«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ КЕЙЕМЕН ТАНЫТЫП, БАҺАЛАТЫП ҠАЙТТЫҠ
+  - 


Ошо көндәрҙә Абхазияның Сухум ҡалаһында "Алтын майҙан - Абхазия" халыҡ-ара милли мәҙәниәттәрҙең инклюзив фестивале уҙғарылды. Унда Республика халыҡ ижады үҙәге "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең "Селтәр" башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһы ла ҡатнашты һәм төрлө номинацияларҙа юғары баһаға лайыҡ булдылар. Халыҡ студияһының етәксеһе Фатима Хәйретдинованан был сара һәм унан алған тәьҫораттар тураһында һораштыҡ.

"Алтын майҙан - Абхазия" фестиваленән алған тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ әле: сара нимәһе менән айырылып торҙо?

- Фестивалдән тик яҡшы ғына тәьҫораттар алдыҡ, барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде ул. Сара 3-9 июлдә Сухум ҡалаһында уҙғарылды, һәр көнө ваҡиғаларға бай, ҡыҙыҡлы булды. Уны Абхазия Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Татарстандан "Алтын майҙан" интерпроекты, Сочи ҡалаһынан "ВИВА" яуаплығы сикләнгән йәмғиәт Абхазиялағы Рәсәй хеҙмәттәшлеге (Россотрудничество) һәм Евразия халыҡтары ассамблеяһы ярҙамында ойошторҙо. Төп маҡсаты, әлбиттә, халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау, күрһәтеү, үҙ-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытыу булып тора. Быйыл фестивалдә Ҡаҙағстандан, Ҡарасай-Черкес, Сыуаш, Төньяҡ Осетия-Алания, Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт, Тыва, Абхазия республикаларынан, Ярославль, Новосибирск өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларынан 500-ҙән ашыу коллектив ҡатнашты. Шәхсән миңә улар араһында төрлө йәштәге кешеләр булыуы оҡшаны: ололар, урта йәштәгеләр һәм балалар тупланған ижади коллективтар сығыш яһаны. Шорҙар килгән, был халыҡты тәүгә күреүебеҙ булды. Инклюзив фестивалдә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ҡатнашты, бигерәк тә һаңғырау балаларҙың ҡул хәрәкәттәре ярҙамында йыр башҡарыуы хайран итте. Шулай уҡ һөнәри һәм үҙешмәкәр фольклор коллективтар айырымланып торманы, бөтәбеҙ ҙә бергә матур итеп сығыштар яһаныҡ, аралаштыҡ.
Беҙҙең коллектив өсөн фестиваль бик уңышлы, еңеүҙәргә бай булды: "Аламыс" халыҡ-ара конкурсында "Этник мода театры. Башҡорт кейемдәрендә дефиле", "Халыҡ вокал башҡарыуы", "Атмосфера" халыҡ-ара ижади форумында "Хореография. Йола-байрам бейеүе. Ансамбль" номинацияһында, "Алтын майҙан - Абхазия" фестиваленең "Биҙәү-ғәмәли ижад. Халыҡ кәсептәре әйберҙәре", "Хореография. Тарихи халыҡ бейеүе. Ансамблдәр", "Донъя халыҡтары йолалары. Этнокис" номинацияларында I дәрәжә лауреаттары тип танылдыҡ. Шулай уҡ беҙгә фестивалдең "Милли мәҙәниәттең ижади мираҫын һаҡлаған өсөн" махсус призын тапшырҙылар. Беҙ "Бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә", "Кәкүк сәйе" бейеүен, "Уралым" йырын башҡарҙыҡ, "Бала ҡарға" хореографик спектаклен күрһәттек. Сығыштарҙы Зөлфиә Ҡудашева менән Гүзәл Мамина әҙерләне. Студиябыҙҙың ағзаһы Мәрйәм Юлдыбаева "Ашҡаҙар" йырын оҫта башҡарыуы өсөн "Вокал. Халыҡ йыры" номинацияһында - өсөнсө, ә мин 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бәйле "Аҫылбикә" тигән тарихи бейеү менән I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булдым. Шулай уҡ "Фестиваль бриллианты" тигән махсус приз һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүемде, коллективыбыҙға Рәсәй театр эшмәкәрҙәре берлеге грамотаһы тапшырылыуын тулҡынланып ҡабул иттем. Ғөмүмән, көслө ижади коллективтар араһында Башҡортостанды, башҡорт халҡын лайыҡлы күрһәтә алыуыбыҙ менән шатбыҙ, күтәренке кәйеф менән тыуған яҡтарға ҡайттыҡ.
Әйткәндәй, фестивалдең Һабантуй, "Киске уйын" сараларында, Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби базаһында шәфҡәтлек концертында ла ҡатнаштыҡ. Һабантуйҙа үҙебеҙҙең көршәк ярыу, тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп һикереү, йомортҡа менән йүгереү кеүек матур башҡорт уйындарын уйнатыуҙан тыш, бар халыҡты хайран итеп, ҡатын-ҡыҙҙар көрәшен ойошторҙоҡ. Ә "Киске уйын"да иһә, башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе, Учалы яҡтарына хас булған "Марш" уйынын күрһәттек. Уйынды Гүзәл Бүләк ҡыҙы Мамина тормош иптәше Рим һәм ейәне Урал менән бик матур итеп сағылдырҙы. Шәфҡәтлек концерты менән барыуыбыҙҙан илебеҙ тыныслығын һаҡлаусы ир-егеттәребеҙ ҙә, уларҙың күңелдәрен күрә алғанға үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт. Хәрби базала хеҙмәт итеүселәр араһында яҡташыбыҙҙы ла осраттыҡ, бик ҡыуанып ҡалды.

Бындай фестивалдәрҙең әһәмиәтен ниҙә күрәһегеҙ?

- Тәү сиратта, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, дуҫтарса мөнәсәбәттәр төҙөүгә, төрлө быуын кешеләрендә милли мәҙәниәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, рух уятыуындалыр. Ә беҙҙең өсөн ул - яңы үрҙәргә әйҙәүсе маяҡ кеүек. Сөнки ошонда төрлө тарафтарҙан килгән кешеләр менән күрешеп, аралашып, үҙебеҙҙең эште күрһәтеп, башҡаларҙан фәһем алып ҡайтабыҙ. Киләсәктә "Селтәр" халыҡ студияһының эшен тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәреүгә барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға, балалар менән эшләүгә күберәк иғтибар бүлергә ниәт итеп торабыҙ. Үҙебеҙ белгәндәрҙе йәш быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген быға тиклем дә аңлай инек, әле тағы ла нығыраҡ инандыҡ. Әлбиттә, үҙебеҙҙең дә эштең һөҙөмтәһен асыҡ күрә алдыҡ: башҡорт милли кейемен тарихи ысынбарлыҡҡа тап итеп, төп нөсхәләрендә тергеҙеү йәһәтенән беҙ башҡа халыҡтарҙан алда барабыҙ икән. Былай ҙа матур милли кейемдәребеҙгә һоҡланып ҡараусылар, ҡыҙыҡһынып әңгәмә ҡороусылар күп булды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Атайсал" мәҙәни үҙәгенең "Селтәр" башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһы үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге менән күптән билдәле. Башҡорт халҡының рухи һәм матди мираҫын һаҡлауҙа, киң ҡатлам кешеләренә танытыуҙа, йәш быуынға өйрәтеүҙә күрһәткән хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һәр ерҙә лайыҡлы баһаланыуына шатланырға һәм артабан да емешле ижад теләргә генә ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru