«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНСА ҺӨНӘРҘӘРҘЕ ЛӘ ТРАДИЦИОН БУЛҒАНДАРЫН ДА ҮҘ ИТӘ ЙӘШТӘР
+  - 


Йәш быуын үҙенең киләсәген ниндәй итеп күрә? Улар ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә һәм ни өсөн? Ошо һорауҙарға йәштәрҙең үҙҙәре менән бергәләп яуап эҙләйбеҙ.

Ғәлиә БАСЫРОВА, абитуриент: Бөгөнгө көндә йәштәр башлыса программалау өлкәһе менән ҡыҙыҡһына. Быны заман мәғлүмәти технологиялары үҫеше һәм юғары эш хаҡы менән аңлатырға мөмкин. Күреүебеҙсә, интернет селтәрҙәрендә яңы төр һөнәрҙәр көндән-көн күбәйә, шуға ла йәштәр ошо өлкәгә иғтибарын күберәк йүнәлтә. Элек табип, юрист, иҡтисадсы, һатыусы, уҡытыусы кеүек һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирелһә, хәҙерге йәш быуын контент-менеджер, рекрутер, копирайтер, маркетолог, веб-дизайнер, видеографика һөнәрҙәре менән ҡыҙыҡһына. Шулай ҙа табип, юрист, уҡытыусы һымаҡ традицион һөнәрҙәр ҙә актуаллеген юғалтмай. Үҙем сит телдәр өйрәнеү менән ҡыҙыҡһынам. Күп йәштәр тәржемәсе, тел белгесе һөнәренең мәғлүмәт технологиялары менән алыштырып булмай икәнен аңлай, шуға ла лингвистика һәм филология өлкәләренә ынтылыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Мин дә үҙемде киләсәктә тәржемәсе итеп күрәм, сөнки сит телдә аралаша белеү бик кәрәкле ихтыяж тип уйлайым. Был һөнәр кешеләре ҡайҙа ла - мәктәптәрҙәме, юғары уҡыу йорттарындамы, төрлө ойошма һәм ведостволарҙамы, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ эш урын таба ала.
Берҙәм дәүләт имтиханын рус теленән 97 балға, йәмғиәтте өйрәнеү предметын 86 балға яҙҙым, математиканы "5"-кә тапшырҙым. Инглиз теленең һөҙөмтәләре лә һәйбәт. Төп маҡсатым - был өлкәлә киңерәк мөмкинлектәр бирер тигән ышаныс менән Мәскәүҙәге берәй уҡыу йортона тәржемәсе һәм телселәр әҙерләү факультетына уҡырға инеү. Документтарымды Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына биреү - минең запас вариантым булып тора. Мәктәп балалары араһында үткәрелгән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында (Яҡут университеты менән берлектәге олимпиада) призер булыуым унда миңә бер ҡаршылыҡһыҙ инеү мөмкинлеге бирә. Ниндәй генә юғары уҡыу йортон һайлаһам да, минең өсөн иң мөһиме үҙемә яҡты киләсәк булдырыу.

Айһылыу ӘЛИБАЕВА, абитуриент: Был донъяла кеше ғүмерен һаҡлау менән бәйле күп һөнәрҙәр бар: янғын һүндереүсе, табип, ҡотҡарыусы, полиция хеҙмәткәре һ.б. Улар араһынан мин табип һөнәрен һайланым. Атайым, бер туған апайым - табиптар, шуға күрә лә был һөнәр миңә бик яҡын. Пандемия ваҡиғалары кешеләрҙә табиптарға рәхмәт тойғоһон нығытты. Халыҡта медицина хеҙмәткәрҙәре эшенә оло ихтирам уянды, ғөмүмән, был һөнәр бер ваҡытта ла актуаллеген юғалтмаҫ, тип уйлайым. Мин дә үҙемде киләсәктә табип итеп күрәм. Биологиянан, рус теленән һәм математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы билдәләргә бирҙем. Медицина колледжын тамамлағас, ошо йүнәлеш буйынса уҡыуымды дауам итәсәкмен. "Ни өсөн тәүҙән үк юғары уҡыу йортон һайламаның?" - тип һорарһығыҙ. Һигеҙ йыл медицина университетында уҡыу миңә бик үк оҡшап етмәй. Унан һуң, юғары уҡыу йортона бит мин башланғыс медицина белгесе булып киләм. Унда алған белемем тәрәнерәк буласаҡ, тип уйлайым. Хәҙерге йәштәр заман мәғлүмәт технологиялары менән бәйле һөнәрҙәргә генә түгел, һәр саҡ актуаль булған уҡытыусы, врач, тәржемәсе, юрист, иҡтисадсы һөнәрҙәренә лә өҫтөнлөк бирә. Шуға, бәхеткә күрә, кешелек ышаныслы ҡулдарҙа, тип уйлайым.

Руслан ҠӘҘЕРБАЕВ, студент: Үҙемде төрлө яҡлап үҫешкән кеше тип әйтә алам, сөнки миңә барыһы ла ҡыҙыҡ һәм мин бөтә йүнәлештәрҙә лә үҙемде һынап ҡарарға әҙермен. Әлеге ваҡытта журналистика буйынса белем алам. Коммуникациялар өлкәһендә үҙемде күрһәтәм тигән йәштәргә был факультет яҡшы мөмкинлектәр бирә, тип уйлайым. Хәҙерге заманда интернетһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Шуға күрә мин үҙемде компьютер технологиялары өлкәһендә лә һынап ҡарар инем. Мәҫәлән, видеографика һәм режиссура миңә ҡыҙыҡлы. Әлбиттә, һәр һөнәрҙең ыңғай яғы ла, ҡатмарлыҡтары ла бар, шуға ла кешенең эшсәнлеге, яуаплылығы, маҡсатҡа ынтылышлығы һәм үҙен тулыһынса күңеленә ятҡан һөнәргә бағышлауы бик мөһим. Сөнки яратмаған эштә эшләү - иң ҙур яза, минеңсә. Һиңә тура килгән һөнәр рухи үҫеш сығанағы, күңелең асҡысы була аласаҡ. Үҙеңде табыу, теләктәреңде, хыялдарыңды асыҡлау - ауыр мәсьәлә булһа ла, бик мөһим. Хәҙерге йәштәрҙең күбеһе ниндәй белем алырға, кем булырға теләүен уҡыу барышында йәки вузды тамамлағас ҡына асыҡлай. Әгәр һайлаған юлы оҡшаһа, йәш кеше көсөн мотлаҡ шул һөнәрҙең бөтә серҙәрен үҙләштереүгә йүнәлтәсәк һәм маҡсатына өлгәшәсәк. Ә инде һин вузда уҡып йөрөгән мәлдә үк был һөнәрҙең күңелеңә ятмаҫын аңлаһаң, уҡыуыңды башҡа йүнәлештә, хатта башҡа уҡыу йортонда дауам итеүҙән һис ҡурҡып тормаҫҡа тейешһең. Сөнки бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Үҙ урыныңды табыу өсөн тегенеһен-быныһын һайлап ҡарарға тейешһең. 40-50 йыл йәшәп, үҙенең яратҡан шөғөлөн тапмаған, хыялдарын юҡҡа сығарған кешеләр бихисап донъяла. Шуға ла үҫмер саҡтан ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға, уны бушҡа үткәрмәҫкә, телдәр өйрәнергә, китаптар уҡырға, яңынан-яңы һәләттәр тупларға, киләсәк тураһында уйларға кәрәк. Яңы быуынға шул фекеремде еткерергә теләр инем.

Шулай итеп...
Йәштәрҙең төрлө йүнәлештәр менән ҡыҙыҡһыныуы асыҡланды. Заман мәғлүмәт технологиялары күп һөнәрҙәргә заманса һулыш биреп, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килтерҙе. Бәхеткә күрә, хәҙерге быуын йәштәре үҙҙәренең киләсәген компьютер артында ғына түгел, фән, йәмғиәт, медицина, бизнес, юриспруденция, телде һәм тарихты өйрәнеү, белем биреү өлкәләрендә лә күрә.

Гөлназ ӘХМӘТЙӘНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru