«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘЫҠЛЫ ТАРИХЫ БАР САЛАУАТ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ
+  - 


Салауат дәүләт башҡорт драма театры тарихы 1933 йылдан башлана. Ҡарамалы район клубы нигеҙендә ойошторолған Ауырғазы колхоз-совхоз театрының ҡасандыр Салауат ҡалаһына күсереләсәген бер кем дә күҙ алдына ла килтерә алмай, әлбиттә. Ә тарих былай була.

Тәүге режиссер - тәүге еңеү

1931 йылдың 15 декабрендә ҡабул ителгән "Башҡорт милли театрын үҫтереү тураһында"ғы документҡа ярашлы, һәр ауылда тип әйтерлек драма түңәрәктәре ойошторола ул йылдарҙа. Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында ла эшләй башлай ундай түңәрәк. Түңәрәккә йөрөүселәр Кәрим Тинчуриндың "Зәңгәр шәл" пьесаһын сәхнәгә сығарғас, партком секретары һәм труппаның етәксеһе Ғөбәйҙулла Яҡуповтың хәстәрлеге менән коллектив ҙурыраҡ сәхнәгә - Талбазыға күсерелә. Шулай барлыҡҡа килә Ауырғазы колхоз-совхоз театры. Директоры итеп - Барый Сафинды, художество етәксеһе итеп башҡорт театр сәнғәтенең иң тәүге профессиональ актерҙарының береһе, талантлы режиссер, башҡорт телен яҡшы белгән рус ҡыҙы Елизавета Сыртланова-Шляхтинаны тәғәйенләйҙәр. Сәхнә ҡанундарынан йыраҡ булған һәүәҫкәр артистар өсөн ул театрҙа уҡыу студияһы ойоштороп ебәрә. Ҡарамалынан килгән труппаға Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған йәштәр килеп ҡушыла. Исемдәре театр тарихына яҙылған ирле-ҡатынлы Ғәзизә Насырова һәм Бикташ Кәлимуллиндар, Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғөбәй Яҡупов, Солтан Ҡунаҡбаев, Тимер Баҡыев, Авзал Аҡбашев, Бикә Йәғәфәрова, Хәйҙәр Баев, Ғәлләм Ғәлиев, Фәйзи Вәхитов, Нәҡиә Алтынбәкова, Айһылыу Ғәниева, Нәғимә Дәүләтшина, Шәрифә Мөхәмәҙиева, Гөлсөм Мирғәсимовалар менән бергә барлығы 27 кешенән торған коллектив туплана.
1936 йылда Ауырғазы театры Афзал Таһировтың "Себерәк Ғилман" спектакле менән Өфөлә уҙған Республика театр фестивалендә (ул ваҡытта театрҙар араһындағы был бәйгене олимпиада тип атайҙар) ҡатнаша һәм лайыҡлы беренсе урын ала. Ижади бәйгеләге еңеү театрҙың артабанғы яҙмышына ҙур үҙгәрештәр индерә. Башҡорт хөкүмәте театрға декорациялар эшләтеү, костюмдар тектереү өсөн ҙур финанс ярҙамы күрһәтә һәм йөк машинаһы ("полуторка") бүләк итә. Быға тиклем ат, үгеҙ егеп гастролдәргә йөрөгән артистар полуторка менән алты район халҡын, ал-ял белмәй, театр сәнғәте өлгөләре менән таныштыра башлай. Көнөнә ике-өс ауылда спектакль ҡуялар. Ҡайнап йәшәй театр: ике бригадаға бүленеп, халыҡ араһында үҙ миссияһын үтәй.

"Ете ҡыҙ театры"

1941 йылдың 22 июнендә лә театр артистары, халыҡ менән бергә яланға сығып, һабантуй байрамы уҙғара. Һуғыш башланыуы тураһындағы ҡот осҡос хәбәрҙе лә сәхнәлә тыңлайҙар... Мобилизация иғлан ителеп, ике-өс көн үтеүгә, Ауырғазы колхоз-совхоз театрының ир-егеттәре, 1936 йылда бүләккә бирелгән полуторкаға тейәлеп, һуғышҡа китә. Театрҙың директоры һәм баш режиссеры Ғөбәйҙулла Яҡупов та хөкүмәт биргән брондән баш тарта... Театр яҙмышы ни бары ете актриса ҡулында тороп ҡала. Ир-егеттәр составы булмау сәбәпле, һуғышҡа тиклем барған байтаҡ спектаклдәр репертуарҙан төшөп ҡала. Ирҙәр ролен дә башҡара ҡыҙҙар, нисек тә булһа сәнғәт усағын һаҡлап ҡалырға, көн дә спектаклдәр ҡуйырға, халыҡтың рухын һындырмаҫҡа, һуғыш хәсрәттәрен аҙға ғына булһа ла онотторорға тырыша улар. Аяуһыҙ, әммә һоҡланғыс яҙмыш яҙа ете ҡыҙ. Ауылдан ауылға тәүҙәрәк ат егеп йөрөйҙәр, аттарҙы ла һуғышҡа алып китеп бөткәс, үгеҙ егергә тура килә. Үгеҙҙәре астан үлгәс, реквизиттар тейәлгән арбаға үҙҙәре егеләләр, әммә көнөнә өс-дүрт ауылды урайҙар барыбер! Ауыл халҡы, үҙҙәренең ауыҙҙарынан өҙөп, булған ғына ризыҡтары менән бүлешә, ҡыҙҙарҙың күңелдәрен күрергә тырыша. Тик клубтар һыуыҡ. Бер йылды Зәкиә Әхмәрованың яңы тыуған сабыйы, үпкәһенә һыуыҡ тейеп, ауырый башлай. Үҙ сәхнәһен уйнап, шаршау артына сыҡҡан арала сабыйын ҡосаҡлап йылытырға, йән һәм тән йылыһы менән дауаларға тырыша актриса, әммә ярҙам итә алмай, әсәһенең ҡулында көйө йән бирә балаҡай. Гастролдән ҡайтып китергә ярамай - Күгәрсен районы Мораҡ ауылында ер ҡуйынына тапшыралар сабыйҙы. Ә кисен ошо уҡ ауыл сәхнәһендә комик роль уйнарға кәрәк актрисаға. Уйнай, тамашасыны көлдөрөргә тырыша - уның ниндәй ҡайғыға тарығанын белгән зал үкһеп илай...
Был ауыр осорҙа Башҡортостандағы 39 колхоз-совхоз театрынан өс кенә күсмә театр: Баймаҡ (хәҙерге Сибай башҡорт драма театры), Белорет (хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт рус театры) һәм Ауырғазы театрҙары ғына үҙҙәрен һаҡлап ҡала ала. Байтаҡ йылдар үткәс, театрҙың 75 йыллығына арнап, үҙе лә 1959-1961 йылдарҙа театрҙың директоры булып эшләгән драматург Нәжиб Асанбаев ошо ҡыҙҙарҙың легендаларға торошло яҙмышы тураһында 30 йылға яҡын Салауат ҡалаһының мәҙәниәт системаһында (шуларҙың 16 йылы театрҙың директоры вазифаһында) эшләү дәүерендә Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова (Байкова) йыйған тарихи-документаль материалдарға таянып, "Ете ҡыҙ" драмаһын яҙа. Уны Айрат Абушахманов сәхнәләштерә, драма буйынса Кирстен Гайнет "Ете ҡыҙ театры" документаль фильмын төшөрә. Был фильм 30 тапҡыр Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм юғары наградаларға лайыҡ була. Театрҙы һаҡлап алып ҡалыусы ете ҡыҙҙың - Зәкиә Әхмәрова, Ғәзизә Насырова, Нәҡиә Алтынбәкова, Айһылыу Ғәниева, Шәрифә Мөхәмәҙиева, Гөлсөм Мирғәсимова, Нәғимә Дәүләтшинаның исемдәре Ауырғазы колхоз-совхоз театры тарихы ғына түгел, донъя кимәлендәге һүҙ һәм кино сәнғәте тарихы ла ул хәҙер. Ул ҡыҙҙарҙың исемдәре тура мәғәнәлә лә ташҡа яҙылған: театрҙың 80 йыллығын билдәләгән көндәрҙә ул йылдарҙағы етәксе Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова театрҙың әлеге бинаһы алдына ошо ҡыҙҙарҙың исем-шәрифтәре уйылып яҙылған иҫтәлекле таш ҡуйҙырта. "Фашистарҙы дөмөктөрөп, өс-дүрт айҙан ҡайтырбыҙ, ә һеҙ театрҙы һаҡлап ҡалырға, көн дә спектаклдәр ҡуйырға һүҙ бирегеҙ!.." тиҙәр уларҙың ирҙәре һуғышҡа киткәндә. Биргән анттарына тоғро ҡала ҡыҙҙар: ейәндәре уҡып иларлыҡ яҙмыш кисерәләр, әммә театрҙы һаҡлап алып ҡалалар.

Салауатҡа күсенәбеҙ! Яңыса эшләйбеҙ!

Һуғышҡа киткән артистарҙың һәм театр хеҙмәткәрҙәренең унауһы яу яландарында ятып ҡала. Тәүге директорҙар - Барый Сафин менән Ғөбәйҙулла Яҡупов та ҡайта алмай. Етәкселекте 1943 йылда ауыр яраланып, контузия алып ҡайтып төшкән Ибраһим Әхмәровҡа тапшыралар. Һуғышҡа тиклем театр 6 районды хеҙмәтләндерһә, һуғыштан һуң коллективҡа 20-нән артыҡ районға барып спектаклдәр ҡуйыу бурысы йөкмәтелә. Йылына 330-ҙан ашыу спектакль уйнайҙар. 1955 йылда театрға "Газ-51" машинаһы бирелә һәм ошо машинаға тейәлеп, театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре тулы состав менән Салауат ҡалаһына күсенә. Талбазы ауылы халҡы илай-илай хушлаша улар менән. Артистар үҙҙәре менән 7 кәзә, 4 һарыҡ, 17 тауығын да күсерә. Ниңә Салауатҡа, ниңә Стәрлетамаҡҡа түгел, тиһегеҙме? Эйе, ул заманда Стәрлетамаҡта ла профессиональ театр булмай - 1919 йылда Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килгән театр 1922 йылда уҡ Өфөгә күсерелгән була. Күсенеү тураһында һүҙ сыҡҡас, ауырғазылар ҙа үҙҙәренә яҡыныраҡ булған Стәрлетамаҡ вариантына туҡтала, әммә Салауат ҡалаһы етәкселәре етеҙерәк хәстәрләй йәш ҡаланың мәҙәни киләсәген: ҡалаға күсенәсәк ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеп, Парк урамындағы ике ҡатлы йорттоң тотош бер подъезын бирә коллективҡа. Театрҙы йәш ҡаланың ул замандағы берҙән-бер мәҙәни үҙәге - "Төҙөүселәр" клубы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ауырғазы колхоз-совхоз театрының яңы тарихы Салауат ҡала башҡорт драма театры исеме менән яҙыла башлай. Тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулаған театрға бер йылдан дәүләт театры статусы бирелә.
Дәүләт театрына - дәүләтсә мөнәсәбәт тә тейеш. Республика Мәҙәниәт министрлығы Салауат театрына баш режиссер итеп Мәскәү дәүләт театр институтының режиссерҙар бүлеген тамамлаған Ишембай егете Хәлит Усмановты ебәрә. "Станиславский алымы менән, яңыса эшләйбеҙ!" тип, артистарға легендар режиссерҙың сәхнә алымдарын өйрәтеүҙән башлай ул эшен. Актерҙарҙан уйын түгел, сәхнәлә геройҙарының яҙмышы менән йәшәүҙәрен талап итә. Спектаклде тамашасы "ошонда һәм әле" барған хәл-ваҡиғалар итеп ҡабул итергә тейеш, шулай ғына ышандырып була тамашасыны! Яңыса уйналған "Ғәлиәбаныу"ҙа төп героиняны Миниғаян Әмирханова исемле актриса уйнай. Ул ролгә шул тиклем инә, спектаклдән һуң ҡала халҡы уны Ғәлиә исеме менән йөрөтә башлай, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Ғәлиә апай Әмирханова булып ҡала ул. "Сәхнә - минең шатлығым да, ҡайғым да... Сәхнә мине бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә итте... " - тип күҙ йәштәре аша тағы бер тарих һөйләйәсәк Ғәлиә апай. Гастролдәрҙә йөрөгәндә, уның берҙән-бер бөртөк ҡыҙы сәхнә артында үҙе өсөн ҡулайлаштырылған "карауат"тан осоп төшөп имгәнә, аҡылға зәғиф булып ҡала. Ғүмере буйы ауырыу бала ҡараған әсәгә сәхнәләрҙән бәхетле актриса булып йылмайыу нисек бирелгәндер - уныһын ул үҙе генә белә. Үлем түшәгенә йығылғас ҡына инвалидтар йортона тапшырта ул ҡыҙын. Гөлнараны ундай ауырыуҙар йәшәгән махсус йортҡа алып барып ҡалдырғандан һуң, коллегалары килеп, уны тынысландырып китәләр: шарттар матур, персонал итәғәтле. "Исмаһам, баҡый донъяла балам өсөн тыныс булырмын, - ти Ғәлиә апай. - Унда бер юлы ике төрлө роль уйнап булмайҙыр ул...".

Салауаттарҙы - Өфөгә, өфөләрҙе - Салауатҡа...

Хәлит Усманов театрҙың кимәлен профессиональ юғарылыҡҡа күтәрә. Уға алмашҡа йәш режиссер Рафаэль Әйүпов килә һәм ул да театрҙы үҫтереү өсөн бар көсөн һала. Төрлө йылдарҙа Вәзих Сәйфуллин, Лек Вәлиев, Ким Нәҙершин, Әнүәр Нурмөхәмәтов, Гөлдәр Ильясова, Илдар Вәлиев, Эдуард Шәйехов, Олег Ханов кеүек талантлы режиссерҙар эшләй Салауатта. Һәр береһе театр тарихына ҡабатланмаҫ матур биттәр яҙа. Профессиональ режиссерҙарҙың һәм актерҙарҙың үҙенсәлекле мәктәп-лабораторияһына әйләнә Салауат театры: килеп торалар, үҫеп, йондоҙ булып балҡып торалар - уларҙы ҙурыраҡ ҡалаларға, ҙурыраҡ театрҙарға тартып алып торалар. Лек Вәлиев баш режиссер булып эшләгән йылдарҙа һәр ерҙә көтөп алалар салауаттарҙы. Ҡаҙан ҡалаһы уларҙы алҡыштарға күмә, хатта Татарстандағы гастролдәрен ун көнгә оҙайтыуҙарын һорап, Өлкә комитетҡа хат яҙалар. Гастролдәр оҙайтыла, салауаттарҙы Татарстан, Башҡортостан гәзиттәре маҡтап яҙа. Өфөләге гастролдәренә лә халыҡ ағылып йөрөй, билеттар ике ай алдан һатылып бөткән була. Спектаклдәрҙән һуң артистарҙы сәхнәнән сығармай, оҙаҡ итеп ҡул сабалар.
Бер көндө тамашасылар залынан кемдер: "Салауаттарҙы - Өфөгә, өфөләрҙе - Салауатҡа!" - тип ҡысҡырып ебәрә. Ошо хәлдән һуң Салауат театрының ике режиссеры менән бергә Шамил Рәхмәтуллинды, Лүзә һәм Хәй Фәхривтарҙы, Зөлфирә һәм Иршат Вәлиевтарҙы, шулай уҡ ирле-ҡатынлы Риф Мозаһитов менән Флүрә Хәйбуллинаны, Сәүиә Сираеваны Өфөгә - Башҡорт дәүләт академия драма театрына алалар. Үкһеҙ етем ҡалған Салауат театрына актер Рим Баяновты режиссер итеп ҡуялар. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап килгән бер төркөм актерҙар араһында Әнүәр Нурмөхәмәтов та була. "Театр тип килһәк, ул бер барак булып сыҡты. Үҙ бинаһы булмағас, коллектив һәр ваҡыт гастролдәрҙә, хатта репетициялар ҙа юлда эшләнелә ине", - тип хәтерләйәсәк ул йылдарҙы һуңынан ун ике йыл режиссер, баш режиссер булып эшләгән Нурмөхәмәтов. 1987 йылда ул да "Башҡортостан" телевидениеһына эшкә күсә, Салауат актерҙары яҙмышын йәш, әммә һәләтле режиссер Гөлдәр Ильясова ҡулына тапшыралар. Профессиональ үҫеш тә, бер-бер артлы директор һәм режиссерҙарҙың алмашынып тороуы ла Салауат театрының төп проблемаһын хәл итмәй: ул һаман "тәгәрмәс өҫтөндә" йәшәй, "Төҙөүселәр" клубынан һуң "Алмаз", "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайҙарында өйҙәш булырға, егерме йылдан артыҡ Космонавтар бульварындағы 13-сө һанлы йортта урынлашҡан магазиндың беренсе ҡатында көн күрергә лә тура килә. Айҙар буйы гастролдәрҙә йөрөү дауам итә, гастролдәрҙең географияһы ла киңәйә: Татарстан республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Екатеринбург өлкәләре, Пермь крайы...

"Өйлө" булыу тарихы

Театрҙың үҙ йорто булыу тарихы һәм егерменсе быуаттан егерме беренсе быуатҡа күскән осоро Марс Шәрип улы Яппаров һәм Наилә Абдулхай ҡыҙы исемдәре менән бәйле. Театр һынлы театрҙың 30 йыл буйы бинаһыҙ йәшәүе мине лә ҡыҙыҡһындырҙы һәм мин был турала Наилә Сәфәрғолованың үҙенән ентекләп һораштым. 1985 йылда, институтты тамамлағас, йүнәлтмәлә күрһәтелгән адрес буйынса буласаҡ эш урынын эҙләп, өс көн бер тирәлә урала ул. Үтеп барыусыларҙан һорап ҡарай, ә уларҙың Башҡорт драма театры тураһында ишеткәндәре лә юҡ. Был хәлгә аптырай ҙа, ғәрләнә лә сәмле ҡыҙ. Тапмай, ҡайтып та китер ине, тап теге магазинлы өйҙөң бер подъезы алдында йыйылышып торған ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлмира Ҡыуатованы танып ҡала - гастролдән ҡайтып төшкәндәр. Шулай башлана уның Салауат театры менән танышыуы. 1988 йылда, Салауат ҡалаһы Мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһына тәғәйенләнеүе менән эшен театр проблемаларын хәл итеүҙән башлай. Театрҙың баш режиссеры Гөлдәр Ильясова, рәссамы Михаил Шнейдерман менән бергә Мәҙәниәт министрлығына, Ҡала хакимиәтенә хаттар яҙалар, мөмкин булған бөтә трибуналарҙан бер үк һүҙҙе һөйләйҙәр: Салауат театрына айырым бина кәрәк! Ни өсөн актерҙар һаман өс-дүрт ай буйына тәгәрмәс өҫтөндә йәшәйҙәр, уларҙың бит ғаиләләре, балалары бар! Артистарҙың тормошон еңеләйтер өсөн нимә лә булһа эшләнергә тейеш! Театрҙың үҫеше өсөн дә бина кәрәк! Ҡаланың йөҙө булырға тейешле театрҙың магазин бинаһында көн күреүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит! Төрлө кимәлдә йыйылыштар үткәрә-ләр, халыҡтан ярҙам һорайҙар, уларға "Аҡбуҙат" башҡорт ойошмаһы активистары килеп ҡушыла. Йыйылыштарҙа Наилә Абдулхай ҡыҙының микрофонын һүндергән, уға һүҙ бирмәгән, хатта трибунаға үткәрмәгән саҡтар ҙа була. Үҙҙәрен ишетһендәр өсөн, ҡаҡмаған ишеге, мөрәжәғәт итмәгән етәкселәр ҡалмай. Мәскәүҙән дә киләләр. "Культура" гәзитендә Салауат театры актерҙары менән "Тәгәрмәстәр, тәгәрмәстәр... " исемле репортаж баҫыла - ишетәләр, мәсьәлә, ниһайәт, ыңғай хәл ителә. 1992 йылда Салауат театры биналы була...
Стәрлетамаҡта башҡорт театры асыла, Гөлдәр Ильясованы унда баш режиссер итеп тәғәйенләйҙәр, ул, үҙ сиратында, Салауатта ҡанат нығытҡан бер төркөм актерҙарҙы һәм легендар рәссамды үҙе менән ала. Салауат театрын тергеҙеү өсөн, баш режиссер итеп 1952-1968, 1973-1979 йылдарҙа режиссер булып эшләп киткән Вәзих Сәйфуллинды ҡайтаралар. Бина бар, премьералар ҙа үтеп тора - зал ярым буш, халыҡ театрға йөрөп өйрәнмәгән. Театр эшмәкәрлегенә иғтибарҙы көсәйтеү, халыҡты театрға йәлеп итеү өсөн Наилә Абдулхай ҡыҙы Салауатта республика кимәлендә "Театр яҙы" фестивале үткәреү идеяһын тәҡдим итә һәм улар, театр директоры Марс Яппаров менән, был юлы ҡулға-ҡул тотоношоп, 1993, 1995 йылдарҙа "Театр яҙы" фестивале үткәрәләр. Халыҡ фестиваль спектаклдәренә ағылып йөрөй. Шулай формалаша Салауатта театрға йөрөү мәҙәниәте. 2003 йылда фестиваль яңынан әйләнеп килә Салауатҡа: ярайһы таушалып өлгөргән театр бинаһына ремонт кәрәк була. Фестивалде асыу тантанаһына Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов килә - Президентты ремонтланған, йыһазландырылған театрҙа ҡаршылайҙар. Мортаза Ғөбәйҙулла улы театрҙың сәхнәһен дә ремонтлау өсөн финанс ярҙамы күрһәтә, ремонттан һуң "сәхнә туйына" ла килә.
1996 йылда театрҙың актерҙар составы Өфө сәнғәт академияһында Салауат театры өсөн махсус уҡытылған Гөлли Мөбәрәкова етәкселегендәге курсты тамамлап ҡайтҡан һәләтле йәштәр менән тулыландырыла. Салауат театрының үҙ Салауаты булырға тейеш, тип, М.Кәримдең "Салауат" трагедияһын сәхнәләштерә Наилә Сәфәрғолова. Спектакль уңышлы сыға. Премьераға килгән Мостай Кәрим сәхнәләге Салауатын яратып ҡабул итә. Спектакль Өфөлә күрһәтелгәндән һуң үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә театр тәнҡитселәре спектаклде юғары баһалай. Гастролдәрҙе ябыу тантанаһында, Мостай Кәримдең тәҡдиме буйынса, Салауат ролен уйнаған актер Ишбулат Иҫәнбаев, режиссер Наилә Сәфәрғолова, рәссам Курбандурды Чарыев Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителәләр. Дәүләт комиссияһына хатты Мостай Кәрим үҙе яҙа. Әммә Наилә Сәфәрғолова, үҙ эшенә үҙе ҡаршы төшөп, премияға тәҡдим ителгән икенсе бер дәғүәсе өсөн хуплау хаты яҙып ебәрә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: "Салауат" трагедияһы Салауат Юлаев премияһын ала алмай ҡала - Наилә тәҡдим иткән кандидатураны хуплайҙар. Сәхнәлә Салауат образын һынландырғаны өсөн Ишбулат Иҫәнбаевҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелә.
2009 йылда Наилә Абдулхай ҡыҙы М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт театрында эшләп йөрөгән Олег Хановты Салауат театрына саҡырып алып ҡайта, өс йылдан ул да Өфөгә күсә. Олег Закир улы театрҙан киткәндән һуң атайһыҙ ҡалған һымаҡ була театр. 2014 йылда Наилә Абдулхай ҡыҙы ла, үҙ балаһылай күреп яратҡан театры менән хушлашып, Өфөгә күсенә. Театр йәнә шып етем ҡала...

Театрҙың бөгөнгөһө һәм... киләсәге

Эйе, йәш, талантлы режиссерҙар килә театрға, ситтән дә саҡырып килтерәләр. Килә торалар, ике-өс йыл эшләйҙәр ҙә киңерәк офоҡтарға ҡарап оса торалар... Улар киткән һайын Салауат театры ҡанаты ҡайырылған ҡош, тамырҙары аҡтарылып ташланған ағас һымаҡ ҡанһырып ҡала... "Башҡорт халҡы аҡтамыр кеүек. Аҡтамырҙың бер генә киҫәге ерҙә ҡалһа ла..." - тигән юлдар иҫкә төшә... Тамырҙар менән бәйле тағы бер иҫтәлек бар Салауат театры тарихында. Талбазынан киткән ваҡытта ете ҡыҙ, уларҙы оҙатырға килгән халыҡ менән бергә, тирәктәр ултырта. Тирәктәр үҫер, уларҙың шауында беҙҙе ишетерһегеҙ, улар мамыҡ осорғанда, беҙҙе иҫләрһегеҙ, тиҙәр. Урман булып ҡалҡҡан тирәктәр кемгәлер ҡояш күрһәтмәй башлаймы, әллә башҡа сәбәбен табалармы, тирәктәрҙе ҡырҡып, тамырҙарын аҡтарып ташлап, аллеяны һөрөп үк ҡуялар. Салауат театрын да тап шулай тамырынан йолҡоп утап торалар, ә ул тағы ҡалҡа, тағы күтәрелә... Исемен йөрөткән батыр һымаҡ: яраларын дауалай ҙа тағы ҡалҡа, тағы күтәрелә... Театрҙың һуңғы йылдарҙағы уңыштары - шуға дәлил. Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса сәхнәләштерелгән "Ерҙәштәр" (2016 й.), Островскийҙың "Һәр аҡыл эйәһе ябайлыҡҡа эйә" пьесаһы буйынса ҡуйылған "Глумов" (2017-2018 й.) спектакле (икеһенең дә режиссеры Антон Федоров), әллә күпме фестивалдәрҙә ҡатнаша, "Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли премияһына тәҡдим ителеп, миҙгелдең иң яҡшы спектаклдәре исемлегенә инә. Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса "Бер, ике, өс" спектакле (2019-2021 йылдар, реж. И. Ҡаҙаҡбаев) "Туғанлыҡ", "Наурыҙ", "Ремесло", "Артмиграция", "Федерация" Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фестивалдәренең дипломдарына лайыҡ була. Төрлө фестиваль сиктәрендә Ҡаҙан, Мәскәү, Грозный ҡалаларында, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа ла сығыш яһайҙар. 2014 йылда театр эргәһендә бер төркөм йәш артистар көсө менән "Арлекин" (етәксеһе - Радик Ғәлиуллин) балалар студияһы ойошторола. Хәҙер ул - Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә танылыу тапҡан, 2021 йылда Берлинда уҙған "Алтын асҡыс" Асыҡ Халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулаған өлгөлө балалар студияһы.
2021 йылдан театрҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов етәкләй. Сибай дәүләт башҡорт драма театрында егерменән артыҡ роль ижад иткән, Сибай ҡалаһының театр-концерт берекмәһенең директоры, Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаларында һынау үткән тәжрибәле етәксе ул. Уның өсөн театр - сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә. Ҡатыны Минзилә Ҡотошова ла актриса. Уларҙың бында килеп төпләнеүе уйҙарымды Салауат театрының инешен - Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында драмтүңәрәк ойоштороусы ике ғаиләне - Ғәзизә Насырова һәм Бикташ Кәлимуллиндарҙы, Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтарҙы иҫкә төшөрә. 90 йыллыҡ дәүерендә күпме ғаилә яҙған театр тарихын: Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар (Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтарҙың ҡыҙы һәм кейәүҙәре), Флүрә һәм Риф Мозаһитовтар, Флүрә һәм Альберт Мостафиндар, Зөһрә һәм Рим Әминовтар, Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар, Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнбаевтар, Гөлфирә һәм Нәфис Сафиуллиндар, Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар, Азалия һәм Фидан Шәйәхмәтовтар, Нәркәс һәм Мираҫ Йомағужиндар, Минзилә һәм Айбулат Ҡотошовтар, Юнир һәм Фәүнә Ғәйнуллиндар... Салауат театрының "ғаилә театры" тип йөрөтөлөүе - театрҙың яҙылмаған ҡануни дәрәжәһе.
Бөгөнгө көндә театрҙың актерҙар труппаһында 28 кеше. Улар араһында ғүмерҙәрен театрға арнап төрлө маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар ҙа, ижад юлына яңы аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә бар. Сәхнә ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Флүрә Мозаһитоваға 88 йәш булһа, иң йәш актриса Гөлкәй Хәсәноваға ни бары 20 генә. Төп көстө Өфө сәнғәт институтында Салауат театры өсөн Әхтәм Абушахманов етәкселегендә махсус уҡытылған төркөмдөң актерҙары тәшкил итһә лә, коллективҡа төрлө йылдарҙа килеп ҡушылыусылар араһында Ғабдулла Ғиләжев, Гөлли Мөбәрәкова, Таңсулпан Бабичева, Фәрдүнә Ҡасимова, Лек Вәлиев кеүек театр корифейҙары класын, Рима Харисова, Азат Нәҙерғолов уҡытҡан режиссерҙар бүлеген, Щепкин исемендәге Мәскәү театр институтын тамамлаусылар ҙа бар. Һәр остаздың, һәр режиссерҙың үҙ алымы, үҙ системаһы, үҙ ижади лабораторияһы - төрлө мәктәп, төрлө ҡараштар осрашҡан ер ул Салауат театры. Йылдар дауамында күп режиссерҙар һәм актерҙар өсөн үҫеш трамплины булып йәшәүенең сере лә, бәлки, шундалыр...
Театрҙың бөгөнгө баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина диплом практикаһын Олег Ханов етәкселегендә ошо театрҙа үтә, Олег Закир улы ҡуйған спектаклдәрҙә ассистент булыу бәхете тейә уға. Салауат театрына эшкә лә уны тап Олег Закир улы саҡыра. Театрҙа актриса булып эшләгән йылдарында йәш, тынғыһыҙ, креатив ҡарашлы режиссерҙар - Зиннур Сөләймәнов менән Илсур Ҡаҙаҡбаевтар мәктәбен үтә ул. 2020 йылда уның үҙен баш режиссер итеп тәғәйенләйҙәр. Өс йыл эсендә үҙен өмөтлө режиссер итеп танытып өлгөрә. "Ете ҡыҙ" спектаклендә ете актрисаның береһен һынландырып, бай тарихлы театр яҙмышын йөрәге аша үткәргән ҡыҙ театрҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплы икәнлеген тойоп ижад итә, юғары маҡсаттар менән йәшәй, туҡтауһыҙ эҙләнә, эксперименттарҙан ҡурҡмай. "Беҙҙең театр сәхнәләштерә алмаған әҫәр, беҙҙең актерҙар һынландыра алмаған ролдәр юҡ", - ти ул - үҙ-үҙенә лә, актерҙарына ла ышана. Салауат театрының алҡыштары ла, балҡыштары ла алда әле, тимәк.
Килер бер көн, театр алдында легендар ете актрисаны хәтерләткән ете һын һәйкәл булып ҡалҡып сығыр, театр һөйөүселәр был донъяны бик иртә ҡалдырып киткән Рим Зыязетдинов, Риза Мәһәҙиев, Нәркәс Йомағужина кеүек сәхнә йондоҙҙарының исемдәре яҙылған Йондоҙҙар аллеяһы буйлап үтер. 90 йыллыҡ тарихы булған театр ошондай хөрмәткә хаҡлы. Салауат театрының Салауат премияһына лайыҡ үҙ Салауаты ла булырға тейеш. Киләһе юбилейҙар тарихы булып яҙылыр ул Салауат.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru