәр хәлдә, минең өсөн шулай.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

Теманы дауам итеп...

Зөһрә Ҡотлогилдина, шағирә:
Таңсулпан Ғарипова менән йәшәү күңелде байыта. Бығаса белмәгән нәмәләрҙе белеп ҡалаһың. Донъяға ҡарашы яңыса, үҙенсә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы булараҡ та, күбебеҙгә үрнәк ул. Саф башҡортса йәшәй. Табыны мул, ҡунаҡ саҡырырға ярата, ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәй, тик милли ризыҡтар була табынында. Ҡайһы бер кеше бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө йәшәй, ә уның һүҙе менән ғәмәлдәре типә-тиң. Күп уҡый, урыҫ әҙәбиәтен генә түгел, донъя әҙәбиәте яңылыҡтары менән дә танышып бара. Ҡасан өлгөрәлер инде. Бер мәл 9 майҙа Еңеү паркында атайымды иҫләп күңелһеҙ уйҙарға бирелеп йөрөгәндә шылтыратты ла, кәйефһеҙ икәнемде белгәс: "Бирешмә, Зөһрә, беҙ бит фронтовик балалары. Һин төндә балҡыған Зөһрә йондоҙ, ә мин Таңсулпан, таңдың Зөһрәһе", - тип күңелемде балҡытып ебәрҙе. Мин Таңсулпан ауылында үҙемде яҡлаулы һәм һаҡлаулы итеп тоям.

Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың халыҡ артисы: Ғүмер ҡыҫҡа, шулай ҙа мин ул ауылдың мәңгелек булыуын теләр инем. Мин был ауылда үҙемә аҡыл йыям, уның тәжрибәһе аша тәжрибә туплайым. Был ауылда минең ҡыҙҙарым Таңсулпан исемле өләсәйле булып үҫәләр. Әгәр ҙә мин ошо ауылдан сығып, ситтә йөрөп килһәм, йә булмаһа, сәйәхәт ҡылһам, ауылды һағынам. Сөнки унда мине аңлайҙар, яраталар, унда мине йәлләйҙәр. Унда мин илай алам, серҙәремде ышанып һөйләй алам. Ундай ауылдар күп булмай. Бәлки, ул ауылда йәшәргә теләгән кешеләр барҙыр, әммә ул ауылда йәшәр өсөн ниндәйҙер кимәлгә күтәрелергә тейешһең. Ул кимәлдә булмаған кеше арбанан төшөп ҡала, был ауылдан китергә мәжбүр. Мин был ауылда йәшәүем менән бәхетлемен. Иҫ киткес рәхәт был ауылда, унан китке килмәй.

Гөлсирә Ғабсадирова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, халыҡ табибәһе: 2006 йылда мин бер селтәрле кампанияла тренинг үтә инем. Уның шарты буйынса урамда кешене туҡтатып, телефондарын алырға кәрәк ине. Шунан Ленин урамы буйлап китеп барһам Таңсулпан апай менән Хәйҙәр ағай торалар. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, Таңсулпан апайҙың "Бөйрәкәй" романын уҡығайным, үҙе менән яҡындан таныш түгел инем. Шулай итеп танышып киттек. Шул ваҡыттан алып бына 17 йыл инде уның менән апалы-һеңлеле һымаҡ йәшәйбеҙ, әлхәмдүлиллаһи шөкөр. Уның тормош юлымда осрауына шатмын, бәхетлемен. Ниндәй генә ауыр хәлдәр булманы, шуларҙы йырып сығырға иң тәүҙә үҙе, унан әҫәрҙәре ярҙам итте һәм итә. "Бөйрәкәй"ҙе мин 7 мәртәбә уҡып сыҡтым. Әле һаман да китапты ҡулыма алам да, Мәҙинәнең, башҡа геройҙарҙың нисек итеп тормош һынауҙарын үткәнен зиһенем аша үткәрәм. Минең алда торған ауырлыҡтар уларҙыҡы менән сағыштырғанда бик бәләкәй генә булып ҡалалар.
Таңсулпан апай бисмиллалап тәмле итеп башҡорт халыҡ аштарын бешерергә ярата. Унан бик күп аш-һыу әҙерләргә өйрәндем. Уның аша бик күп матур күңелле кешеләр менән таныштым. Һөҙөмтәлә уның дуҫтары минең дуҫтарым булып бөттөләр. Аллаһы Тәғәлә уға һәләттәрҙе йәлләмәй биргән. Халыҡ йырҙарын да еренә еткереп, үҙәккә үткәреп башҡара ул. Уның ҡул ҡаушырып буш ултырған мәлдәрен күргәнем дә юҡ. Яңыраҡ мин Баймаҡта Таңсулпан апайҙың тыуған яғында, Күсейҙән Түбәгә йөрөп уҡыған юлдары буйлап йөрөп ҡайттым. Шунда уны нығыраҡ аңланым да шикелле. Уның уҡыуға ынтылышы шул тиклем көслө булған. Тау-таш араһынан көҙ, ҡыш, яҙ булһынмы, 25 саҡрым араны үтеп йөрөп уҡыр өсөн ниндәй йөрәкле булырға кәрәк! Йәшәү көсө унда көслө, ул халыҡ медицинаһын яҡшы белә, төрлө гимнастикалар эшләй, үҙен-үҙе ҡарай. Тормоштоң ҡайһы яғын алһаң да, мин унан бик күп нәмәгә өйрәндем. Ул осрағаны өсөн Хоҙайға мең рәхмәтлемен.


"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 187

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru