«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫНДА КҮП НӘМӘ БАҺАҺЫН ЮҒАЛТА, ИҢ ҠИММӘТЛЕҺЕ - ҒҮМЕР, ҒАИЛӘ, ТЫНЫС ТОРМОШ
+  - 


Июнь аҙағында беҙ, Башҡортостандан бер төркөм журналист, махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булдыҡ. Бик күп йәнле осрашыуҙар ойошторҙоҡ, ҡыҙыҡлы темалар алып ҡайттыҡ. Иғтибарығыҙға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, әле махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән Азат БАДРАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Азат Шамил улы менән осрашыу фронт һыҙығынан бер нисә километр алыҫлыҡта ғына булды. Ул Башҡортостандан 700 яугир хеҙмәт иткән полкка килгәс, командир шунда уҡ рация аша беҙгә хәбәр еткерҙе: "13-сө" урында (Азат Бадрановтың позывнойы), штабҡа килегеҙ, төркөмдәргә өйөлмәгеҙ, дистанция һаҡлағыҙ". Был ваҡытта яугирҙарҙың күбеһе хәрби бурысын башҡара ине, шуға күрә Азат Бадранов янына уларҙың бер аҙы ғына килде. Төрлө яҡтан "Һаумыһығыҙ, Азат Шамил улы!", "Сәләм бирҙек, иптәш лейтенант!" тигән һүҙҙәр ишетелде. Һәм шунда уҡ күп һанлы һорауҙар яуа башланы, сөнки Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһында беҙҙең төбәктең рәсми вәкиле һәм уның бурысы - Башҡортостан яугирҙарының булған проблемаларын Рәсәй Оборона министрлығына еткереү.

Азат Шамил улы, үҙ иркегеҙ менән чиновник кабинетын ҡалдырып, Башҡортостан хәрбиҙәре менән бер рәткә тороп, махсус хәрби операция биләмәһендә булыуығыҙға һигеҙенсе ай. Ошо ваҡыт эсендә һеҙҙең аңығыҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр булғанын тояһығыҙмы?

- Бында үҙемде файҙалы итеп тойҙом, күңел гармонияһына өлгәштем. Урынға килеп урынлашҡас та хәрбиҙәрҙән килгән һорауҙарҙы өйрәндем, аңларға тырыштым, ә аҙаҡ уларҙы хәл итә башланым. Бында барыһы ла аныҡ: ҡара икән - ҡара, аҡ икән - аҡ, бер-берең менән мөнәсәбәттәр үтә күренмәле. Йәшермәйем, башта бик ҡурҡыныс ине. Фронт линияһындағы хеҙмәттең тәүге көндәре ҡурҡыуҙы еңеү тарихы булды, сөнки билдәһеҙлек менән осрашырға тура килә ине бит. Тик был минең юлым, был юлда еңеүгә өлгәштем, тип әйтә алам. Әле барыһы ла аңлайышлы. Ҡайҙа хәүефле, ә ҡайҙа тынысыраҡ икәнен аңлайым. Мәҫәлән, фронттың бар участкаһында ла бронежилет кеймәйем, һәр саҡ шәхси ҡорал йөрөтмәйем, теге йәки был ауылға иртә менән барыу яҡшы икәнен беләм, ә ҡайҙалыр тик төндә йөрөйөм. Күп нәмәне тыныс ҡабул итәм. Нисек кенә булғанда ла, командование ҡуйған бурыстарҙы уйлап, иғтибарлап, ентекләп үтәргә кәрәк.
Ҡайһы берҙә минең хаҡта төрлө имеш-мимештәр барлыҡҡа килә: йә һәләк булған, йә Мәскәүҙә йөрөй, тип хәбәр тараталар, йә мине Өфөлә ресторанда күргәндәр, имеш. Тәүҙә бындай ялғанға нисек ҡарарға белмәнем. Аҙаҡ бының барыһының да ваҡ-төйәк икәнен аңланым. Әгәр яугирҙар минең хаҡта "бер нимә лә эшләмәй", "ул бында булды, тик проблеманы хәл итмәне" тиһә, ундай тәнҡитте ҡабул итеү ауыр булыр ине. Ә башҡа хәбәрҙәрҙе иғтибарға лайыҡ булмаған нәмәләр тип иҫәпләйем. Ярҙам иткәндән һуң яугирҙарҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү мөһимерәк. Тимәк, мин дөрөҫ юл һайлағанмын.

Башҡортостан хәрбиҙәре ниндәй мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә, уларҙы нимә борсой?

- Һорауҙар төрлө - социаль-көнкүрештән башлап, хеҙмәткә бәйлеләренә тиклем. Бында шуны аңларға кәрәк: был проблемаларҙы үҙем генә хәл итмәйем бит. Мин - Радий Фәрит улы төҙөгән ҙур механизмдың, ҙур системаның бер өлөшө генә. Мине махсус хәрби операцияла Хәбиров сәйәсәтен үткәреүсе тип әйтергә була. Республиканан коллегаларға ла ҙур ғына көсөргәнеш төшә, һәм улар ҙа нисек тейеш, шулай эшләй. Федераль түләүҙәр буйынса ҡытыршылыҡтар булғайны, айырыуса МХО-ның башланғыс мәлдәрендә. Мәсьәлә беҙҙең төбәк компетенцияһында булмаһа ла, хәл ителә. Радий Фәрит улы оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт итте һәм проблеманы күрһәтеп, исемлек тапшырҙы. Ҡабатлап әйтәм, проблемалар хәл ителә.
Шулай уҡ хәрби документтар эшләткән сағында теге йәки был учреждениела булыу кәрәклегенә бәйле хәлдәр килеп сыға. Йәрәхәттәр, наградалар буйынса һорауҙар була. Кешеләр күп, төрлө хәлдәр тағы ла күберәк, айырыуса алғы һыҙыҡта. Хәрби хәлдә офицерҙарҙың береһе ваҡытында рапорт биреп өлгөрмәгән йәки башҡа нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырған икән, беҙ ҡушылабыҙ, эшләйбеҙ. Әйткәндәй, мобилизацияланғандарҙан Шайморатов йәки Доставалов батальондарында хеҙмәт итеү теләге тураһында һорауҙар килә. Быны ла хәл итеп була, ҡаршылыҡтар юҡ, иң мөһиме, подразделениеларҙа вакантлы урындар булһын.

Башҡортостан яугиры - ниндәй ул?

- Егеттәр менән аралашҡан саҡта уларҙың элекке социаль статусы, белеме мөһим булмаған әйбергә әйләнә. Махсус хәрби операция зонаһында полиция офицеры һәм кисәге жуликтың бер окопта ятыуы ихтимал. Бында һинең ысынбарлыҡта кем булыуың мөһим. Әллә кем булып киткән кешеләр бар, тик һуғыш уларҙы тәрбиәләй. Физик яҡтан көсһөҙ ирҙәрҙән бер кем дә көлмәй, уларҙы эштәре, кешелек сифаттары буйынса баһалайҙар. Башҡортостан яугирҙары - геройҙар. Улар - ябай, тыйнаҡ егеттәр. Мәҫәлән, "Йылан" ҡушаматлы старшина. Бөтә рота уға ҡарап тора. "Йылан"ға офицер вазифаһын тәҡдим итәләр, тик ул баш тарта. Үҙен тейешле урынында тип иҫәпләй. Һәм, ысынлап та, уның ротаһында тулы тәртип, дисциплина. Ротаһын йыш ҡына алышҡа ебәрәләр һәм егеттәре уның артынан бара. Шул уҡ ваҡытта МХО-ға тиклем "Йылан" ябай водитель булған. Бөтөнләй ғәҙәти кеше, ә һуғышта ул асылды, лидер, идара итеү сифаттары килеп сыҡты. Бындағы егеттәрҙең күбеһе шундай. Улар нисек хеҙмәт итеүе, ниндәй батырлыҡтар ҡылыуы тураһында һөйләмәй, был уларға кәрәк тә түгел. Социаль селтәрҙәр алып бара ла белмәйҙәр, тик фронтта ысын сифаттары асыла.
Тылда әле һаман беҙҙең яугирҙарҙың алғы һыҙыҡта булыуын, атышыуҙар, снарядтар шартлауын, еңеү, хәҡиҡәт, илебеҙ өсөн һуғыш барғанын аңламаған кешеләр бар. Беҙҙең ирҙәр ғаиләһе, Тыуған иле тураһында уйлап һөжүмгә бара. Улар эскерһеҙ һәм намыҫлы. Улар махсус хәрби операция биләмәһендә беҙгә ҡаршы һуғышҡан яманлыҡты туҡтатмаһаҡ, ул беҙҙең ҡалаларға, ауылдарға, өйөбөҙ тупһаһына килеүен аңлайҙар. Әлбиттә, был һуғыш элеккеләре кеүек түгел. Унда граждандар һуғышы элементы бар. Беҙҙең бер бригаданың замполиты Винница өлкәһенән. Унда уның ата-әсәһе, туғандары ҡалған. Бер туған апаһы уны ҡарғаған. Әммә ул хеҙмәт итә. Унда бөтәһенән дә зомби яһағандар, ти. Уға ни тиклем ауыр булыуын күҙ алдына килтереп була. Прокси-һуғыш бара. Бында бөтәһе лә белә: низағ Украина менән түгел, ә уның биләмәһендә НАТО илдәре менән. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: 50-нән ашыу ил был илде ҡорал, разведка мәғлүмәттәре, кешеләр менән тәьмин итә. Имеш, ялланып һуғышҡандар күп. Мин быға ышанмайым. Улар - теге йәки был Көнбайыш иленең регуляр армияһы. Алғы һыҙыҡта поляк, француз, инглиз телмәре ишетелә. Шеврон, жетондар рәүешендә дәлилдәр бик күп.

Башҡа төбәк яугирҙары менән нисек эш итәһегеҙ?

- Хәрби хәрәкәттәр шарттарында иң мөһиме - бер-береңә ярҙам итеү. Күрше батальондарға ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең яугирҙар кемгә нимә етмәй, шуның менән бүлешә. Мәҫәлән, яугир военторгта форма алған икән ти, ә бында Башҡортостандан гуманитар ярҙам килгән. Ниңә икенсе комплект кейемде үҙеңдең иптәшеңә бирмәҫкә? Ябай кешеләр мөнәсәбәттәренә ҡоролған йәнле хеҙмәттәшлек бара бында. Унһыҙ булмай. Ҡайһы берҙә икенсе төбәк яугирҙары менән бергә оборона тотаһың. Әйтеүемсә, бында туғандар булып бөтәбеҙ. Ә ағай ағаһына ярҙам итәсәк. Әле һеҙҙең менән һөйләшеп торған полкта Башҡортостан, Пенза һәм Ульяновск егеттәре хеҙмәт итә.

Махсус хәрби операцияла башҡорт яугирҙары - йылдан ашыу, мобилизацияланғандар йылға яҡын хеҙмәт итә. Улар араһында беҙҙең яҡташтарға ғына хас йолалар булдырылдымы?

- Дөйөм фронт аралашыу мәҙәниәте бар. Мәҫәлән, беҙ бында бер ҡасан да хушлашмайбыҙ. Иң беренсе ошоға иғтибар иткәйнем. "Хушлашмайым" тип әйтәбеҙ. Аҙ ғына таныш кешеләр ҙә бер-береһенә "туған" тип өндәшә. Бер тапҡыр төндә ҡайтып килгәндә бараһы урынға өлгөрә алманыҡ һәм күрше подразделениела туҡтарға мәжбүр булдыҡ. Һалдаттар бер һорауһыҙ ҡунып сығырға саҡырҙы, ашатты, ял итергә мөмкинлек бирҙе. Ошо туғанлыҡ була ла инде.
Башҡорт яугирҙарына килгәндә, фронтта "Башҡортостан" тигән бренд барлыҡҡа килде. Беҙҙең республиканы бында бөтәһе лә белә, исемле батальондар тураһында хәбәрҙар, блокпостарҙа документ күрһәтһәң, төбәкте таныйҙар. Башҡортостандың һәр ваҡыт гуманитар йөк ебәреп торғанын күптәр белә. Яугирҙар бындай ҡеүәтле ярҙамға һоҡлана. Төрлө милләт ир-аты үҙен башҡорт тип атай. Бер иптәшем - чечен - беҙҙең батальонға гуманитар ярҙам, тәгәрмәсле техника килтерҙе. Яңыраҡ уны осратҡайным, баҡһаң, контракт төҙөп, Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итергә булған. "Шайморатовсы" тигән исем тыуған ерендә уның абруйын күп тапҡырҙар күтәрәсәк, тине. Уға батальондағы мөхит, егеттәрҙең кәйефе оҡшай. Әле ул документтарын әҙерләй, оҙаҡламай хеҙмәт итә башлаясаҡ.

Азат Шамил улы, бында ирҙәр илаймы?

- Эйе. Хәрби иптәштәре һәләк булған саҡта. Иртән генә бергә ашап ултырҙылар, ә кисен... Бында бер кем дә күҙ йәшен йәшермәй...

Күҙ алдығыҙҙа кешеләр үҙгәрҙеме?

- Кемдер бөтөнләй хәмер эсеүҙән баш тартты. Йәш егеттәр бик тиҙ ир ҡорона инде. Күптәр йәшәү ҡиммәттәрен яңынан баһалай башланы. Ябай ғына төшөнсәләр - ғаилә, балалар, атай-әсәй, тыуған өй бик ҡәҙерлегә әйләнә.

Тәрән тәьҫораттар ҡалдырған һәм ғүмер буйы иҫләрлек нәмәләр булдымы?

- Кешеләр. Тәү сиратта улар. Иптәштәрем булып киткәндәрҙе һәм һәләк булғандарҙы һәр саҡ иҫләйәсәкмен. Егеттәрҙе юғалтыу бик ауыр. Мин һәр ваҡыт кешеләр араһында, тик бер үҙем ҡалған ваҡыттарҙа ирекһеҙҙән күҙ йәше аға башлай. Күп яугирҙар менән дуҫлаштым, улар менән бергә йәшәнек, өйҙәрендәге эштәрҙә лә ярҙам иттем, кемдер килеп рәхмәт әйтте, ә икенсе көнөнә ул юҡ... Яңыраҡ "шайморатовсыларға" генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙым. Бүләкләнеүселәр араһында рота фельдшеры ла бар ине. Шәп егет. Пулялар аҫтынан яралы хәрбиҙәрҙе һөйрәп сығара, уларҙы тыныс урынға алып китә ине. Миҙал тапшырғандың икенсе көнөнә ул һәләк булды, заданиенан ҡайтманы. Һәр яугир Аллаһы Тәғәләнең уны нисек уттан һаҡлап ҡалғанын иҫләй. Тик "шайморатовсылар", "доставаловсылар", мобилизацияланғандар һуғыш алып барыуын дауам итә, улар резервта тормай, ә ут линияһында йөрөй.

Башҡорт хәрбиҙәрен командование нисек баһалай?

- Беҙҙең хәрбиҙәрҙең мотивацияһы бик юғары. Командирҙар быны йыш билдәләй. "Шайморатовсы"ларҙы әйтәм, улар иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Батальонда юғары дисциплина, юғалтыуҙар әҙерәк, хәрби файҙа күберәк. Мобилизацияланғандар буйынса. Өфөнән "Толпар" спецназы отряды беспилотниктар менән эшләүҙә махсуслашҡан. Уларҙың лабораторияһы, оҫтаханаһы, 3D-принтерҙары бар, улар БПЛА йыя, башҡа хәрбиҙәрҙе өйрәтә. Федераль яңылыҡтарҙа улар тураһында һөйләйҙәр, егеттәр менән ғорурланам. Дошман да был яугирҙарҙы белә һәм улар менән осрашыуҙан ҡасырға тырыша.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү ҡарары тураһында үкенмәйһегеҙме?

- Юҡ. Бында килергә теләгем эмоциональ булды, уға бер нисә тарих йоғонто яһаны. Бында ҡустым танкист булып хеҙмәт итә, уны һуңғы тапҡыр биш йәшлек сағында, егерме йыл элек күргәйнем. Йүнәлештәрҙең береһендә ҡаты танк һуғыштары бара, ул уларҙа ҡатнаша. МХО биләмәһенә яҡташтарым - Архангел, Ҡырмыҫҡалы районы егеттәре китте. Оҙатҡан саҡта ауыр уйҙар биләп алды: улар һуғышҡа китә, ә мин республикала ҡалам. Өлөшләтә мобилизация башланғас иһә, патриотизм һүҙ түгел, ә эш талап итте. Шул саҡта доброволецтар һәм мобилизацияланғандар менән бергә булырға кәрәк икәнен аңланым. Уларҙың һәр береһенең тик үҙҙәре генә белгән мотивацияһы бар. Урыным улар янында кеүек ине, һәм барыһы ла ошолай килеп сыҡҡанға, янымда дуҫтарым булыуына шатмын.
Мәҫәлән, Илмир дуҫым МХО биләмәһенә Мәскәүҙән килде. Баш ҡалала уҡый, дәүләт хеҙмәтендә эшләй ине. Мобилизация башланғас, шунда уҡ минең менән барам тине. Ә үҙенең бронь һәм өс балаһы бар. Икенсе иптәшем - Салауат - Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаттан. Беҙ бала саҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Аҙаҡ ул хәрби белем алды һәм тормош юлдары айырылып торҙо, әле яңынан осраштыҡ. Ул да әйтте: "Азат, һинең менән барам". Хәрби әҙерлек үткәндә уға әйтәм: "20 йыл самаһы элек бер бүлмәлә йәшәнек, бәлки, шулай булмаһа, һиңә фронтҡа барырға тура килмәҫ ине". Ә ул миңә: "Ул осраҡта бында кем менән барыр инең һуң?" - тине. Салауат элемтә взводы командиры булып хеҙмәт итә, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында, үҙенең егеттәре менән батальон подразделениеларын бәйләнеш менән тәьмин итә. Был эштең асылын аңлар өсөн күҙ алдына килтерегеҙ: алыш бара, атыш, ә элемтәселәр ҡорамалдары һәм сымдары менән һуғыш яланы буйлап шыуышып бара. Шуға күрә хәҙер шундай уйға киләм: мин Салауат менән киттем, ә ул минең менән түгел.
Ошондай йылы туғанлыҡ хистәре күп егеттәргә хас. Пензанан бер эшҡыуар бар, автосервистар селтәре тота. Ғаиләһе аҡса менән тәьмин ителгән, тик ул бында хеҙмәт итеүҙе һайлаған. Питерҙан пластик хирург бар, бында ул - фельдшер. Күптәр аҡса өсөн килмәгән. Егеттәр ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, унһыҙ булмай, тик барыбер аҡса әллә ни мәғәнәгә эйә түгел. Әлбиттә, финанс яғы ла бар, тик патриотизм көслөрәк. Батальондарҙа хеҙмәт иткәндәр хәрби әҙерлек үтә. Бында үҙебеҙҙең полигон бар. Мәҫәлән, механик-водителдәрҙе, гранатометчиктарҙы, минометчиктарҙы айырым уҡыталар. Барыһын да алалар, кешенең мотивы, сәбәптәре мөһим. "Запасниктар" ҙа бар. Хәрби тәжрибә яйлап туплана. Уның булмауы ҙур минус түгел, уны йыйып була.

Азат Шамил улы, һеҙ үҙегеҙ өсөн төп һығымта яһанығыҙмы?

- Беренсенән, иң ҡиммәтлеһе - ғүмер, ғаилә, яҡындар. Фронтта күп нәмә баһаһын юғалта - йорт, автомобиль, техника, ҡиммәтле кейем һәм башҡалар. Бында уларҙың хаҡы юҡ. Улар өсөн бер кем дә ҡайғырмай. Иң мөһиме - ғүмер, кешеләр. Икенсенән, МХО-ла туғанлыҡ хистәре барлыҡҡа килә. Һәр кем һуңғы нәмәһе менән бүлешә. Студент ятағындағы кеүек. Егеттәр әйтеүенсә, улар ял ваҡытында тыныс ҡына ашай, йөрөй, ял итә алмай, сөнки хәрби иптәштәре бында һуғыш алып барыуын дауам итә.
Миңә хәрбиҙәр менән блиндаждар, окоптар, ташландыҡ фермалар, емерелгән биналар, хәрби позицияларҙа ҡунырға тура килде. Дежурҙа ла торҙом, бер котелоктан ашаным. Шуға күрә "туған"дың нимә икәнен аңланым. Әгәр һин һынманың икән, тимәк, нығындың. Өсөнсөнән, бында карма мәсьәләһе, йәғни насар уй-ниәт өсөн яза бик тиҙ ғәмәлгә аша. Бер осраҡ беләм: күрше подразделение егеттәре, еңел генә йәрәхәт алһаң ине, һөҙөмтәлә түләүҙәр, ярты йыл ял була, тигән. Әйтеп тә бөтмәгәндәр, блиндажға инеү менән снаряд килеп тә төшкән. Әгәр тыныс тор- мошта карма оҙаҡ йөрөһә, фронтта бик тиҙ ғәмәлгә аша.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов былтыр көҙ үҙ теләге менән фронтҡа китергә ҡарар итә. Махсус хәрби операция биләмәһендә 2022 йылдың ноябренән Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Ә һуңғы ике айҙа 3-сө армия корпусының сәйәси бүлеге офицеры булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ республика хәрбиҙәренә ярҙам күрһәтеү һәм егеттәргә гуманитар йөк килтереүҙе координациялай.

Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 124

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru