«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАТЛЫҠ ОСҠОНДАРЫ
+  - 

Ут һүнде. Тамашасылар быны көтмәгәндер, күрәһең, залда аңлашылмаған тынлыҡ урынлашты. Театрҙа бит, ғәҙәттә, ут яйлап ҡына тоноғая барып һүнә. Ә бында, ауыл клубындағы кеүек, ҡапыл һүнде. "Сулпан" балалар театрының элекке бинаһында былай булмай торғайны шикелле. Яҡтылыҡтың шулай ҡапыл ҡараңғылыҡтан йотолоуы хатта хафаға һалғандай тойолдо.

Хафаланырлыҡ та шул, сөнки залда республикала билдәле кешеләр ултыра. Улар Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеге студенттары Наил Ғәйетбаев әҫәре буйынса ҡуйған "Ғашиҡтар көнө" исемле музыкаль-лирик комедияны ҡарарға килгән. Өфөнән пьеса авторы ла килеп еткән, әле генә халыҡ артистары менән ни тураһындалыр һөйләшеп ултыра ине. Студенттарҙың 2-се курста ғына уҡыуҙарын иҫәпкә алғанда, ҡапыл һүнгән ут һымаҡ, йәштәр ҙә ҡапыл балҡып һүнмәҫме, тигән икеле уйҙар борсой, залда ултырған ата-әсәләре өсөн һаман да бала булып ҡалған буласаҡ артистар һынатмаҫмы?
Спектакль башланды һәм баяғы хафалар яйлап юҡҡа сыҡты, сәхнәлә барған ваҡиғалар, йәш артистарҙың ихлас уйыны үҙенекен итте - нәфис һүҙ, хәрәкәттәр, музыка, алҡыштар бергә тупланып, илаһи бер мәл бүләк итте. Сәнғәтте тойғандар өсөн бындай мәлдәр бик ҡиммәтле, матурлыҡҡа ынтылған күңел йыш талап итә шундай рухи аҙыҡты. Тамаша бөткәс, бер кем дә урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы, уй-хистәр, мөлдөрәмә тулған шатлыҡтар түгелеп китер һымаҡ ине.
Бына шулай Сибайҙа бик әһәмиәтле тарихи ваҡиға булып уҙҙы. Был һүҙ уйнатыу түгел, тәрән итеп хәтергә уйылырҙай мәлдәр көн дә булмай, хатта ай һайын да түгел, әллә нисә йылға бер булыуы ла ихтимал. Әле быға тиклем 2-се курс студенттарының тулы күләмле спектаклдәр әҙерләгәне булмаған. Был беренсеһе, шуға ла тарихи, дауамы булмай, тәүге һәм һуңғыһы булып ҡуймаһын. Спектаклде ҡуйыусы режиссер, студенттарҙың актер оҫталығы буйынса уҡытыусылары Денис Нурғәлин бик ҡыйыу аҙым яһаған, тәүгеһе булһа ла төйөнһөҙ килеп сыҡҡан. Йәштәргә лә афарин, тиергә ҡала, улар балалыҡтан сығып, буласаҡ һөнәрҙәренә ышаныслы аҙым яһаны - уңыштан баштары әйләнеп китмәһен, тип теләргә ҡала.
Хистәргә бирелеп, әллә үҙемдең дә баш әйләнеп киттеме, тип, билдәле режиссер Сәлихйән ағай Әфлтүновтан тәьҫораттарын һораштым.
- Һәйбәт, тик әлегә йәштәрҙең ҡыйыулығы етеңкерәмәй. Был ҡурҡыныс түгел, ваҡыт үтә килә, тәжрибә аша туплана бындай сифат, - тине күпте күргән оҫта.
Һаран ғына әйтте, әммә остаз күҙҙәрендә лә шатлыҡ осҡондары балҡый ине.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 193

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru