«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАДИ ЭҘҘӘРЕ ҠАЛДЫ
+  - 

Хәтирәләр һәр кемдең артынан эйәреп йөрөмәй: күптәр туғандары хәтерендә ҡала, уҡытыусының эшен уҡыусыһы дауам итә, остаз данын шәкерттәре тарата, ижадсыларҙы ижади емештәре мәңгеләштерә. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында билдәле режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе булып уҙҙы. Талантлы шәхесте иҫкә алыу тураһында һорашып, уҡыусыһы Денис Нурғәлингә мөрәжәғәт иттек:

- 2021 йылдың 2 декабрендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Тау артында ниҙәр бар?" спектакленең премьераһы булды. Ҡыҙғаныс, был ижад емеше Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғоловтың Урал аръяғында ҡуйған һуңғы сәхнә әҫәре булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Ул театр менән һәр саҡ бәйләнештә булды, беҙҙә күп спектаклдәр сығарҙы. Сибайҙы ярата ине, бында килгәндә лә, Өфөгә ҡайтҡанында ла Белорет аша йөрөмәне, урау булһа ла, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Йылайыр аша йөрөй торғайны. "Йөҙ саҡрымға урау бит, ниңә ул юлдан йөрөйһөгөҙ?" тип һораным бер мәл. "Мин шул яҡтан йөрөргә яратам, үҙемдең тыуған ауылым Юлдыбай аша үтәм, килгән-ҡайтҡанда тыуған яҡ һауаһын һулайым", - тип яуап бирҙе ул. Ҡайғылы хәбәр ишетеп, һуңғы юлға оҙатырға йыйынғанда, һауа шарттары арҡаһында, Өфөгә юлды япҡайнылар, матди ярҙамыбыҙҙы ебәрҙек, үҙебеҙ бара алманыҡ. Шунда ҡырҡына тыуған ауылы Юлдыбайҙа хәтер кисәһе үткәрергә, тигән уй килгәйне. Йылайырҙар теләгебеҙҙе ыңғай ҡабул итте, билдәле режиссерҙың исемен мәңгеләштереү өсөн тыуған ауылындағы урамға уның исемен биреү ниәтен дә кире ҡаҡманылар.
Ысынлап та, Азат Әхмәҙулла улы бындай иғтибарға лайыҡ шәхес. Ул бик универсаль кеше булды: йыр-бейеүгә оҫта ине, актер, режиссер булараҡ та тамашасылар күңелен күптән яулағайны. Хәтер кисәһен үткәргәндә уның йәш сағында башҡарған "Йондоҙло юл" тигән йыры төп лейтмотив булып күңелдәргә һағыш өҫтәне. Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитованың талантлы шәхестең ижад юлын бәйән итеүе мәрхүм хөрмәтенә доға кеүек яңғыраны. Азаттың атаһының бер туған апайы Шәмсинур Нәҙерғолова уның бала сағы тураһында һөйләгәндә күҙгә йәштәр төйөлдө. Спектакль тамамланғас, халыҡ экрандағы Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғоловтың фотоһына ҡарап, ҡул саба башланы. Ғәҙәттә, тамаша һуңынан актерҙар режиссерҙы сәхнәгә саҡыра. Был тетрәндергес күренеш шуға оҡшағайны: залдағылар илай, актерҙар ҙа күҙ йәштәрен тыя алмай - һәм бер туҡтауһыҙ алҡыштар!
Азат Әхмәҙулла улы - минең уҡытыусым, ул беҙҙе режиссерлыҡ буйынса уҡытты. Беҙ уның менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булдыҡ, хәлдәрҙе белешеп торҙоҡ. Февралдәге ҡышҡы сессия ваҡытында һуңғы тапҡыр осрашҡанда уның эш кабинетында ике сәғәттәй һөйләшеп ултырҙыҡ. "Сибайҙы һағындым", тип, театрҙа эшләгән һәр кемдең хәлен белеште. "Мин Сибай театрын аңланым, ул бик үҙенсәлекле, ғүмерле театр", тине, уңыштар теләне. Шунан һуң телефон аша ғына аралашып торҙоҡ, бүтән күрешергә яҙманы. Ул ғүмерендә үҙ миссияһын тулыһынса үтәгәндер тип уйлайым - актер булараҡ та, режиссер булараҡ та, ғөмүмән, сәнғәт тормошона ҙур өлөш индергән шәхес булараҡ та. Башҡортостандың ниндәй театрын алһаң да, ул ҡуйған спектаклдәр бар - сәнғәттә уның эштәре, ижади эҙҙәре ҡалды.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 107

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru