«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛАТАЙ-ӨЛӘСӘЙҘӘРҘЕҢ ЯУАПЛЫ ОСОРО
+  - 

Оҙаҡҡа һуҙылған йәйге каникулдар башланды. Ғәҙәттә, ҡалаларҙағы ата-әсәләр балаларын ауылдарҙа йәшәгән олатай-өләсәйҙәргә оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡунаҡҡа ебәрә. Рәхәтләнеп ял итһендәр һәм эшләһендәр, һаулыҡтарын нығытһындар, шулай уҡ башҡорт телен дә өйрәнһендәр, тигән ниәттән инде. Тәүгеләре тормошҡа ашалыр, ә бына аҙаҡҡыһы йыш ҡына килеп сыҡмай: балалары башҡорт телен өйрәнәһе урынға, киреһенсә, олатай-өләсәйҙәрен рус теленә өйрәтеп ҡайтып китә. Төп проблема шунда: өләсәйҙәр рус телендә һөйләшкән ейәндәре менән үҙҙәре рус телендә һөйләшә башлай. Былай барһа, киләсәктә телебеҙҙе һаҡлауы бик ҡыйын буласаҡ икәне кемдең башына инеп сыға икән?

...Шуға мин ейән-ейәнсәрҙәрен ҡабул итәсәк өләсәй-олатайҙарға әсә телен өйрәтеү өсөн ете кәңәшемде тәҡдим итәм:

- Әлбиттә, беренсе сиратта, ейәндәрегеҙ һеҙҙе яратырға тейеш. Сөнки нимәнелер өйрәнеү уны яратыуҙан башлана. Белем биреү өлкәһендә шундай закон йәшәй: балалар уҡытыусы менән уның предметын бер бөтөн итеп ҡабул итәләр. Шуға уҡытыусыны яраталар икән, уның предметын да яраталар һәм теләп өйрәнә башлайҙар. Һеҙҙең осраҡта ла был закон эшләйәсәк.

- Ейәндәрегеҙ һеҙҙең менән рус телендә һөйләшә башлай икән: "Балам, мин рус телен аңламайым бит әле", - тип әйтегеҙ. Шул ваҡыт улар һеҙҙең менән башҡорт телендә һөйләшергә тырыша башлаясаҡ. Әйтергә кәрәк, был бик көслө алым.

- Ҡартатай, ҡартәсәй, олатай, өләсәйҙәр (һәм башҡа туғандары) ейәндәре алдында тик башҡорт телендә генә һөйләшергә тейеш. Улар аңлаһын тип, рус теленә күсеп китергә ярамай.

- Ғөмүмән, балаларҙың аҡылы әле яңы барлыҡҡа килә, ә олатай-өләсәйҙәрҙеке юғары кимәлдә, тип уйлайбыҙ. Был осраҡта әсә теленең яҙмышы кемдең ҡулында булырға тейеш? Әгәр ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ ыңғайына рус телендә һөйләшәһегеҙ икән - был аҡылһыҙлыҡ. Шуға аҡыллы булығыҙ.

- Ейән-ейәнсәрҙәр һеҙҙең менән рус телендә һөйләшеүҙәрен дауам итә икән - һеҙ барыбер башҡорт телендә яуап бирегеҙ һәм һөйләшегеҙ. Өйҙәге предметтарҙы тик башҡорт телендә атағыҙ. Мөмкин булғанда, үҙҙәренән әйттереп ҡарағыҙ.

- Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ килеүенә уның йоҡо һәм уйын бүлмәләрен башҡорт телендәге һүрәтле китаптар һәм журналдар менән тултырып ҡуйығыҙ. Аш бүлмәһендә һәр ваҡыт "Юлдаш" радиоһы һөйләп торһон (һ.б). Йоҡлар алдынан ҡыҫҡа ғына әкиәттәр һөйләгеҙ. Бер үк әкиәтте бер нисә көн ҡабатлағыҙ. Һәм үҙҙәренән һөйләтеп ҡарағыҙ. Йәки бер һөйләгәнегеҙҙә йөкмәткеһен боҙоғоҙ. Улар шул ваҡыт һеҙҙе туҡтатып, дөрөҫ итеп үҙҙәре һөйләп ишеттерәсәк.

- Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ башҡорт телендә һөйләһә, шулай уҡ ниндәйҙер һүҙҙе әйтергә өйрәнһә, ысын күңелдән һоҡланығыҙ, ҡыуанығыҙ һәм шатланығыҙ. "Афарин" тип арҡаларынан һөйөгөҙ. Ошо мәлде тойоу өсөн улар тағы ла нығыраҡ тырышасаҡ.

Уңыштар теләйем!

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru