«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Тикшеренеүселәр, Геродот яҙғанса, таҙ башлы аргиппейҙарҙың ниндәйҙер ағас емешенән (бәлки, сейәлер - ?) яһалған һутты "асхи" тип атауҙарын иғтибарға алып, ошо һүҙҙе боронғо төрки сығышлы, тип фараз итә. Был һүҙ башҡортса "асы", татарса "ачы" тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тура килә. Геродоттың аргиппейҙарҙы таҙҙар (тазлар) тип атауы ла уларҙың төрки телле булыуына ишара. Хәҙерге заман лингвистары (мәҫәлән, Ж. Кейекбаев) Геродот яҙмаларындағы таҙ башлы кешеләрҙең тап тазлар этнонимына тура килеүен иғтибарға ала, ошо атама тик төрки халыҡтарына ғына хас. Сак-массагеттар дәүерендә был этнонимдың бик киң территорияла таралған булыуын хәҙерге заманда Алтайҙан Карпатҡа тиклем йәшәгән төрки сығышлы халыҡтарҙа уның бер боронғо реликт рәүешендә һаҡланып ҡалыуынан белеп була.
Боронғо төркиҙәрҙең иртә тимер быуатында уҡ Көньяҡ Уралды төйәк итеүе хаҡындағы мәсьәләне тикшергәндә 1969 йылда башҡорт халҡының этногенезы буйынса уҙғарылған бер ғилми конференциялағы сығышында тикшеренеүсе К.И. Петровтың антик авторҙар хеҙмәттәренең оригиналдарында "иирк" этнонимының булмауы, был һүҙҙең "төрөк" йә иһә "торк" атамаһының боҙоп уҡылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе хаҡындағы бик ҡыҙыҡлы иҫкәрмәһен иғтибарға алыу зарур. Әгәр фәндә ошо фекер ҡабул ителгән хәлдә әле һүҙ барған дәүерҙә үк боронғо төркиҙәрҙең Көньяҡ Уралда йәшәүе хаҡындағы һығымта шик тыуҙырмаясаҡ. Моғайын, Көньяҡ Урал аргиппейҙары (тазлар, тип әйтеп була) хаҡында яҙғанда Геодоттың Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән скифтарҙың улар менән ете талмас, йәғни тәржемәселәр ярҙамында аралашыуы хаҡындағы мәғлүмәтен дә ошо ҡәүемдең төрки телле булыуына бер дәлил итеп килтерергә булалыр.
Көньяҡ Уралда көн иткән сак-массагет ҡәбиләләренең төрки телле булыуы хаҡындағы һығымта сак һәм скифтарҙың теле буйынса алып барылған тикшеренеүҙәр фонында тағы ла дәлиллерәк булып күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, мәҫәлән, Ҡара диңгеҙ буйы скифтары үҙҙәренең йәшәү рәүеше буйынса тарихи төркиҙәрҙән бик аҙ ғына айырылып торған. Беҙгә билдәле булған Таргитай, Арпаксай, Липоксай һәм шуның һымаҡ башҡа скиф исемдәре дөйөм төрки һүҙҙәренә бик тә оҡшаш һәм уларҙың боронғо төрки теле менән бәйле булыуына шик ҡалмай. Мәҫәлән, Арпаксай исеменең ике өлөштән - "арпа" һәм "сай" (боронғо төркисә - йылға) һүҙҙәренән хасил булыуы мөмкин. Ошондай тикшеренеүҙәр тарих фәнендә С.Е. Маловтың скифтарҙың төрки телле булыуы хаҡындағы фекерен раҫлай.
Ошо факттар нигеҙендә иртә тимер быуатында Көньяҡ Уралда йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡәүемдәрҙең төп, йә иһә бер өлөшөнөң боронғо төрки телендә аралашыуы хаҡында фараз итеү нигеҙле, тип раҫларға була. Уларҙан Даих - Яйыҡ, Һоҡ, Һаҡмар, Исәт топонимдары, әлеге "асы" һүҙе, "тазлар" этнонимы беҙҙең заманға тиклем һаҡланып ҡалған.
Әммә әле һүҙ барған ҡәбиләләрҙең тарихи эҙҙәре йылға исемдәрендә һәм башҡорт халҡының телендә генә һаҡланып ҡалмаған. Археологик материалдарҙы башҡорт фольклоры ҡомартҡылары менән сағыштырыу, үрҙә әйтелгәнсә, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының иң боронғо сюжеттарының ошо дәүерҙәрҙә Көньяҡ Уралда йәшәгән малсыларҙың ғәмәли көнкүреше менән бәйле булыуын күрһәтә. Шулай ҙа дах-массагет һәм уларға нәҫелдәш башҡа ҡәбиләләрҙең мираҫы бының менән генә сикләнмәй. Уларҙан, мәҫәлән, меңәр йылдар аша беҙҙең замандарға тиклем артыҡ үҙгәрмәйенсә тейерлек һаҡланып ҡалған башҡорт милли кейеменең бер мөһим детален, атап әйткәндә, ирҙәрҙең осло башлы кейеҙ башлығын атап китергә була. Тап ошондай башлыҡтар б.э. тиклем VII - III быуаттарҙа уҡ хәҙерге Ҡаҙағстан, Урта Азия (сактар) һәм Көнсығыш Европала йәшәгән (скифтар) ҡәбиләләрҙә ҡулланылған. Ул замандарҙа йәшәгән авторҙар яҙғанса, сактарҙың бер төркөмөн "осло башлыҡлы сактар" (сак-тиграхауда), тип атағандар. Скифтарҙың ошондай башлыҡ кейеүҙәренә ошо заманға ҡараған сәнғәт әйберҙәрендәге һүрәттәрҙе дәлил итеп килтерергә була. Ысынлап та, скифтар кейгән осло башлыҡтар барса деталдәре менән беҙҙең башҡорт ирҙәренең баш кейемдәренә оҡшаш. Күрәһең, Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы райондарында башҡа бер ҡәүемдәрҙән быуаттар буйына айырылыбыраҡ йәшәү баш кейеменең ошо тибының башҡорттарҙа үҙгәрмәйенсә тейерлек һаҡланып ҡалыуына сәбәп булған.
Иртә тимер быуаты эпохаһында Көнсығыш һәм Үҙәк Европа, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш территорияһында йәшәгән боронғо төркиҙәр хаҡындағы әҙәбиәт Татарстан Фәндәр академияһы академигы, профессор-лингвист М.З. Зәкиевтың "Происхождение тюрков и татар" (М., 2003) тигән бик мөһим хеҙмәте менән тулыланды. Ошо фундаменталь хеҙмәттә әле тикшерелгән төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың телдәре хаҡындағы барса лингвистик әҙәбиәткә профессиональ анализ менән бер рәттән, тикшерелгән проблема буйынса белдерелгән ҡараш-фекерҙәр ҙә нигеҙле аргументтар менән нығытыла. Был хеҙмәттә, тәүгеләрҙән булып, иң боронғо төрки телле ҡәбиләләр хаҡындағы лингвистик мәғлүмәттәр тулы һәм системалы рәүештә бәйән ителә. Автор күләмле миҫалдар нигеҙендә уҡыусыны скифтарҙың, сарматтарҙың, сактарҙың массагеттарҙың һәм Көньяҡ Уралдың Геродот иҫкә алған барса ҡәбиләләр массаһының (дайҙар, иирктар, исседондар, аргиппейҙар, аримасптар) боронғо төрки телдәрендә аралашыуын дәлилләп, уларҙың фарсы-иран телле булыуы хаҡындағы фекерҙең нигеҙһеҙ булыуына ышандыра. Иртә тимер быуатында дала Евразияһы халыҡтары телдәре хаҡындағы ошо дөйөмләштереүсе хеҙмәттең археологтар иғтибарынан ситтә ҡалмауына өмөт итергә генә ҡала.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.07.23 | Ҡаралған: 73

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru