«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САМАУЫР ТУЛАНЫҠЫМЫ, ӘЛЛӘ ҠЫТАЙҘЫҠЫМЫ?
+  - 


Евразия ҡитғаһында башҡорттар иң боронғо халыҡтарҙың береһе. Тарихты сәйәсәт менән бутамаған, уны ғәҙел өйрәнгән һәр профессиональ тарихсы быны күрә һәм билдәләп китә. Бик боронғо дәүерҙәрҙән беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп еткән халҡыбыҙҙың яҙмышы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс, аяныслы ла.

Нимә генә күрмәгән ул. Рәсәйгә ҡушылғандан алып урыҫ алып барған бер яу, һуғыш-талаш башҡортһоҙ үтмәгән. Беҙ быны әле әҙ-мәҙ булһа ла беләбеҙ. Әммә беҙҙең халыҡтың Рәсәй тарихына индергән өлөшө тик һуғыш менән генә сикләнмәй. Рәсәй тигеҙлектәренән күсенеп килгән тау күрмәгән урыҫтарҙы Уралдың таулы райондарында хужалыҡ итеү ысулдарына беҙҙең халыҡ өйрәтә. Әлбиттә, ул үҙе лә урыҫтан ниҙер өйрәнә, нимәләрҙелер отоп алып, үҙ хужалығында ҡуллана. Был бөтә донъяла шулай. Халыҡтар бер-береһенән бер туҡтауһыҙ өйрәнәләр. Мәҫәлән, хәҙер бөтә донъяға таралған картуф, кукуруз, помидорҙы халыҡтар Америка индеецтарынан үҙләштергән икәне билдәле.
Халыҡтарҙың бер-береһенән өйрәнеүенең һөҙөмтәһенә бер ҡыҙыҡ, әммә бигүк билдәле булмаған бер миҫал. Беҙ бөтәбеҙ ҙә "Урыҫ самауыры" һанап йөрөгән сәй ҡайнатыу ҡорамалының Рәсәйҙә таралып китеүе башҡорттар менән бәйле икәнен күбебеҙ белмәйҙер ҙә. Хатта башына ла индереп сығармайҙыр. Ә был ысынлап та шулай. Рәсәйҙәге беренсе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында, ә аҙаҡтан Соҡсон заводында эшләй башлайҙар. Ә эш былай була. Урал заводтарының хужаһы В.Н.Татищев Ирген заводы эшселәренән махсус артель төҙөй, ә был артелдекеләр үҙҙәренә бол туплау маҡсатында урындағы халыҡтың - башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә. Ошондай бер талау ваҡытында урыҫ эшселәренең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу ҡорамалы була.
Ирген заводы приказчигы Родион Набатов тигән берәү был ҡорамалды күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп, беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә "урыҫ самауыры" тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә. Аҙаҡ Невьянск заводы хужалары Демидовтар Набатовты төрлө ташламалар менән әүрәтеп, үҙҙәренә эшкә саҡыралар һәм Набатов самауырҙы Демидовтарҙың Соҡсон заводында эшләй башлай. Демидовтар Тула ҡалаһы кешеләре була. Улар менән самауыр Тулаға барып эләгә. Хәҙер инде самауырҙы Тулала күпләп эшләй башлайҙар һәм хәҙер бөтә донъяға таралған "Тула самауырҙары" барлыҡҡа килә.
Шулай итеп, "урыҫ самауыры" тигән ҡорамалдың донъяға таралыуына ла башҡорттар сәбәпсе булып сыға. Ҙур ҡорһағында "Ирген заводы. 1741 йыл" тигән яҙыулы самауыр иң боронғо Рәсәй самауыры һанала. Ә был самауыр башҡорттарға Ҡытайҙан килеп эләккән була. Рәсәйҙә күпләп етештерелә башлағандан һуң да әле, сауҙа йәки икенсе берәй донъя мәшәҡәттәре менән барып сыҡҡандарында башҡорттар самауырҙы Ҡытайҙан, Ирандан алып ҡайтыр булған. Самауырҙы урыҫтарға тиклем күпкә алдараҡ шулай уҡ Иранда ла эшләгәндәр. Был турала беҙҙең көндәргә килеп еткән тарихи сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр һаҡланған. Ҡытай, Иран самауырҙарының көнсығыш халыҡтарына ғына хас оригиналь формалары ылыҡтырғандыр алыҫ ерҙән самауыр ташырға. Билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың олатаһы тураһында һөйләгән бер мәғлүмәте иғтибарға лайыҡ. Уның ата-бабаларының 19-сы быуатта йәшәгән береһе - Ниғмәтулла Саньяров Ҡытайға йөрөгән һәм унан ике еҙ самауыр алып ҡайтҡан булған. Хатта Ҡытайҙан бер ҡыҙ алып ҡайтып, мулла саҡыртып, уға Шөкөрбикә тигән исем ҡуштырып, кәләш итеп алып, теттереп донъя көтөп ятҡан ул үҙ заманында. Тимәк, беҙҙең халыҡ элек-электән Ҡытай, Иран менән сауҙа итеп, унан төрлө тауар, шул иҫәптән самауырҙар ҙа ташыуы бер ҙә аптырарлыҡ, булмаҫ хәл түгел. Тик шуныһы үкенеселе: был һыу ҡайнатыу ҡорамалын башҡорттар нисек атаны икән? Бәлки, ул "баҡырса" тип аталғандыр? Минең тыуған яҡтарымда сәйнүкте, ниндәй материалдан эшләнеүенә ҡарамаҫтан, "баҡырса" ти торғайнылар, сөнки улар элек баҡырҙан, еҙҙән яһалған булған. Самауырҙың да сәйнүк кеүек үк шул уҡ һыу ҡайнатыу ҡорамалы икәнен иҫтә тотҡанда, баҡырса тип аталыуы бик тә ихтимал. Әммә был тик фараз ғына.
Мине башҡорттоң тарихын ҡабартып күрһәтергә тырышыуҙа, йәиһә бүтән берәй хилафлыҡта ғәйепләргә маташыусылар булыуы ла бар. Шуға күрә, шикләнеүселәр өсөн был мәғлүмәттең ҡайҙан алынғанлығын да яҙып китеү кәрәктер, тип уйлайым. Был мәғлүмәттәр Алексей Иванов тигән авторҙың Мәскәүҙә донъя күргән "Увидеть руский бунт" тигән китабының 186-187-се биттәрендә баҫылған. Ә мин иһә, гәзит уҡыусыларға был факттар ҡыҙыҡ булыр, тигән уйҙан "Киске Өфө"гә ошо мәҡәләмде тәҡдим иттем. Беҙ үҙебеҙҙең халыҡтың Рәсәй дәүләтендәге ролен яҡшы белергә тейешбеҙ. Был беҙгә үҙебеҙҙең лайыҡлы урыныбыҙҙы белеп, аяҡта ныҡ баҫып, кешеләр менән аяҡ терәп һөйләшергә мөмкинлек бирәсәк. Үҙ халҡының тарихын белгән кеше теләһә ниндәй сетерекле мәлдә лә юғалып ҡалмаҫ, үҙен һәм халҡын яҡлай алыр. Рәсәй тик урыҫ халҡы көсө менән генә төҙөлмәгән. Хәҙер "Рәсәй Федерацияһы" тигән донъяға билдәле оло дәүләтте төҙөүҙә Рәсәйҙең эреле-ваҡлы халыҡтарының бөтәһе лә көсөнән килгәнсе өлөш индергән.
Мин Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбен беренсе кластан унынсыны бөткәнсе башҡортса уҡып сыҡтым. Хәтеремдә, үткән быуаттың 60-сы йылдарында башҡорт мәктәптәре өсөн сығарылған "Рус әҙәбиәте" тигән китапта граждандар һуғышы ваҡытында Петроградты Юденичтан яҡларға барған башҡорт һалдаттарының бөйөк рус яҙыусыһы Пушкиндың Михайловскийҙағы урыҫ крәҫтиәндәре тарафынан талап, емерелеп, туҙҙырылған музейен йүнәтеп, ипкә һалып китеүҙәре турһында мәғлүмәт була торғайны. Был факт хәҙер программанан нишләптер алып ташланған. Был, бәлки, ҡапыл ҡарағанда бәләкәй генә, иғтибарға бигүк лайыҡ булмаған факт кеүек күренәлер. Әммә был бәләкәй генә факт беҙҙең халыҡ улдарының, уйлап ҡараһаң, ябай ауыл малайҙарының ниндәй юғары мәҙәниәтле булыуының бер сағыу күрһәткесе бит.
Әйткәндәй, ошондай бәләкәй генә факттарҙан төҙөлмәйме икән күп милләтле оло Рәсәйҙең тарихы? Әгәр сәйәсмәндәр "Рәсәй Федерацияһы" тигән дәүләттең аяҡта ныҡлы баҫып тороуын теләй икән, мәктәптә уҡытылған Рәсәй тарихын тик урыҫ тарихы рәүешендә генә түгел, ә Рәсәй халыҡтары тарихы булараҡ уҡытырға кәрәк, тип уйлайым. Тарихты белһәк, "Минең халҡым ғына Рәсәй дәүләтен төҙөгән", тигән "мин-минлек" сиренән арынырбыҙ. Бер-беребеҙҙе тиң күреп, ихтирам итергә өйрәнербеҙ. Сөнки кешеләре берен-бере ихтирам итмәгән, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән дәүләт тарих арбаһынан төшөп ҡалып, юҡҡа сыға. Быға миҫалдар тарихта бихисап. Боронғо Рим империяһы тарихын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Урыҫ самауыры тарихы шундай уйҙар тыуҙырҙы, йәмәғәт.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
тарихсы.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 94

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru