«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠМУЛЛАНАН ФӘҺЕМ АЛЫП ЙӘШӘМӘҺӘК, ЗАМАНАБЫҘ КЕШЕҺЕНӘ ҺИС ИҪ КЕРМӘҪ!
+  - 


Бөтә замандарҙа ла аҡыл эйәләре был донъяның мәңге бер килеш түгел, ә үҙгәреүсән икәнен, тормошта хәл-ваҡиғаларҙың бер-береhен алмаштырып, сиратлашып килеүен төшөндөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ағы һәм ҡараһы, яҡшылығы һәм яманлығы, көнсығышы һәм көнбайышы, көнө һәм төнө тигән ҡапма-ҡаршылыҡтары булған кеүек, уның матди һәм рухи донъяһы ла бар. Һәр халыҡ үҙенән һуң киләһе быуынға үҙе туплаған матди байлығын да, рухи байлығын да ҡалдырырға тырыша. Ә уларҙың нисбәте тураһында аҡыл эйәләре ниндәй белемдәр ҡалдырған?

Ошо һорауға яуапты, минеңсә, Аҡмулланың "Атаһына яҙылған шиғри хатында" табып була: ат та булыр, тун да булыр - беҙ булмабыҙ. Ниндәй ат, ниндәй тун тураһында һүҙ бара был һөйләмдә? Ошоға оҡшаш 615 мәҡәлдә - ат тураһында, 92 мәҡәлдә тун тураһында әйткән халҡыбыҙ был һүҙҙәргә ниндәй мәғәнә һалған? Ниндәй кинәйә бар уларҙа? Башҡорт ир-егеттәренең яуҙашы ла, юлдашы ла булған аттың исем һәм дан-шөһрәт төшөнсәләренә тап килеүе мәғлүм. Атты ҡыуып етеп булмаған кеүек, байлыҡ, дан-шөһрәт артынан сабыу ҙа тормоштоң асылына тап килмәй, сөнки донъяның күҙгә күренгән, ҡолаҡҡа ишетелгән, тәме тойолған ләззәттәре менән мауығыу эске донъяңдың эйәhе - йән талап итер рухи ҡиммәттәрҙән буш ҡалдырып, үкенес кисертәсәк. Ябай итеп әйткәндә, донъя малы - алдаҡ, киләсәкте өмөт иттергән буш хыял.
Был һөйләмдәге тағы ла бер төшөнсә - туны иһә, иҫкерә, туҙа, тороп ҡала, сиселеп ташлана торған нәмәгә ишара, йәғни үткән заман менән бәйләнгән: булған, бөткән! Ат та булыр, тун да булыр, тимәк, матди байлыҡ, дан-шөһрәт табылыр. Беҙ булмабыҙ - тимәк, был байлыҡтар береһе лә кешенең үҙен һәм уның рухи булмышын алмаштыра алмай!
Рухи булмыш үҙе нимәнән ғибәрәт? Тәбиғәт ҡанундарына күҙ һалайыҡ. Донъяла иҫ китерлек төрлө үҫемлек бар. Уларҙың һәр береһе Ерҙән һутты үҙ тамыры аша ала. Бер үҫемлек тә башҡанан, хатта йәнәш үҫкәндең тамырынан да, һут ала алмай. Кеше лә шулай. Тамырҙарыбыҙ беҙҙең - тыуған ерҙә. Уның байлыҡтарына ни тиклем тәрәнерәк эйә булабыҙ, күңелебеҙ ҙә шул тиклем байыясаҡ. Күңел байлығы фәҡәт тыуған еребеҙҙә туған тел аша беҙҙең бер-беребеҙгә ҡарата йылы, кешелекле һәм ихтирамлы мөнәсәбәтебеҙҙә, үҙ-ара хәстәрләшеүҙә, Тыуған илде, кешелекте, тәбиғәтте яратыуҙа тәрбиәләнә.
Хәҙер бына ошо тормош фәлсәфәһен бөгөнгө белем биреү системаһын модернизациялауҙы һәм оптималләштереүҙе тормошҡа ашырыусы мәғариф торошо менән бәйләйек. Береһе үҫешенә икенсеһе ҡаршы килгән реформалар шарттарында киләсәк быуын лайыҡлы белем һәм әле генә беҙ һанап үткән дөйөм кешелек ҡиммәттәрен үҙләштерерлек рухи тәрбиә ала аламы? Икенсе быуын дөйөм белем биреү стандарттарына күсеү, төрлө инновацион технологиялар (дистанцион уҡыу, электрон дәреслек һәм көндәлектәр һ.б.) ҡулланыу, әлбиттә, заман ихтыяждарына тап килә. Ә уҡытыусы заман талаптарына яраҡлашыу заруратынан әленән-әле белемен арттырырға, документациялар менән эшләргә, аттестациялар, курстар үтергә мәжбүр.
Бала менән тәбиғи шарттарҙа йәнле аралашырға, күңел йылыһы менән бүлешергә, хис-тойғолар менән уртаҡлашырға бөгөнгө уҡытыусының ваҡыты ла, көсө лә самалы ҡалды. Телевизор, интернет, компьютер ҡолона әйләнгән һәм балаһын ғаиләлә үҙ иғтибарынан мәхрүм иткән ата-әсә, мәктәпкә килеп, балаһының хоҡуҡтарын даулауҙы ғәҙәти хәлгә әйләндерҙе. Сөнки йыш ҡына үҙәк телевидение каналдарынан күрһәтелгән тапшырыуҙар аша йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең бәҫен төшөрөү быға яҡшы булышлыҡ итте. Ошо уҡ күренеш һуңғы йылдарҙа йәмғиәттең төрлө өлкәләрендә бихисап изге эштәр башҡарыусы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына ла күсерелде. Әммә бөтә замандарҙа ла була торған ошондай ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡатмарлылыҡтар килеп тыуғанда изге Ағинәй исеме аҫтында киләсәк быуын алдындағы яуаплылыҡтан баш тартырға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Булмышыбыҙҙың әһәмиәтен үҙебеҙ яҡшы тойоп, изге бурысыбыҙҙы һис тайпылмай үтәп килеүебеҙ менән Аҡмуллалайбыҙ, ғорурбыҙ, үҙ намыҫыбыҙ алдында үҙебеҙ яуаплыбыҙ.
Әлеге аҡты - ҡара, ҡараны аҡ тип күрһәтә торған фетнәләр мәлендә беҙ, Бөрйән ағинәйҙәре, үҙебеҙ тотороҡло хәлдә ҡалып, уңға-һулға ташланмай, күптән етешеп килгән яңы проект "Тереклек, тереклек төбө - береклек" идеяларын тормошҡа ашыра башланыҡ. Йәйге каникулдарға туҡтаған үҫмер балаларыбыҙҙы, ҡалаларҙан ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе телефонға бәйлелектән күпмегә булһа ла арындырырға булышлыҡ итеү - беҙҙең ниәт. Тәбиғәткә алып сығып, туған телебеҙҙә үҫемлектәр, йәнлектәр-ҡоштар-бөжәктәр донъяһы менән таныштырыу менән бергә, төрлө ҡатмарлы техноген шарттар килеп тыуғанда тәбиғәткә нисек яраҡлашырға, ниндәй һаҡлыҡ саралары күрергә өйрәтеү - "Тереклек мәктәбе"нең йөкмәткеһе.
Проекттың исеме үк уның киләсәк быуынға тәғәйен булыуы менән мәктәп, уҡытыусыларға ярҙамға килеүенә ишара! Берлек булмай тереклек булмай, тигән аҡыл ҡалдырған беҙгә алдағы быуындар! Заманды һайлап тыумайҙар, әммә кешегә хәл-ваҡиға бөгөнгөһө менән ҡиммәт: беҙ ниндәй, әлеге мәлдә беҙҙән ни талап ителә? Кешелек һәм киләсәк өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Һәр төрлө ығы-зығы, фетнәләргә бәйле күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, үҙ асылыбыҙҙа ҡалайыҡ, изге эштәрҙә фекер туплайыҡ, тәжрибә уртаҡлашайыҡ, берҙәм булайыҡ, хөрмәтле рухташтар!
Аҡмулланан беҙгә ҡалған аҫыл мираҫ,
Ул мираҫтың хәрефе лә һис иҫкермәҫ.
Аҡмулланан фәһем алып йәшәмәһәк,
Заманабыҙ кешеһенә һис иҫ кермәҫ...

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru