«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЫМ ҠАЙТАРМАЛАРЫ
+  - 

Дәүләт дауаланыуға һәм медикаменттар һатып алыуға, ДМС килешеүе төҙөүгә, белем алыуға, ирекле пенсия страховкалауына һәм ғүмерҙе ирекле страховкалауға, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә тотонолған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Мәҫәлән, һалым ҡайтармаһы үҙең һәм балаң өсөн бассейнға йәки фитнес-клубҡа абонемент һатып алған осраҡта ла ғәмәлдә.

Ул күпме була?

Һалым ҡайтармаһы һеҙ түләгән НДФЛ-дан сығып башҡарыла. Дауаланыу, белем алыу һәм ҡыйбатлы дауанан тыш, һанап үтелгән башҡа хеҙмәттәр өсөн йәмғеһе йылына 15 600 һум аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙары ихтимал. Йәғни, иҫәп-хисап башҡарыу өсөн билдәләнгән иң юғары 120 мең һумдың 13 проценты. Әммә Дәүләт Думаһы яңыраҡ ҡабул иткән законға ярашлы, 2024 йылдан башлап 19 500 һумға тиклем аҡсаны ҡайтартып алырға мөмкин буласаҡ. Йәғни, 150 мең һумдың 13 проценты. Тотонолған аҡсаны өс йыл дауамында юлларға мөмкин. Әгәр һеҙ бер йыл өсөн тотоп ҡалынған аҡсаны файҙалана алмайһығыҙ икән, ҡалған өлөшө киләһе йылға күсерелмәй.
2022 йылда балағыҙҙы түләүле спорт секцияһына бирһәгеҙ йәки үҙегеҙ өсөн фитнес-абонемент һатып алһағыҙ, улар өсөн һалым ҡайтармаһын юллау мөмкинлеге бар. Тотоп ҡалынған аҡсаны ҡайтартып алыу өсөн рәсми эштә эшләргә һәм килемдән һалым түләргә кәрәк. Ә спорт ойошмаһы йәки һеҙгә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәте күрһәткән ойошма йәки шәхси эшҡыуар Спорт министрлығы исемлегенә ингән булырға тейеш.

Ҡайҙан алырға?

Һәр осраҡ өсөн айырым документтар исемлеге ҡаралған, уны Федераль һалым хеҙмәте сайтында табырға мөмкин. Һалым ҡайтармаһын һалым органынан йәки эш биреүсенән алырға була. Һалым органынан алырға теләһәгеҙ, ҡайтармаға ғаризаны йыл тамамланғас ҡына тапшырырға ярай. Әгәр йыл аҙағына тиклем көтөргә теләмәһәгеҙ, эш биреүсенән социаль ҡайтарма эшләтегеҙ. Был осраҡта һеҙгә тейешле аҡсаны ҡайтарып биргәнсе, эш хаҡығыҙҙан һалым тотолмаясаҡ.

Белем алған өсөн

Үҙең белем алған өсөн дә, балаңдың, ҡәрҙәшеңдең (24 йәшкәсә), тәрбиәгә алған кешеңдең (18 йәшкәсә) уҡыуы өсөн дә тотонған аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарырға мөмкин. Үҙең өсөн түләһәң - уҡыу формаһы мөһим түгел. Башҡалар көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш. Балалар баҡсаһы, юғары уҡыу йорто, автомәктәп йәки сит телдәр курсы булһынмы - иң мөһиме, учреждениеның лицензияһы булыуы мотлаҡ.
Баланы уҡытҡан өсөн аҡсаны кире ҡайтарғанда уның суммаһы үҙең өсөн йә ҡәрҙәшең өсөн алған аҡса күләменән айырыла. Был осраҡта һалым ҡайтармаһының иң ҙур күләме - йылына 6 500 һум (йәғни 50 мең һумдың 13 проценты). Ата-әсәгә бер лимит - 2024 йылдан алып сығымдар өсөн 14 300 һумға тиклем (110 мең һумдың 13 проценты).

Дауаланған өсөн

Һалым түләүсе үҙе өсөн генә түгел, тормош иптәшен, ата-әсәһен, 18 йәшкә тиклемге балаларын дауалаған өсөн дә һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Бынан тыш, көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 24 йәшкә тиклемге балаларын дауалаған өсөн дә ҡайтарма алырға була.
Ҡиммәтле дауа өсөн лимиттар юҡ - теләһә ниндәй сумманың 13 процентын кире ҡайтаралар. Препараттар һатып алыуға тотонолған сығымды - дарыухана чектары һәм табип рецебы, медицина хеҙмәттәренә киткән сығымды клиника менән килешеү һәм касса чегы менән раҫларға кәрәк.
Бөтә төр социаль ҡайтарманың иң ҙур күләме йылына - 15 600 һум. Уны 120 мең һумдан алырға мөмкин. Мәҫәлән, медикаменттар өсөн 15 600 һумды кире ҡайтарһағыҙ, спорт һәм белем алған өсөн ҡайтарма юллап булмаясаҡ. Дауаланған һәм медикаменттар һатып алған өсөн һалым ҡайтармаһы тураһында ентеклерәк Федераль һалым хеҙмәте сайтында уҡырға була.

Ремонт өсөн

Әгәр фатир яңы төҙөлгән йортта биҙәү эштәренән тыш һатып алынһа, проект һәм смета документацияһы төҙөтөү, биҙәү материалдары һатып алыу һәм бригаданың эшенә түләгән өсөн ҡайтарма алырға мөмкин. Бының өсөн Федераль һалым хеҙмәтенә ғариза яҙырға һәм сығымдарҙы раҫларға кәрәк. Шуға күрә, барлыҡ чектарығыҙҙы, килешеүҙәрегеҙҙе, акт һәм распискаларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Электрон чектар ҙа ярай.
Торлаҡ һатып алған өсөн һалым ҡайтармаһы ремонт өсөн һалым ҡайтармаһы менән бергә иҫәпләнә, йәғни дөйөм сумманың 13 проценты һәм иң күбе - 260 мең һум. Иғтибар итегеҙ, әгәр фатирҙы ир менән ҡатын алһа, компенсацияны уларҙың һәр береһе алырға мөмкин. Ремонт оҙаҡҡа һуҙылһа, ҡурҡыныс түгел. Һалым ҡайтармаһына документтарҙы йыл һайын, сумма 2 миллион һумға еткәнсе тапшырырға була.

Федераль һалым хеҙмәтенә тапшырырға кәрәкле документтар исемлеге:

- 3-НДФЛ декларацияһы;
- килем һәм һалым күләме тураһында белешмә;
- фатирҙы эске биҙәүһеҙ һатып алыу-һатыу килешеүе (йәки өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүе);
- фатирҙы ҡабул итеү-тапшырыу акты;
- ремонтҡа сығымдарҙы раҫлаған документтар (магазин чектары, хеҙмәттәр күрһәтеүгә подрядсы менән килешеү, накладнойҙар, түләү документтары);
- фатир һатып алғанда түләүҙе раҫлаған документтар;
- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә.
Фатирҙы ремонтлаған өсөн һалым ҡайтармаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ДОМ.РФ сайтында уҡырға була.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.07.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru