«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер. Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында Килтерелгән факттар ошо проблема буйынса С. И. Руденко, С. Е. Малов, Ж. Ғ.Кейекбаев һәм К. Ф. Смирновтарҙың ғилми һығымталарының принципиаль яҡтан хаҡлы булыуын раҫлай. Улар, үҙ ҡарамағында үтә сикләнгән материалдар ғына булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халҡы этногенезеның Көньяҡ Уралдың дах-массагет һәм башҡа малсылыҡ менән шөғөлләнгән синхрон ҡәбиләләренең тарихы, мәҙәниәте һәм теле менән туранан-тура бәйле булыуы хаҡында һығымтаға килә. Ошо тема буйынса билдәле булған мәғлүмәттәр, археологик факттар һәм фараздар хәҙерге тарих фәненең ҡаҙаныштары иҫәбенә инә. Ҡыҙғанысҡа күрә, совет осорондағы тарих фәнендә өҫтөнлөк иткән, рәсми ҡабул ителгән принциптарға һәм ҡараштарға нигеҙләнгән шаблонлы фекерҙән ситкә тайпыла алмаусы тикшеренеүселәр ошо һығымталарҙы тулыһынса инҡар итте. Беҙ хәҙер башҡорт халҡы этногенезының иртә этаптарын яҡтыртыу йәһәтенән өр-яңы һәм ышаныслы раҫламаларға эйә булдыҡ, уларҙы инҡар итеүҙе тарих фәнендәге етди хата итеп ҡарайбыҙ. Ошо осраҡта боронғо башҡорт мифологияһының зороастризм тип аталған бик боронғо дини-фәлсәфәүи тәғлимәт менән оҡшаш булыуы хаҡындағы яңы мәғлүмәттәрҙе беҙҙең ҡараштарыбыҙҙың хаҡлығына етди дәлил итеп килтерергә була.

"Урал батыр" эпосы - башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хаҡында ҡиммәтле сығанаҡ

Билдәле булыуынса, зороастризмдың изге яҙмаһы булараҡ, Авеста төрлө баш илаһтарға бағышланған 20-нән ашыу гимндан хасил булған. Сюжет-композиция планы һәм идея йүнәлеше буйынса Авеста һәм башҡорт героик эпостары "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" текстары араһында айырым персонаждарҙың мөһим һыҙаттарын нәфис тасуирлауға тиклем үк ҙур оҡшашлыҡ күҙәтелә. Әйтергә кәрәк, ошондай билдәләре буйынса эпостарҙың икеһе лә барса башҡа башҡорт эпостарынан айырылып тора, һәм башҡорттар менән йәнәш йәшәгән төрки телле һәм фин-уғыр халыҡтары фольклорында ла уларға яҡын оҡшашлыҡ юҡ. Беҙ быны бары бер сәбәп менән аңлата алабыҙ: башҡорттарҙың иң боронғо ата-бабалары Авестаны яҡшы белгән һәм иҫкә алынған ике башҡорт эпосы - "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" - эпик әҫәрҙәр булараҡ, Авеста сюжеттарын үҙенсәлекле үҫтереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Миҫалдарға күсәйек.

Башҡорт фольклоры ("Урал батыр" эпосы)

1. "Һомай түҙмәй осҡан, ти,
Бер килгән, ти, киткән, ти;
Тыныс ил, тип, берәмләп
Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп,
Үҙ артынан эркелтеп,
Тағы Уралға килгән, ти;
Шуңа эйәреп Уралда
Ҡош-ҡорт, йәнлек тулған, ти".
Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. - Өфө: Китап, 2013. 138-се бит.

2. "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостарында Ҡәһҡәһә йыландар батшалығы батшаһы була.

3. Урал батыр сәйәхәтенең төп маҡсатына өлгәшеү өсөн Ҡатил һәм Ҡәһҡәһә батшалыҡтарында була, батшалар уның менән көрәшкә һарайҙы һаҡлаусы үгеҙҙе, үҙҙәренең 4 батырын, күп башлы йыландарҙы сығара; ҡояш батшаһы ҡыҙы Һомай уға ҡанатлы ат Аҡбуҙатты бүләк итә, ул артабан Урал батырҙың дуҫы һәм уның төп еңеүҙәренең сығанағы булып китә.

4. Үгеҙҙең һынланышы ошолай:
"Ерҙе тырнап, үкереп,
Шылағайын ағыҙып,
Тауҙай үгеҙ килгән, ти.
Урал алдына килеп,
Ҡарап баҫып торған, ти:
-Егет, ергә атмамын,
Сереп, туҙан булғансы,
Елгә осоп бөткәнсе,
Мөгөҙөмдә ҡаҡлармын, -
Тип Уралға әйткән, ти.
Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. - Өфө: Китап, 2013. 45-46-сы биттәр.

Авеста (Дүшәнбе. 1990)

1. "Уға ҡыл доға, о Спитама...
Бик күркәм зат Йима,
Бай көтөүҙәр эйәһе,
Хукарья үрендә
Уға салды ҡорбан итеп
Йөҙ айғырҙы, һәм мең
Һыйырҙы, һәм иҫәпһеҙ ҡуй малын".
(Авеста... 31-се бит).

2. Авестала уға өс башлы Дахака-Йылан тура килә.
(Авеста... 31-се һ.б. биттәр).

3. Һуғыш һәм еңеү илаһы Вэртрагнаға бағышланған гимнда Вэртрагна кешеләргә көслө ел, алтын мөгөҙлө үгеҙ, аҡ ҡанатлы ат, ярһыу дөйә, ҡоторонған ҡабан сусҡаһы, гүзәл үҫмер егет, типкес ҡош (бөркөт), һарыҡ бәрәне, кәзә тәкәһе һәм бик күркәм ир рәүешендә килә.
(Авеста... 93-сө - 109-сы биттәр).

4. Авесталағы үгеҙ образын ҡарағыҙ:
"Килде Заратуштраға
Икенсе ҡат шулай Вэртрагна,
Яралтмышы Ахураның:
Алтын мөгөҙлө үгеҙ булып,
Шундай гүзәл һәм ҡеүәтле,
Шундай, мөгөҙҙәре өҫтөнән
Күтәрелә Ҡеүәт һәм Көс,
-Килде шулай Вэртрагна,
Яралтмышы Ахураның..."
Шулай уҡ ҡабан сусҡаһының образын ҡарағыҙ:
"Килде Заратуштраға
Бишенсе ҡат Вэртрагна".
"Яралтмышы Ахураның,
Ҡоторонған ҡабан булып,
Уҫал, осло тешле,
Һәм, үткер ҡаҙыҡ тештәрен ҡаҙап,
Һә тигәнсе аяҡтан йыға алыусы,
Ярһыу, яҡын барырлыҡ түгел,
Асыулы, сыбар моронло,
Сос, йылғыр булып,
-Килде шулай Вэртрагна"
(Авеста... 121-се бит).

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru