«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШУНДАЙ ҺӨНӘР БАР!
+  - 


Йорт һатып алырға теләүселәр менән көн һайын Нуғай биҫтәһе, Булгак, Осоргино, Шамонин урамдарынан буран туҙҙырып арҡырыһы-буйын ҡырҡ үтәм. Йөрөгән һайын бер ҡыҙыҡ ҡына күренеш күҙгә ташлана, һөйләһәң - һүҙ, төртһәң - күҙ, тигәндәй, һөйләмәһәм дә булманы инде.

Йорт һайларға беренсе тапҡыр ғаилә хужаһы - ир кеше менән барам. Утыҙлаған объектты энәһенән ебенә тиклем, икенсе төрлө әйтһәк, нигеҙенән ҡыйығына тиклем тәфсирләп тикшерәбеҙ, ниндәй материал ҡулланғандар, ул ниндәй үлсәмдә икәнен белешәбеҙ, иҫәпләйбеҙ, ҡайҙа мунса, гараж, теплица ҡуйырға була, тип планлаштырабыҙ. Бер йә ике көндән шул утыҙ араһынан һайланған йортто инде ир һәм ҡатын менән бергәләп барып ҡарайбыҙ, ҡайҙа кухня, ниндәй обой һайларға, ҡайҙа балалар бүлмәһе икәнен билдәләп, күңелле генә һөйләшеп, хыялланып ҡайтабыҙ. Бер нисә көндән состав тулылана, командаға ҡайны-ҡәйнәләр, атай-әсәйҙәр ҡушыла. Шулай итеп, ҡайһы ваҡыт икешәр машина, йәғни кортеж менән тиҙәрме әле, барып төшәбеҙ бит әй. Шунан ҡаҙ бәпкәләре кеүек кенә теҙелеп, беҙҙең кеүектәр беҙгә тиклем үк һалған һуҡмаҡ буйлап, күҙебеҙ төшкән өйгә инәбеҙ. Йортҡа бер аҙ күҙ йүгерткәс, шунда уҡ ғаилә ағзалары кәңәш ҡорона йыйыла. Ир менән ҡатын тыңлап тора, ҡоҙалар йорттоң стена, ишектәрен ҡапшай, шым ғына түбәне байҡай, шамбо, ҡоҙоҡ бармы икәне менән ҡыҙыҡһына. Ә ике ҡоҙағый, йөҙҙәренә ғүмер буйы төҙөлөштә эшләгән белгес ҡиәфәте сығарып, умарта ҡортолай геүләп, кирбес йорттан ҡарағай йорт һәйбәт, тын алыуҙары рәхәт икәнен раҫларға тотона. Бер аҙҙан иһә был уйҙарынан дүнеп, ағас йорт хәҙер "бажалый не модно, етмәһә, йылдан-йыл баҫыла" тип, һәр береһе үҙенең һүҙен өҫкә сығарырға тырышып, бәхәсләшә башлай. Уларға беҙҙең көрттә бата-сума, тирләп-бешеп, береһе артынан икенсеһен энә күҙенән үткәргән утыҙ йорт та, ҡайһы ваҡыт йорттоң хаҡы һәм айлыҡ түләү ҙә ҡыҙыҡ түгел, тик уның һүҙе һуңғы аккорд булып яңғырарға тейеш - и баста! Шул мәлдә инде парламентер ролендәге мин ғали йәнәптәре тағы уртаға тороп, ике яҡты ла яйлап-майлап, хуплап, саҡ тынысландырырға тейеш...
Тимәк, риэлтор - ул, ҡайһы бер "аҡыллы" кешеләр уйлағанса, эт һуғарып, кеше аҡсаһына муйын һуҙып йөрөүсе генә түгел, ә кәрәк саҡта төҙөүсе лә, прораб та, дизайнер ҙа, хатта психолог та булып китеүсе икән... Әлбиттә, йәмәғәт, йорт һатып алыу күлдәк алыу түгел, көн һайын алмаштырып булмай, тикшереп, төбөнә тоҙ ҡойғансы һайлап алырға кәрәк. Кәңәш-төңәш итеү ҙә яҙыҡ түгел. Сөнки һайланған йорт ғаилә өсөн үҙеңдең ғүмерлек мөйөшөң, атай нигеҙе, әсәйҙең йылы усағы, ҡайнар ашы менән ассоциацияланасаҡ. Әммә ләкин...
- Хөрмәтле ҡоҙалар-ҡоҙағыйҙар, һеҙҙең балалар өсөн йән атып тороуығыҙға ла, матди яҡтан ярҙам итеүегеҙгә лә - афарин, әлбиттә, тик бер әтнәкәһе бар ине бит әле. Һайлаған йортта үҙҙәре күптән атай-әсәй булған, ир менән ҡатын дәрәжәһе алған кешеләр йәшәйәсәк. Улар үҙҙәренә оҡшаған фатирҙы һеҙгә тиклем үк йөрөп һайлаған һәм хөрмәт йөҙөнән һеҙгә үҙҙәренең күңеле ятҡан йортто күрһәтергә тип алып килгәндәр икән, әйҙәгеҙ, һайлау хоҡуғын да уларға ҡалдырайыҡсы... - Шулай тип тә әйтергә тура килә ҡайһы саҡта.
Йә булмаһа, икенсе миҫал. Быныһында инде ҡала фатирын һатып алыусыға күрһәтер өсөн иртәнге сәғәттәрҙә тәғәйен адресҡа киләбеҙ. Хужалары менән алдан һөйләшелгән булһа ла, домофондан шылтыратып, подъезға инә алмайбыҙ, ишетмәйҙәр. Мин кеҫә телефонынан хужабикәгә шылтыратам, һәм "Беҙ бөгөн өйҙә юҡ, аҙаҡ килерһегеҙ, пока", тигән яуап ишетәм. Аптырауҙан ултыра төшә яҙам: көнөнә биш шылтыратып, ун тапҡыр яҙып, ваҡытын үҙе билдәләп, "Әгәр бөгөн һатмаһаҡ, иртәгә һуң була", тип, тумыртҡа һымаҡ таҡылдап торған һөйкөмлө һөйәк мин һатып алыусыны Хәйбулла һынлы Хәйбулланан саҡырып килтергәс, өйҙә түгелдәр, имеш. Таң һарыһынан юлға сығып, Өфөлә фатир ҡарап, оҡшатһа, һатып алырға ниәтләгән апай менән улына уңайһыҙланып ҡарай-ҡарай, фатир хужаһы - ирҙең телефон һандарын йыям, үҙем уйымдан ғына хәйбуллаларҙың талаптарына яуап бирерлек бүтән фатирҙарҙы барлайым. Йәһәннәм тишегенән килеп, юлдары уңмай ҡайтһалар, улар алдында кем ғәйепле булып ҡала? Әлбиттә, риэлтор Айгөл инде, кем булһын, осрашыуҙы урын еренә еткереп ойоштора алмаған булып сығам бит...
Һәм ... Тадаааммм! Алды бит, ниһайәт, фатир хужаһы трубканы. "Нимә кәрәк, беҙ йоҡлайбыҙ, нимә ут сыҡҡан һымаҡ шылтыратаһың?" - тимәһенме миңә. Уларҙың фатирын һатырға ярҙам итер өсөн мин һатып алыусыларҙы ишек төбөнә килтереп, "Зинһар өсөн ишекте асығыҙ инде, беҙ бит һеҙгә аҡса менән килдек, инәйек инде", тип инәлеп торамсы. Шулай итеп, мең бәлә менән фатирға инәбеҙ. Ә ундаааа... "Мин өйҙә юҡ", тигән хужабикә лә күҙен ыуып тора. Ир менән ҡатын бер-береһе менән кәңәшләшмәй, килешмәй яуап биргән икән миңә телефондан. Әлбиттә, һатып алыусыларҙың да, минең дә күңелдә көҙөк ҡалды. Йоҡосоларҙың фатиры һаман һатылмаған әле. Ә хәйбуллалар икенсе фатирҙы һатып алып, ҡыуанып ҡайтып киттеләр... Ошондай ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс күренештәр ҡабатланып тора беҙҙең эштә. Ә шулай ҙа риэлторҙарға ла хөрмәт һәм ышаныс менән ҡарарға өйрәтергә ине ул кешеләрҙе. Һатыусы менән һатып алыусы араһын көйләп тороусы риэлторҙар бит күсемһеҙ милек баҙарында бик мөһим бурыс атҡара: баҙарҙағы фатир хаҡтарын беләләр, ниндәй фатирҙар ниндәй урында икәнен, транспорт бәйләнешен, туҡталыштарҙы навигатор урынына әйтеп бирәләр, "алиса" ла кәрәкмәй. Фатирҙы ҡасан һатырға ҡуйыу отошло, йә булмаһа, ҡасан тайм аут алып тороу кәрәк икәнен дә һеҙгә бары риэлтор ғына әйтеп бирәсәк. Тап күсемһеҙ милек буйынса агент менән һеҙ йәшәр өсөн йорт ҡына түгел, балаларығыҙға яҡшы мәктәп, бәләкәстәргә балалар баҡсаһы, хатта ки магазиндарҙы ла һатып аласаҡһығыҙ. Бына нисек уңайлы ул яҡшы, үҙ эшен белгән агент менән эш итеүе!
...Ҡыҫҡаһы, ни булһа ла булды инде, һүҙемдең башында һөйләгән ҡоҙағыйҙар менән күмәкләп йөрөп, бик күркәм йорт һатып алдыҡ әле бер ғаиләгә. Бәхетле, ҡотло йорт булһын, балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон, ин шәә Аллаһ.

Айгөл ШАҺИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru