«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨС БАР - АҠЫЛ КӘРӘКМӘЙ
+  - 

"Франция ут эсендә, бензин бысҡыһы менән ҡоралланған кешеләр юлындағы бөтә нәмәне юҡ итә, онтай, емерә..." - тип яҙып сыҡты ул көндәрҙә донъя мәғлүмәт саралары. 27 июндә Париждың Иль-де Франс биҫтәһендә полицейский 17 йәшлек ҡара тәнле үҫмерҙе атып үлтергәндән һуң башланып киткән протест шаңдауы бөтөн Францияны ялмап алды: ҡораллы демонстранттар хөкүмәт биналарын яндыра, банк һәм магазиндарҙы талай. Урам буйҙарында емереклек, яндырылған транспорт һәм туҡталыштар, төтөн. Ут һүндергес ҡорамалдар менән магазин витриналары онтала, таш, быяла, бетон плитә киҫәктәре тәртип һаҡсылары - полиция һәм спецназға ҡаршы елгәрелә. Кемдәрҙер бензин бысҡыһы тотоп, электр линияһы үткәргестәрен өҙгөләй...

Ҡыҫҡаһы, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән һәм шашҡан ҡиәфәттәге бунт күтәреүселәр ҡорал магазины һәм хатта складына бәреп инеп, винтовкалар менән ҡоралланып алған. Бер төн эсендә генә лә 3 880 урам янғыны сыҡҡан, 2 000 автомобиль яндырылған, 492 бина емертелгән, 250 полицейский йәрәхәттәр алған. Ә 1 июлгә ҡарата BFVTV Франция каналы мәғлүмәттәре буйынса, полиция тарафынан меңләгән кеше ҡулға алынған, улар араһында йәштәр һәм үҫмерҙәр байтаҡ. Властар белдереүенсә, полицияға ҡаршы башланып киткән протест енәйәтсел төркөмдәр һәм талаусыларға юл асҡан.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, полицейскийҙың закон һәм әхлаҡ сигенә һыйғыһыҙ ҡылығы башҡа илдәрҙә лә протест тулҡыны тыуҙырҙы: Брюсселдә, шулай уҡ Швейцария ҡалаларында ла кешеләр урамдарға сыҡты, күмәк болалар башланды. Илдәге хәл менән бәйле, Франция президенты Макрон Брюсселдәге Евросоюз саммитын ташлап, ашығыс рәүештә илгә ҡайта, ләкин тәртипһеҙлектәр киң ҡолас алыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителмәй, тәртипһеҙлекте баҫтырыу өсөн өҫтәмә саралар, атап әйткәндә, бронетехника эшкә егелә һәм тағы ла 45 мең тәртип һаҡсыһы урамдарға сығарыла.
Тәртип һаҡсыһы, тигәндәй, хәҙер улар араһынан бер кешенең дөрөҫ булмаған аҙымы арҡаһында ил, хатта донъя күләмендә бола килеп сығыуы "һә" тигәнсә. Тимәк, тәртип һаҡсыһы, үҙе лә уйлап еткермәҫтән, бына ошондай киң ҡоласлы бунт, агрессия һәм башҡа төр бәләләргә төп сәбәпсе була, йәғни үҙе тәртип боҙа түгелме? Һәм бындай хәлдәрҙең тәүгә генә түгеллеген иҫкә төшөрәйек. Бынан өс йыл элек, 2020 йылдың 25 майында, АҠШ-тың Миннесота штаты Миннеаполис ҡалаһында ялған аҡса ҡулланыуҙа ғәйепләп, 46 йәшлек ҡара тәнле эшһеҙ ир Джордж Флойдты, һис бер ҡаршылыҡ күрһәтмәһә лә, ергә йығып, патруль полицейский тубығы менән ҡорбанының муйынына 8 минут буйы көс менән баҫып тора (йәнәһе лә, тиҙ ярҙам килеп еткәнен көткән, имеш) һәм һөҙөмтәлә медицина ярҙамына мохтаж кешене ысын мәғәнәһендә быуып үлтерә. Был ҡанһыҙ полицейскийҙың исеме Дерек Шовин. Яҙмыш иронияһылырмы, уның фамилияһы ла хатта шовинист тигән һүҙ менән ауаздаш бит! Уның менән бергә эшләгән икенсе бер "тәртип һаҡсыһы"н да аҡлап булмай, сөнки ул ауыҙынан ҡан киткән һәм "Мин тын ала алмайым!" тип бер-ике тапҡыр ғына әйтә алған Флойдҡа ярҙамға ашыҡмай, ә Шовин дуҫының күрәләтә кеше үлтереүен тыныс ҡына ҡарап тора. Ә бит, уйлап ҡараһаң, Флойд та, атып үлтерелгән 17 йәшлек афрофранцуз да баш китерлек әллә ниндәй енәйәт эшләмәгән, ә полицейскийҙар уларға нишләптер ҡурҡыныс енәйәтселәргә ҡарата ғына ҡулланыла торған үлемесле яза бирә: полиция бүлегенә килтермәй, тикшермәй-нитмәй, судһыҙ-ниһеҙ...Урамда. Ә бит закон буйынса ҡулға алынған кешенең ғүмерен ҡыйыу йәки башҡа төр язаға тарттырыу һис тә полицияның эше түгел; бының өсөн махсус вәкәләтле органдар бар.
Әлеге фажиғәләр һуңғы ваҡытта полиция тарафынан ҡылынған ике генә осраҡ, ә донъя кимәлендә хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсыһы мундиры кейгән палачтар ер йөҙөндә күпме! Ярай ҙа, әлеге ике үлтерелгән кешене расизм ҡорбандары тип, "айырым осраҡлыҡ" төҫө бирергә маташалар, ләкин был бөгөнгө полиция хеҙмәтенең йөҙөн һис тә аҡламай. Ғөмүмән, полиция хәҙер йәмәғәт тәртибен, граждандарҙың ғүмерен һаҡлаусы булып түгел, ә власть структураларын йәмғиәттән һаҡлаусы "ҡалҡан, ҡорал һәм яза" сараһы булараҡ сығыш яһай түгелме? Тап полиция ғәйебе һәм инициативаһы менән үлтерелгән, нахаҡ ҡулға алынған, яла яғылған, туҡмау һәм язалауҙар менән булмаған ғәйепте үҙ өҫтөнә алған көс ҡорбандары һаны күпме икән? Ни өсөн полиция хеҙмәте торған һайын аяуһыҙыраҡ булып, яза машинаһына әйләнә бара һуң? Был һорау күп илдәр йәмәғәтселеген борсой. Енәйәтселек һәм коррупция сәскә атҡан илдәрҙең власть структуралары маҡсатлы рәүештә полициянан йәмғиәтте ҡурҡытып тотоусы машина эшләй, тип яҙа, мәҫәлән, журналист Павел Пряников.
P.S. Дүрт тәүлеккә һуҙылған утлы протест ҡойоно, ниһайәт, меңләгән жандарм тарафынан контролгә алынды, тип хәбәр итте мәғлүмәт сығанаҡтары. Эйе, бола баҫылыр ҙа, әммә унан һабаҡ алынмаһа, түҙемлеге бөткән халыҡ яңынан урамдарға сығырға, протест утын яңынан дөрләтергә лә әҙер булыуын аңғартты. Тик халыҡ-ара шаңдау тыуҙырған был оло боланан башҡалар һығымта яһармы?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru