«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГҮЗӘЛ ӨФӨБӨҘГӘ ИҪ КИТКЕС ШӘП МУЙЫНСАҠ!
+  - 

Өфө кеүек ҙур мегаполистарҙа йәшәүселәр әүҙем ял итә алыу урындарына мохтажлыҡ кисерә. Әлбиттә, Өфөлә элек-электән парктар күп булды, әммә күпселек халыҡ уларҙан ситтәрәк йәшәгәс, тәбиғәт ҡосағында ял итер өсөн йәмәғәт транспортына ултырып барырға тура килә ине.

Мин үҙем ғаиләм менән 1994 йылдан бирле Һупайлы биҫтәһендә йәшәйем, Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы буйында. Әммә 90-сы йылдарҙа яр буйында таш ҡатыш ҡомдан хасил булған тар ғына юл шәрәмәтенән (уныһы ла соҡор-саҡырлы, бысраҡ күләүекле) башҡа иркенләп йөрөп була торған һуҡмаҡ булманы. Ҡариҙел йылғаһы буйлап Һупайлының бер осонан икенсеһенә тиклем бетон дамба төҙөлөп, ял итеүселәргә бер юлы ике йәйәү һәм велосипедта йөрөп була торған юлдар асылғас, барса халыҡ ихлас шатланды. Ошо һуҡмаҡтарҙан һупайлылар йыл әйләнәһенә, көн оҙонона йөрөүҙән туҡтағаны юҡ хәҙер. Ул ғына ла түгел, етәкселәребеҙ элек ташландыҡ хәленә еткән Ҡашҡаҙан паркын, Рәсәй кимәлендә лә маҡтанырлыҡ итеп яңыртҡас, халыҡтың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине!
Былар барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Һәм бына тағы ла бер яңылыҡ: баш ҡалабыҙҙа "Өфө муйынсағы" тип аталған "Территориялар үҫеше үҙәге" бик файҙалы эш башлаған. Был - йәмәғәт ойошмаһы, ул Өфөнөң 6 районында йәйәү һәм велосипедта йөрөү өсөн маршруттар булдырып, уны кешеләр өсөн һәр яҡтан уңайлы итеп ҡороу маҡсатын ҡуя. 6 кешенән торған команда: Әнүәр Байков, Адель Әхмәҙуллина, Фәрит Абдуллин, Семен Кучеров, Юрий Глущенко, Святослав Мурунов "Өфө муйынсағы" тип аталған оригиналь проект эшләй. Төп маҡсат - Өфө "ярымутрауы" сиктәренең 4 тарафында әлегә тиклем булған һәм өр-яңынан төҙөләсәк 8 йәйәү һәм велосипедта йөрөү маршруттарын, образлы итеп әйткәндә, юл-һуҡмаҡ мәрйендәрен бер епкә теҙеп, ҡала тирәләй муйынсаҡ-ҡуласа булдырыу. Проектты ғәмәлгә ашырыусылар иң элгәре Өфө ҡалаһында йәшәүселәргә ял итеү өсөн уңайлы, экологик яҡтан таҙа, шул уҡ ваҡытта мәғлүмәти һәм зауыҡлы мөхит булдырырға теләй. "Һәр бер Өфө кешеһенә тәбиғәт ҡосағында ял итер, йәйәү йә иһә велосипедта йөрөп килер, физик күнекмәләр эшләр өсөн 15 минут эсендә барып етерлек шарттар булдырырға кәрәк", - тиҙәр проект авторҙары. Шулай уҡ экологик саралар, төрлө уйындар, ярыштар, кросс кеүек спорт сараларын уҙғарыу өсөн уңайлы мөхит барлыҡҡа киләсәк. Ошо проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн Өфө ландшафтын тикшереп, кәрәк булған урындарҙа яңы юл-һуҡмаҡтар һалыу зарур. Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары ярҙарында шундай матур тәбиғәт зоналары бар, уларҙа тирә-яҡты күҙәтер, бағып һоҡланыр өсөн махсус майҙансыҡтар булдырыу күҙаллана.
Ирекмәндәр ошо башланғыс менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә һәм тулыһынса хуплау таба. Ул ғына ла түгел, проект республика кимәлендә лә перспективалы тип табылып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ була. Ирекмәндәр проект буйынса әүҙем эш башлай. 1921 йылдың апреленән октябрь айына тиклем проектта ҡатнашыусылар Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Өфө ярымутрауы сиктәрен тикшереп сығып, халыҡ файҙаланған маршруттарҙы теркәп, 30-ҙан артыҡ gps-тректы бер файлға туплай. Шулай итеп, "Өфө муйынсағы"ның виртуаль нигеҙе хасил була.
Ошо көндәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров "Өфө муйынсағы" проектының бойомға ашырылыуы менән танышыу өсөн уның яңыраҡ төҙөкләндерелгән бер өлөшөн ҡарап сыҡты. "Башҡортостандың баш ҡалаһында "Өфө муйынсағы" проектының нисек ғәмәлгә ашырылыуын ҡараным. Оҡшаны, бик тә маҡтауға лайыҡ. Был - Өфөнөң 6 районы территорияһында Өфө ярымутрауының ярҙары буйлап урынлашҡан парк киңлектәре селтәре. Улар бер-береһе менән, муйынсаҡ мәрйендәре кеүек, йәйәү йөрөй торған һуҡмаҡтар менән тоташҡан. Ҡала ошо территорияларҙы әкренләп төҙөкләндерә. Артабан беҙ ҙә мөмкин булғанса был эштә ярҙам итәсәкбеҙ", - тине республика етәксеһе.
Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналындағы сәхифәһендә ағымдағы йылда проект буйынса ниҙәр эшләнәсәге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Былтыр проект буйынса 7 саҡрым юл-һуҡмаҡ һалынған. Быйыл йыл аҙағына тиклем маршруттың 14 км арауығы төҙөкләндереләсәк: Калинин исемендәге паркта, Сипайловонан "Олимпик-парк"ка тиклемге һәм Перинаталь үҙәгенән "Президент отель" ҡунаҡханаһы артындағы байҡама майҙансығына тиклемге участкаларҙа планлаштырылған эштәр башҡарыласаҡ. "Төп маҡсат - максималь комфортлы шарттар булдырыу: йәйәү һәм велосипедта йөрөү өсөн тигеҙ юлдар һалыу, яҡтыртыу, эскәмйәләр ҡуйыу, уйын һәм байҡама майҙансыҡтарын төҙөү. Бер үк ваҡытта һәр кемгә - тәбиғәт менән гармониялы берләшеү мөмкинлеге", - ти ҡала етәксеһе.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа бихисап төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, ял итеү өсөн комфортлы, бик тә уңайлы булған зоналар артҡандан-арта бара. Өфө күҙгә күренеп күркәмләнә бара бит! Был осраҡта республика һәм ҡала етәкселәренә лә, ошондай мөһим төҙөкләндереү эштәрен үҙ ҡулдары менән ғәмәлгә ашырыусыларға ла рәхмәт белдереп, үҙебеҙгә лә ошо матур мөхитте бысратмайынса, яңы төҙөлгән объекттарҙы һаҡсыл рәүештә файҙаланырға ғына ҡала.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru