«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПКӘ ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР "ЭЙӘЛӘШКӘН"
+  - 

Эйе, эйе, Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбенә ҡырағай хайуандар эйәләшкән, улар хәҙер мәктәп хеҙмәткәрҙәре булдырған "Бөрйән урманы" паркында "йәшәй".

Тәү ҡарашҡа ысын урман йәнлектәре тип уйларһың Гөлфирә Көнәфинаның был ижад емештәрен. Мәктәп директоры Данил Ҡотлобаевтың идеяһы менән булдырылған парк мәктәп биләмәһенә айырыуса йәм өҫтәй. Эшкә нисек тотонғандары тураһында Данил Камил улы бына нимәләр яҙған үҙ сәхифәһендә:
"Кеше йөрәге - ул башҡа кеше үтә алмаҫлыҡ ҡәлғә. Әммә ошо ҡәлғәне ниндәй ҙә булһа юлдар, ысулдар менән яулап алыусы - ул шәхес. Ҡәлғәне инде үҙенең аҡылы, ялҡынлы һүҙе, иманының ныҡлығы һәм күрһәткән хеҙмәте менән ала алһа - ул инде, әлбиттә, оло шәхес! Аҙмы, күпме мәктәптә эшләгән дәүер эсендә коллегаларымдың һәр ҡайһыныһының шәхес икәненә инандым. Беҙ үҙ шәхестәребеҙҙе күтәрергә, баһаларға тейешбеҙҙер, тип уйлайым. Киләсәктә һәр береһе тураһында тәфсирләп айырым яҙып, таныштырып үтергә тырышырмын. Әлегә һүҙем Иҫке Монасип мәктәбендә күңелен биреп, бөтә көсөн һалып эшләп йөрөүсе уҡытыусыбыҙ Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфина тураһында булыр.
Һәләте булған оҫталарға электән һоҡландым һәм һоҡланам. Кешене урын биҙәмәй, ә кеше эшен биҙәй, тигән кеүек, мәктәп алдын матурлау, киләһе быуынға нимәлер ҡалдырыу маҡсатында үҙебеҙҙең Бөрйән урманында йәшәгән йәнлектәрҙән торған парк эшләү уйы башыма килде. Гөлфирә Азат ҡыҙына был турала әйтеүем булды, "Беҙ булдырабыҙ!" тигән һүҙе мине тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Кәрәкле материалдарҙы йүнләп алыу менән эш башланып та китте. Башта Гөлфирә Азат ҡыҙы йәнлек, ҡоштарҙың һындарын төшөрөп сыҡты, ә оҫта ҡуллы Кәрим Рәүхәт улы Бикмәтов уларҙы "һә" тигәнсе тейешенсә итеп бысып та ҡуйҙы. Бына шунан һуң ысын мәғәнәһендә мөғжизә башланды ла инде. Гөлфирә Азат ҡыҙының тылсымлы ҡулдарынан әленән-әле яңы йәнлектәр ҡойоп ҡуйыла барҙы. Һәр береһе айырым һоҡланыуға лайыҡ ижад емеше улар. Бөгөнгө көндә мәктәбебеҙ егеттәре был йәнлектәрҙе ыҡсым ғына итеп урынлаштырып та ҡуйҙы. Ана шулай күмәк көс менән "Бөрйән урманында" исемле паркыбыҙ барлыҡҡа килде. Был йәнлектәр ашамай, эсмәй әммә ижад һәм матурлыҡ өлгөһө булараҡ хайран итә. Бына шундай һоҡландырғыс шәхес ул беҙҙең Гөлфирәбеҙ!"

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru