«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАУЛЫ КӨМБӘҘ
+  - 

Метеориттар - миллиард йылдар буйы Марс һәм Юпитер орбиталары араһында Ҡояш тирәләй өйөрөлгән емерек планеталарҙың ярсыҡтары. Төрлө дәүмәлдәге бихисап шул ярсыҡтар планеталар араһында осоп йөрөй һәм Ергә килеп бәрелә. Әгәр ҙә ки Ер һауа ҡабырсағы менән ҡапланмаған булһа, кешелек "күк снарядтары"нан зыян күрер ине. Метеориттар, атмосфера ҡатламына ҙур тиҙлек менән үтеп ингәндә, һауала тотҡарланып, меңәр градусҡа ҡәҙәр ҡыҙа һәм арттарында оҙон утлы ҡойроҡ ҡалдырып, ирей, яна башлай. Атмосфераның түбәнге тығыҙ ҡатламдарына шәберәк үтеп ингән һайын, метеорит һауаның арта барған ҡаршылығына осрай, хәрәкәте тотҡарлана һәм 10-20 километр бейеклектә, үҙенең йыһан тиҙлеген юғалтып, һауала "бата" тиергә лә була. Бында инде метеориттың йылыныуы һәм емерелеүе туҡтала. Уның тирәһендәге ҡыҙған газ ҡабырсағы юҡҡа сыға, һәм ирегән ҡалдыҡтары тартыу көсө арҡаһында вертикаль рәүештә тиерлек, берәүгә лә зыян килтермәйенсә, Ергә ҡолай. Атмосфера беҙҙе йыһан һыуығынан да һаҡлай, сөнки асыҡ йыһанда температура - Цельсий буйынса минус 270,45.
"Беҙ Күк йөҙөн ҡаплауыс (һаҡлаусы түбә) түшәм кеүек итеп яралттыҡ. Улар (кәферҙәр иһә Күк йөҙөнөң дәлилдәренән, Аллаһтың) аяттарынан баш тарта" (Әнбийә (Бәйғәмбәрҙәр), 32).
XX быуатта "ҡаплауыс түшәм"дең йәнә бер функцияһы билдәле була - 70-се йылдарҙа ғалимдар Ерҙе Ҡояштың зарарлы ультрафиолет нурҙарынан һаҡлап торған озон ҡатламы барлығын асыҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фреондарҙы самаһыҙ ҡулланыу озон ҡатламын йоҡарта һәм Төньяҡ менән Көньяҡ ҡотоптарҙа озон тишектәре барлыҡҡа килә. Ғалимдар фекеренсә, озон ҡатламының үҙгәреүе үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ла мотлаҡ йоғонто яһаясаҡ. Ҡайһы бер ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығы кәмей. Йәшәү шарттарының үҙгәреүе микроорганизмдарға, мәҫәлән, планктондарға - диңгеҙҙә көн итеүселәрҙең төп ризығына - кире йоғонто яһай. Ультрафиолет нурҙарҙың дозаһы артыуы кешенең иммунитет системаһын ҡырҡа насарайтыуы, тирене, күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһен яндырыуы һәм катаракта, тире яман шеше кеүек етди ауырыуҙар тыуҙырыуы ихтимал.
Ер ниғмәттәрен рациональ файҙаланмауҙың һәләкәттәргә алып киләсәге тураһында Изге аят та хәбәр итә: "Кешеләрҙең ҡылмыштары арҡаһында ҡоро ер өҫтөндә лә, диңгеҙҙә лә тәртип боҙолдо. Ҡылған гонаһтарына күрә (Әхирәттә) бирелә торған язаларҙың бер өлөшөн (был донъяла) татытыр. Бәлки, улар тәүбә итерҙәр!" (Рум (Рум), 41).

Усман НУРИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru