«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШӘМЕШ – ШАЯНШУҠ
+  - 


Кәнфиткә урын - кендектә

Һәр бер ауылда, ҡалала ла шаян малайҙар йәшәй. Беҙҙең өйҙә лә шундай шаяншуҡ малай бар. Һөйләшә башлағайны, шаянлыҡтары, шуҡлыҡтары менән өлкәндәрҙе аптыратырға тотондо. Атаһы менән инәһе эштә булғас, күберәк әзәй (өләсәй) аптыраны. Уның исеме Сәит, әзәһе Йәшәмеш тип ярата. Шуҡлыҡтары күбәйгәс, Шаяншуҡ та өҫтәлде. Шаяншуҡ Йәшәмеш. Күп һүҙҙәр белгән һайын, бер төрлө генә яуап барлыҡҡа килде: "юҡ" һәм "дөрөҫ" - Йәшәмеш, бутҡа ашайыңмы?
- Юҡ.
- Йәшәмеш, йоҡларға кәрәк.
- Юҡ.
- Бөгөн йоҡламаҫҡа булдыңмы?
- Дөрөҫ.
- Дөрөҫ түгел шул, балам, йоҡламағас та, бутҡа ла ашамағас, үҫмәйһең.
- Бутҡаны күп итеп ашаным да инде. Бына шунда хәтлем ашаным, - тип үңәсенә төртөп күрһәтә.
- Туйҙым, тип әйтергә итәһеңме. Башҡа бер нәмә лә ашамайһың инде улайһа?
- Юҡ, кәнфиткә саҡ ҡына урын ҡалды мынауында, - тип эсенә төртә.
- Бәй-бәй, бутҡа менән тулғайны лаһа...
- Мынауындараҡ саҡ ҡына урын ҡалған икән, - тип эсенән түбәнерәк төртөп күрһәтә.
- Кендектә генә урын ҡалған, тиһең инде?
- Дөрөҫ!

Әкиәт- йоҡлатҡыс

Кис йоҡларға ятҡас, Йәшәмешкә әзәһе көн дә әкиәт һөйләй. Мендәргә уңайлап ятҡас, Йәшәмеш әзәһенә ҡарап:
- Йә башла, - ти.
- Нимәнән башларға һуң? Белгәндәремде барыһын да һөйләп бөттөм шикелле.
- Йоҡлатҡыстан башла.
- Күҙемде йомдом, йоҡлай башланым.
- Улай түгел, улай түгел. "Борон-борон" тигән йоҡлатҡыстан башла.
- Борон-борон, тип әкиәт кенә башлана.
- Дөрөҫ! Әкиәт шулай башлана. Шунан ғына башла ла ҡуй.

Тылсымлы һүҙ

- Әзәй, мин Октябрьскийға барам.
- Ниңә улай кинәт кенә барырға булдың әле? Бишҡурай һиңә нимәһе менән оҡшамай? Йыраҡ бит, йәйәү бараһыңмы, машинаң менәнме?
- Юҡ.
- Туймазы менән Октябрьский араһында самолет осмай шикелле.
- Нәнәйҙәрҙең телевизорында "Өс бесәй" йәнһүрәте бар.
- Беҙҙекендә лә бар. Йәнһүрәт ҡарарға китәһеңме?
- Мәликә апайым пультты бирмәй.
- Зинһар өсөн, тип һораныңмы һуң?
- Юҡ, Зинһар өсөн түгел, мин үҙем ҡарағым килә.
- Зинһар - ул шундай тылсымлы һүҙ, шуны әйтһәң, бер кем дә "юҡ" тимәй. Шунда уҡ ризалаша кешеләр. Һин "юҡ" менән "дөрөҫ"тән башҡаны белмәйһең.
Был тылсымлы һүҙ бик тиҙ кәрәк булды. Иртәгеһен иртә менән Шаяншуҡ Йәшәмеш ишек алдына сыҡҡайны, кер элгестәге аҡ футболкаһын Бөҙрәкәй исемле яратҡан быҙауы ашап торғанын күреп ҡалды. Футболканың алдына төшөрөлгән йәшел динозаврҙың яртыһы быҙау ауыҙында ине инде. Йәшәмеш йүгереп барып футболкаһына йәбеште, тартып ҡараны. Әммә быҙау бирергә ашыҡманы, киреһенсә, артҡа ҡайырылып, бәләкәс кенә мөгөҙҙәрен ян-яҡҡа тарбанлатып, тәмләп тороп сәйнәүен дауам итте.
- Бөҙрәкәй, зинһар, зинһар, бир футболкамды! - Йәшәмеш быҙауға һуғып та, ҡолағын бороп та ҡараны. Тегеһе бәләкәс кенә мөгөҙҙәрен Йәшәмешкә төҙәп, башын аҫҡа эйеп, сәйнәүен белде.
Ишек алдындағы тауышҡа өйҙән әзәһе йүгереп сыҡты. Икәүләшеп тартҡас, футболканы быҙау ауыҙынан тиҙ сығарҙылар. Тишкеләнеп-теткеләнеп бөткән футболкаһын һелкеп, Йәшәмеш әзәһенә үпкәһен белдерҙе :
- Ә һин - зинһар, зинһар, тиһең!
- Хайуан - хайуан инде, әйткәнде белмәй шул. Һыуы тамсылап торғас, эсәһе килгәндер ҙә сәйнәгәндер. Ҡайҙа әле улағын ҡарайыҡ, һыуы бармы икән?
- Һыуы юҡ, әзәй!
- Мин һиңә, зинһар, һыу һал тигәйнем дә инде, һалмағайныңмы?
- Юҡ!
- Юҡҡа яуап та юҡ!

Сипи-пипи йәки Пипи-сипи

Йәшәмеш - Шаяншуҡ көн дә иртән әзәһе менән тауыҡтарға ем бирә. Уларҙың ун тауығы бар. Тауыҡ ояһынан алған йомортҡаларҙы ла бергә йыялар. Йәшәмеш шулайтып унға тиклем һанарға ла өйрәнде. Тик көндәр көҙгә тартып, һыуына башлағас, йомортҡалар унға тулмай аптыратты. Әзәһе лә бозор тауығын тапмай ҡарһаланды. Ҡайҙа булған ҙур бозор тауыҡ? Һарай баштарынан, бәрәңге баҡсаһынан ҡараштырҙылар, тапманылар. Көндәр тамам һалҡынайып, бесәнлеккә бесән ҡайтарырға тип атаһы ялан кәртәгә ингәс, аҙау бесән араһынан бер бөртөк кенә сыбар себешен эйәртеп, бозор тауыҡ килеп сыҡты. Был хәбәрҙән әзәһе аптырап ҡалды.:
- Урлап баҫҡан икән был егәрле тауыҡ!
- Тауыҡ урлашҡанмы, әзәй? -Йәшәмеш әзәһенең хәбәренән шарҡылдап көлдө лә, һыңар аяғында һикерәңләп һамаҡларға кереште:
- Бозор тауыҡ - бур тауыҡ, бур тауыҡ - бозор тауыҡ!
- Һиңә көлкө, бына-бына ҡыш тыуырға тора, ҡайһылайтып үҫтереп алмаҡ кәрәк был себеште. Харап булыр инде, сабый.
- Әзәй, өйҙә тоторбоҙ. Ситлек һатып алайыҡ та шунда йәшәр, Тутойғош кеүек. Уға исем дә ҡушырға кәрәк әле. Мин уға... мин уға... хәҙер әйтәм... Сипи-пипи, йә булмаһа Пипи-сипи, тип ҡушырмын. Оҡшаймы исеме, әзәй?
- Оҡшамаған ҡайҙа. Гел бәләкәй тормаҫ себешең, ҙурайып үҫеп китһә, ул исем килешмәҫ бит. Ҙууур тауыҡҡа нисек Сипи-пипи тип өндәшмәк булаһың?
- Әзәй, бәлки, ул әтәстер ҙә әле.
- Әтәскә бындай исем бөтөнләй батмай.
- Ә әтәстәрҙең исеме буламы? Беҙҙең әтәстең исеме бармы?
- Юҡ, уға исем кәрәкмәй ҙә. Ишек алдынан ары китмәй, көтөүгә йөрөмәй, урам буйлап әтәс эҙләп йөрөмәгәс, исем дә кәрәкмәне. Бер бөртөк булһа ла берәгәй, ана ниндәй матур. Башындағы кикреге - бурҙат тараҡ, ҡанаттары - ҡыҙыл салғы, ҡойроғо - йәшел ураҡ!
- Ә быҙауҙың исеме бар, хатта һыйырҙың да исеме бар!
- Бөҙрәкәй тыуған саҡта бөҙрә генә ине. Һыйырға Сулпан тигән исемде таңда тыуғанға ҡушҡайныҡ. Сулпан йондоҙо менән бергә тыуған. Атҡа Сыбар тип ниңә исем биргәндәрен үҙең дә аңлап тораһыңдыр? Малға исем дөрөҫ аталһа, ырыҫлы, ҡотло була.
- Миңә исемемде Йәшәмеш тип нимәгә атанығыҙ? Мин дә ҡотло буламмы ?
- Дөрөҫ, балам. Ҡотло, ырыҫлы булһын, тип Йәшәмеш тип яратам һине.Үҙеңдең исемеңде беләһең дә - Сәит, Сәит батыр тип ҡушҡан атайың. Күп белгән, зирәк малайҙарҙы беҙҙә Йәшәмеш тип яраталар. Оҙон ғүмерле, һау, аҡыллы булһын улым, тинем. Дөрөҫ уйлайыммы?
- Дөп-дөрөҫ! Мин батыр булам!

Тешем кителгән

Көн дә әкиәт һөйләй торғас, әзәһенең әкиәт һандығы бушап ҡалды. Бер үк әкиәтте ҡабат-ҡабат һөйләгәнде Йәшәмеш яратмай, оҡшатмай. Гел яңыһы кәрәк.
- Буҙансы батырҙы һөйләйемме.
- Юҡ. Һөйләнең бит теге көндө.
- Ҡамыр батыр?
- Юҡ.
- Аҡъял батыр?
- Юҡ, ҡурҡыныстарҙы һөйлә. Ер тетрәтеп, ауыҙынан ут бөркөп торған ете башлы аждаһалар тураһында һөйлә.
- Тағы ҡурҡып илашырғамы, үҙең һорайһың да ул, һөйләй башлаһаң, үҙең ҡурҡып илайһың. Әйҙә әле бөгөн һин һөйлә, мин тыңлайым.
- Мин һөйләй алмайым.
- Нишләп?
- Тешем кителгән.
- Минең дә тештәрем кителеп бөткән. Ҡайһы бере төшкән. Шулай ҙа һиңә һөйләйем дәһә.
- Ҡайҙа төшөп ҡалған тештәрең?
- Төшөп ҡалмаған, йорттоң бүрәнә ярығына ҡыҫтырып ҡуйғанмын.
- Күрһәт әле, әзәй?
- Йә, берәй уңайы сыҡҡанда күрһәтермен әле. Хәҙер һуң инде, ҡараңғы, күренмәҫ.
- Юҡ, һин миңә хәҙер күрһәт. Минең фонарикты алайыҡ.
- Алдына алғанын ҡуймаҫ ошо Йәшәмеш, әйҙә!
Йәшәмеш әзәһе менән ишек алдына сыҡтылар. Башта әзәһе йорт мөйөшөндәге бүрәнә ярығына ҡыҫтырып ҡуйған сепрәкте тартып сығарҙы. Йәшәмеште нигеҙгә күтәреп баҫтырып, бытырлашып теҙелеп ятҡан бәләкәй генә тештәрҙе күрһәтте. Йәшәмеш аптырап китте. Һүҙһеҙ ҡалды. Тырпайып торған оҙон керпектәрен елпелдәтте. Сылт-сылт йомған күҙҙәренән үк күреп, әзәһе ейәненә аңлатты.
- Был беҙҙең: минең, атайыңдың, Мәликә апайыңдың ырыҫ һандығы. Башҡорттар төшкән тештәрҙе, тырнаҡтарҙы, сәсте аяҡ аҫтына ташламай. Уларҙың һәр береһендә, һәр күҙәнәгендә кешенең йәне бар, шуға ла ҡош-ҡорт алып китеп, ел туҙҙырмаһын өсөн йәшереп ҡуялар. Юғиһә, ғаиләнең, йорттоң ҡото китә , тиҙәр. Һинең һөт тештәрең дә төшә башлаһа, ошо ярыҡҡа бикләп ҡуйырбыҙ. Хәтерләнеңме? -Йәшәмеш баш ҡына һелкте.
- Минең тештәрем ҡасан төшә?
- Һиңә иртә әле, ана Мәликә апайың мәктәпкә барыр булғас тештәре төшә лә башланы.
- Уның мендәре аҫтына бүләккә бәләкәй ҡурсаҡты кем һалды? Феямы?
- Феямы, фәрештәләрме, күрмәйерәк ҡалдым. Беҙ бәләкәй саҡта тимер аҡса-тәңкә генә бирәләр ине. Шунан беҙҙең күлдәккә, камзулға тегәләр, матур кейем килеп сыға торғайны.
- Минең тешем төшһә, миңә лә фея киләме? Ул ҡасан килә? Мин уны күрһәм, кәнфит кенә килтер, тип әйтәм.
- Шәрбәтте күп ашаған кешенең теше тиҙ ҡойолоп бөтә ул. Һыҙлай торған әле ауырттырып тороп.
- Мин сәйнәп ашамайым бит, һурып ҡына имәм, шуға ауыртмаҫ та, серемәҫ тә. Шулай дөрөҫ буламы, әзәй?
- Һин әйткәс дөрөҫ инде, дөрөҫ!

Шором-бором

Әзәһенең бүлмәһендә торған йоҙаҡлы ҙур ҡумта Йәшәмешкә тынғылыҡ бирмәй. Бәләкәй генә еҙ йоҙаҡлы ҙур ағас ҡумтаның асылғанын да күргәне юҡ. Эсендә нимәләр ята? Ни эшләп йоҙаҡлы? Асҡысын табып, эсен тикшереп ҡарағыһы килеп тик тора. Әзәһе асырға һис рөхсәт итмәй: "Унда бер нәмә лә юҡ, шором-бором ғына ята",- тип әүрәтә.
- Минең дә шором-боромдарҙы шул ҡумтаға һалайыҡ?
- Ул нишләп ҡумта булһын. Һандыҡ. Инәйемдән ҡалған бирнә һандыҡ. Уға хәҙер 80 йыл барҙыр. Шунан да ҡәҙерле йыһазым юҡ минең. Бик оҫта кеше эшләгән. Һинең шором-боромдарыңдың биҙа һәйбәт урыны бар. Шкафың шығырым тулған! - Минең йоҙағы юҡ бит.
- Һиңә йоҙаҡ нимәгә, көнөнә йөҙ аҡтараһың, бикләп ялҡырһың. Ватып-емереп бөткән тәтәйҙәреңә йоҙаҡ кәрәкмәй ҙә инде.
- Бикләмәгәнгә боҙолған даһа.
- Ҡылысыңдың ҡыны юҡ, машиналарың тәгәрмәсһеҙ. Кем боҙоп бөткән икән? Шул кешене табырға ине. Белмәйһеңме һин, Йәшәмеш?
- Мин йоҡлағанда боҙолғандыр....
- Шунан?
- Йоҙағы булмағас, боҙолоп бөткәндәр. Ә һинең шором-боромдарың боҙолмағанмы, әйҙә ҡарайыҡ әле?
- Һин әле бәләкәй, уларҙы аңламаҫһың да, үҫә төшкәс асып күрһәтермен.
- Мин ситтән генә, аяҡ осона баҫып ҡына ҡарап торормон, яҡын бармам. Бармағымдың осо менән дә теймәм. Зинһар, күрһәт!
- Йә, улайһа, зинһар тип тә һорағас, асайым.
Сынаяҡтар теҙелгән шкафҡа һалған асҡысын әзәһе тапманы. Асҡыс зым-зыя юғалған. Һандыҡ та асылманы. Йәшәмеш нимә эшләргә белмәне. Кискә балалар баҡсаһынан Мәликә апаһы ҡайтты. Унан да һоранылар, бәлки, ул күргәндер? - Ҡыҙыл бәйле алтын асҡысты әйтәһеңме, әзәй?
- Ҡайҙан ғына алтын булһын. Еҙ, еҙ асҡыс! Ҡайҙа, бирә һал, асырға кәрәк.
- Мин ул асҡысты Гөлшатҡа бирҙем. Ә ул миңә мәрйен бирҙе. Алмаштыҡ.
- Бөлөк-бөлөк, балам, бөлдөрҙөң былай булғас. Бер бөртөк кенә асҡыс ине, Тирлән заводының оҫталары эшләгән йоҙаҡ башҡа бер ерҙә лә юҡ. - Әзәһе көйәләнеп ятып китте.
Иртәгеһен Мәликә Баҡсаға Гөлшат биргән мәрйенде алып барҙы, кискә Гөлшаттың инәһе ҡыҙыл бәйле асҡысты килтерҙе. Әзәһе барыһына ла рәхмәт әйтте. Иң ҙур рәхмәт Йәшәмеш өлөшөнә төштө. "Һандыҡты ас та ас", тип ныҡышмаһа, асҡыс ысынлап та юғалыр ине. Шуның өсөн әзәһе Йәшәмештең бер-ике генә шором-боромон һандығына һалырға рәхсәт итте. Киндер -сюрприз эсенән сыҡҡан һыңар мөгөҙлө ат, һабын ҡыуыҡтары осора торған көпшә, янғын һүндереүсе машинаның бәләкәс кенә ҡыҙыл баҫҡысы ла ышаныслы ятаҡ тапты. Һандыҡ төбөндәге һарғайған, һүрәтһеҙ китаптар, яулыҡ-таҫтамалдар янында Йәшәмештең шором-боромдары матурыраҡ та, сағыуыраҡ та күренде.

Зәм-зәм

Йәшәмеш Факиһа әбейҙәренә ҡунаҡҡа барырға ярата. Еләк ҡағы, муйыллы май, баллы йыуаса менән боҫо борҡорап торған самауыр сәйе эсергә кем яратмаһын. Хушлашҡанда әбейҙәр зәм-зәм һыуына барырға һөйләштеләр. Ҡайтҡан саҡта Йәшәмеш әзәһенең ҡулынан тартып, әйтеп һалды:
- Мин дә һеҙҙең менән барам.
- Ҡайҙа бараң?
- Зәм-зәм һыуына.
- Төндә бәләкәйҙәр һыуға бармай, төнгө сәғәт 12-лә һин тәмле йоҡоға талған булаһың.
- Мин йоҡламайым. Һеҙ йыраҡ барағыҙмы?
- Беҙ Миндәктән - мәкенән алабыҙ.
- Һии, Миндәк мына ғына ағып ята бит. Хәҙер алып ҡайтайыҡ.
- Зәм-зәм һыуы көн дә ағып ятмай шул, улым. Йылдың бер көнөндә генә, ғинуарҙың сатлама һыуығында донъялағы барлыҡ йылғаларҙа ла зәм-зәм һыуы аға. Бына бөгөн төндә шул тылсымлы һыуға барабыҙ.
- Шунан?
- Шунан ни шул, теләктәр теләп, ғөсөл ҡойонабыҙ. Сәй ҡайнатып эсәбеҙ.
- Нимә теләйгеҙ, күп кәнфитме, туңдырмамы?
- Юҡ, бәпестәр тыныс йоҡлаһын, тамаҡтары туҡ булһын, ата-инәләре яратып үҫтерһен тип теләйбеҙ. Барлыҡ кешеләр ҙә шуны теләһә, ҡабул була.
- Сәйҙе миңә лә күүүп итеп эсерерһең, йәме, әзәй. Күп эсәм дә, күп итеп кәнфит теләйем.
- Күп шәрбәт ашаған кешенең теше нимә эшләй әле?
- Боҙола!
- Дөрөҫ һөйләйһең дә инде, Йәшәмеш, бәпкәм!
- Мин хәҙер ҙур инде, мин бәпкә түгел.
- Кем һуң?
- Мин хәҙер ҡаҙ!

Йәшәмеш кәләш алмай

Күршелә генә йәшәгән Азамат олатай Йәшәмештең бар һорауға ла "Дөрөҫ" йә "Юҡ" тип яуаплағанын белгәс, шаяртып ҡына:
- Йәшәмеш, һин кәләш ала тиҙәр, шул дөрөҫмө?- тип һораны.
- Дөрөҫ!
- Кемде алаһың?
- Белмәйем.
- Ни эшләп белмәйһең, һайламаныңмы әле?
- Юҡ!
- Ҡайҙа әле үҙем һайлап бирәйем. Сулпан матур ҡыҙ. Һап-һары сәстәре бөҙрә генә, күҙҙәре йәм-йәшел. Икәүләшеп уйнарһығыҙ, Тәтәйҙәреңде уға биреп уйнатырһың.
- Машинамдыламы?
- Эйе, сәпитеңде лә биреп ҡуйырһың. Кәнфитеңде лә бүлешерһең. Егет кеше кәләшенә бүләктәр бирергә тейеш.
- Юҡ! Тәтәйҙәремде бирмәйем. Миңә кәләш тә кәрәкмәй! Кәләш кәрәкмәй. Дөрөҫ түгел, түгел!
Йәшәмеш ҡысҡырып илап ҡайтып китте. Шул көндән һуң "Дөрөҫ" тигән яуапты әйтмәй башланы.

Бөткәс - бөткән инде...

Йәшәмеш туңдырма ярата. Көндәр буйы туңдырма ғына ашап йөрөр ине лә, әзәһе бирмәй. Тамағың ауыртыр, телең туңып ҡуйыр, күп ашарға ярамай йәки бөткән тип, һыуытҡыстың ишеген шап итеп ябып, келәгә нығытып ҡуя. Йәшәмеш ныҡышып та аса алмағас:
- Әзәй, ҡайҙа күҙлегеңде миңә биреп тор әле?
- Нишләтәһең, күҙең күрмәй башланымы әллә?
- Ас әле һыуытҡысты, мин күҙлек кейеп үҙем ҡарайым. Һин күрмәгәнһеңдер.
- Күҙлек тә ярҙам итмәҫ шул улым, бөткән. Бөттө тигәнде беләһеңме?
- Асып ҡарамағас, белмәйем.
Әзәһе Йәшәмешкә күҙлек кейҙерҙе, һыуытҡыстың ишеген шар асып, туңдырмалар һалған буш һауытын түңкәреп күрһәтте.
- Йә, бармы- юҡмы?
- Юҡ!
- Белдеңме инде?
- Белдем! Бөткән!

Луиза ФАРХШАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 134

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru