«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР ҺӘМ ҠАТЫН БЕР-БЕРЕҺЕНЕҢ КЕЙЕМЕ
+  - 


Изге Ҡөрьәндә "Ир менән ҡатын бер-береһенең кейеме", тип әйтелә. Был һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған, сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙең асылды беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ белә. Әйҙәгеҙ, "кейем" һүҙенең мәғәнәһенә төшөнөп ҡарайыҡ башта, ошо юҫыҡта үҙебеҙҙең икенсе яртыбыҙға күҙ һалайыҡ.

Халыҡта "Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар" тигән мәҡәл бар. Кейемеңдең таҙалығы, бөхтәлеге, төҫө - һинең визит карточкаң ул. Кейемең матур икән, тимәк, һин үҙеңде баһалай, ҡәҙерләй беләһең, тигән һүҙ. Ә бысраҡ, йыртылған, иҫкергән кейем үҙеңде һанламауыңды күрһәтә. Кейем һинең шәхесеңдең визит карточкаһы.
Икенсе яртың да - һинең визит карточкаң. Әгәр уны йонсотһаң, хәлдән тайҙырһаң, өҫ-башын ҡарамаһаң - иң тәүҙә үҙеңә зыян килтерәһең. Үҙ шәхесенә, үҙ көсөнә ышанысын юғалтҡан, бер ҡиммәте лә булмаған хәләл ефетең һинең дә шундай уҡ яҙмышлы булыуыңа ишаралай. Тимәк, һеҙ бер-берегеҙҙе генә түгел, үҙ-үҙегеҙҙе лә баһалай белмәйһегеҙ.
Бәхеткә күрә, кейем беҙҙе матурлау менән бергә, кеше күҙенән йәшерергә тейеш булған урындарыбыҙҙы ла ҡаплай. Кейенеү - ул ниндәйҙер дәрәжәлә серҙәреңде һаҡлаусы ла булып тора. Уйлап ҡара, кейемең йыртылып йәки һүтелеп китһә, кешеләр алдында ниндәй уңайһыҙ хәлгә ҡалыр инең.
Ир менән ҡатын да бер-береһенең етешһеҙлектәрен ҡапларға, бүтәндәргә күрһәтмәҫкә яратылған. Һинең тормош юлдашың һинең турала бер кеше белмәгәнде белә, башҡаларҙан йәшерелгәнде күрә. Ул, кейем кеүек, һине ҡаплап торор өсөн кәрәк. Әгәр хәләл ефетеңдең хаталарын, кәмселектәрен йәшерер урынға уларҙы асып һалырға тырышаһың икән, һин уның өсөн "кейем" була алмайһың. Бына шуның өсөн дә икенсе яртыңды башҡалар менән сағыштырырға тырышма, сөнки башҡаларҙы бит һин "кейем"дә генә күрәһең.
Кеше кейеп йөрөгән әйберҙең генә ҡиммәте бар. Бер кейем дә төргәктә ятыр өсөн тегелмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше кейемгә мохтаж булған кеүек, әйбергә лә хужа кәрәк. Кеше өҫтөндәге кейем һөйләй, ишетә, күрә, хатта уйлай кеүек. Иң матур кейем дә хужаһын икенсе төрлө итә алмай. Мәғәнәһеҙ кешенең кейеме лә матур күренмәй.
Беҙ ҙә шулай бөтә яҡтан килгән өлгөлө тормош иптәше эҙләйбеҙ. Ә үҙебеҙҙең шул өлгөгә ярау-ярамауыбыҙ тураһында күп осраҡта уйлап та бирмәйбеҙ. Иң шәп кейем дә бөтә кешене матурлай алмаған кеүек, яҡшы тормош иптәше лә өлгөлө ғаилә тормошон үҙе генә ҡора алмай. Иң беренсе үҙебеҙгә яҡшы юлдаш булыу юлдарын эҙләргә, таҙа, һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырырға, уларҙы һаҡларға өйрәнергә кәрәк.
Ир менән ҡатын бер-береһенә кейем булғас, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең гүзәллеге хаҡына уларҙың бер-береһенә яраҡлашыуы мотлаҡ. Кейем кейеп кенә танылып булмай, кейемгә ниндәйҙер деталдәр өҫтәргә тейешбеҙ. Шуның кеүек, үҙебеҙҙең хәләл ефетебеҙгә ярашлы йөрөргә, торорға, эшләргә, нимәлер хәл итергә тейешбеҙ.
Кейем - беҙҙе һаҡлаусы ла. Ҡаплауҙан тыш, кейем беҙҙе һалҡындан, түҙеп торғоһоҙ эҫенән, бысраҡтан, саңдан һәм башҡаларҙан һаҡлай. Беҙҙең тормошҡа, тирегә ниндәйҙер ҡурҡыныс янаһа, беҙ кейемгә нығыраҡ төрөнәбеҙ бит. Ә киреһенсә эшләһәк һәм кейемде ғәйепләһәк, беҙ иҫәр һәм ғәҙелһеҙ булыр инек.
Тормош юлдары ҡатмарлы, ир менән ҡатын араһын һалҡынайтыусы сәбәптәр ҙә етерлек. Һеҙ ғүмер юлында осраған шатлыҡ һәм ҡайғыларҙы бүлешергә вәғәҙә биргәнһегеҙ икән, төрлө ҡаршылыҡтарға осрағанда ла арағыҙҙағы мөхәббәт нығынырға, бер нисек тә һүнмәҫкә тейеш. Һеҙ бит ауыр ваҡытта бер-берегеҙгә терәк булырға яралғанһығыҙ. Ауырлыҡ осраған һайын, айырылышыу тураһында уйлау йәки икенсе яртыңды ғәйепләү - туңған саҡта кейемдәреңде сисеп ташлау менән бер. Тап шул мәлдә ул һеҙгә кәрәк бит. Ауыр мәлдәрҙә хәләл ефетеңдең терәге мөһим. Әгәр кейемгә ныҡлап төрөнмәһәң, ел уны йолҡоп алып китәсәк, тимәк, һеҙҙең аралар һыуынасаҡ.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

"Ир менән ҡатын бер-береһенең кейеме" тигән һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Һеҙҙең тормош иптәшегеҙ һеҙгә "кейем" була алдымы?

Лариса Фәтҡуллина, пенсионер:
Мин Ҡөрьән Кәрим китабын бер нисә тапҡыр башҡортса тәржемәлә уҡып сыҡтым. Ундағы тәрән фекерҙәргә хайран ҡалдым һәм, ысынлап та, ундағы һүҙҙәр беҙҙе Яратыусы тарафынан әйтелгәндер, тигән фекерҙәмен. Ҡөрьән беҙҙе тик яҡшылыҡҡа һәм инсафлыҡҡа өйрәтә. Ә был аятта иһә ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында һүҙ бара. Әлбиттә, мин был фекер менән килешәм. Әгәр ир менән ҡатын бер-береһен ҡаплаусы, һаҡлаусы булып, ярашып йәшәй алмай икән, тормош та килеп сыҡмай.

Фәйзрахман Сәғетдинов, эшсе: Был фекер бик дөрөҫ, ләкин тормошта барыһы ла ыңғай ғына килеп сыҡмай. Ғаилә ҡорғанда уҡ, бер-беребеҙ менән ярашып йәшәй алырбыҙмы икән, тип уйланырға кәрәк. Кешеләр төрлө-төрлө ғаиләлә тыуа, йәшәй, төрлө тәрбиә ала. Шуға ла бер бөтөн булып йәшәп китеү өсөн күп ауырлыҡтар кисерергә, утты-һыуҙы үтергә тура килә, түҙмәгәндәр айырылышып та ҡуя. Түҙгәндәр генә ҡартайғансы бергә йәшәй, хатта береһе донъя ҡуйһа, икенсеһе лә тиҙ генә уның артынан китә. Бына минең ҡайным менән ҡәйнәм шулай булды. Улар бер-береһенә ярап, бер-береһенә "кейем" булып, 75 йәшкә тиклем йәшәнеләр ҙә, бер-бер артлы донъя ҡуйҙылар.

Сәрбиямал Монасипова, мәҙәниәт хеҙмәткәре: Аллаһы Тәғәлә биргән бер генә ғүмерҙе нисек башҡаларға сарыф итмәк кәрәк! Мин кейәүгә сығып ҡараным да, кешегә яраҡлашып, тик уның көйөнә генә бейеп йәшәгем килмәгәс, ташланым да ҡайттым. Башҡаса ғаилә ҡороу тураһында уйлап та ҡараманым. Былай рәхәтерәк, бер кем ҡамасауламай, бер кемгә лә ярарға кәрәкмәй. Бала аҫрап, ир ҡарап, кем рәхәт күргән, әйтеп ҡарағыҙ әле миңә?

Айсыуаҡ Ғәлимов, механизатор: Эйе, ир менән ҡатын бер-береһенә "күлдәк" булырға тейеш. Минең ҡатын миңә "күлдәк" була алманы, минең эсеүем, етешһеҙлектәрем менән килешергә теләмәне. Артыҡ ғауғалашмай, тыныс ҡына айырылыштыҡ. Бар мөлкәтемде, һалған йортомдо ҡатыным менән улыма ҡалдырҙым да, атай йортона ҡайтып киттем. Үҙем теләгәнсә йәшәйем. Әлбиттә, яңғыҙыма күңелһеҙерәк, ләкин иреклемен, шуға маһайып йәшәйем.


"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru